Башҡорт Асср-Ы Юғары Советы

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы — Башҡорт АССР-ы дәүләт власының юғары органы.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы
Герб
Башҡорт Асср-Ы Юғары Советы
Нигеҙләү датаһы 1938
Дәүләт Башҡорт Асср-Ы Юғары Советы СССР
Алдағы Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1993
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы

Герб

Тип
Тип

Совет

Дәүләт

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Башҡорт АССР-ы

История
Нигеҙләнгән ваҡыты

1938

Бөтөрөлгән ваҡыты

1993

Алдан килеүсе

Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты

Дауамсы

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай

Структураһы
Ағзалар

280

Һуңғы һайлауҙар

1990

Сайт

http://www.gsrb.ru/

Адрес

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы башта ошо адрес буйынса урынлаша: БАССР, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт.

ХХ быуаттың 90-се йылдарында Башҡорт АССР-ы Юғары Советы яңы бинаға (адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы Йорто) күсә.

Тарих

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы БАССР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһына ярашлы барлыҡҡа килә.

Башҡортостанда унан алдағы дәүләт власының Юғары органдары:

  • Башҡорт Совет Республикаһының хәрби-революцион комитеты — Башревком. 1919 йылдың 21 февралендә Темәс ауылында Башҡортостан хөкүмәте ағзалары һәм башҡорт полктары вәкилдәре ҡатнашлығында Бөтә Башҡорт хәрби съезында төҙөлә. Башревком составына башлыса элекке Башҡортостан хөкүмәте ағзалары — Әхмәтзәки Вәлиди, Имаков Таһир Ғилман улы, Кулаев Мстислав Александрович, И. Алкин, Бикбов,Юныс Юлбарис улы инә.
  • БАССР-ҙың Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты (ЦИК) һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы (СНК) — 1920 йылдың июлендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт АССР-ын Советтарының I съезында раҫлана.

БАССР-ҙың Юғары Советына беренсе һайлау 1938 йылдың 26 июлендә үтә. БАССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советына 150 депутат һайлана.

1938 йылдың 25—28 июлендә Өфөлә БАССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советының беренсе сессияһы үтә. Сессияла БАССР Юғары Советы Президиумы һайлана һәм хөкүмәт — республиканың Халыҡ Комиссарҙары Советы төҙөлә. Ике даими эшләүсе комиссия булдырыла: закондар сығарыусы һәм бюджет комиссияһы. Беренсе саҡырылыш Юғары Советты БАССР-ҙың Юғары Советы Рәисе Заликин А. Т. етәкләй, Долганов И. Б. менән Сиразетдинова М. Н. уның урынбаҫарҙары була. Юғары Совет Президиумы Рәйесе итеп Ибраһимов Р. К., ә Сәркәтибе итеп — Вальшин М. Г. һайлана.

1938—1993 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттарын һайлау 12 тапҡыр үткәрелә.

1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.

1993 йылғы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, 1993 йылдың 24 декабренән башлап Башҡортостан Республикаһының Юғары һәм берҙән-бер закон сығарыусы (һайланған) дәүләт власы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы

БАССР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһына ярашлы БАССР-ҙың Юғары Советы дәүләт власының иң юғары органы була һәм республика менән идара итеүгә ҡағылышлы СССР Конституцияһы, РСФСР Конституцияһы, Башҡорт АССР-ы Конституцияһы ҡуйған бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеү хоҡуғына эйә була. Башҡорт АССР-ы Конституцияһын ҡабул итеү,уға үҙгәрештәр индереү, Башҡорт АССР-ының дәүләт иҡтисади һәм социаль үҫеш планын һәм дәүләт бюджетын, уларҙың үтәлеше тураһында отчетын раҫлау, үҙе ҡарамағындағы органдарҙы булдырыу Башҡорт АССР-ы Юғары Советы тарафынан тормошҡа ашырыла. Башҡорт АССР-ы закондары шулай уҡ Башҡорт АССР-ы Юғары Советы тарафынан ҡабул ителә. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы халыҡ һаны тигеҙ булған һайлау округтары буйынса һайланған 280 депутаттан тора. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесен һәм уның ике урынбаҫарын һайлай. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе Башҡорт АССР-ы Юғары Советы ултырыштары һәм уның эске тәртип ҡағиҙәләре менән етәкселек итә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы сессиялары йылына ике тапҡыр саҡырыла. Сираттан тыш сессиялар Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы тарафынан уның инициативаһы менән йәки Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттарының өстән бер өлөшөнән дә кәм булмағандары тәҡдиме буйынса үтә. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы сессияһы ултырыштарҙан һәм улар араһында үткәрелгән Башҡорт АССР-ы Юғары Советының даими һәм башҡа комиссиялары ултырыштарынан тора. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы түбәндәге вәкәләттәргә эйә:

