Социалистик Хеҙмәт Геройы

Социалистик Хеҙмәт Геройы — СССР-ҙа 1938—1991 йылдарҙағы юғары исем, хеҙмәт өсөн бүләкләүҙең юғары дәрәжәһе.

Социалистик Хеҙмәт Геройы
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Награда төрө

СССР-ҙың юғары исемдәре

Статус

тапшырылмай

Статистика
Раҫланған ваҡыты

27.12.1938

Беренсе бүләкләү

20.12.1939

Һуңғы бүләкләү

21.12.1991

Бүләкләнгәндәр иҫәбе

20 605

Сиратлылыҡ
Тап килә

Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы

[[commons:Category:Социалистик Хеҙмәт Геройы Hero of Socialist Labour Викимилектә|Социалистик Хеҙмәт Геройы]] Викимилектә

Награданың тарихы

Социалистик Хеҙмәт Геройы 
СССР-ҙың почта маркаһы, 1949 йыл: Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә өндәмә

«Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме һәм Исем тураһындағы положение СССР Юғары Советы Президиумының «Юғары отличие дәрәжәһе — Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен булдырыу тураһында» 1938 йыл 27 декабрь Указы менән раҫлана. Уға тиклем Хеҙмәт Геройы тигән исем була.

Положениела былай тиелә: «Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме новаторҙарса күренекле эшмәкәрлеге менән сәнәғәт, ауыл хужалығы, транспорт, сауҙа, фәнни асыштар һәм техник уйлап табыуҙар өлкәһендә Совет дәүләте алдында тиңһеҙ хеҙмәттәр күрһәткән, халыҡ хужалығын, фәнде, мәҙәниәтте күтәреүгә, СССР-ҙың ҡеүәтен һәм данын арттырыуға булышлыҡ иткән кешеләргә бирелә». Положениеға ярашлы, Социалистик Хеҙмәт Геройына Ленин ордены һәм СССР Юғары Советы Президиумы грамотаһы тапшырыла.

Беренсе награда награда булдырылғандан һуң бер йыл үткәс тапшырыла: 1939 йылдың 20 декабрендә Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме алтмыш йәше тулыу уңайынан «Большевистик партияны ойоштороу эшендәге тиңһеҙ хеҙмәттәре, Совет дәүләтен булдырғаны, СССР-ҙа социалистик йәмғиәтте төҙөгәне һәм Советтар Союзы халыҡтары араһында дуҫлыҡты нығытҡаны өсөн» И. В. Сталинға бирелә.

Һуңыраҡ СССР Юғары Советы Президиумының «Социалистик Хеҙмәт Геройҙары өсөн өҫтәмә отличие билдәләре тураһында»ғы 1940 йыл 22 май Указы менән айырым отличие билдәһе — «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы булдырыла.

Башта яңы хеҙмәт батырлығы өсөн икенсе алтын миҙал менән бүләкләү ҡаралмаған була. СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йыл 3 март Указы(недоступная ссылка) менән тәүге тапҡыр ауыл хужалығы алдынғыһы булған Социалистик Хеҙмәт Геройҙарын икенсе «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы менән наградлау мөмкинлеге раҫлана. Ошо Указ ике тапҡыр Геройҙар хөрмәтенә уларҙың тыуған төбәгендә бронза бюст ҡуйылыу мөмкинлеген бирә. Икенсе алтын миҙалдар менән халыҡ хужалығының башҡа тармаҡтарында эшләгәндәр ҙә наградлана.

Башта Ленин ордены бер тапҡыр ғына тапшырылыр була.

Һуңыраҡ СССР Юғары Советы Президиумы 1967 йыл 6 сентябрь Указы менән Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Советтар Союзы Геройҙарына һәм Дан орденының өс дәрәжәһе кавалерҙарына льготалар булдыра. Еңеүҙең 30 йыллығына 1975 йыл 30 апрель Указы менән льготалар исемлеге киңәйтелә, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бөтөрөлһә лә, Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән раҫланған льготалар әле лә ғәмәлдә.

1973 йылда 14 май Указы менән Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме тураһындағы Положение яңы редакцияла раҫлана. Положениела билдәләнеүенсә, «Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме хужалыҡ һәм социаль-мәҙәни төҙөлөш өлкәһендәге хеҙмәттәр өсөн юғары отличие дәрәжәһе булып тора» һәм «хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәткән, тиңһеҙ хеҙмәт эшмәкәрлеге менән ижтимағи етештереүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыуға ҙур өлөш индергән, халыҡ хужалығын, фәнде, мәҙәниәтте күтәреүгә һәм СССР-ҙың ҡеүәтен һәм данын арттырыуға булышлыҡ иткән кешеләргә бирелә». 1940 йылдан «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы менән наградлауға ҡуйылған сикләү (өс тапҡырҙан артыҡ түгел) бөтөрөлә. Положение Ленин орденын «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы бирелгән һайын тапшырыу тәртибен индерә. Положение, Социалистик Хеҙмәт Геройы бер үк ваҡытта Советтар Союзы Геройы ла булһа, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройҙары өсөн кеүек үк, тыуған төбәгендә бронза бюст ҡуйылыу мөмкинлеген раҫлай.

