Братислава (словак.
Ҡала халҡы яҡынса 460 мең кеше тәшкил итә, агломерацияла — яҡынса 700 мең кеше. Ҡаланың майҙаны — 368 квадрат километр.
Ҡала | |||||
Братислава словак. Bratislava | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Край | Братислава крайы | ||||
Координаталар | |||||
Башлыҡ | |||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | 907 | ||||
Элекке исеме | Пожонь, Пресбург, Прешпорок | ||||
Майҙаны | 368 км² | ||||
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 140 м | ||||
Халҡы | ▲ 462 603 кеше (2012) | ||||
Тығыҙлығы | 1171 кеше/км² | ||||
Милли состав | словактар (91,4%), венгрҙар (3,8%), чехтар (1,9%), немецтар (0,3%), поляктар, украиндар | ||||
Конфессиональ составы | католиктар 56,7%, атеистар 29,3%, лютерандар 6 %, башҡалар 4,7 % | ||||
Этнохороним | братисла́вец, братисла́вка, братисла́вцы | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+1, йәйге UTC+2 | ||||
Телефон коды | +421 02 | ||||
Почта индексы | 8XX XX | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды | BA,BL | ||||
Рәсми сайт | bratislava.sk | ||||
Братислава менән Вена Европалағы бер-береһенә иң яҡын урынлашҡан баш ҡалалар (аралары 55 километр һәм бер-береһенә ниндәй транспорт менән булһа ла иң оҙағы бер сәғәттә барып етергә була). Братислава донъяла ике икенсе дәүләт — Австрия һәм Венгрия менән сиктәш берҙән-бер баш ҡала. Братиславаның Купчинская урамы күрше Австрияның Китзея ауылының Альте-Нордзюд-Ландесштрассе урамына, ә Вена юлы Австрияның Вольта коммунаһы аша үткән Прессбург-штрассеға күсә. 1936 йылға тиклем Братиславанан Венаға ҡала трамвайы йөрөгән.
Братислава Кесе Карпат тауҙары итәгендә, Дунайҙың ике һәм Мораваның һул ярында урынлашҡан. Дунай аръяғында Петржалка ҡалаһының аҙ өлөшө ҡала. Ҡала Австрия (2007 йылдың 21 декабренә тиклем Петржалка-Берг һәм Яров-Китзея сик буйы үткәүеле була) һәм Венгрия (2007 йылдың 21 декабренә тиклем Русовце-Райка сик буйы үткәүеле) менән сиктәш.
Климаты — континенталь, уртаса йыллыҡ температура +10,5 °C, йыллыҡ уртаса яуым-төшөм — 565 мм. Ғинуарҙың уртаса температураһы — яҡынса −0,4 °C, ә июлдеке — 21,3 °C. Ҡышын һыуыҡ һәм епшек ҡарлы. Йәйгеһен йылы, йыш ҡына көслө елле.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 19,8 | 19,1 | 25,0 | 30,3 | 33,4 | 36,3 | 38,2 | 39,3 | 34,0 | 30,0 | 21,3 | 17,9 | 39,3 |
Уртаса максимум, °C | 2,7 | 5,1 | 10,3 | 16,7 | 21,8 | 24,9 | 27,5 | 27,0 | 21,7 | 15,6 | 8,2 | 3,3 | 15,4 |
Уртаса температура, °C | −0,4 | 1,2 | 5,5 | 11,0 | 16,0 | 19,1 | 21,3 | 20,7 | 15,9 | 10,4 | 4,9 | 0,7 | 10,5 |
Уртаса минимум, °C | −3,4 | −2,3 | 1,3 | 5,4 | 10,2 | 13,4 | 15,4 | 15,0 | 11,0 | 6,1 | 1,8 | −1,9 | 6,0 |
Абсолют минимум, °C | −24,6 | −20 | −15,1 | −4,4 | −2 | 3,0 | 7,0 | 5,0 | −2 | −8 | −12 | −20 | −24,6 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 39 | 37 | 38 | 34 | 55 | 57 | 53 | 59 | 55 | 38 | 54 | 46 | 565 |
Сығанаҡ: Көн һәм климат |
2001 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, словактар халыҡтың — 91,4, венгрҙар — 3,8, чехтар — 1,9, немецтар — 0,3, башҡалар 2,6 % тәшкил итә.
