Слова́кия (словак.
2001 йылдағы иҫәп алыу буйынса — халҡы 5,4 миллиондан ашыу, территорияһы — 48 845 км². Халҡының һаны буйынса донъяла 120-се, территорияһының майҙаны буйынса 127-се урында тора
| |||||
Гимн: «Nad Tatrou sa blýska» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 1 ғинуар 1993 ( Чехословакия тарҡалыуҙан) | ||||
Рәсми тел | Словак теле | ||||
Баш ҡала | Братислава | ||||
Эре ҡалалар | Братислава, Кошице, Прешов, Жилина, Нитра | ||||
Идара итеү төрө | парламент республикаһы | ||||
Президент Премьер-министр | Андрей Киска Роберт Фицо | ||||
Дәүләт дине | Католицизм | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 126 49 034 км² незначительно | ||||
Халыҡ • Һаны (2012) • Халыҡ тығыҙлығы | 5 400 536 чел. (112) 110 чел./км² | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения | 127,111 млрд долл. 23 384 долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә | 97,239 млрд долл. 17 888 долл. | ||||
ИЧР (2013) | ▲ 0,830 (очень высокий) (37 урын) | ||||
Этнохороним | словактар | ||||
Валюта | евро (EUR) | ||||
Интернет-домен | .sk | ||||
Код ISO | SK | ||||
МОК коды | SVK | ||||
Телефон коды | +421 | ||||
Сәғәт бүлкәте | Үҙәк Европа ваҡыты (UTC+1]], йәй — Үҙәк Европаның йәйге ваҡыты (UTC+2) | ||||
Баш ҡалаһы — Братислава. Дәүләт теле — словак теле
Унитар дәүләт, парламент республикаһы. 2014 йылдың июнендәге мәғлүмәт буйынса, ил президенты — Андрей Киска, премьер министр — Роберт Фицо. 8 крайға бүленгән.
Европа үҙәгендә урынлашҡан. Континенталь дәүләт, диңгеҙгә сығыу юлы юҡ. Украина, Польша, Чехия, Австрия һәм Венгрия менән ҡоро ер сиге бар.
Дингә ышанған халыҡтың күбеһе, яҡынса 70 проценты, католик динен тота.
Иҡтисади яҡтан тиҙ үҫешеүсе индустриаль ил. 2011 йылға эске тулайым продукт кимәле йән башына 127,111 АҠШ доллары тәшкил итә. Аҡса берәмеге — евро. .
Илдең бойондороҡһоҙлоғо 1993 йылдың 1 ғинуарында иғлан ителә. Территория үҙ тарихында, VII быуатта Само дәүләтенән башлап, XX быуатта Чехословакияға тиклем, бик күп держава һәм дәүләт берәмектәре составына инә. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Өсөнсө рейхҡа буйһонған Словак дәүләте була. Ул 1945 йылда Чехословакияның өлөшө һанала.
Славяндар V быуатта, халыҡтарҙың бөйөк күсеше дәүерендә территорияларын Словакияға күсерә. Словакия VII быуатта Само дәүләте державаһы үҙәгенең өлөшө була. Һуңғараҡ уның территорияһында Нитран кенәзлеге урынлаша. Бөйөк Моравия булараҡ билдәле булған славян дәүләтенең иң юғары үҫеше IX быуатта [Кирилл һәм Мефодийҙың һәм Бөйөк Моравия кенәзе Святополк I етәкселегендәге экспансияның килеү ваҡытына тура килә. Һөҙөмтәлә, XII—XIV быуаттарҙа, Словакия Венгрия кенәзлегенең бер өлөшө була. Һуңғараҡ, 1918 йылда тарҡалғанға тиклем Австро-Венгрия составына инә. Ошо уҡ йылда Словакия Чехия һәм Подкарпат Русе менән берләшеп, Чехословакия дәүләтен барлыҡҡа килтерә. 1919 йылда Венгр Ҡыҙыл Армияһының төньяҡҡа походында Словакия территорияһында күпмелер ваҡытҡа Словак Совет Республикаһы урынлаша. 1938 йылда Мюнхен килешеүенән һуң Чехословакия тарҡалғас, Словакия нацист Германияһы тарафынан контролгә алынған Тәүге Словак республикаһы була. Икенсе Бөтә Донъя һуғышынан һуң, Чехословакия яңынан тергеҙелә һәм 1945 йылда Совет Социалистик Республикалар Союзының йоғонтоһона эләгә. 1968 йылдың октябрендә Федерация тураһында Конституцион закон ҡабул ителә, ул 1969 йылдың 1 ғинуарында көсөнә инә. Быға ярашлы, 1960 йылда рәсми рәүештә Чехословакия тип аталған Чехословакия Социалистик Республикаһы икегә: Чех Социалистик Республикаһы һәм Словак Социалистик Республикаһына бүленә. 1989 йылда тыныслыҡ Бәрхәт революцияһы ваҡытында социалистик Чехословакияның бөтөүе Чехословакияның бөтөн дәүләт булараҡ тарҡалыуын да аңлата. Был 1990 йылда Чех һәм Словак Федератив Республикаһы, һуңғараҡ, 1993 йылдың 1 ғинуарында ике айырым дәүләт — Словакия менән Чехияның («бәрхәт айырылыу») барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе була. 2004 йылдың 29 мартында Словакия НАТО, 2004 йылдың 1 майында Евросоюз ағзаһы була.2007 йылдың 21 декабрендә Шенген зонаһына, 2009 йылдың 1ғинуарынан Евро зонаға инә.
