Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин Улы

Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы (15 август 1899 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор.

Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем уның командиры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020, үлгәндән һуң).

Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов
Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин Улы
Тыуған ваҡыты

15 август 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Биштәкә ауылы

Үлгән ваҡыты

23 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (43 йәш)

Вафат урыны

Украина ССР-ы
Ворошиловград өлкәһе

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

1919—1943

Хәрби звание генерал-майор
Генерал-майор
Генерал-майор
Командалыҡ итеү

16-сы гвардия кавалерия дивизияһы

Наградалар һәм премиялар
Рәсәй Федерацияһы Геройы
Рәсәй Федерацияһы Геройы
Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1938Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1941Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1943
«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы
«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалыМедаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин Улы
Тыуған төйәгендә батырға ҡуйылған һәйкәл.

Биографияһы

Миңлеғәле Минһажетдин (Минһаж) улы Шайморатов 1899 йылдың 15 (яңыса 27) авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Биштәкә ауылында батрак ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. (Был ауыл хәҙер Шайморатов тип атала). Документтарҙа милләте татар, сығанаҡтарза — башҡорт.

Хәрби хеҙмәте

1918 йылда Белореттан сығып Архангелгә килеп еткән В. К. Блюхерҙың Көньяҡ Урал партизандар армияһына барып ҡушыла. Аҙаҡтан Төркөстан фронтының 1-се армияһы составындағы 1-се Айырым башҡорт-татар кавалерия бригадаһы сафында һуғыша, 1920 йылдың июнь баштарында Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 12-се армияһында Польшаға ҡаршы, Ростов өлкәһен Врангель армияһынан азат итеүҙә С. М. Буденныйҙың 1-се атлы армияһы составында ҡатнаша, Ҡырым һәм Кавказ фронттарында һуғыша.

1924—1931 йылдарҙа Мәскәүҙә ВЦИК ҡарамағындағы Юғары дөйөм хәрби училищела уҡый, 1934 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны алтын миҙал менән тамамлай.

1934—1935 йылдарҙа Төркиәлә, 1936—1940 йылдарҙа Ҡытайҙа хәрби атташе була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтта. 1941 йылдың авгусында ул үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л. М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә (артабан — кавалерия корпусы) барып ҡушыла.

1941 йылда республика хеҙмәтсәндәре иҫәбенә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. Декабрь урталарында фронттан полковник Миңләғәле Шайморатов ҡайтып төшә һәм ойошторолоп ятҡан дивизияны ҡабул итеп ала.

1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң фронт һыҙығы аша сыҡҡан ваҡыттағы тиңһеҙ һуғыштарҙа Башҡортостан баһадир улы гвардия генерал-майоры М. М. Шайморатов Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Штеровка утары янында батырҙарса һәләк була.

Маҡтаулы исемдәре, башҡа бүләктәре һәм хәрби дәрәжәләре

Хәтер

Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин Улы 
Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин Улы 
  • Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 30 мартындағы Указы менән «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн» Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» тигән юғары исем бирелде.
  • 2019 йылдың 19 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарары менән Башҡортостандың Шайморатов ордены булдырылды һәм уның статуты раҫланды.
  • 2019 йылдың 28 июнендә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Өфөлә Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.
  • 2018 йылдың майында Еңеү көнө алдынан Башҡортостан музейҙарында легендар дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһында документаль фильм күрһәтелде.
  • 2015 йылдың 11 сентябрендә Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һәм уның командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған Хәрби Дан мемориалы асылды.
  • 2012 йылдың 21 ноябрендә Рәсәй Президентының 1561-се Указы менән Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең 27-се Махсус тәғәйенләнеш отрядына М. М. Шайморатов исеме бирелде.
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Өфөләге күп профилле полилингваль 44-се, 162-се «Смарт» мәктәптәрендә һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Миңлеғәли Шайморатов исемендәге кластар булдырылған. Уларҙа Геройға бағышланған кабинет-музейҙар йыһазландырылған. Уҡыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшеүселәргә «Йәш шайморатовсы» билдәһе тапшырыла.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

«Шайморатов генерал» йыры

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал.

Совет иле өсөн яуҙа
Кисте һыуҙы, уттарҙы;
Дошмандарға ябырылғанда
Утлы дауыл ҡуптарҙы.

Шайморатов яу ҡырында
Дошмандарҙы көл иткән;
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән.

Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың, Урал;
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.

Шли полки башкир в атаки,
Провожал седой Урал.
Впереди — на аргамаке
Шаймуратов-генерал.

Шаймуратов под собою
Горячил в бою коня.
На врага кидался в бою
Вихрем грома и огня.

Шаймуратов рубит, гонит,
На Дону врагов громит.
Ни в какой воде не тонет,
И в огне он не горит.

Храбрых конников по праву
Старый вырастил Урал,
Заслужил навеки славу
Шаймуратов-генерал

Һылтанмалар

Tags:

Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин Улы БиографияһыШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин Улы Хәрби хеҙмәтеШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин Улы Маҡтаулы исемдәре, башҡа бүләктәре һәм хәрби дәрәжәләреШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин Улы ХәтерШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин Улы ИҫкәрмәләрШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин Улы ӘҙәбиәтШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин Улы «Шайморатов генерал» йырыШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин Улы ҺылтанмаларШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин Улы112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы15 август1899 йыл1943 йыл23 февральБөйөк Ватан һуғышыРәсәй Федерацияһы ГеройыРәсәйҙә Граждандар һуғышы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Аң фәлсәфәһеРәсәй Федерацияһының социаль картаһыЙондоҙҙарИтӘбделҡадир ИнанБалыҡсы турғайВикимилек1809 йылБатанов Бәхетғәлей НиколаевичЯпон телеОрёл өлкәһеБашҡорт ВикипедияһыБөтә донъя мираҫыОкеанияДинамоАсылыкүлХристианлыҡТаралған йондоҙҙар тупланмаһыМәскәү өлкәһе6 ноябрьБилл Гейтс25 апрельӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыМаскатЯпонияның милли парламент китапханаһыИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улыБәшмәктәрШвейцарияБүреләр (рок төркөмө)ОзонИсламда фәрештәҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрБашҡорт телендә аффиксацияБахрейнҠушма һөйләмОло Алаҡай күленең таш палаткаларыТалха ҒиниәтуллинАсыҡ контент14 октябрьТемператураХажБарабанИкенсе донъя һуғышыНефть1922 йылДинамо (хоккей клубы, Минск)АстрономияБөйөк Ватан һуғышыУрду телеБашҡорт алфавитыҠара гөбөргәйел7 апрельҠояш18 августАпрель (Алағарай)1959 йылМария-АнтуанеттаАпрельМайФазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улыМамыҡ ҡанатлыларҮҫәргән ырыуы шәжәрәһеФлоридаГалилео ГалилейФашизмБерлинТөркиә🡆 More