Үсекләшеү, үсекләмеш — балалар фольклоры жанры, таҡмаза, ул рифма рәүешендә исемде йәки көлгән кешенең ҡушаматын һәм уның ысын йәки уйлап сығарылған кәмселектәрен бәйләй (мәҫ., урыҫтарҙа «Лиза-подлиза», үсекләшеүҙәр башҡорттарҙа ла киң таралған, бигерәк тә балалар араһында «Динә, Динә — көнө буйы һыу инә», «Гәрәй, Гәрәй, тау башынан тәгәрәй», Г.С.Виноградов үсекләшеүҙәр араһында тышҡы ҡиәфәтте, милләтте, физик ғәҙәттәрҙе, урлашыу, ошаҡлашыу, намыҫһыҙлыҡ, битарафлыҡты, әшәкелекте, көйөнөү, туҡмау һәм яза биреү, көтөлмәгән үҙгәрештәр, көсһөҙлөктө билдәләй.
Һанап үтелгән мотивтарҙың күбеһе крәҫтиән әхлағы нигеҙҙәренең шиғри сағылышы булып тора, шуға күрә лә йәмәғәт тормошон сағылдыра.
Үсекләшеүҙәр |
Үсекләшеүҙәр ҡысҡырып, һүҙҙәрҙе ашығыс һамаҡлап һәм, ғәҙәттә, хәүефһеҙ аранан (әгәр кәрәк булһа, ҡасып өлгөрөү өсөн) әйтелә.. Мәҫәлән илаҡ балаларҙы үсекләү:
|
Үсекләшеүҙәр формаһы буйынса ҡыҫҡа, башлыса юмористик, һирәгерәк сатирик характерҙағы бер строфалы әҫәрҙәр.
Күп көнсығыш славян үсекләшеүҙәре төрлө йолалар ваҡытында башҡарылған юмористик характерҙағы йырҙарҙан барлыҡҡа килгән. Түбәнһетеү туйҙа маҡтау ваҡытында шелтәләү йырҙарының бер төрө булып тора. Үсекләшеүҙәр балаларға өлкәндәр фольклорынан йәки әҙәби сығанаҡтарҙан күскән.
Үсекләшеүҙәр тиҫтерҙәргә, зыянһыҙ өлкән кешеләргә, хатта хайуандарға һәм статуяларға йүнәлтелә.
|
Г.С. Виноградов шулай уҡ төрттөрөүҙәрҙе (мыҫҡыллауҙарҙы) — адресатты берәй һүҙҙә эләктереп алыу маҡсатында башҡарыла торған диалогтарҙы йәки псевдодиалогтарҙы айырып әйтә.
Үсекләшеүҙәр шиғриәттең, таҡмаҡтарҙың йоғонтоһон кисерә, ҡайһы берәүҙәр иҫәпләү шиғриәтен үҙләштерә:
|
|
Дразнилка // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.).
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Үсекләшеүҙәр, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.