  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советына һәм урындағы халыҡ депутаттары Советына һайлауҙар билдәләй;
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы сессияларын саҡыра;
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советының даими комиссиялары эшен координациялай;
  • Башҡорт АССР-ы Конституцияһы үтәлешен контролләй;
  • Башҡорт АССР-ы закондарына аңлатма бирә;
  • урындағы халыҡ депутаттары Советы эшмәкәрлеге өҫтөнән етәкселек итә;
  • район буйһонған ҡалалар, ҡалала райондар ойоштора, уларға исемдәр ҡуша һәм исемдәрен үҙгәртә;
  • Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарарҙарын һәм бойороҡтарын, район һәм ҡала (республика ҡарамағындағы ҡалалар) халыҡ депутаттары Советы ҡарарҙарын, улар законға тап килмәгән осраҡта, юҡҡа сығара;
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау Ҡағыҙы менән бүләкләй, Башҡорт АССР-ының маҡтаулы исемдәрен булдыра һәм бирә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйестәре

Ибраһимов Рәхим Кирәй улы (июль 1938—1946)

Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (1946—1950)

Зәғәфүрәнов Фәйзрәхман Зәғәфүрән улы (1950—1967)

Солтанов Фәйзулла Вәли улы (март 1967 — апрель 1990)

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйестәре

БАССР Юғары Советы депутаттары

  • Беренсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1938—1947 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Икенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1947—1951 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Өсөнсө саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1951—1955 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Дүртенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1955—1959 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Бишенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1959—1963 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Алтынсы саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1963—1967 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Етенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1967 йылдың 29 мартында һайланғандар, 1967—1971 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Һигеҙенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (25 июнь 1971 һайланғандар, 1971—1975 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Туғыҙынсы саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (3 июль 1975 һайланғандар, 1975—1979 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Унынсы саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (21 март 1980 һайланғандар, 1980—1985 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Ун беренсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (22 март 1985 һайланғандар, 1985—1990 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Ун икенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1990—1993 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)

Ҡыҙыҡлы факттар

2002 йылда Башҡортостан Республикаһы парламентының тарих музейы булдырыла. Музей Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы йортонда урынлаша. Музейҙа Башҡортостан парламентаризмының күп йыллыҡ тарихы буйынса экспонаттар: документтар, фотоһүрәттәр, китаптар, публикациялар, значоктар ҡуйылған. Экспозицияның бер өлөшө Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһының 1925, 1937, 1978, 1993 йылдарҙағы Конституцияларына бағышланған.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Парламентаризм в Башкортостане. История и современность. Документы и материалы. ГРИ Башкортостан. Кн. 2. Составитель В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. Уфа, 2005. ISBN 5-8258-0204-5.

Tags:

Башҡорт Асср-Ы Юғары Советы АдресБашҡорт Асср-Ы Юғары Советы ТарихБашҡорт Асср-Ы Юғары Советы Башҡорт АССР-ы Юғары СоветыБашҡорт Асср-Ы Юғары Советы Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы РәйестәреБашҡорт Асср-Ы Юғары Советы Башҡорт АССР-ы Юғары Советы РәйестәреБашҡорт Асср-Ы Юғары Советы БАССР Юғары Советы депутаттарыБашҡорт Асср-Ы Юғары Советы Ҡыҙыҡлы факттарБашҡорт Асср-Ы Юғары Советы ҺылтанмаларБашҡорт Асср-Ы Юғары Советы ИҫкәрмәләрБашҡорт Асср-Ы Юғары Советы ӘҙәбиәтБашҡорт Асср-Ы Юғары СоветыБашҡорт АССР-ы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Назаров Рәшит Сәйетбаттал улы1732 йылМәскәүБашҡортостан тарихыИорданияЗакир ҺаҙыйКәкүкҠораллы КөстәрТанзиматТверь өлкәһеХрущёв Никита СергеевичАлмаш (һүҙ төркөмө)3 октябрьГамеланЯпонияның милли парламент китапханаһыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүХәбиров Фәрит Барый улыҠошсо кантоныФазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улы21 февраль24 майСүриә теле20 март2012 йыл25 мартХанты-Манси автономиялы округы — ЮграСовет Социалистик Республикалар СоюзыАң фәлсәфәһеҺуғышПрограммалау телеКилешСәғитов Ирек Хаммат улыНатрий карбонатыХәйбуллин Ишморат Нәзир улыИхтиандрКаракас112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыЗәғифлек14 ноябрьАуылЯн Вермеер5 февральГренландияЕрәнсә сәсәнХажМонгол империяһыТау эшеУйынсыҡСанкт-ПетербургИсламҠуштау7 февральQIWIАнглияҠолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙыИсмәғилев Заһир Ғариф улыЕнси акт6 декабрьМакедон теле1922 йылЛатин телеДинамо (хоккей клубы, Минск)Халыҡ-ара стандарт китап номерыБатицкий Павел Фёдорович🡆 More