Йылҡысылыҡ — малсылыҡтың бер тармағы.
Ул йылҡы малы үрсетеү менән шөғөлләнә. Башҡортостанда йылҡысылыҡ үҫешкән. Өфөлә, Мәләүездә, Баймаҡта һәм тағы ла бер нисә йылҡы үрсетеү хужалығы бар. Унда шулай уҡ диетик йылҡы ите, шифалы эсемлек ҡымыҙ әҙерләнә.
Йылҡысылыҡ — борондан ҡалған, матди мәҙәниәтебеҙҙең ҙур өлөшөн тәшкил иткән тармаҡ. Башҡорттар биләгән ер үҙе үк йылҡысылыҡ өсөн уңайлы булған. Сәскәле болондар, ҡылғанлы далалар, ҡарҙан иң тәү әрселә торған түмәләсле яландар, ҡыш көндәре ышыҡланыу өсөн ҡалын урмандар йылҡысылыҡты үҫтереү өсөн бигерәк тә ыңғай шарттар тыуҙырған. Шуғалыр ҙа башҡорттар борон-борондан йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән. Атһыҙ башҡорт булмаған. Ҡайһы бер сығанаҡтарға ҡарағанда, 20-се быуатҡа хәтле башҡорттар йылҡыһыҙ йәшәмәгәндәр. Иң ярлы һаналған башҡорттоң да 15-ләп аты булған.
Башҡорт тормошон өйрәнеүсе И. Г. Георгиҙың яҙмаларында күрһәтелгәнсә, 18-се быуат аҙағында иң ябай башҡорттоң да 30-50 аты булған, күптәренең 500 башҡа еткән, байҙарҙың 1000, ҡайһыларының 2000 һәм унан да күберәк иҫәпләнгән.
Башҡорттарҙа башлыса ат өс йүнәлештә аҫыралған. Иң беренсе, әлбиттә ау өсөн. Улар айырым тотолған, өйөрҙәге иң етеҙ, йылдам аттар һайлап алынып, махсус рәүештә тәрбиәләнгән. Икенсе йүнәлеш: эш аттары.
Өсөнсөһө: ит һәм һөт өсөн. Бейә һөтөнән шифалы эсемлек — ҡымыҙ яһалған. Итенән ҡаҙы әҙерләнгән.
Башҡорт халҡының тарихы, ғөмүмән, йәшәйеше ат менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Ат кешене борон-борондан туйындырған, кейендергән, яуҙарҙа һаҡлаған. Ә инде бөгөнгө көндә йылҡысылыҡты үҫтереүгә ихтыяж бермә-бер үҫә. Әлеге ваҡытта Башҡортостан аттар һаны буйынса Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында беренсе урынды алып тора. Тоҡомло аттар үрсетеү, йылҡы ите, ҡымыҙ етештереү агросәнәғәт комплексының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһенә әүерелде. Әйтәйек, 2006—2009 йылдарҙа аттар һаны ун процентҡа артҡан һәм ағымдағы йыл башына уларҙың һаны 136,9 мең баш иҫәпләнә. Былтыр республика буйынса 22398 центнер ҡымыҙ етештерелгән. 2009 йыл менән сағыштырғанда, йылҡы ите етештереү 4,7 процентҡа артҡан. «Өфө» дәүләт завод ат һарайы дәүләт учреждениеһы республикала йылҡысылыҡ өлкәһендә өлгәшкән уңыштарҙа әһәмиәтле урын биләй. Уның төп эшмәкәрлеге аттар һанын арттырыуға, уларҙың тоҡом сифатын яҡшыртыуға, продуктлы йылҡысылыҡҡа ирешеү маҡсатына йүнәлтелгән. Ул йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе хужалыҡтарға методик һәм практик ярҙам күрһәтеү үҙәге лә. Башҡорт аты хаҡлы рәүештә иғтибар үҙәгендә тора. Халыҡтың үҙенсәлекле селекцияһы һәм ҡырыҫ тәбиғи шарттарҙа һайланыш һөҙөмтәһендә быуаттар төпкөлөнән беҙҙең көнгәсә килеп еткән тоҡом ул. Башҡорт аттары юғары үрсем, күп һөт һәм ит биреү, ифрат ҙур эш һәләтенә эйә. Улар шулай уҡ талымһыҙ, сыҙамлы, йыл әйләнәһенә көтөүлектә йөрөп тә үҙен туйындыра ала. Был тоҡом аттар иҡтисади яҡтан бик файҙалы. Һауыу осоронда 4 — 8 килограмм, айырым бейәләр 15 — 18 килограмға тиклем һөт бирә. Ә ит сығышы 50 — 54 процент тәшкил итә.
Донъя илдәрендә йылҡы малын иҫәпләү динамикаһы(мең баш) | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Дәүләттәр \ Йыл | 1964 й. | 1966 й. | 1971 й. | 1981 й. | 1985 й. | 1988 й. | 1990 й. | 1998 й. | 2007 й. |
Ҡытай | 7600 | 7600 | 8883 | 11100 | 10987 | 10691 | 10294 | 8859 | |
Бразилия | 8600 | 9500 | - | 6300 | 6330 | 5850 | 6000 | 6400 | |
Мексика | 4500 | 4200 | 5579 | 6502 | 6135 | 6160 | 6170 | 6250 | |
АҠШ | 3500 | н/д | 7667 | 9928 | н/д | н/д | 2456 [1] | 2427 [2] | 4028 [3] 2018 йыл 25 июль архивланған. |
Монголия | 2500 | 2300 | 2262 | 1985 | 1961 | 2047 | 2200 | 2900 | |
Рәсәй | - | - | - | 5619 | 2600 | - | 2620 | 2201 | 1343 [4] 2011 йыл 7 июль архивланған. |
Ҡаҙағстан | - | - | - | 1295 | 1455 | - | 1610 | 1083 | |
Румыния | - | - | 686 | - | 660 | 693 | 663 | 820 | |
Германия | - | - | 411 | 452 | 471 | - | 477 | 680 | |
Польша | 2600 | 2600 | 2573 | - | 1404 | 1051 | 941 | 558 | |
Франция | 1500 | 1400 | 691 | 317 | 310 | 315 | 319 | 347 | |
Италия | - | - | 292 | 273 | 245 | - | 256 | 323 | |
Бөтә донъя | 65683 | - | 61164 | 60946 |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Йылҡысылыҡ, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.