Словакия төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан Карпат тауҙары теҙмәһе менән уратып алынған. Карпаттан көньяҡҡа табан уңдырышлы ерҙәр менән бүленгән ҡалҡыулыҡтар өҫтөнлөк ала, шул урында Дунайға бик күп йылғалар ҡоя. Уларҙың иң ҙуры Ваг, Нитра һәм Грон. Словакия территорияһының 80%-ы диңгеҙ кимәленән 750 метр бейеклектә булһа ла, илдә Дунайға яҡын Братислава һәм Комарно районында урынлашҡан, уңдырышлы Урта Дунай уйһыулығы ла бар һәм ул илдең игенгә бай ере һанала.
Дунай йылғаһы илдең көньяҡ-көнсығыш сиген булдыра. Уға көньяҡҡа ҡарай аҡҡан бик күп Карпат йылғалары ҡоя. Дунайҙың иң эре ҡушылдыҡтарының береһе — Ваг, Нитра һәм Грон. Көнсығышта Лаборец, Ториса һәм Ондава кеүек Карпат йылғалары Дунайҙың иң эре ҡушылдығы Тиса йылғаһы бассейнына ҡарай.
Словакияға континенталь климат хас. Ҡыш һыуыҡ һәм ҡоро булһа, йәй йылы һәм дымлы. Тауҙарҙа яуым-төшөм күп. Йыллыҡ яуым-төшөм суммаһы тауҙарҙа 1000 мм-ҙан күберәк, ә тигеҙ ерҙә йылына 500 мм тәшкил итә. Братиславала ғинуарҙың уртаса температураһы — 1 °C, илдеке — +21 °C. Тауҙарҙа ҡыш һыуығыраҡ, йәй һалҡыныраҡ.
Илдең 40%-ын урмандар алып тора. Көньяҡ һөҙәклектәр бук һәм имән кеүек киң япраҡлы урмандар йәки ҡатнаш урман менән ҡапланып алынған. Шул уҡ ваҡытта төньяҡ һөҙәклектәрҙә ылыҫлы урман, күбеһенсә шыршы һәм аҡ шыршы таралған. Илдә киң япраҡлы ағастар 53 %, бигерәк тә бук — 31 % һәм имән 10 %. Ә инде ылыҫлы ағастарҙан шыршы — (29 %) һәм аҡ шыршы (9 %) күберәк. Тауҙарҙа альп туғайлыҡтары урынлашҡан. Словакияның таулы урмандарында боландар, һеләүһендәр, бүреләр һәм айыуҙар, ә ваҡ кейектәр араһында төлкөләр, тейендәр, йәтсәләр бар.
Милли парктар һаҡланған тәбиғәт территориялары һәм объекттарының бары тик бер өлөшө генә. Уның менән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығы идара итә. 1949 йылдан 2002 йылға тиклем 9 милли парк булдырылған:
Словакияла иҡтисад ихтыяжына файҙаланылған нефть, тәбиғи газ, һоро күмер табыла. Нефть эске энергетика талабының 1%-ын, һоро күмер — 80%-ын, ҡалғандарын Чехиянан индерелгән импорт ҡаплай. Илдә уран запасы, таш күмер, һәүерташ газы запасы бар. Әммә бөгөнгө ваҡытта үҙҡиммәтенең юғары булыуы сәбәпле улар эшкәртелмәй. Ил шулай уҡ руда (мәғдән) булмаған материалдар запасына ла бай. Экспортҡа сығарылған магнезит сығарыу әүҙем алып барыла. Элек Словакияла бик күп алтын, көмөш һәм башҡалар сығарылған. Бөнгө ваҡытта ҡиммәтле металдар әҙләп кенә Ходруша-Хомре районында табыла.
