Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил Улы: йырсы, ҡурайсы, актёр.

Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил улы (3 апрель 1974 йыл) — йырсы, ҡурайсы, актёр.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).

Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил Улы: Биографияһы, Башҡорт академия драма театрҙағы ролдәре, Сәғиҙулла Байегет ижад иткән йырҙар исемлеге Рәсәй
Тыуған көнө 3 апрель 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (50 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Иҫке Сибай ауылы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы, актёр
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетов 1974 йылдың 3 апрелендә Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуған. Урта мәктәптә уҡыған саҡта музыка мәктәбенең ҡурай класында шөғөлләнә (етәксеһе БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сөләймәнов Ә. Ф.).

Артабан Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класында белемен камиллаштыра (етәксеһе Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ришат Рәхимов) (1989—1993). 1993—1997 йылдарҙа Сибай педагогия институтының музыка факультетында белем ала. 1994 йылдың февраль айынан Сибай дәүләт филармонияһына курайсы — солист булып эшкә алына. Шул уҡ йылда «Йәш башҡарыусылар» конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ була.

1995 йылда «Арҡайым» төркөмө менән берлектә «Урал моңо — 1995» халыҡ-ара конкурсында лауреат исеменә лайыҡ була. 1996 йылда Сибай ҡалаһында үткәрелгән төбәк-ара «Ирәндек моңдары» конкурсы лауреаты, ә 1998 йылда «Йыл актёры» номинацияһында еңеүсе тип табыла (Өфө).

1997 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырыла һәм бөгөнгө көнгә тиклем ошо театрҙа хеҙмәт итә. Бер үк ваҡытта (1998 йылға тиклем) Өфө сәнғәт институтының ике бүлегендә (башҡорт фольклоры һәм театр) уҡый. Рәсәй академия театрының сәнғәте (РАТИ ГИТИС) институтының продюсерлыҡ факультетын тамамлай (2009).

Башҡорт академия драма театрҙағы ролдәре

  • Нөгөш яусыһы («Маҡтымһылыу, Аблай һәм ҡара юрға»)
  • Атамыш («Һуңғы ғәйнә»)
  • Ҡәнзәфәр Усаев («Салауат Юлаев»)
  • Сәсән, Ҡарт, Үгеҙ, Кәкүк, Зәркүм («Урал батыр»)
  • Василий Данилыч Вожеватов («Бирнәһеҙ ҡыҙ»)
  • Ринат («Хыял диңгеҙе»)
  • Мәрәһим («Оҙон-оҙаҡ баласаҡ»)
  • Аҙнай («Нәркәс»)
  • Хажмөхәмәт («Әхмәтзәки Вәлиди Туған»)
  • Сеньор Бальбоа, Пастор («Иң бәхетле төн»).

Сәғиҙулла Байегет ижад иткән йырҙар исемлеге

  • Аиша
  • Арҡайым
  • Ағай тимәгеҙ, ҡыҙҙар
  • Бергә
  • Бушаныуҙар кәрәк күңелгә
  • Дуҫтар
  • Дәртле саҡтар
  • Егеттәр йыры
  • Ирендәрең
  • Йәндәремә йән өрөүсе
  • Йәшәргә теләк
  • Кил бейергә
  • Кил, иркәм
  • Килеп тә йөрөмә
  • Күләгә
  • Көләйек
  • Ла, ла, яратам
  • Максимум
  • Мөхәббәт, сәхнә
  • Онот
  • Парлыларға
  • Рәхмәт, туғандар
  • Сибай ҡыҙҙары
  • Сибәр ҡыҙ
  • Сәскәләр бир
  • Тамашасыма рәхмәт
  • Ғүмерҙәр
  • Ҡобайыр
  • Һаумы, йәшлегем
  • Һағындым һөйгәнемде
  • Һағындырҙы Сабаҡлы буйҙары
  • Һиңә табынам
  • Һылыу
  • Һүнгән инде һөйөү ялҡыны
  • Әстәғафирулла
  • Өс егет

