Арҡауыл (рус. Аркаулово, боронғо атамаһы — Монай) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, Арҡауыл ауыл Советының административ үҙәге.
2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1439 кеше булған. Почта индексы — 452493, ОКАТО коды — 80247810001.
Ауыл | |
Арҡауыл рус. Аркаулово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | Мунаево |
Халҡы | ↘1439 кеше (2010) |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | ислам (суннитского толка), христианство. |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | +7 34777 |
Почта индексы | 452493 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды | - |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Рәсми сайт | |
Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Ауыл эргәһенән Йүрүҙән йылғаһы аға.
Юл оҙонлоғо:
Арҡауыл ауылы район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа 35 километрҙа һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡа 64 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
XVIII быуаттан Монай атамаһы менән билдәле булған Арҡауыл ауылына Себер даруғаһы Мырҙалар башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Атамаһын тәүге төпләнеүсе кеше Монай исеменән алған.
XX быуаттың башынан алып 1950‑се йылдарға тиклем икеһе ике тораҡ пункт — Арҡауыл һәм Монай тип иҫәпләнгән.
XVIII—XIX быуат йәниҫәп материалдарында Монай ауылы:
1795 йылда унда 15 хужалыҡта 101 кеше, 1834 йылда 28 хужалыҡта: 316 кеше йәшәгән. 1816 йылда 27 ғаиләнең 9-ы (33,3 проценты) күп ҡатынлы булған. 1816, 1834 йылдарҙағы йәниҫәп материалдарында ауылға нигеҙ һалыусы Монайҙың улдары һәм ейәндәре теркәлгән: 1756 йылғы Ҡолош Монаев, есаул Әсүәр (Спар, Аспар) Монаев (1769—1846, уның улдары Абдуләғзәм Бәшир), Мозафар Монаевтар. 1773 йылғы Исмәғил Монаев һәм 24 йәшлек хорунжий Мозафар Монаев.
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Мырҙалар улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Мырҙалар улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Дыуан-Ҡошсо улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Арҡауыл ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Арҡауыл ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1992 | Арҡауыл ауыл Советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Өфө губернаһының статистика комитеты 1895—1896 йылдарҙағы «Өфө губернаһы Өфө өйәҙе буйынса статистик мәғлүмәттәр йыйынтығы»нда Монай (Арҡауыл (Салауат районы)) ауылының урынлашҡан урыны һәм хужалығы тасуирланған. Ул Йүрүҙән йылғаһының уң ярында Өфө ҡалаһынан 150 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан тиелә. Ауыл эсендә Теҙмән йылғаһы аға. 1859 йылғы X рәүиз буйынса этник яҡтан ҡушылған был ауылда аҫаба башҡорттар күпселекте тәшил иткән: 122 хужалыҡта 231 ир-егет теркәлгән.
1842 йылда 361 башҡортҡа 91 сирек ужым һәм 421 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. Шулай уҡ 4 сирек картуф сәселгән.
1865 йылда 94 йортта — 528 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.
XIX быуат аҙағында өс баҫыулы сәсеү әйләнешенә күсеүсе ҡатнаш игенселек күҙәтелгән. Арыш, һоло, бойҙай, борай, арпа сәскәндәр. Ауылда өсәр сәскес, орлоҡто сорттарға айырыусы һәм һуҡҡыс булған. 216 йылҡы, 192 баш эре мөгөҙлө мал, 102 ҡуй, 60 кәзә булған.
Ағас материалдар һәм эшләнмәләр етештереү маҡсатында, сауҙагәр Лаптев һәм уның компаньондары башҡорттарҙан 6 йыл мөҙҙәт менән 15 мең дисәтинә урман участкаһын ҡуртымға алған. Килемде Тирмәнйылғала ҡоролған 3 һыу тирмәненән, Йүрүҙәнде аша сығыу ҡоролмаһынан, шулай уҡ йылына 23 һумға ҡуртымға бирелгән балыҡ тотоуҙан алғандар. Шундай уҡ килемде йылына 20 һум түләү менән 12 йылға ҡуртымға бирелгән баҙар майҙанынан да алған. Кәсепселек менән дә шөғөлләнгәндәр: халыҡтың өстән бер өлөшө, айына 6 һум аҡса эшләйем тип, яҡындағы заводтарға урман ҡырҡырға, күмер яндырырға, балта оҫталары һ. б. булып ялланғандар. Ҡыш көнө күрше ҡала һәм ауыл баҙарҙарына утын ташып һатҡандар.
