башҡортостан Ауылдары

Башҡортостан ауылдары — Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан, ҡала йәки ҡасаба булмаған, кешеләр йәшәгән урын.

Портал:Башҡортостан ауылдары
«Башҡортостан ауылдары» порталына
рәхим итегеҙ!

Инеш

Бөгөнгө көн ҡанундары буйынса Рәсәй хөкүмәте тарафынан билдәле бер тәртиптә теркәлгән урындар ғына ауылдар (ҡала, ҡасаба) булып иҫәпләнә. Шунлыҡтан кешеләр йәшәгән ҡайһы бер урындар ауыл булып иҫәпләнмәй, ә ниндәйҙер икенсе бер ауылдың өлөшө булып ҡала. Ә география фәне ҡанундары буйынса бер-береһенән алыҫ урынлашҡан кеше йәшәгән урындар бер бөтөн була алмай. Ниндәйҙер ваҡыт арауығында кешеләр йәшәмәгән ауылдар ҙа була.

Лайыҡлы ауыл

Иләс (Турат) ауылы — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы, Яңы Ергән ауыл биләмәһенә ҡараған ауыл.

Ауыл тарихы

Иләс ауылы старшина Һағынбай Күҫәков командаһына ҡараған. Тарихтан билдәле булыуынса, 1798 йылдан алып башҡорттар шулай уҡ Үҫәргәндәр ҙә, хәрби казачье сословиеға әүерелә. Улар үҙ сығышы иҫәбенә - үҙенең аты, һуғыш ҡоралы, аҙыҡ-түлеге, кейем-һалымы менән ил сиген һаҡларға тейеш булған. Ил сиге Яйыҡ (Урал) йылғаһы буйлап һуҙылған, ә Яйыҡ иләстәргә бары 25-35 километр самаһы алыҫлыҡта ғына ағып ята. Яйыҡ буйлап крепостар, уларға яҡын тирәлә дистанциялар, пикеттар барлыҡҡа килтергән, пикет - бәләкәй генә һаҡсы отряд, дозор торған урын. Ҡайһы бер дистанциялар, пикеттар урынында ауылдар үҫеп сыҡҡан. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһе сигендәге Новочеркасск-Разоренный ауылын элек башҡорт ҡарттары "Бикәт, Пикәт" тип атап йөрөткәндәр.

Иләс ҡарт XVIII быуат аҙағында (1787 йылда) үҙенең дүрт улы менән... ↪ д а у а м ы......

Тәҡдимдәр  •  Архив

Яҡшы мәҡәлә

Башҡортостан ауылдары, тарихи Башҡортостан биләмәләрендә урынлашҡан, ҡала йәки ҡасаба булмаған, кешеләр йәшәгән торамалар. Бөгөнгө көн ҡанундары буйынса Рәсәй хөкүмәте тарафынан билдәле бер тәртиптә теркәлгән торамалар ғына ауылдар (ҡала, ҡасаба) булып иҫәпләнә. Шунлыҡтан кешеләр йәшәгән ҡайһы бер урындар ауыл булып иҫәпләнмәй, ә ниндәйҙер бер тораманың өлөшө булып ҡала. Ә география фәне ҡанундары буйынса бер-береһенән алыҫ урынлашҡан торамалар бер бөтөн була алмай. Ниндәйҙер ваҡыт арауығында кешеләр йәшәмәгән тормалар ҙа була. Бындай хәл ауылдан кешеләр китеп бөтһә, ә хөкүмәт ауылды иҫәп исемлегенән алып ташлау тураһында ҡарар ҡабул иткәнсегә тиклем ваҡыт арауығында барлыҡҡа килә. Ауылдарҙың юҡҡа сығыуы башлыса кешеләрҙең икенсе урынға күсеүенә бәйле. Бер ауылдың икенсе торама менән ҡушылып китеү осраҡтары ла бик йыш, ул ваҡытта берәүһенең генә исеме һаҡланып ҡала.

Ауыл һүҙенең юридик аныҡламаһы юҡ. Тел белгестәре аңлатмаһында: Ауыл — ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүсе йәшәгән урын, боронғо төрки һүҙе Ағыл менән бәйле.

Ауылдарҙы «Ҙур» йәки «Бәләкәй» тип билдәләүсе сиктәр ҙә аныҡ түгел. Һәр ғалим, тикшереүсе үҙ күҙлегенән сығып фаразлай. Урыҫтарҙағы һымаҡ ауылдарҙың төрҙәре юҡ. Башҡортса бөтә төрҙәр ҙә «Ауыл» тип атала.

Әлбиттә һәр бер ауылдың үҙ тарихы, барлыҡҡа килеү ваҡыты бар. Шулай ҙа башҡорт ауылдары X -- XV быуаттарҙа ултыраҡ тормошҡа күсеү сәбәпле барлыҡҡа килгән тип аңлаталар. Күсеп килеүсе урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, марыйҙар һәм башҡа халыҡтар төҙөгән ауылдар XVII, XVIII, XIX быуаттарға ҡарай. XX быуатта барлыҡҡа килгән ауылдарҙы МТС-тар, совхоздар төҙөүгә бәйләргә була. Тарих фәне ҡанундары буйынса ауылға нигеҙ һалыу йылын күрһәткән ниндәйҙер яҙма сығанаҡ булырға тейеш. Әгәр ундай сығанаҡ булмаһа, хөкүмәт тарафынан тәүге теркәү йылын күрһәтәләр. Күсеп килеүселәр төҙөгән ауылдарҙың тыуған йылын билдәләү ауырлыҡтар тыуҙырмай, сөнки күскенселәр башҡорттар менән ер буйынса килешеү төҙөгәндәр. Совет заманандығы ауылдар буйынса хөкүмәт ҡарарҙары бар. Ә башҡорт ауылдарына нигеҙ һалыу йылын билдәләү бик ауыр һәм теүәл йылы билдәле ауылдар бик аҙ. Шуның өсөн, башлыса ауылдарҙың тәүге теркәү йылын күрһәтәләр. Хөкүмәт тарафынан бындай тәүге теркәү 1795 йылғы 5-се ревизия иҫәп алыу ваҡытында булған. . . .дауамы