Сәғиҙулла Байегеттең репертуарындағы башҡа авторҙар йырҙары

  • Йәшлегем яҙҙары (Үҙәнбаев Юлай музыкаһы / Абдуллина Лариса һүҙҙәре)
  • Кисер мине, әсәй (Хәсәнов Рим музыкаһы/ Иҙрисов Ғилман һүҙҙәре)
  • Тыуған яҡ (Мөхәмәдиев Венер музыкаһы / Иҙрисов Ғилман һүҙҙәре)
  • Уйнаһын әле ҡурайым (Низаметдинов Салауат музыкаһы / Һаҡмар Лилиә һүҙҙәре)
  • Ҡара муйыл (Дауытов Нур музыкаһы/ Нәжми Назар һүҙҙәре)
  • Ҡартаямы һуң йөрәк (Ибраһимов Суфиян музыкаһы / Нуруллин Г. һүҙҙәре).

Киноролдәре

  • Шүлгән роле — «Шүлгәнташ. Ысын әкиәт» фильмы. (2014, 60 мин., продюсер — Гөлназ Ҡолһарина, режиссерҙар — Ләйсән Солтанғолова, Рөстәм Аҙнабаев).
  • Геройҙың йәш сағы — «Миҙал», ҡыҫҡа метражлы фильм, реж. Ә. Нурмөхәмәтов
  • Хулиган егет — «Таныш түгел таныштар», музыкаль фильм, реж. Азамат Хужәхмәтов
  • Геройҙың йәш сағы — «Елғыуар», тулы метражлы фильм, реж. А. Йомағолов
  • Рәйес роле — «Беҙҙең өйҙөң йәме» («Һеңлем», 2018) тулы метражлы фильм, реж. А. Галибин, сцен. А. Аҡманов

Шулай уҡ: Сәғиҙулла Байегетов республика халҡына төрлө конкурстарҙы, концерттарҙы алып барыусыһы булараҡ билдәле. «Сәғит, Сәғиҙулла, Сәғиҙулушка» автобиографик китап авторы (2015).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Видеояҙмалар

Tags:

Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил Улы БиографияһыБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил Улы Башҡорт академия драма театрҙағы ролдәреБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил Улы Сәғиҙулла Байегет ижад иткән йырҙар исемлегеБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил Улы КиноролдәреБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил Улы Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил Улы ИҫкәрмәләрБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил Улы СығанаҡтарБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил Улы ВидеояҙмаларБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил Улы1974 йыл3 апрельБашҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисыБашҡортостан Республикаһының халыҡ артисы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ТәбиғәтЫрыҫҡужина Рәзилә Ишбулды ҡыҙыСолоҡсолоҡ1972 йылҠыҙыл Байраҡ орденыЙәнәшәлек2-се ЭтҡолШевцова Любовь ГригорьевнаНуриев Рудольф Хәмит улыЕҙтырнаҡ (төрки халыҡтар мифологияһында)Икенсе донъя һуғышыҺыуһарБикбаев Рауил Төхфәт улыВикимедиа фондыБорғандаҡСиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улыБашҡорт халыҡ әкиәттәреБашҡорт туй йолаларыУрыҫ телеЯңы йылҺабантуйУҡДәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙыБашҡорт шәжәрәһеРун яҙмаһыЯһаҡБашҡорт алфавитыБашҡорт энциклопедияһыҠәҙим Аралбай13 октябрьТамара Ғәниева25 ғинуарФилиппинМикрокредитлауҠарға бутҡаһыЭктел Василий ПетровичҮсекләшеүҙәрТерроризмЭтЛатвияЖеневаАбдразаҡов Асҡар Әмир улыЕнси актҒабдулла ТуҡайУдмурт телеСергей Ковалёв (йүнсел)Ярмуллин Азат Шакирйән улыРәшит Ниғмәти21 июльҠарабаш турғайМюзиклБанкМаһабһаратамЭтанолШәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙыСолтангәрәев Рәшит Ғимран улыБураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙыБатанов Бәхетғәлей Николаевич3 октябрь«Герой әсә» орденыХацапетовка һауынсыһыЯпаров Ғарифулла Хәбибулла улыҒәлимов Флүр Миншәриф улыЙома🡆 More