Прага

Пра́га (чех Praha ) — Чехияның баш ҡалаһы; Урта чех (урыҫса Среднечешский) крайының һәм уның ике районының (Прага-Көнсығыш (Прага-Восток) һәм Прага-Көнбайыш (Прага-Запад) административ үҙәге.

Илдең үҙ аллы административ берәмеге.

Ҡала
Прага
чех Praha
Прага
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Чехия

Координаталар

HGЯO

Приматор

Адриана Крначова

Беренсе мәртәбә телгә алынған

IX быуат

Майҙаны

496 км²

Высота

177—399 м

Халҡы

1 301 132  кеше (2017)

Тығыҙлығы

2506 кеше/км²

Этнохороним

пражанин, пражанка, пражане

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

без кода, всего 9 цифр в номере, начинается на 2

Почта индексы

100 00 — 199 00

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

A (старые AB, AC, AD, AE, AH, AJ, AK, AL, AM, AN, AO, AP, AR, AS, AT, AU, AV, AY, AZ)

Идентификатор

CZ-PR

Рәсми сайт

praha.eu
 (чех.) (инг.)

Прага (Ер)
Прага
Прага

Халҡы — 1,3 млн кеше (2013 йыл), ҙурлығы буйынса Евросоюзда ун дүртенсе ҡала. Влтава йылғаһы ярҙарында, уның Эльбаға ҡойған тамағынан 40 километр өҫтәрәк урынлашҡан.

Чехияның төп сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Европаның эре сәйәхәт үҙәге: 2012 йылда ҡалаға килгән туристар 5,4 миллиондан артыҡ кеше булған.

X быуат — Чех дәүләтенең баш ҡалаһы; 1526—1918 йылдарҙа — Габсбургтар хаҡимлығы аҫтында булған Богемияның төп ҡалаһы; 1918—1992 йылдарҙа — Чехословакияның, 1993 йылдан — Чех Республикаһының баш ҡалаһы. Праганың тарихи үҙәге ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.

Тарихы

Прага 
Прага күренеше. 1493 йылғы гравюра

Хәҙерге Прага биләмәләрендәге славян ауылдары тураһындағы беренсе тарихи мәғлүмәттәр беҙҙең эраның VI быуатына ҡарай. X быуатта Прага Чех дәүләтенең баш ҡалаһына әйләнә, был йөҙ йыллыҡ аҙағына ҡалала баҙар майҙаны барлыҡҡа килә.

XIII быуаттың тәүге яртыһында был майҙан янындағы таш ҡаралтыларҙы уратып таш стеналар күтәрә башлайҙар. XIX быуат уртаһына Прага иҡтисад йәһәтенән яҡшы үҫешкән һәм күршеләре менән ҡыҙыу сауҙа алып барған ҡала булып таныла.

Урта быуаттарҙа Париж менән бер ҡатарҙан Европа баш ҡалаһы исеменә дәғәүә иткән Прага, 16-сы быуатта глобалләшеүҙең беренсе тулҡынынан ситтә ҡалып, ҡитғаның үҙәктән ситтәге (периферия) ҡалаһына әйләнә.

Прага 
Прага, 1606 йыл

1866 йылғы Австрия-Пруссия һуғышында Австрияның еңелеүенән һәм Праганы Пруссия ғәскәрҙәре баҫып алғандан һуң Австрия командованиеһы ҡала оборона йәһәтенән мөһимлеген юғалтты тигән һығымтаға килә. Был ҡаланың күп нығытмаларын һүтеү хаҡындағы ҡарар ҡабул итеүгә нигеҙ. Һөҙөмтәлә Праганың ҡала яны райондары йылдам үҫеш ала, уларҙа иҫке кварталдарҙан айырмалы, тиҫтәләгән һәм йөҙләгән яңы завод һәм фабрикалар ҡалҡып сыға, улар үҙҙәренә эшсе көстө ауылдарҙан тарта.

XIX быуатта Прага агломерацияһы бөтә империяның иң мөһим сәнәғәт үҙәгенә әйләнә. Был йәһәттән бигерәк тә яҡында урынлашҡан күмер бассейнын һәм Кладно ҡалаһының металлургия тармағын йәтеш ҡулланған машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү предприятиелары айырым роль уйнай.

