Йога

Йога — һинд мәҙәниәтендәге төшөнсә, киң мәғәнәлә төрлө рухи, психик һәм физик тәжрибәне берләштерә, индивидуумдың рухи һәм психик яҡтан тота белеү ысулдарын өйрәнеү маҡсатында индуизм һәм буддизмдың төрлө йүнәлештәрендә ҡулланылған организмдың психик һәм физиологик функциялары менән идара итеү .

Тар мәғәнәлә, йога — индуизм философияһының алты ортодоксаль мәктәптәренең (даршан) береһе.


Индуизм

Aum

Тарихы · Пантеон

Йүнәлештәре

Шактизм  · Шиваизм  ·
Смартизм  · Вайшнавизм

Индуизм фәлсәфәһе

Дхарма · Артха · Кама
Мокша · Карма · Сансара
Йога · Бхакти · Майя
Пуджа · Мандир · Киртан

Индус изге яҙмалары

Веды · Упанишады
Рамаяна · Маһабһаратам
Бхагавад-гита · Пураны
башҡалары

Туғандаш темалар

Индуизм илдәр буйынса · Календарь · Индус байрамдары · Креационизм · Монотеизм · Атеизм · Индуизмды ҡабул итеү · Аюрведа · Джьотиша

Hindu swastika

Портал «Индуизм»

Йоганың тәүге маҡсаты — донъяла кешенең онтологик статусын үҙгәртеү.

Йоганың төп йүнәлештәре — раджа-йога, карма-йога, джнана-йога, бхакти-йога һәм хатха-йога. Индуизм философияһына ярашлы, раджа-йога системаһында тасуир ителгән «Йога-сутрах» Патанджали йога төшөнсәһен бирә. Веды, Упанишады, «Бхагавад-гита», «Хатха-йога-прадипика», «Шива-самхита» һәм Тантры кеүек индуизм тасуирламаларында йога тикшерелә. Йоганың аҙаҡҡы маҡсаты төрлө булыуы мөмкин: физик сәләмәтлекте нығытыу һәм мокши хәленә етеү. Һиндостандан ситтә «йога» термины тик хатха-йогой һәмасана булыуын күҙаллай, был йоганың рухи яғын күрһәтмәй. Йоганы өйрәнеүсе һәм ҡулланыусы кешене "йог" йәки "йогин" тип әйтәләр.

Этимология

Йога һүҙе тамыры йодж йәки йудж булған санскриттан барлыҡҡа килгән, был һүҙҙең мәғәнәләре күп  : йүгән, йүгәнләү, берләштереү, бәйләү, гармония

Беренсе мәртәбә «Риг-веде»ла, беренсе һинд әҙәбиәте ҡомартҡыһында телгә алына.

Йога 
Медитациялаусы Шива, Бангалорҙа ҙүр статуя

Тарихы

Йога тарихының тамырҙары боронғо замандан башлана. Һинд йылғаһы үҙәнендә табылған бер нисә мисәттә Индус цивилизацияһы (беҙҙең эраға тиклем 3300—1700 йылдар) осорона ҡараған медитация йәки йогик позаларҙағы фигураларҙы һүрәтләгән. Был археологик табыштар Хараппан цивилизацияһы халҡының йоганың боронғо формаларының береһен йәки уға бәйле йоганы ҡулланыу ихтималлығын күрһәтә. Йога ведалар, брахмандар (б.э.т. X быуатҡа ҡараған) иртә комментарийҙарҙа телгә алынған вед диненең асетик ғәмәлдәренән (тапас) барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә.:

तां योगमिति मन्यन्ते स्थिरमिन्द्रियधारणाम् ॥३.११॥

tāṃ yogamiti manyante sthiramindriyadhāraṇām ॥3.11॥

Брахминдарҙа, атап әйткәндә, Шатапата Брахманда Абсолют менән аҡыл, тән һәм йән берҙәмлеге идеялары бар. Упанишадтарҙа йога һәм медитация тураһында иң боронғо упанисадтарҙың береһендә осратырға мөмкин::

तां योगमिति मन्यन्ते स्थिरमिन्द्रियधारणाम् ॥३.११॥

tāṃ yogamiti manyante sthiramindriyadhāraṇām ॥3.11॥

Йога — тойғоларҙы тотороҡло контролдә тотоу

Йога концепцияһының үҫешен сағылдырған төп сығанаҡ булып «урта» упанисадтар (беҙҙең эраға тиклем VI быуатҡа ҡарай), Махабхарата һәм Бхагавад Гитаһы, шулай уҡ Патанджали йога сутралары (б.э.т. II быуат) тора. Йога Сутраста йога тәүге тапҡыр индуизм фәлсәфәһе мәктәптәренең береһе («даршан») тип тасуирланған. Был иртә йога мәктәбе ретроспектив рәүештә Раджа Йога ретронимы аҫтында билдәлелек ала.

