Өфө Сәнғәт Училищеһы: Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Өфө сәнғәт училищеһы — 1922 йылда Башҡорт музыка техникумы булараҡ асыла.

1926 йылда «Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумы» итеп үҙгәртелә, ә 1936 йылда ике үҙаллы уҡыу йортона бүленә: Өфө музыка училищеһы һәм театр-художество училищеһы итеп үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда был уҡыу йорттары ябыла.

1960 йылда Өфө сәнғәт училищеһы яңынан асыла һәм бөгөнгө көнгәсә үҙ эшмәкәрлеген уңышлы дауам итә. Уның музыка һәм сәнғәт бүлектәрендә фортепиано һәм вокал, ҡыллы, тынлы һәм халыҡ музыка инструменттары, эстрада музыкаһы һәм сәнғәттең бер нисә төрө буйынса белгестәр әҙерләнә. Училищены тамамлаусыларға балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы, хор, ансамбль һәм оркестр артисы, ижади коллектив етәксеһе, концертмейстер, рәссам, скульптор, дизайнер, декоратив-ғәмәли сәнғәт рәссамы, театр һәм кино рәссамы, рәссам-бутафор һөнәри квалификациялары бирелә.

Был уҡыу йортон тамамлаусылар араһында билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре: башҡорт театр әһелдәре Арыҫлан Мөбәрәков менән Зәйтүнә Бикбулатова, рәссамдар Борис Домашников, Әхмәт Лотфуллин, шағир һәм драматург Рафаэль Сафин һәм башҡа бик күп сәнғәт эшмәкәрҙәре бар. Училище менән Вячслав Беляков, Вәли Ғәлимов, Ҡасим Дәүләткилдеев, Моисей Зайдентрегер, Вәлиулла Мортазин-Иманский, Миләүшә Мортазина, Г. З. Сөләймәнова, Михаил Фоменковтарҙың остазлыҡ эшмәкәрлеге бәйле.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы

Tags:

1922 йыл1926 йыл1936 йылБөйөк Ватан һуғышы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ҠошсоҒарипов Рәми Йәғәфәр улыТултырыусыАнтарктида3 октябрьҠошсо кантоны23 апрельМайРус телеМиңлеханов Рөстәм Нурғәли улыЭске тулайым продуктТверь өлкәһеТатарстан РеспубликаһыСиләбе өлкәһеЕкатерина IIБашҡортостан РеспубликаһыШарль де ГолльНилКаракас20 мартЯнышев Фәнис Фәтих улыМалайзияXII быуатЙәйәләрКәбиров Артур Зиннур улыЙондоҙҙарГазпром Нефтехим Салауат20 апрельБилл ГейтсГамеланИҫке славян телеТәкәләр (ырыу)Донъя финанс баҙарыХалыҡ-ара стандарт китап номерыБеляев Павел ИвановичОрёл өлкәһе7 апрельСәғитов Әхәт Ҡәйүм улыМалиновский Родион ЯковлевичЭтМуса ЙәлилҠара гөбөргәйелБәйләүес1732 йылБаҙарға сыҡтымБашҡорттар28 февральӨфө «Нур» татар дәүләт театрыБлогРәсәй ФедерацияһыҒиндуллин Фәрит Хөрмәтулла улыӨфө губернаһы6 ноябрьНоябрьДиего ВеласкесНатрий карбонаты«Аждаһа» (шиғыр)Өлкән сержантФашизмБернсдорф (район Цвиккау)Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыЕнси актИстанбул14 октябрьКесаҙна🡆 More