Малсылыҡ

Малсылыҡ — һөт, ит, күн сеймалын алыу һәм шулай уҡ екке мал булараҡ файҙаланыу өсөн мөгөҙлө эре малды үрсетеү өсөн махсуслашҡан мал аҫрау эшенең бер тармағы.

Викидатала элемент юҡ
Малсылыҡ
Һыйыр, Нидерланд

Төп эшмәкәрлек йүнәлештәренән сығып, малсылыҡ хужалыҡтары һөт, һөт-ит һәм ит төркөмдәренә бүленә. Хужалыҡ төрҙәренә ҡарап күсмә малсылыҡ (иң боронғо), ярым күсмә (йәки ҡыуыу) һәм хәҙерге ваҡытта өҫтөнлөк алған аҙбарҙарҙа аҫыралған малға бүленә.

Малсылыҡ менән бөтә донъя күләмендә шөғөлләнәләр һәм ул күп кенә илдәр иҡтисадында мөһим роль уйнай. Хәҙерге ваҡытта мөгөҙлө эре мал башы буйынса —Һиндостан, Бразилия, АҠШ, Ҡытай, Аргентина, ә һөт етештереү буйынса Һиндостан, АҠШ, Ҡытай, Германия һәм Бразилия алдынғылар рәтендә.

Рәсәйҙә һөт һәм һөт-ит тоҡомон үрсетеү райондары —урман һәм урман-ялан зонаһы. Бынан тыш, әлеге тармаҡтар ҡулланыусылар янында урынлашҡан райондарҙа үҫеш ала. Ит һәм ит-һөт малсылығы дала зонаһы ярымсүлдәрҙең ҡоролоҡҡа тартым көтөүлектәрҙә лә үҫешә.

Үҫеш тарихы

Малсылыҡ 
Жюльен Дюпре картинаһында ауыл тормошонан бер күренеш

Мөгөҙлө эре малды үрсетеү неолит эраһына ҡарай, ул ваҡытта һунарсылыҡ һәм еләк-емеш йыйыу яйлап малсылыҡ һәм игенселек менән алыштырыла. Боронғо малсылыҡ эҙҙәре хәҙерге ваҡытта Бәрәкәтле ярым ай төбәгендә, шулай уҡ Иранда (Гәнжә-Дарҙа) табылған.

Оҙайлы ваҡыт малсылыҡ көтөүлектә мал көтөүҙе аңлатҡан. Көн дауамында, ҡағиҙә булараҡ, мал бер тапҡыр ялға, һыу ятҡылығы эргәһендә, туҡтай. Айырым осраҡтарҙа көтөүселәр мал көтөүҙә эттәрҙе ҡулланған.

Хәҙерге ваҡытта алдынғы илдәрҙә малды мөгөҙлө эре мал фермаларында аҫырау киң ҡуллана.

Башҡорттарҙа малсылыҡ

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Костомахин, Н. М. Скотоводство: Учебник, 2-е изд., стер. — Спб.: Издательство «Лань», 2009. — 432 с. — ISBN 978-5-8114-0712-5
  • Костомахин, Н. М. Породы крупного рогатого скота. — М.: КолосС, 2011. — 119 с. — ISBN 978-5-9532-0749-2

Һылтанмалар

Tags:

Малсылыҡ Үҫеш тарихыМалсылыҡ Башҡорттарҙа малсылыҡМалсылыҡ Шулай уҡ ҡарағыҙМалсылыҡ ИҫкәрмәләрМалсылыҡ ӘҙәбиәтМалсылыҡ ҺылтанмаларМалсылыҡИтМөгөҙлө эре малҺөт

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Программалау телеМиңлеханов Рөстәм Нурғәли улыИмам майҙаныИтНефтьТверьБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыИсем (һүҙ төркөмө)БлогБәрәңгеҒарипов Рәми Йәғәфәр улыАҠШ долларыТанзанияСалауат ЮлаевҠушма һөйләмҒәрәп телеБөжәктәрКәбиров Артур Зиннур улыТау эшеТөньяҡ амурҙары (башҡорт яугирҙәре)Һарыҡты кем ашаған?Баязит БикбайУсманов Хәсән Хәжиәхмәт улыАсыҡ контентКаспаров Гарри КимовичАрхеология6 декабрь1991 йылБилл ГейтсКүсемһеҙ мөлкәтБеляев Павел ИвановичХагенХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыВаҡытСәғитов Ирек Хаммат улыАд-Духә сүрәһеҒабдулла Туҡай2017 йылДиңгеҙ буйы крайыW3CҠошсо кантоныЙолаБашҡорт алфавитыИкенсе донъя һуғышыИсмәғилев Заһир Ғариф улыЯҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙыСалауат Юлаев музейыISO 3166-1Күбәләк (ырыу)«Аждаһа» (шиғыр)НилСовет Социалистик Республикалар СоюзыАҡмуллаӘбделҡадир ИнанБаҙарға сыҡтымБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыБашҡортостан байрамдары14 ноябрь26 май112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы🡆 More