Советтар Союзы Геройы — Советтар Союзында 1934—1991 йылдарҙа ғәмәлдә булған иң юғары маҡтаулы исем.
Һуғыш һәм хәрби хәрәкәттәр ваҡытында, шулай уҡ тыныс шарттарҙа дәүләт һәм йәмғиәт мәнфәғәтендә яһалған шәхси һәм коллектив ҡаһарманлыҡ өсөн бирелгән.
Советтар Союзы Геройы | ||
| ||
Ил | ||
---|---|---|
Награда төрө | Юғары исем | |
Статус | тапшырылмай | |
Статистика | ||
Раҫланған ваҡыты | ||
Беренсе бүләкләү | ||
Һуңғы бүләкләү | ||
Бүләкләнгәндәр иҫәбе | 12776 | |
[[commons:Category: Hero of the Soviet Union Викимилектә|Советтар Союзы Геройы]] Викимилектә |
Маҡтаулы исем СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары менән 1934 йылдың 16 апрелендә булдырыла. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән 1939 йылдың 1 авгусында түшкә тағыу өсөн махсус «Алтын Йондоҙ» миҙалы раҫлана. Миҙал эскизының авторы — архитектор Мирон Иванович Мержанов.
СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының 1936 йылдың 29 июлендәге ҡарары менән раҫланған Ҡағиҙәгә ярашлы «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ булыусыларға махсус грамота менән бергә Ленин ордены ла тапшырыла. Шул уҡ ваҡытта маҡтаулы исемгә икенсе һәм өсөнсө тапҡыр лайыҡ булыусыларға орден ҡабаттан бирелмәй.
Башҡорттарҙан «Советттар Союзы Геройы» исемен алыусылар һаны аныҡ ҡына әлегә тиклем билдәләнмәгән һәм тарихи эҙләнеүҙәр дауам итә. Батырҙар исемлеген асыҡлауға тарих фәндәре кандидаты Әхмәт-Гәрәй Йәнғәлин күп өлөш индерә.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Советтар Союзы Геройы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.