Католиктар — 56,7, атеистар — 29,3, лютерандар — 6, ҡалғандар 4,7 %.
Административ бүленеш — 5 район (okres), 17 ҡала өлөшө (Mestská časť).
Братислава өлөштәре | ||
---|---|---|
Район | Ҡала өлөшө | |
Братислава I | Старе-Место | |
Братислава II | Ружинов | |
Вракуня | ||
Подунайске Бискупице | ||
Братислава III | Нове-Место | |
Рача | ||
Вайноры | ||
Братислава IV | Карелова Вес | |
Дубравка | ||
Ламач | ||
Девин | ||
Девинска Нова Вес | ||
Загорска Быстрица | ||
Братислава V | Петржалка | |
Яровце | ||
Русовце | ||
Чуново |
1848 йылдан ҡала уртаһында Братислава-Главная тимер юл вокзалы эшләй. Братислава-Петржалка вокзалы бар. Ҡаланан алты йүнәлештә тимер юлы сыға. Братиславаның Штефаника исемендәге Иванка аэропорты ҡаланан бер нисә саҡырымда урынлашҡан һәм 1951 йылдан алып эшләй. Аэропорт хужаһы — «OneTwo» консорциумы уны Веналағы Швехат аэропорты менән бер комплексҡа берләштереп, Братислава—Швехат—Вена тиҙ йөрөшлө тимер юлы һалырға ниәтләй. Дунай буйлап суднолар йөрөүен тәьмин итеү өсөн вокзалы булған йылға порты бар. Ҡаланың автомобиль юлы селтәренә 5 күпер, 3 йүнәлештәге юл инә. Ҡалала Млинские Нивы автовокзалы һәм автостанциялар бар.
Братиславала 1868 йылда беренсе ҡала йәмәғәт транспорты омнибус була. Братислава трамвайы 1895 йылда йөрөй башлай һәм тәп транспорт булып тора, бөгөн 8 тармағы бар. Братислава троллейбусы беренсе тапҡыр 1909 йылда ебәрелә, әммә тиҙҙән ябыла һәм ни бары 1941 йылда ғына ҡабаттан асылып, бөгөн 14 маршрут буйынса хәрәкәт итә. Шулай уҡ ҡалала көндөҙ — 60, төнөн 20 автобус йөрөй. Бында шуны ла билдәләп китергә кәрәк — автобус ҡаланың Дунай аръяғына — Петржалкаға йөрөүсе берҙән-бер транспорт төрө. Ҡала транспорты менән Dopravný podnik Bratislava компанияһы идара итә. 1985 йылда Братислава метрополитены төҙөлә башлай һәм тиҙҙән эш туҡтатыла. 2002 йылдан киләсәктә метрополитенға әүереләсәк тиҙ йөрөшлө трамвай линияһы эшләү планлаштырылған.
Ҡалала «Слован» спорт йәмғиәте бар. Футбол клубы экстралигала сығыш яһай . Ә хоккей клубы — Европала иң уңышлыһы. 2012 йылда «Слован» ХК-һы КХЛ-ға инде.
Братислава һәм рус-словак дуҫлығы хөрмәтенә 1996 йылда Мәскәүҙә урам, метро станцияһы һәм мәктәпкә исем бирелә. Был ваҡиға ике таҡтаташта мәңгеләштерелә, уның беренсеһе ошо урамдағы йортҡа ҡуйылһа, икенсеһе метрополитен вестибюленә ҡуйыла.
Братислава урамы шулай уҡ Рязандә лә бар, ул хатта Мәскәүҙәге «аҙашынан» алдараҡ, ХХ быуат уртаһында барлыҡҡа килә. Күренештәр ярым емерек совет хәрби ҡалаһы Миловице (Чехия) территорияһында төшөрөлһә лә, Братислава билдәле америка фильмы «Евротур»ҙа ла иҫкә алына. Геройҙарҙың береһе ҡунаҡханала официантҡа ун цент биргәс, официант үҙенең етәксеһенә килеп, эштән китәсәге һәм ошо аҡсаға үҙ ҡунаҡханаһын асасағы тураһында белдерә.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Братислава, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.