Тултырыусы (объект, лат.
objectum, obiectum) — һөйләм киҫәктәренең береһе.
Башҡорт телендә тултырыусылар һөйләмдең хәбәренә (йәки ҡылымдан килгән башҡа киҫәгенә) эйәреп, уның мәғәнәһен асыҡлап, тултырып килә. Улар төбәү,төшөм, сығанаҡ, урын-ваҡыт килештең һорауҙарына, шулай уҡ төрлө бәйләүестәр менән килгән һорауҙарға (кем менән? кем өсөн? кем тураһында? кем тарафынан?) һ.б. һорауҙарға яуап булалар.
Тура тултырыусы эш-хәрәкәт төшкән предметты аңлата. Ул һәр ваҡыт төшөм килештә тора, ә хәбәр күсемле ҡылымдан килә. Тура тултырыусы билдәле төшөм килештә лә, билдәһеҙ төшөм килештә лә килергә мөмкин. Мәҫәлән: Мин хатты яҙам. Мин хат яҙам. Тәүге һөйләмдә бер билдәле хат тураһында һүҙ бара, ә икенсеһендә ниндәйҙер билдәһеҙ хат хаҡында әйтелә.
Бүтән тултырыусыларҙың һәммәһе лә ситләтелгән тултырыусы тип йөрөтөлә. Улар төшөм килештән башҡа бөтә килештәрҙә лә ҡулланылырға һәм төрлө бәйләүестәр менән килергә мөмкин: Йәштәрҙә ололарға ҡарата ихтирам булдырыу хаҡында нығыраҡ уйланһаҡ икән. («Башҡортостан ҡыҙы».)
Грамматик төҙөлөшөнә һәм үҙҙәре эйәргән һүҙҙәргә ниндәй саралар ярҙамында бәйләнеүҙәренә ҡарап, тултырыусыларҙы синтетик, аналитик, аналитик-синтетик төрҙәргә бүләләр. Синтетик тултырыусылар үҙҙәре эйәргән һүҙгә килеш ялғауҙары, аналитик бәйләүестәр йәки ярҙамсы исемдәр менән, аналитик-синтетик тултырыусылар иһә килеш ялғауҙары һәм бәйләүестәр ярҙамында ялғана.
Һөйләмдең үҙенсәлегенә ҡарап, тултырыусы үҙ аллы һәм буйһондороҡло булып килергә мөмкин. Әгәр тултырыусы күсемһеҙ ҡылымға ҡараһа, ул саҡта тултырыусы билдәле дәрәжәлә үҙ аллы була, әгәр ул күсемле ҡылымға бәйләнһә, тултырыусы буйһондороҡло эйәрсән киҫәк булып йөрөй.
Поляк телендә тултырыусыларҙың тура һәм ситләтелгән төрө бар. Төп йүнәлеште ҡайтым йүнәлешенә үҙгәрткән хәлдә, тура тултырыусы һөйләмдең эйәһенә, ә эйәһе тура тултырыусыға әйләнә.
Тура тултырыусы (пол. dopełnienie bliższe) төшөм килештә, эйәлек килештә (бигерәк тә nie киҫәксәле һөйләмдәрҙә), һирәк осраҡтарҙа przez бәйләүесле ҡорал килештә (пол. narzędnik) килә ала. Ҡалғандары ситләтелгән тултырыусы (пол. dopełnienie dalsze) булып һанала.
Традицион инглиз грамматикаһына ярашлы, телдә өс төр тултырыусы бар булыуы раҫлана: тура (ингл. direct objects), ситләтелгән (ингл. indirect objects) һәм бәйләүесле (ингл. objects of preposition):
Төр | Миҫал |
---|---|
Тура тултырыусы | She sees the dog |
Ситләтелгән тултырыусы | I gave the man salt |
Бәйләүесле тултырыусы | You fish for salmon |
Ситләтелгән тултырыусыларҙың да өсөнсө төргә ҡарауы мөмкин, сөнки айырым осраҡтарҙа улар ҙа бәйләүес менән килә ала, мәҫ. ингл. I gave salt to the man).
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Тултырыусы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.