Илеш Районы

Илеш районы (рус. Илишевский район) — Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан муниципаль район.

Административ үҙәге — Үрге Йәркәй ауылы. Районда 34181 кеше йәшәй. 1935 ойошторолған. Күпселек халыҡ башҡорттар, татарҙар, мариҙар. Иң ҙур ауылдар: Үрге Йәркәй (2010 й. — 10,3 мең), Ҡәҙер (2009 й. — 0,85 мең), Рсай (2009 й. — 0,9 мең кеше). Район 25 ауыл биләмәһен берләштерә.

Илеш районы
Илеш районы
Флаг
Илеш РайоныИлеш Районы
Нигеҙләү датаһы 31 ғинуар 1935
Дәүләт Илеш Районы Рәсәй
Административ үҙәк Үрге Йәркәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 34 654 кеше (2010)
Майҙан 1980,53 км²
Почта индексы 4522ХХ
Рәсми сайт ilesh.ru
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 34762
Илеш Районы Илеш районы Викимилектә

Географияһы

Район биләмәләре Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Район территорияһы буйлап Ағиҙел, Сөн, Баҙы йылғалары аға. Ере һоро урман, туғай һәм ашы йыуылған ҡара тупраҡтан тора. Климаты аҙ ғына ҡоролоҡло. Урмандар (күберәк ҡайын, имән һәм уҫаҡ) район майҙанының 15,4 % биләй. Файҙалы ҡаҙылмаларҙан нефть (Арлан ятҡылығының Йосоп майҙаны, Маншыр, Мәнәүез, Андреевка), балсыҡ (Андреевка, Шиҙәле), ҡом-ҡырсынташ (Петертау) ятҡылыҡтары бар. Плиоцен осоро балыҡтарының эҙҙәре һаҡланған Сейәле-Әтәс балсыҡлы һәүерташтар сығып ятҡан урын, Татыш күле, Восток ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһының һул ярында ултыртылған ҡарағайҙар «тәбиғәт ҡомартҡыһы» итеп иғлан ителгән.

Иҡтисад

Районда ауыл хужалығы ныҡ үҫешкән. Ауыл хужалығы тәғәйенлешендәге ерҙәр 141,7 мең га (район территорияһының 71,5 %), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 107,0; сабынлыҡтар — 4,8; көтөүлектәр — 29,7 мең га. Районда Өфө предприятиеларының 2 ярҙамсы хужалығы һәм инкубатор станцияһы эшләй. Ауыл хужалығының төп тармаҡтары — игенселек (яҙғы бойҙай, ужым арышы, ҡарабойҙай), ит-һөт биреүсе эре мөгөҙлө мал үрсетеү, сусҡасылыҡ. Нефть сығарыу сәнәғәте («Южарланнефть», «Саҡмағошнефть» НГДУ-лары), Үрге Йәркәй ауылы май-сыр эшләү, ит һәм аҙыҡ комбинаттары, РТП һәм хужалыҡ-ара ҡатнаш аҙыҡ заводы, Андреевка кирбес заводы.

Транспорт

Район территорияһы аша Өфө—Минзәлә—Ҡазан һәм Нефтекама—Туймазы автомобиль юлдары үтә. Ағиҙел йылғаһында Груздевка пристане урынлашҡан.

Социаль мәҙәни өлкә

Районда 72 дөйөм белем биреү, шул иҫәптән 27 урта мәктәп, Үрге Йәркәйҙә һөнәрселек училищеһы, 35 китапхана, 69 клуб, М.Гәрәевтең йорт-музейы (Ташшишмә ауылы), Илеш тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Үрге Йәркәй ауылы), үҙәк район һәм 3 ауылда участка дауаханаһы эшләй.

Урыҫ телендә нәшер ителгән «Маяк» район гәзитенең башҡорт һәм татар телдәрендә дубляждары (тәржемәһе) сыға.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 60 173
1959 46 050
Йыл Халыҡ һаны
1970 48 614
1979 42 605
Йыл Халыҡ һаны
1989 36 308
2002 36 281
Йыл Халыҡ һаны
2010 34 654
2019 31 708

Билдәле шәхестәре

Хәрби хеҙмәткәрҙәр

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре

Фән эшмәкәрҙәре

Дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәрҙәре

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре

  • Шәрипова Илүсә Тимерғәли ҡыҙы (7.11.1948), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977—2011 йылдарҙа Краснокама районы Николо-Берёзовка урта мәктәбенең һәм бер үк ваҡытта 1991 йылдан Нефтекамалағы 1-се лицейҙың рәсем уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002). Үрмәт ауылынан.

Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт әһелдәре

Артистар

Композиторҙар

Йырсылар

Шағирҙар һәм яҙыусылар

Журналистар

Рәссамдар

Спортсылар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Асфандияров А., Асфандиярова К. Национальный состав населенных пунктов Илишевского района по переписям XVII—XX вв // Ватандаш. — 2002. — № 7. — С. 37—44. — ISSN 1683-3554.
  • Мухтаров Я. Г. Ялан Яркей и его потомки. — Уфа, 1999.
  • Яппаров Х. М. Наше шежере. — Уфа: Китап, 1999. — 272 с.

Сығанаҡтар

Tags:

Илеш Районы ГеографияһыИлеш Районы ИҡтисадИлеш Районы ТранспортИлеш Районы Социаль мәҙәни өлкәИлеш Районы Халыҡ һаныИлеш Районы Билдәле шәхестәреИлеш Районы ИҫкәрмәләрИлеш Районы ҺылтанмаларИлеш Районы ӘҙәбиәтИлеш Районы СығанаҡтарИлеш РайоныБашҡортостан РеспубликаһыБашҡорттарМариҙарРсайРус телеТатарҙарҠәҙер (Илеш районы)Үрге Йәркәй

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Маргарет ТэтчерБерлинТехнологияҒәззәАтлантаПБарбу НатальяКонысковолаЭлизия (тел белеме)Төньяҡ Кипр Төрөк РеспубликаһыБоливияЭдисон Томас АлваСуданГёрлицСыңғыҙханМәҙинәСанкт-ПетербургГеорг Вильгельм Фридрих ГегельРәсәй тарихыҠаҙағстан21 июльИнформатикаЫрымбур өлкәһеЦимлянск һыуһаҡлағысы1884 йылҒаиләӘлмөхәмәтов Илдар Әмин улыБилл ГейтсНилАмазонкаВерхнеурал өйәҙеБайерсдорфИндонезия телеПали телеЖанна д’Арк2006 йылСталин Иосиф ВиссарионовичТөрки ҡағанлығыАльмазанСебер дәүләт фән һәм технологиялар университеты1857 йылСингапурX быуатИкенсе донъя һуғышының Тымыҡ океан хәрби хәрәкәттәр театрыФранцуз телеДонъя илдәре һәм территорияларыПловдивФранклин Рузвельт17 августУрду теле4 августАтлас тауҙарыХаббл (телескоп)Троцкий Лев ДавидовичМузыкаВолга буйы Болғары1848 йылӘсәҙуллин Әнис Ҡасим улы2017 йылҮҫәргәнНью-ДелиМалакологияФлоридаКатолик сиркәүеВикипедияМәскәү ҡунаҡханаһы (Сербия)1855 йылУкраиналағы аслыҡ (1932—1933)ХужандВуди АлленЛос-АнджелесБрахмапутраБрежнев Леонид Ильич🡆 More