Һинд цивилизацияһы

Һинд йылғаһы үҙәнендә ҡаҙыныу эштәре барышында табылған һәм беҙҙең эраға тиклем 3300 йылдан алып 1700 йылға тиклемге осорға ҡараған бер нисә мисәттә кешеләрҙең медитация һәм йога позаһында шөғөлләнгән һүрәттәре табылған. Харапп мәҙәниәте артефакттарынан археолог Грегори Поссель йога позаларында 16 үҙенсәлекле һын билдәләй. Ғалим әйтеүенсә, Хараппан цивилизацияһында йәшәүселәр йога һәм медитация менән шөғөлләнгән. Шул уҡ ваҡытта йога позаларында кешеләр генә түгел, илаһтар һүрәттәре лә табылған.

Хараппан йогик һүрәттәренең иң билдәлеһе — «Пашупати мисәте», уны британ археологы Джон Маршалл тапҡан, ул шиваның боронғо формаларының береһе Шива йәки Рудра фигураһы һүрәтләнгән тип иҫәпләй. Әммә ҡайһы бер ғалимдар Пашупати (Хайуандар Раббыһы)[18] Шива йәки Рудра фигураһын кәүҙәләндерә тигән фекерҙе шик аҫтына ҡуя..

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Авадхута
  • Медитация
  • Мантра
  • Фитнес-Йога
  • Дживамукти-йога
  • Йога-Васиштха
  • Гимнософисты
  • Йогатерапия

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Вивекананда С. Философия йоги. Изд-во «Амрита», 1992. 512 с. ISBN 5-86667-004-6
  • Элиаде М. Йога. Бессмертие и свобода. СПб.: Лань, 1999. ISBN 5-8114-0184-1
  • Дюмулен Г. Глава 2. Элементы йоги в буддизме // История дзэн-буддизма. Индия и Китай. — СПб.: ОРИС, 1994. — 336 с. — ISBN 5-88436-026-6.
  • Apte Vaman Shivram. The Practical Sanskrit Dictionary. — Delhi: Motilal Banarsidass Publishers, 1965. — ISBN 81-208-0567-4. (fourth revised & enlarged edition).
  • Patañjali. Yoga Sutras of Patañjali. — Studio 34 Yoga Healing Arts, 2001. 2011 йыл 20 август архивланған.

Ҡалып:Йога

Tags:

Йога ЭтимологияЙога ТарихыЙога Һинд цивилизацияһыЙога Шулай уҡ ҡарағыҙЙога ИҫкәрмәләрЙога ӘҙәбиәтЙога

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Благовещен (ҡала, Амур өлкәһе)ҠуштауБашҡорт халыҡ йырҙарыГрузияХалыҡ-ара фонетик алфавитҠарткиҫәк мәктәбеТерегөмөшЙылға һикәлтәһеСанарДжованни Пьерлуиджи ПалестринаБәшнәктәрДәүләт ауыл Советы (Әбйәлил районы)ҠыҙылҡомСура Әл-БәҡараБишбармаҡЕнси сәләмәтлек2018 йылда йыһанға осороуҙар исемлегеШвеция17 ғинуар25 ноябрьМандельброт күплегеНавальный Алексей АнатольевичҠыҫалаQR-кодМең дә бер кисәИндуизм20 февральСоциологияБашҡорт алфавитыИлеш районыЕнси диморфизмХоккейБелоруссияның ауыл хужалығыШәмбеЖанна д'АркИзобреталь КомфортИшәй ауыл советы (Ишембай районы)Мөхәммәт Ғәли Джинна1840 йылҠорманХанты-Манси автономиялы округы — ЮграӘнәкКарел ҡайыныМөнәжәтИероним БосхБашҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзыӘр-РиядКөмөшСоциалистик Хеҙмәт ГеройыВекуа Илья НесторовичБалтырғанМәжит ҒафуриМолукка утрауҙарыФранцуз телеСанкт-ПетербургБМОБашҡорт теленең диалекттарыБеназир БхуттоПунаВислаБелоруссияның рельефыЕйәнсураРун яҙмаһыБаязитов Риф Ишдәүләт улыАвжаМәғрифәтселек дәүере8 март🡆 More