Климаты

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 17,4 19,2 22,5 28,8 32,5 37,2 37,8 37,4 33,1 27,0 19,5 17,4 37,8
Уртаса максимум, °C 1,3 3,0 8,1 14,3 19,2 21,8 24,4 23,8 18,9 13,1 6,0 2,0 13,0
Уртаса температура, °C −1,4 −0,4 3,6 8,4 13,4 16,1 18,2 17,8 13,5 8,5 3,1 −0,3 8,4
Уртаса минимум, °C −4 −3,6 0,0 2,9 8,2 10,8 12,7 12,6 8,8 4,7 0,6 −2,7 4,3
Абсолют минимум, °C −27,5 −27,1 −27,6 −8 −2,3 1,9 6,7 6,4 0,7 −7,5 −16,9 −24,8 −27,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 22 23 28 28 73 66 79 65 42 27 30 28 509
Сығанаҡ: Погода и Климат

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • С. Брук. Прага и Чешская Республика. Путеводитель (Серия: The National Geographic Traveler). Изд-во Астрель/АСТ, 2006 г. — ISBN 5-271-14656-1, ISBN 5-17-038820-9, ISBN 0-7922-4147-9.
  • Нойгебауер Роман. Прага. Город мечты на Влтавею. Прага: Виталис, 2012. — ISBN 978-80-7253-352-7.
  • Салфеллнер Гаральд. Прага — золотой город. Прага: Виталис, 2014. — ISBN 978-80-7253-322-0.
  • Салфеллнер Гаральд. Прага — Путеводитель. Прага: Виталис, 2012. — ISBN 978-80-7253-297-1.
  • Прага. Иллюстрированный путеводитель (Серия: Дорлинг Киндерсли. Путеводители). Изд-ва: АСТ, Астрель, Дорлинг Киндерсли, 2004 г. — ISBN 5-17-022252-1, ISBN 5-271-08019-6, ISBN 0-7513-4828-7.
  • О. Кармоди, А. Ширяев. Прага (Серия: Путеводители «Афиши»). Изд-во Афиша Индастриз, 2006 г. — ISBN 5-9900241-9-3.
  • Путеводитель «Прага в Кармане» (Серия: «Столицы туризма»). Изд-во Welcome. — ISBN 5-93024-021-3.
  • Рипеллино Анджело Мария. Магическая Прага = Praga Magica / Перевод с итальянского Ирины Волковой, Юлии Галатенко. — М.: Издательство Ольги Морозовой, 2015. — 608 с. — (Мировой литературный и страноведческий бестселлер). — ISBN 978-5-98695-079-2.

Һылтанмалар

Tags:

Прага ТарихыПрага ИҫкәрмәләрПрага ӘҙәбиәтПрага ҺылтанмаларПрагаУрыҫ телеХалыҡ-ара фонетик алфавитЧех телеЧехия

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Абдуллин Әнүәр Абдулла улыТанауИталияРомео һәм ДжульеттаМартин Лютер КингГонконг1943 йылИндонезияДипломатия2016 йылАрыҫлан петроглифтарыСоветтар Союзы Коммунистар партияһыФранклин Рузвельт26 ғинуарҠаҙылма яғыулыҡГазСифатИр енес ағзаһы6 март1 июльАҡмесджитЛенин Владимир ИльичРәшит әд-ДинБашҡорт халҡының йолаларыЕнси актКеше потенциалы үҫеше индексыБәйләүес20 сентябрьШарль де ГолльАят әл-КүрсиБронзаОктябрьНурмөхәмәтов Рәшит Мөхәмәтбарый улыСүриәПрограмма менән тәьмин итеүКонгресс китапханаһы«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалыСоветтар Союзы Геройы28 июньХалыҡ-ара стандарт китап номеры1911 йылБиографияМикрокредитлауБангладешМәғарифЕте йыллыҡ һуғышБерләшкән Ғәрәп ӘмирлектәреРәсәйБүләков Динис Мөҙәрис улы12 июльГригориан календарыӘрмәндәрШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыКапитализмНатрий карбонатыАят әл-КурсиОктябрь Революцияһы орденыБизнес6 ғинуарҠөрьән1917 йыл15 март🡆 More