Ҡурған Өлкәһе

Ҡурған өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы өлкәһе, Урал федераль округына инә.

1943 йылдың 6 феврелендә ойошторолған. Составында 24 район, 9 ҡала, 6 ҡала тибындағы ҡасаба.

Ҡурған өлкәһе
Флаг[d]Герб[d]
Ҡурған ӨлкәһеҠурған Өлкәһе
Нигеҙләү датаһы 6 февраль 1943
Рәсем
Дәүләт Ҡурған Өлкәһе Рәсәй
Административ үҙәк Ҡурған
Административ-территориаль берәмек Рәсәй
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм Азия/Екатеринбург[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Russia/Kurgan Oblast.map
Хөкүмәт башлығы Вадим Михайлович Шумков[d]
Халыҡ һаны 818 570 кеше (1 ғинуар 2021)
Административ рәүештә бүленә Әлмән районы (Ҡурған өлкәһе), Белозерский муниципальный округ[d], Варгашинский муниципальный округ[d], Далматовский муниципальный округ[d], Звериноголовский муниципальный округ[d], Каргапольский муниципальный округ[d], Ҡатай районы (Ҡурған өлкәһе), Кетовский муниципальный округ[d], Ҡуртамыш районы, Лебяжье муниципаль округ[d], Макушин районы, Мишкә районы (Ҡурған өлкәһе), Мокроусовский муниципальный округ[d], Петуховский муниципальный округ[d], Половинский муниципальный округ[d], Притобольный муниципальный округ[d], Сафакүл районы (Ҡурған өлкәһе), Целинный муниципальный округ[d], Частоозерский муниципальный округ[d], Шадринск районы[d], Шатровский муниципальный округ[d], Шумихинский муниципальный округ[d], Щучье районы, Юрғамыш районы, Городской округ город Курган[d] һәм Шадринск ҡалаһы ҡала округы[d]
Сиктәш Силәбе өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Төмән өлкәһе, Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе[d] һәм Ҡуштанай өлкәһе[d]
Алыштырған Силәбе өлкәһе
Ҡулланылған тел урыҫ теле
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены
Майҙан 71 488 км²
Рәсми сайт kurganobl.ru
Урынлашыу картаһы
Һәйкәлдәр исемлеге список объектов культурного наследия России в Курганской области[d]
Тема иҡтисады экономика Курганской области[d]
Номер тамғаһы коды 45
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Ҡурған өлкәһендә ерләнгәндәр
Ҡурған Өлкәһе Ҡурған өлкәһе Викимилектә

Географияһы

Көнбайыш-Себер тигеҙлегенең көньяғында урынлашҡан. Свердловск өлкәһе, Силәбе өлкәһе, Төмән өлкәһе һәм Ҡаҙағстан менән сиктәш. Үҙәге — Ҡурған ҡалаһы. Майҙаны — 71 мең км2.

Халҡы

Халҡы — 0,9 млн кеше, шул иҫәптән 12,3 мең башҡорт (2010). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 12,7 кеше/км2. Халҡының тәбиғи кәмеүе — 2,8 мең кеше. Урбанизация — 54,6 %; ҙур ҡалалары — Ҡурған һәм Шадринск. Иҡтисади әүҙем халҡының һаны — 473 мең кеше. Миграция иҫәбенә кәмеүе — 4,2 мең кеше. Милли составы (%): урыҫтар — 90, татарҙар — 1,9, башҡорттар — 1,4. Ҡурған өлкәһе башҡорттары Урал аръяғы башҡорттарына ҡарай.

Билдәле шәхестәре

  • Волкова Маргарита Андреевна (1930—2.03.2009), инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1953 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1960 йылдан — смена начальнигы, 1961 йылдан — өлкән инженер-технолог, 1963 йылдан — цех начальнигы урынбаҫары, 1974—1985 йылдарҙа — бүлек начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1983). Сығышы менән Шадрин районы Неонилинский ауылынан.

Тарихы

16 быуат уртаһына тиклем Ҡурған өлкәһенең хәҙерге биләмәләре Себер ханлығында була, уға Уралдың көнсығыш битләүҙәрендә, Иҫәт, Мейәс, Уй ылғалары буйында йәшәгән башҡорттарҙың ерҙәре инә. Башҡортостандың Урыҫ дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Себер даруғаһының Ҡатай, Ҡалмаҡ һәм Һарт улустары, 1919 йылға тиклем — Силәбе өйәҙе, 1919—22 йылдар — Ялан кантоны, 1943 йылда өлкәнең Әлмән һәм Сафакүл райондары башҡорттар айырыуса тупланып йәшәгән территориялар иҫәбенә инә.

Власть тармаҡтары

Ҡурған өлкәһе Уставына ярашлы, дәүләт власы суд, башҡарма һәм ҡанундар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡарма власть

  • Ҡурған өлкәһе Губернаторы — өлкә башлығы һәм төбәктең иң юғары вазифалы кешеһе. Ҡурған өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе. Ҡурған өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Ҡурған өлкәһе Уставы менән билдәләнгән.