СССР Юғары Советы Президиумының «СССР-ҙың дәүләт наградалары менән наградлау тәртибен камиллаштырыу тураһында»ғы 1988 йыл 22 август Указы менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы менән икенсе тапҡыр бүләкләү туҡтатыла. Бер үк ваҡытта Социалистик Хеҙмәт Геройы ла булған Советтар Союзы Геройҙарына дәүләт органдарының һәм йәмәғәт ойошмаларының юллауы буйынса бронза бюст ҡуйылырға мөмкин була. Бронза бюстар Геройҙар иҫән саҡта ҡуйылмай.

Өс йылдан, 1991 йылда, СССР наградалар системаһы менән бергә исем юҡҡа сығарыла.

Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә бөтәһе 20 605 кеше (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 21 560 кеше) лайыҡ була, шул иҫәптән 205 тапҡыр — ике һәм 16 тапҡыр — өс мәртәбә. Кәм тигәндә 20 кешегә был юғары исем вафатынан һуң тапшырыла. 89 кеше төрлө сәбәптәр буйынса Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән исеменән мәхрүм ителә. 45 кешегә ҡарата исемде тапшырыу тураһындағы Указдар нигеҙһеҙ тигән сәбәп менән ғәмәлдән сығарыла. Тағы 3 кеше икенсе «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалынан мәхрүм ителә, йәғни ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы түгел, Социалистик Хеҙмәт Геройы ғына булып ҡала.

СССР тарҡалғандан һуң иҫән Социалистик Хеҙмәт Геройы булған Рәсәй граждандарына ай һайын аҡсалата түләү бирелә, уның дәүмәле 2014 йылдың 1 апреленән 36 930 һум 55 тин тәшкил итә.

Айырыуса билдәле Социалистик Хеҙмәт Геройҙары

Беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме 1939 йыл 20 декабрь Указы менән И. В. Сталинға бирелә. 1945 йылда уға Советтар Союзы Геройы исеме лә бирелә. Ләкин Сталин үҙен был наградаға лайыҡ тип иҫәпләмәгәнлектән «Алтын Йондоҙ» миҙалын бер ҡасан да таҡмай, ә «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалын һәр ваҡыт түшендә йөрөтә. Икенсе Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме 1940 йыл 2 ғинуар Указы менән В. А. Дегтярёвҡа бирелә.

949 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бер нисә тапҡыр мәктәп уҡыусыларына тапшырыла: мамыҡ йыйған өсөн Мәхмүт Ишназаровҡа, Торсонали Мәтҡәзимовҡа һәм сәй йыйған өсөн Нателла Челебадзеға.

СССР тарихында 16 кеше өс тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы була:

  1. Александров Анатолий Петрович
  2. Ванников Борис Львович
  3. Духов Николай Леонидович
  4. Зельдович Яков Борисович
  5. Ильюшин Сергей Владимирович
  6. Келдыш Мстислав Всеволодович
  7. Кунаев Динмухамед Ахмедович
  8. Курчатов Игорь Васильевич
  9. Сахаров Андрей Дмитриевич
  10. Славский Ефим Павлович
  11. Туполев Андрей Николаевич
  12. Турсункулов Хамракул
  13. Харитон Юлий Борисович
  14. Хрущёв Никита Сергеевич.
  15. Черненко Константин Устинович
  16. Щёлкин Кирилл Иванович.

Өс тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы академик А. Д. Сахаров советтарға ҡаршы эшмәкәрлеге өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йыл 8 ғинуар Указы менән был исемдән дә, «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалдарының өсөһөнән дә мәхрүм ителә.

201 кеше ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы була (бынан тыш, өс Социалистик Хеҙмәт Геройы икенсе исеменән, ә бер кеше ике исеменән дә мәхрүм ителә).

