Дауытов Нур Әсғәт Улы

Дауытов Нур Әсғәт улы (5 ғинуар 1956 йыл) — композитор, йәмәғәтсе.

1982 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль етәксеһе, 1987 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, бер үк ваҡытта 2000–2006 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, 2006 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 2009 йылдан Башҡортостандың Музыкаль йәмғиәт идараһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының (1993) һәм Рәсәй Федерацияһының (2007) атҡаҙанған сәнғәт әшмәкәре. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1990), Фәтих Кәрим исемендәге (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2014) лауреаты.

Дауытов Нур Әсғәт улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 5 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө композитор
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

Нур Әсғәт улы Дауытов 1956 йылдың 5 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы Пахарь ауылында тыуған.

Республика музыка интернат-мәктәбен һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтын профессор Заһир Исмәғилевтың композиция класын тамамлаған.

1982—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында музыкаль етәксе вазифаһында эшләй. 1987 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем — Өфө сәнғәт училищеһының инструментовка һәм партитураларҙы уҡыу класы буйынса уҡытыусыһы. Хәҙер ул училищеның үҙ предметын бик яҡшы белгән төп уҡытыусыларының береһе булып тора, уның күп уҡыусылары бик яҡшы музыканттар булып китте.

Нур Дауытовтың ижади, ижтимағи һәм концерт эшмәкәрлеге киң һәм төрлө. Ул Нефтекама ҡалаһында «Дуҫлыҡ моңо» Халыҡ-ара фестивален башлап ебәреүселәрҙең береһе һәм уның даими жюри ағзаһы, Сибай ҡалаһында «Ирәндек моңдары», Октябрьский ҡалаһында «Ҡурай байрамы» һәм башҡа бик күп конкурстар ағзаһы. Үткәрелгән сараларҙың барыһында ла Дауытов жюри ағзаһы ғына түгел, үҙ әҫәрҙәрен башҡарыусы булараҡ та ҡатнаша. Йыш ҡына ул Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларында һәм ауылдарында үҙ концерттары һәм ижади отчеттары менән сығыш яһай.

Нур Әсғәт улының ижади эшмәкәрлеге күп төрлө һәм бер нисә жанрҙы үҙ эсенә индерә. Уның ижады Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй тыңлаусыларына киң билдәле. Композитор республикабыҙҙың төп коллективтары — Башҡортостандың Милли симфоник оркестры, Дәүләт академия хор капеллаһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ҡайһы бер вокалсылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Дауытовтың ижадында радио һәм телевидениела эш ҙур урын биләй.

Бигерәк тә уның күптән түгел ойошторолған Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры менән эшмәкәрлеген билдәләп үтергә кәрәк, уның өсөн ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 20-нән ашыу әҫәр ижад итте. Улар коллектив репертуарына ныҡлы инде һәм уның алтын фонды булып тора.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Дауытов Нур Әсғәт Улы БиографияһыДауытов Нур Әсғәт Улы Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреДауытов Нур Әсғәт Улы ИҫкәрмәләрДауытов Нур Әсғәт Улы ҺылтанмаларДауытов Нур Әсғәт Улы1956 йыл5 ғинуарБашҡортостан РеспубликаһыБашҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыБашҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһыЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтыМ. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетыРәсәй ФедерацияһыФәтих КәримХөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһыӨфө сәнғәт училищеһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Күбәләк (ырыу)Туйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙыДинамо (хоккей клубы, Минск)Ерәнсә сәсәнФранц Петер ШубертТаралған йондоҙҙар тупланмаһыАвстралияСалауат Юлаев музейыАмерика Ҡушма ШтаттарыХәсән НазарҒиндуллин Фәрит Хөрмәтулла улыБашҡорт балы5 февраль1922 йылАрыҫлан петроглифтарыОзонЭль-НиньоЭнциклопедияБатанов Бәхетғәлей НиколаевичСәғитов Ирек Хаммат улыОрёл өлкәһеАсыу тәлгәштәреОкеанияҠояшВенгрҙарНефтьЭукариоттарСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Франция24 ғинуарҠылымКорея РеспубликаһыНоябрьҠораллы КөстәрӘбделҡадир ИнанВикипедияОло Алаҡай күленең таш палаткаларыКонституцион монархияБерлинГеорг Вильгельм Фридрих Гегель2017 йыл24 февраль24 апрельМикрокредитлауПономарёв Руслан Олегович7 февральУсманов Хәсән Хәжиәхмәт улыКилешХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЭякуляцияДжимми УэйлсБашҡорт алфавитыФерменттар2012 йылДжордано БруноҠурған (ҡала)Викимилек2 августАң фәлсәфәһеСалауат Юлаев27 мартW3CИсем (һүҙ төркөмө)Ричард I Арыҫлан ЙөрәкЫрымбур губернаһы🡆 More