Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла Улы

Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы (рус. Лутфуллин Ахмат Фаткуллович) — (4 февраль 1928 йыл — 10 июль 2007 йыл) — СССР-ҙың (1989) һәм РСФСР-ҙың халыҡ (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966).

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982). Үҙенең художество стилен, үҙенең «доминанта»һын — башҡорт неореализмын булдыра.

Әхмәт Лотфуллин
Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла Улы
Исеме:

Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллин

Тыуған:

4 февраль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районы Асҡар ауылы

Үлгән:

10 июль 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (79 йәш)

Үлгән урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Жанр:

пейзаж

Уҡыған урыны:

Литва ССР-ы Дәүләт художество институты (1954)

Стиль:

реализм

Исемдәре:
СССР-ҙың халыҡ рәссамы— 1989 РСФСР халыҡ рәссамы— 1982
Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Биографияһы

Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллин 1928 йылдың 4 февралендә Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны Асҡар ауылында тыуған. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә.

1943—1945 йылдарҙа Магнитогорск һөнәрселек училищеһында уҡый.

1945—1948 йылдарҙа Ленинград ҡалаһының 9-сы архитектура-художество училищеһында уҡый.

1949—1951 йылдарҙа Өфө театр-художество училищеһында А. Э. Тюлькин, Б. Ф. Лалетин кластарында уҡый.

1951—1954 йылдарҙа Литва ССР-ы Дәүләт художество институты студенты.

1957 йылда Өфөлә тәүге шәхси күргәҙмәһе уҙғарыла. 1957—1998 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй һәм республика әһәмиәтендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

1966 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы» исеме бирелә. 1970 йылда РСФСР Юғары Советы һәм Министрҙар Советының Почёт грамотаһы менән тәбрикләнә. 1971 йылда «Ауылда байрам. 1930-сы йылдар» картинаһы өсөн СССР Художество академияһы дипломы менән бүләкләнә.

1976 йылда Францияға ижади сәфәр яһай. Мәскәүҙә шәхси күргәҙмәһе була. 1977 йылда ижади ҡаҙаныштары өсөн РСФСР Юғары Советы һәм Министрҙар Советының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә. 1978 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы» исеменә лайыҡ була. Өфө, Магнитогорск, Ҡазан ҡалаларында күргәҙмәләре эшләй.

1982 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы» маҡтаулы исеме, шул уҡ йылда Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.

1987 йылда юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.

Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла Улы 
Әхмәт Лотфуллин йәшәгән йортҡа ҡуйылған таҡтаташ

1988 йылда СССР Художество академияһы ағза-корреспонденты итеп һайлана. 1989 йылда «СССР халыҡ рәссамы» исеменә лайыҡ була.

1992 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Почётлы ағзаһы итеп һайлана. 1997 йылда Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана. 1998 йылда Өфөнөң М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында шәхси күргәҙмәһе ойошторола.

2007 йылдың 10 июлендә Өфөлә вафат була. Үҙенең васыяты буйынса Белорет районы Абҙаҡ ауылында ерләнгән .

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

10 июль1928 йыл2007 йыл4 февральБашҡорт АССР-ыРус телеСССРСалауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Хөсәйенов Әхәт Рәхмәтулла улыSkypeҠариҙел (йылға)Хәрби антHTMLISO 4217Байегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыХәбиров Фәрит Барый улыЕңеш суҡыһыНеодимОзеров Николай Николаевич (комментатор)Назар НәжмиЭякуляцияДәүләтбаев Рәмис Рәжәп улыАбдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙыМәскәү дәүләт университетыБадьянатх ГрупМөхәммәт (Пәйғәмбәр)Совет Социалистик Республикалар СоюзыҰБолан культыСалауат (доға)Ғиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улыЦиблиев Василий ВасильевичВенгрияКинотеатрYouTubeКешенең йөклөлөгөТыныслыҡAkStarҒҠара гөбөргәйелХамматов Яңыбай Хаммат улыСәпсек27 апрельБашҡортостан ҡоштарыҠомарлы уйынБашҡорт телендәге уйын фильмдары исемлегеӘз-Зәлзәлә сүрәһеӘбйәлил районыTendenceҒайса (пәйғәмбәр)Викимедиа фондыЯрлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)Никола ТеслаӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыБоланутЮл япрағыБайкова Римма ИвановнаЕңеү көнөМарксизмҺинд океанында Британия биләмәләреМәсетле районыҠарға бутҡаһыМәскәүЭске яныулы двигательБотсванаБаймаҡ районыҺессенБашҡортостанВетеринарияУкраинаЫрымбур губернаһыЖан МареРязанский Сергей НиколаевичДәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улыБеларусьФутбол буйынса Польша йыйылма командаһы🡆 More