Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы (6 сентябрь 1908 йыл — 17 апрель 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт ротаһы командиры, гвардия лейтенанты.
1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Салауат районының почётлы гражданы.
Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы | |||||
Тыуған ваҡыты | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||||
Үлгән ваҡыты | |||||
Вафат урыны | Германия, Хоэнвутцен янында | ||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||
Хеҙмәт итеү йылдары | 1930—14932; 1940; 1941—1945 | ||||
Хәрби звание | Гвардия лейтенанты | ||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||
Наградалар һәм премиялар | |
Абдрахман Зәйнулла улы Ғәйфуллин 1908 йылдың 6 сентябрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Яубүләк ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башҡорт.
1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Өфө ҡалаһында комвуз тамамлағандан һуң, Салауат районының Арҡауыл Машина-трактор станцияһында (МТС) директорҙың сәйәсәт буйынса урынбаҫары була.
1935 йылда Өфөлә Башҡортостан коммунистик ауыл хужалығы юғры мәктәбен тамамлай. 1930-сы йылдарҙың икенсе яртыһынан БАССР-ҙың Миәкә һәм Малаяҙ райондарында партия эшендә хеҙмәт итә.
Ҡыҙыл Армия сафында 1930 — 1932 йылдарҙа, 1940 йылда һәм 1941 йылдың 5 июленән була. БАССР-ҙың Салауат район хәрби комиссариаты тарафынан саҡыртыла. Команда составын камиллаштырыу курстарын тамамлай.
1941 йылдың июленән фронтта һуғыша. 1-се Белорус фронты 61-се армияһының 12-се гвардия уҡсылар дивизияһының 37-се гвардия уҡсылар полкында пулемёт ротаһы командиры, гвардия лейтенанты А. З. Ғәйфуллин немец илбаҫарҙары менән алышта айырыуса ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә.
1945 йылдың 17 апреленә ҡараған төндә дошман көслө ут яуҙырғанда, ҡул аҫтында булған нәмәләр ярҙамында ул үҙенең ротаһы менән беренселәрҙән булып Германияның Врицен ҡалаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан Нойглитцен һәм Хоэнвутцен ҡасабалары районыныда Одер йылғаһын аша сыға. Пулеметтарҙан ут асып, А. Ғәйфуллиндың ротаһы дошмандың 6 атакаһын кире ҡаға, бик күп тере көсөн юҡ итә. Һөҙөмтәлә башҡа подразделениелар йылғаны уңышлы сығыуға өлгәшә.
Одер йылғаһы һул яры буйындағы плацдармды киңәйткән ваҡытта ҡул һуғышында һәләк була.
1945 йылдың 17 апрелендә дошман алты тапҡыр контрһөжүм яһап ҡарай. Гитлеровсылар төркөмө А. Ғәйфуллин ротаһы нығынған траншеяға инә. Ҡул һуғышында уға дүрт немец һалдаты һөжүм итә, уларҙың икеһен ул бысаҡ менән сәнсә, ҡалғандарын пистолеттан атып үлтерә. Алыштың иң көсөргәнешле мәлендә гвардия лейтенанты Ғәйфуллин яугирҙарҙы штык контрһөжүменә күтәрә. Уның етәкселегендәге рота дошманды траншеянан бәреп сығара һәм плацдармды киңәйтә. Был алышта А. З. Ғәйфуллин батырҙарса һәләк була. Алыш урынында — Хоэнвутцен ҡасабаһында ерләнә.
1945 йылдың 31 майындағы СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәүе һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенанты Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улына үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Был герой тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.