Ауылда мәсет, 2 училище, һыу тирмәне, 10 сауҙа кибете эшләгән, йәрминкәләр үткәрелгән.
1877—1898 йылдар осоронда керҙәшлек килешеүе нигеҙендә Ҡазан губернаһынан, Пермь губернаһының Красноуфимск һәм Уҫы өйәҙҙәренән, Өфө өйәҙенән килгән урыҫ крәҫтиәндәре халыҡтың бер өлөшөн тәшкил иткән. 1898 йылда 37 йортта 202 кеше йәшәгән. 1896 йылда ла Арҡауыл Монай тип билдәләнгән.
Башҡорттарҙан ҡуртымға ер алып эшкәрткәндәр, башҡа төрлө хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнгән.
1877 йылда Монайҙа рус-башҡорт мәктәбе асылған.
1906 йылда Арҡауылда сиркәү-мәхәллә мәктәбе, земство һәм башҡорт мәктәптәре, 3 һыу тирмәне, 2 тимерлек, шарап һәм 6 бакалея кибеттәре, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән. Улус идаралығы булған. Йәрминкәләр үткәрелгән (шөғөлдәр араһында урман кәсепселеге, тирмән таштары етештереү билдәләнгән. в Мунаево отмечена мечеть.
1908—1909 уҡыу йылында Арҡауыл христиан руханилығы мәктәбендә 13 малай һәм 9 ҡыҙ уҡыған. Яйлап ҡына мәктәптең (башланғыс, артабан совет власы осоронда — ете йыллыҡ, 1937 йылдан — урта) күптәнге һәм данлыҡлы үҙ традициялары барлыҡҡа килгән.
1919 йылдың 20 мартынан алып 1919 йылдың сентябренә тиклем АСБР составында административ үҙәге Арҡауыл ауылында урынлашҡан Дыуан кантоны булдырылған. Кантонға Златоуст өйәҙенең 10 (2-се Әйле, Балаҡатай, Үрге Ҡыйғы, Дыуан-Мәсетле, Ибрай, Ҡалмаҡҡол, Мырҙалар, Нәсибаш, Түбәнге Ҡыйғы һәм Һикеяҙ) улусы ҡараған. Төньяҡта Ҡошсо, көнсығышта — Красноуфимск өйәҙе, көньяҡта — Златоуст өйәҙе һәм Көҙәй кантоны, көнбайышта — Бөрө, Златоуст өйәҙҙәре һәм Көҙәй кантоны менән сиктәш булған. 1919 йылдың сентябрендә, территорияһы Дыуан-Ҡошсо кантонына индерелгән һәм Дыуан кантоны бөтөрөлгән.
1920 йылда Мырҙалар улусы үҙәге Арҡауылдан 1 саҡрымда ятҡан Монайҙа 228 кешеһе менән 44 хужалыҡ булған. Арҡауылда 134 хужалыҡта 710 кешенең күпселеген башҡорттар тәшкил иткән, бер нисә урыҫ та булған. Артабан ике ауыл Арҡауыл исеме менән берләшкән.
Йүрүҙән йылғаһында ташҡындар йыш булыу сәбәпле, Монай ауылы халҡы (Монай — антропоним) XX быуаттың 30-сы йылдарында Арҡауылға күсеп килгән. Монай ауылы урынында хәҙер Бишәүҙәр менән Арҡауыл араһында ятҡан ялан тора, шулай уҡ Йүрүҙән йылғаһы аша ҙур күпер һалынған.
Арҡауылда башҡорттар йәшәй (2002)
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 938 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 845 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 796 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1279 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 1459 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 1439 | 694 | 745 | 48,2 | 51,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ауылдың иҡтисади үҫешенә бюджет барлыҡҡа килтереүсе «Газпром трансгаз Уфа» ААЙ-енең Арҡауыл ЛПУМГ предприятиеһы һиҙелерлек өлөш индерә. 25 көндөҙгө карауатлыҡ участка дауаханаһы эшләй. «Салауат Юлаев» ауыл хужалығы предприятиеһы эшләй. Рәсәй Почтаһы һәм Һаҡлыҡ банкы бүлексәләре бар.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Арҡауыл (Салауат районы) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Арҡауыл (Салауат районы), which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.