Ун бер Социалистик Хеҙмәт Геройы бер үк ваҡытта Советтар Союзы Геройы ла була:

  1. Брежнев Леонид Ильич
  2. Ворошилов Климент Ефремович
  3. Головченко Василий Иванович
  4. Гризодубова Валентина Степановна
  5. Машеров Пётр Миронович
  6. Орловский Кирилл Прокофьевич
  7. Сталин Иосиф Виссарионович
  8. Трайнин Пётр Афанасьевич
  9. Третьяк Иван Моисеевич
  10. Устинов Дмитрий Фёдорович
  11. Хрущёв Никита Сергеевич.

Советтар Союзы Маршалы Д. Ф. Устинов — бер юлы ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы һәм Советтар Союзы Геройы, ә ҡорал конструкторы М. Т. Калашников ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройы була.

Һигеҙ Социалистик Хеҙмәт Геройы Дан орденының тулы кавалеры була:

  1. Величко Максим Константинович
  2. Литвиненко Павел Андреевич
  3. Мартыненко Анатолий Алексеевич
  4. Пеллер Владимир Израйлевич
  5. Солтанов Хәтмулла Аҫылгәрәй улы
  6. Фёдоров Сергей Васильевич
  7. Христенко Василий Тимофеевич
  8. Яровой Михаил Саввич.

Бер Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры була:

  1. Вашакидзе Борис Ильич.

Бер Социалистик Хеҙмәт Геройы Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы булып тора:

  1. Ефремов Герберт Александрович.

СССР тарихында һуңғы тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә Ҡаҙағстандан опера йырсыһы Бибигөл Түләгәнова лайыҡ була, ул СССР Президентының 1991 йыл 21 декабрь Указы менән наградлана.

Өҫтәмә факттар

  • Награда эскизының авторы — архитектор М. И. Мержанов.
  • Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме 170 кешегә бирелә.
  • 1947—1958 йылдарҙа Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен 8376 кеше ала. Уларҙың күбеһе (7494 кеше) ауыл хужалығы эшсәне була.
  • Советтар Союзы Геройы исеменән айырмалы Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме тик СССР граждандарына ғына бирелә. Немец йәҙрәсе физигы Николаус Риль генә был ҡағиҙәгә индерелмәй.
  • Артистар һәм мәҙәниәтселәр араһында Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен йөрөткән кешеләрҙе шаяртып ҡайһы берҙә «Гертруда» тип атар булалар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — 2-е изд., доп. — М.: Воениздат, 1978. — 311 p. — 50 000 экз.
  • Изотова М. А., Царёва Т.Б. Глава 5. Советская наградная система // Ордена и медали России и СССР / редакторы к.и.н. Хомутова Е., Рублёв С.. — 1. — Ростов-на-Дону: Владис, 2010. — С. 398. — 736 с. — 2500 экз. — ISBN 978-5-9567-0960-3.

Һылтанмалар

Tags:

Социалистик Хеҙмәт Геройы Награданың тарихыСоциалистик Хеҙмәт Геройы Айырыуса билдәле Социалистик Хеҙмәт ГеройҙарыСоциалистик Хеҙмәт Геройы Өҫтәмә факттарСоциалистик Хеҙмәт Геройы Шулай уҡ ҡарағыҙСоциалистик Хеҙмәт Геройы ИҫкәрмәләрСоциалистик Хеҙмәт Геройы ӘҙәбиәтСоциалистик Хеҙмәт Геройы ҺылтанмаларСоциалистик Хеҙмәт Геройы1938 йыл1991 йылСовет Социалистик Республикалар Союзы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Мәжит ҒафуриҠобағош сәсәнЭквадорСанкт-ПетербургВолейболСитдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙыТанып һөйләшеҺиндостанТанауВикиВаҡлап һатыуБалдыбаев Сәғит Вәлит улыХисамов Ғәлим Афзал улыБашҡорт алфавитыРәүешСудан1959 йылҠылысТалха ҒиниәтуллинЗәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улыБашҡортостанда мистик урындарЭпитетГрецияМәҫәлДукмасованың утар йорто (Новочеркасск)Буранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улыТәбиғәтАғиҙел (йылға)Инглиз телеИталияЙосопов Тимербай Йосоп улыГордеев Михаил ВикторовичХажГоголь Николай ВасильевичБөйөк Ватан һуғышыАрхеологияЮлыев Батыргәрәй Ғәбделмөхәмәт улыТиҙәйткесКонсерватизмHTMLЭлектрон почтаШарль Эжен Уйфальви де МезоковездИсмәғилев Заһир Ғариф улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүФредерик ШопенСандро БоттичеллиМусин Ноғман Сөләймән улыХәсән НазарБашҡортостандың Ҡыҙыл китабыЭгон ШилеҺарытау өлкәһеМәтрүшкәБөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһыӘминев Әмир Мөхәмәт улыДөйәИнженерлыҡ эшеСССР🡆 More