Башинформ: мәғлүмәт агентлығы

Башинформ — Башҡортостан Республикаһының төп мәғлүмәт агентлығы.

Рәсми исеме «„Башинформ“ мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (урыҫса ОАО "Информационное агентство «Башинформ»).

Башинформ
Нигеҙләү датаһы 1 август 1992
Рәсем
Рәсми тел башҡортса‎, урыҫ теле һәм инглизсә
Дәүләт Башинформ: Тарихы, Етәкселәре, Хеҙмәткәрҙәре Рәсәй
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Өфө, Рәсәй
Мөхәррир Вәлиев Артем Валерьевич[d]
Рәсми сайт bashinform.ru

Ойоштороусыһы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. «Башинформ» Өфө ҡалаһының Киров урамындағы 45-се йортта урынлашҡан. Агентлыҡ бар мәғлүмәтте башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә электрон почта ярҙамында һәм Интернеттағы үҙенең сайты аша тарата.

Тарихы

1992 йылдың 1 авгусында Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының ҡарары менән быға тиклем сығып килгән «Версия» исемле гәзит нигеҙендә «Башҡортостан Республикаһының „Версия“ мәғлүмәт-хоҡуҡ агентлығы» ойошторола. 1992—1994 йылдарҙа агентлыҡ республиканың Эске эштәр министрлығында, Өфөләге Ленин урамының 7-се йортонда урынлаша.

1994 йылда «Версия» агентлығы «Башинформ» дәүләт мәғлүмәт-хоҡуҡ агентлығы итеп, ә 1995 йылдан «Башинформ» дәүләт мәғлүмәт агентлығы итеп үҙгәртелә. 1995—2002 йылдарҙа Ғафури урамындағы 101-се йортта эшләй.

2002 йылдан ул әлеге атамаһын ала һәм «„Башинформ“ мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип йөрөтөлә. 2002 йылда йәмғиәттең Директорҙар советының тәүге рәйесе Илдар Ғимаев башланғысы менән «Башинформ» мәғлүмәт агегнтлығына элекке «Башфото» — «Нур» тресының Киров урамындағы 45-се йортта урынлашҡан бинаһы бирелә.

Етәкселәре

  • Аҙнабаев Юнир Әхмәтйән улы
  • Журавлёв Виктор И.
  • Ульчев Максим Владимирович (2010—05.2020)

Хеҙмәткәрҙәре

Ҡаҙаныштары

2018 йыл

  • «Башинформ» агентлығы республика киң мәғлүмәт саралары араһында цитата килтереүҙең алмаштырғыһыҙ лидеры. Уны 2018 йылдың I кварталы өсөн «Медиалогия»ның яңыртылған рейтингы раҫлай. Был ваҡыт эсендә агентлыҡтың цитата килтереү индексы 174,68-гә күтәрелгән. Уҙған йылдың шул уҡ осоронда был күрһәткес 124,12-гә тиң булған.

2016 йыл

  • «Башинформ» агентлығы 2016 йыл йомғаҡтары буйынса республика медиаресурстары рейтингында беренсе урынды алды.
  • Росгвардия эшмәкәрлеген объектив яҡтыртҡаны өсөн «Башинформ» агентлығына Рәхмәт белдерелде.
  • «Башинформ» агентлығы 2016 йылда Башҡортостанда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса иң яҡшы киң мәғлүмәт сараларының береһе тип танылды.

2015 йыл

  • Парламент эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса йыл һайын ойошторолған конкурстың йомғаҡтары буйынса, «Электрон баҫмалар» номинацияһында ике призлы урынды «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналистары яуланы — сәйәсәт бүлеге етәксеһе Ғәлиә Нәбиева беренсе, махсус хәбәрсе Арина Рәхимҡолова өсөнсө урындарҙы алды.
  • Өфө ҡала Советы эшен яҡтыртыу буйынса йыл конкурсының «Интернет донъяһы» номинацияһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы еңеү яуланы. «Объективта — ҡала» номинацияһында «Башинформ» агентлығы коллективына икенсе урын бирелде.
  • «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе Башҡортостан төбәк бүлексәһенең 2015 йылдағы эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса республика киң матбуғат саралары араһындағы йыл конкурсы йомғаҡтары буйынса «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы «Алтын сайт» тип танылды. Ошо исемдәге номинацияла фирҡә проектары хаҡындағы «Интернет» селтәрендәге иң яҡшы материал өсөн билдәләнгән барлыҡ бүләктәрҙе «Башинформ» журналистары яуланы: III урын Эльвира Латыповаға, II урын Арина Рәхимҡоловаға бирелһә, Гөлназ Нәбиева был номинацияла иң яҡшыһы тип табылды.

Агентлыҡ хаҡында

  • Калинина К. Домен bashinform.ru отмечает «некруглую» дату. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 12 март.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

    Башинформдар Башинформ тураһында


Tags:

Башинформ ТарихыБашинформ ЕтәкселәреБашинформ ХеҙмәткәрҙәреБашинформ ҠаҙаныштарыБашинформ Агентлыҡ хаҡындаБашинформ ИҫкәрмәләрБашинформ ҺылтанмаларБашинформБашҡортостан РеспубликаһыУрыҫ теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Салауат (доға)Исламдың биш нигеҙеКатолицизмҺимереүРита Леви-МонтальчиниҠояш системаһыКирилл һәм МефодийӘл-Фатиха сүрәһеУЕФАПоль ГогенРеинкарнацияЙоһанн Вольфганг фон ГётеЭнциклопедияГагарин Юрий АлексеевичГеографик киңлекБөйөк депрессияБирмингем (Алабама)ПарагвайПольшаКитапВикиБашҡорт милли кейемеБрюс Ли2 декабрьҺағыҙаҡтарТуйАмерика Ҡушма Штаттарының административ бүленешеДауытПушкин (Ауырғазы районы)Викимедиа хәрәкәтеВашингтон МонументыУрта быуаттарӘл-КүвәйтТөркмәнстанРәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәренең Һарытау хәрби институтыИрекле сауҙа (фритредерлыҡ)БабилияАй тотолған төндә (пьеса)Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улыЗидан ЗинединГрек алфавитыAkStar1949 йылКлассик механикаМарс (Ауырғазы районы)Америка үҙаллылығы өсөн һуғышВикимилекОригамиОло ҠыҙылбайТикТокГерман Гессе17 декабрьҘур сфинксСофия НассаускаяМария ТерезияГеорг Вильгельм Фридрих ГегельРәсәй ФедерацияһыВашингтонБал ҡорто ағыуыЛуи де ФюнесСовет Социалистик Республикалар СоюзыБөйөк Британия🡆 More