Әбйәлил Районы

Әбйәлил районы (рус. Абзелиловский район) — Башҡортостан Урал аръяғының урта өлөшөн биләй, Силәбе өлкәһе менән сиктәш.

1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 4289 км². Район үҙәге — Асҡар ауылы. 2010 йылда районда 45,8 мең кеше йәшәгән (1970 — 40,5, 1979 — 38,3, 1989 — 39,5, 1995 — 40,5). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 9 кешенән ашыу. Күпселек башҡорттар һәм урыҫтар. Районда 91 ауыл бар, шулар араһынан иң ҙурҙары Асҡар (1989 — 5,3 мең кеше), Ҡыҙыл Башҡортостан (2,0 мең) һәм Сиҙәм ауылы (1,7 мең).

Әбйәлил районы
Әбйәлил районы
Флаг[d]
Әбйәлил РайоныӘбйәлил Районы
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Рәсем
Дәүләт Әбйәлил Районы Рәсәй
Административ үҙәк Асҡар
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d] һәм YEKT
Халыҡ һаны 45 551 кеше (2010)
Административ рәүештә бүленә Асҡар ауыл Советы (Әбйәлил районы), Амангилде ауыл советы (Әбйәлил районы), Байым ауыл советы, Буранғол ауыл советы (Әбйәлил районы), Гусев ауыл советы, Дәүләт ауыл Советы, Ҡырҙас ауыл советы, Красная Башкирия ауыл Советы (Әбйәлил районы), Рауил ауыл Советы (Әбйәлил районы), Ташбулат ауыл Советы, Таштимер ауыл Советы (Әбйәлил районы), Хәлил ауыл Советы (Әбйәлил районы), Хәмит ауыл Советы (Әбйәлил районы) һәм Йәнгел ауыл Советы (Әбйәлил районы)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 521 метр
Сиктәш Учалы районы, Белорет районы, Бөрйән районы, Баймаҡ районы һәм Силәбе өлкәһе
Майҙан 4288 км²
Рәсми сайт abzelil.bashkortostan.ru
Урынлашыу картаһы
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Abzelilovsky District[d]
Әбйәлил Районы Әбйәлил районы Викимилектә

Географияһы

Район ерҙәренең көнсығыш өлөшө — тигеҙлек-дала, көнбайыш — таулы-урманлы. Таулы-урманлы зонаһы 600—1000 м бейеклектәге Уралтау, Ирәндек һәм төньяҡта уларҙың дауамы булған Ҡырҡтытау (иң бейек урыны — Ҡараташ тауы, 1117 м) һырттарынан тора. Ирәндек һәм Ҡырҡтытау түбәләрендә, юғары битләүҙәрендә урыны-урыны менән ҡайынлыҡтар һәм ҡарағай, ҡарағаслыҡтар осрай. Битләүҙәр — ҡатҡан йоҡа ҡара тупраҡлы, ә тигеҙлектәр — һелтеһеҙ уңдырышлы ҡара тупраҡлы. Уралтау һыртында ҡайын ҡатыш ҡарағай һәм ҡайын ҡатыш ҡарағас урманы үҫә, ерҙең өҫкө ҡатламы һоро урман һәм көлһыу тупраҡ менән ҡапланған. Райондың көнсығыш өлөшөндә эреле-ваҡлы убалар теҙмәһенән торған, Яйыҡ йылғаһы үҙәне яғына иңкеүләнгән тигеҙлек ятауылы Был яҡтағы бейеклек 350—400 м тирәһе. Тирә-яғы төрлө үлән ҡатыш ҡылған үҫкән уңдырышлы һәм ғәҙәттәге ҡара тупраҡлы далалалар.

Әбйәлил Районы 
Һаҡмар йылғаһы башы, Әбйәлил районы.

Район территорияһына Азия ҡитғаһынан килгән континенталь һауа ағымы тәьҫир итә.

Ҡыш көнө баҫыу өҫтөндәге ҡарҙы осороп алып китә торған һепертмә бурандар йыш була, ә йәй көндәрендә көньяҡтан йыш ҡына эҫе ҡоро елдәр иҫә. Таулы-урманлы урындарҙа климат артыҡ ҡоро түгел. Йылға селтәре Яйыҡтың уң ҡушылдыҡтары булған Оло Ҡыҙыл, Кесе Ҡыҙыл, Йәнгел йылғаларынан тора. Райондың таулы-урманлы көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Яйыҡтың ҙур ҡушылдығы Һаҡмар йылғаһы башлана.

Тау буйы дала зонаһының ҡалҡыулыҡтар араһындағы түбән урынында күлдәр урынлашҡан (Мулдаҡ, Мауыҙҙы, Атауҙы, Ҡарабалыҡты, Суртанды, Сыбаркүл һ.б.). Ҡайһы берҙәренең төбөндә шифалы ләм ятҡылыҡтары бар. Район территорияһында Орсоҡ һәм Дарыулы йылғалары үҙәнендә һибелмә, ә Ярлыҡап ауылы эргәһендә рудалы алтын бар; төньяҡ өлөшөндә марганецрудаһы ятҡылыҡтары (Ниязғол, Йәлембәт, Күсем) табылған; ҡуйы ҡыҙыл, алһыу ҡыҙыл, ҡараһыу шәмәхә төҫөндәге һәм башҡа төр йәшмәнең өҫкә сығып ятҡан урындары билдәле. Урындағы ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн Ҡолоҡас туф, брекчияһы (ваҡ таш алыу), Тупаҡ балсыҡ ятҡылығы һәм Красная Башкирия ҡыҙыл балсыҡ ятҡылығы (кирбес етештереү өсөн), шулай уҡ Йәнгел эзбизташ ятҡылығы эшкәртелә, Мауыҙҙы һәм шифалы ләме булған Мулдаҡ күлдәре тәбиғәт ҡомартҡылары булып иҫәпләнә.