Тәҡдимдәр  •  Архив

Лайыҡлы рәсем

башҡортостан Ауылдары
Белорет районы Йөйәк ауылында обелиск.
Ағымда һайланған  •  Архив

Башбиҙәк

башҡортостан Ауылдары

Беләһегеҙме?

Тәҡдимдәр   •   Архив

Яңы мәҡәләләр

Был ауылдар тураһында мәҡәләләр әлегә юҡ.

Башҡортостан ауылдары исемлеге (райондар буйынса)

Һандар — муниципаль районда бөтәһе ауыл советы/ауыл, ҡала йәки ҡала төрөндәге ҡасаба

Яҡшы мәҡәләләр

Аҙаш ауылдар

Викикитапхалала Башҡортостан ауылдары

Белешмәләр

Башҡорт телендә

Урыҫ телендә

Нисек ярҙам итә алам

  • Тәү сиратта тыуған ауылығыҙ тураһында мәҡәләне уҡып ҡарағыҙ. Билдәле сығанаҡтарға таянып, үҙегеҙ белгән мәғлүмәтте өҫтәгеҙ.
  • Ауылдарҙың ниндәй ауыл советына ҡарағанын яҙып ҡуйығыҙ. Өлгө: ПарижҠыйғы районы.
  • Ауылдың бөгөнгө торошон һәм тарихын яҙығыҙ. Баҫма сығанаҡтарға иҫкәрмә ҡуйығыҙ.
  • Ауыл атамаһының килеп сығыуын аңлатып яҙығыҙ. Баҫма сығанаҡтарға иҫкәрмә ҡуйығыҙ.
  • «Сығанаҡтар» бүлегенә ауыл тураһында баҫылған китаптар, гәзит-журнал мәҡәләләренең исемен яҙығыҙ. Интернет селтәрендә булғандарына һылтанма яһағыҙ. Башҡорт Энциклопедияһындағы мәҡәләгә һылтанма ҡуйығыҙ.
  • Ауыл менән бәйле билдәле шәхестәрҙең исемлеген төҙөгөҙ. Башҡорт Викпедияһында булған мәҡәләләргә һылтанма яһағыҙ. Булмағандарын яҙығыҙ, йәки урыҫ/татар бүлегенән тәржемә итегеҙ.
  • Ауылдарҙың Почта индекстары һәм ОКАТО коды яҙылыуын тикшереп сығығыҙ. Булмағандарына Башҡортостандың ОКАТО таблицаһынан һәм Почтамт һәм почта бүлексәләре исемлегенән ҡарап яҙығыҙ.
  • Ауылдарҙың рәсми урам исемдәрен был сайттан алып яҙығыҙ. Рәсми булмаған исемдәрен ауыл аҡһаҡалдарынан һорап белешегеҙ һәм уларҙың исем-шәрифтәрен иҫкә алып яҙығыҙ. Өлгө: ҺабанаҡМәсетле районы.
  • Әлеге ваҡытта Башҡортостан ауылдарында халыҡ һаны тураһында мәғлүмәтте тулыландырыу буйынса күләмле эш бара.

Tags:

АуылБашҡортостан РеспубликаһыБашҡортостан ауылдарыГеографияРәсәйҠала

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Вайлдбериз (Wildberries)ХордалыларАуылХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыМиссисипи (йылға)Гәрәев Муса Ғайса улыАҙнаҒәзизов Искәндәр Хәниф улы11 февральКүҫәләрЙомағолов Илшат Хәлил улыЗат (грамматик категория)ЕвропаБашҡорттарҙың этногенезы25 ноябрьҺижри тәҡүимСәскәРун яҙмаһыКөмөш17 июльӘбйәлил районыИсламМуниципаль районВикимедиа фондыБайрамХайуандарНеманУсманов Хәсән Хәжиәхмәт улыИталияЭякуляция1864 йылСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Илеш районыӘбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улы«Почёт Билдәһе» орденыМәжит ҒафуриНефтьВодородРИА НовостиXII быуатОктябрь Революцияһы орденыХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыАсыҡ контентНамаҙКоммерцияға ҡарамаған ойошмаМао ЦзэдунБеляев Павел ИвановичСәғүд ҒәрәбстаныТөҙөлөш материалдарыШвецияҒәбитов Азат Исмәғил улыФәхретдинова Динара Йәлил ҡыҙыБашҡорт халҡының йолалары10 сентябрь26 октябрь2012 йылБельгияҒарипов Рәми Йәғәфәр улы1862 йылНуриев Рудольф Хәмит улыАлдарҠуңғыраттар🡆 More