Суд власы

Ҡурған өлкәһе суд системаһы составында:

  • Ҡурған өлкәһе суды, Рәсәй Юғары судының түбәнге инстанция суды
  • Ҡурған өлкәһе арбитраж суды, Рәсәй Юғары судының түбәнге инстанция суды

Закондар сығарыу власы

  • Өлкә Парламенты — Ҡурған өлкәһе думаһы.

Административ ҡоролошо

Өлкәлә 24 муниципаль район һәм 2 ҡала округы бар.

    Муниципаль райондар
Ҡурған Өлкәһе 
Ҡурған өлкәһенең административ ҡоролошо
  1. Әлмән районы
  2. Белозерский районы
  3. Варгаши районы
  4. Далмат районы
  5. Звериноголовский районы
  6. Каргаполье районы
  7. Ҡатай районы
  8. Кетов районы
  9. Ҡортамыш районы
  10. Лебяжье районы
  11. Маҡуш районы
  12. Мишкин районы
  13. Мокроус районы
  14. Петухов районы
  15. Половинское районы
  16. Тубыл яны районы
  17. Сафакүл районы
  18. Сиҙәм (Целинный) районы
  19. Частоозерье районы
  20. Шадрин районы
  21. Шатров районы
  22. Шумиха районы
  23. Щучье районы
  24. Юрғамыш районы
    Ҡала округттары
  1. Шадринск
  2. Ҡурған

Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек

Башҡортостан м‑н Ҡурған өлкәһе араһында Гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә (1995), Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (1998), Сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник, соц. һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (2006) ҡул ҡуйылған. Башҡортостан һәм Ҡурған өлкәһе араһында сауҙа әйләнеше 2006 йылда 1485,8 млн һум тәшкил иткән. Башҡорттарҙың йәмәғәт берекмәләре, 18 башҡорт фольклор, шул иҫәптән өс балалар коллективы эшләй. 1995 йылдан башлап өлкә радиоһында башҡорт телендә ай һайын «Тыуған яҡ» тапшырыуы сыға. Райондың 17 мәктәбендә (7‑һендә башҡорт теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ өйрәнелә) башҡорт халҡының тарихы һәм әҙәбиәте буйынса факультативтар, түңәрәктәр ойошторола. Әлмән районы Тәңрекүл урта мәктәбе башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү буйынса методик үҙәк итеп билдәләнгән.

2005 йылдан башлап Башҡортостан һәм Ҡурған өлкәһе ғилми һәм медицина учреждениелары араһында үҙ‑ара хеҙмәттәшлек үҫешә, атап әйткәндә, Ҡурған ҡалаһындағы академик Г. А. Илизаров исемендәге «Тергеҙеү травматологияһы һәм ортопедияһы» Рәсәй ғилми үҙәге Башҡортостандың медицина учреждениеларына консультатив һәм методик ярҙам күрһәтә. Ҡурған өлкәһендә тыуған Ғ. С.Ғәлиуллина, Ш. Ә.Манатов, Д. П.Соколов, Ғ. Ғ.Тағанов һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан менән бәйле.

Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе иҡтисад өлкәһендә төбәк-ара бәйләнеште лә йылдың-йылы әүҙемләштерә. 2016 йылдың мартында өлкәнең Ҡортамыш районы менән иҡтисади мәсьәләләрҙе үҫтереү, тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау, байытыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Ҡурған Өлкәһе ГеографияһыҠурған Өлкәһе ХалҡыҠурған Өлкәһе Билдәле шәхестәреҠурған Өлкәһе ТарихыҠурған Өлкәһе Власть тармаҡтарыҠурған Өлкәһе Административ ҡоролошоҠурған Өлкәһе Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе араһында хеҙмәттәшлекҠурған Өлкәһе ИҫкәрмәләрҠурған Өлкәһе ҺылтанмаларҠурған ӨлкәһеРәсәй ФедерацияһыУрал федераль округы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

21 июльСибайБашҡортостандың Ҡыҙыл китабыБураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙыЙәмғиәтАғиҙел (йылға)ТәртешкәМариан улағыЛотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улыБактерияларӨмөтбаев Рамаҙан Ғимран улыӘкиәтБашҡорт энциклопедияһыБашҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһыШиғриәтДәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙыЭлектрон почтаӘзербайжанХацапетовка һауынсыһы1964 йылТормошДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыМәмбәт (Хәйбулла районы)ЖирафҮлем25 апрельӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыАтаман станцияһыБашҡорт теленең фразеологияһыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыМария-АнтуанеттаӘрмәнстанҒарипова Таңсулпан Хизбулла ҡыҙыСолоҡсолоҡСеңләүАмерика Ҡушма ШтаттарыРун яҙмаһыБашҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыМоллюскыларРодники (Бәләбәй районы)ФитнесХәтирәләр (Әхмәтзәки Вәлиди)ПольшаРәсәйҙә Граждандар һуғышыЭтҡол (Ейәнсура районы)ЕрҠытай телеҠыҙылтүшЮҡтырһың да, Алла!Ғәли Соҡорой15 апрельҮзбәкстанСиләбе өлкәһеӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы2-се ЭтҡолШвецияҒилмани СадуакасДәүләтУтДания баш ҡала төбәгеЭдгар ПоБерлинШевцова Любовь Григорьевна🡆 More