Иҡтисад

Әбйәлил районы — ауыл хужалығы районы. Ауыл хужалығы биләмәләре 208,5 мең га (район майҙ-ның 48,6 %, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 118,0, көтөүлектәр — 70,2, сабынлыҡтар — 20,2 мең га. Райондың дала зонаһында — яҙғы бойҙай (күберәк көслө һәм ҡаты сорттар), ҡарабойҙай үҫтереү; һөт-ит малсылығы, һарыҡсылыҡ, сусҡасылыҡ; тау-урман зонаһында һөт-ит мал-ғы, ит-йөн һарыҡсылығы, тибен йылҡысылығы, яҙғы бойҙай, ужым арышы һәм һоло үҫтереү төп тармаҡтар булып тора. Әбйәлил урман хужалығының 121,3 мең га майҙанында 17504 мең м³ үҙағас, шул иҫәптән 8215 мең м³ ылыҫлы ағас бар. Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә ҡараған бәләкәйерәк предприятиелар (Асҡарҙағы он тартыу комб-ты һәм май заводы), төҙ. материалдары произв-һы бар.

Район територияһы аша Магнитогорск—Белорет—Ҡарлыман, Магнитогорск—Сибай тимер юлдары, Аҡъяр—Сибай—Асҡар—Сермән, Булгаково— Белорет—Магнитогорск автомобиль юлдары үтә. «Красная Башкирия» совхозы территорияһында Магнитогорск аэропорты урынлашҡан.

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 74 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 28 урта мәктәп; Таштимер ауыл хужалығы ПУ, 32 дөйөм китапхана, 77 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 7 участка дауаханаһы эшләй. Асҡар ауылында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Күсем ауылыда Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов музейы асылған.

Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Абзелил» — «Осҡон» гәзите сыға.

Мауыҙҙы күле буйында ләм менән дауалай торған «Яҡтыкүл» шифаханаһы һәм «Ҡараташ» шифахана-профилакторийы урынлашҡан.

Билдәле шәхестәр

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 33 128
1959 35 538
Йыл Халыҡ һаны
1970 39 545
1979 37 902
Йыл Халыҡ һаны
1989 38 856
2002 43 262
Йыл Халыҡ һаны
2010 45 551
2019 45 037
Халыҡ иҫәбе
2002200820092010201220132014
43 26244 97945 29645 55145 48445 22745 042
20152016
44 79544 921
10 000
20 000
30 000
40 000
50 000
2010
2016
    Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 88,6 %, урыҫтар — 8,6 %, татарҙар — 1,6 %, башка — 1,2 %.

Ер-һыу атамалары

  • Әбйәлил районы Күбәләк ырыуы ауылдары тарихы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Tags:

Әбйәлил Районы ГеографияһыӘбйәлил Районы ИҡтисадӘбйәлил Районы Социаль-мәҙәни өлкәӘбйәлил Районы Билдәле шәхестәрӘбйәлил Районы Халыҡ һаныӘбйәлил Районы Ер-һыу атамаларыӘбйәлил Районы ИҫкәрмәләрӘбйәлил Районы ҺылтанмаларӘбйәлил РайоныАсҡар (Әбйәлил районы)БашҡортостанБашҡорттарКвадрат километрРус телеСиҙәм (Әбйәлил районы)УрыҫтарҠыҙыл Башҡортостан

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ҡатын-ҡыҙҠытай Халыҡ Республикаһы тарихыБеренсе донъя һуғышыКислоталарЧжэн ХэБашҡорт халыҡ әкиәттәреЙәрмәкәй районыҺүҙбәйләнешЙөрәк моңдары (йыйынтыҡ)СамолётУсмановG20Эҙләүҙе оптималлаштырыуНамаҙҒаиләКредит картаһыВаҡлап һатыуАйыу һымаҡтарҺиндостанБашҡорттарҠылымБәйетЕкатерина IIМария Склодовская-КюриГрецияЙосопов Тимербай Йосоп улыИбн әл-ХайсамГрузия аграр университетыМозамбикГамеланСталин Иосиф ВиссарионовичАрхеологияНью-ЙоркЭсемлекТел ғилемеИнженерлыҡ эшеБетонМәскәү КремлеСуфыйлыҡҠушма һөйләмИсем (һүҙ төркөмө)Назар НәжмиМиус-фронтБикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улыHTMLЯрлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)Өфө дәүләт нефть техник университетыУрал ауыл Советы (Күгәрсен районы)Пассарелла Даниэль АльбертоАфғанстан🡆 More