Словакияның башлығы булып, 5 йыл срокка дөйөм тура һайлауҙарҙа һайланған Словакияның президенттар исемлеге (Prezident Slovenskej Republiky) тора. Башҡарма властың күп өлөшө Хөкүмәт башлығы, Словакияның премьер-министрҙар исемлеге иңенә һалынған. Партияның йәки коалицияның лидеры булған Словакияның премьер-министрҙар исемлеге президент тарафынан тәғәйенләнә. Башҡарма орган — Словак Республикаһы Хөкүмәте (Vlada sloveskej Republiky). Министрҙар кабинетының ҡалған өлөшө премьер-министрҙар рекомендацияһы буйынса шулай уҡ президент тарафынан тәғәйенләнә. Словакияның иң юғары закондар сығарыу органы булып, 150 урынлыҡ, бер палаталы Словак Республикаһының Милли советы (Národná Rada Slovenskej Republiky) һанала. Делегаттар Пропорциональ вәкиллек базаһында 4 йыллыҡ срокка һайлана. Әгәр бөтә депутаттарҙың биштән өс өлөшө тауыш бирһә, парламент президентты отставкаға ла ебәрә ала. Бер айҙа өс тапҡыр хөкүмәт программаһы белдереүен хупламаған осраҡта президент парламентты тарата ала. 2012 йылдың 10 мартындағы Словак Республикаһының Милил Советына сираттан тыш һайлау түбәндәге һөҙөмтәләрҙе күрәһәтә:
Название | Расшифровка | % | Мандатов | Мандатов в предыдущем созыве |
---|---|---|---|---|
Smer-SD | Курс — социаль демократия | 44.41 | 83 | 62 |
KDH | Христиан-демократик хәрәкәте | 8.82 | 16 | 15 |
OĽaNO | Ябай кешеләр һәм бойондороҡһоҙ шәхестәр | 8.55 | 16 | - |
MOST-HÍD | Мост (партия) | 6.89 | 13 | 14 |
SDKÚ-DS | Словак демократик һәм христиан союзы | 6.09 | 11 | 28 |
SAS | Ирек һәм теләктәшлек (партия) | 5.88 | 11 | 22 |
SNS | Словак милли партияһы | 4.55 | - | 9 |
Конституцион күҙәтеү органы — конституцион Суд (Ústavný súd). Уға ведомство ҡарамағындағы конституцион мәсьәләләр ҡарай. Был судтың 10 ағзаһын, парламент тәҡдим иткән бер нисә кандидат араһынан президент һайлай. Юғары суд инстанцияһы — Юғары Суд (Najvyšší súd). Тәүге суд инстанциялары — край судтары (Krajský súd), түбәнге суд системаһы звеноһы — округ судтары (Okresný súd).
Иң эре профсоюз үҙәге — Словак Республикаһының профсоюдар конфедерацияһы (Konfederácia odborových zväzov Slovenskej republiky).
Словакия 8 крайға бүленә (словак. kraj). Улар үҙҙәренең административ үҙәк исемен йөрөтә. 2002 йылда һәр край ниндәйҙер автономия ала.
крайҙар бер нисә районға бүленә(словак. okresy, ед.ч. словак. okres). Әлеге ваҡытта словакияла бөтәһе 79 район бар.
Словакия— үҫешкән индустриаль-аграр ил. Сағыштырмаса күп тармаҡлы ауыл хужалығы заманса материаль-техник базаға һәм инфраструктураға нигеҙләнгән. Өҫтөнлөгө: етештерү үҫешкән, бигерәк тә Братислава районында.
Словакия юғары туристик потенциалға эйә. Уның тәбиғәте, тауҙары, мәмерйәләре, саңғы курорттары, һарайҙары һәм ҡалалары күп туристарҙы йәлеп итә. 2006 йылда илгә 1,6 миллион турист килә, ә иң популяр ерҙәр булып Братислава һәм Бейек Татры һанала. Туристарҙың күбеһе Чехиянан — 26 %, Польшанан- 15 % һәм Германиянан 11 % килә. Илдең күп кенә граждандары сит илгә сыға. Мәҫәлән, 2012 йылда ситкә сығыусы ағымда 3017 мең кеше иҫәпләнә.
1990 йылдар башында, Чехословакияның тарҡалыу ваҡытында, Словакия территорияһында автомобилдәр етештерелмәй. Братиславала бары тик Чех автомобиле Шкода өсөн комплекттар сығарыусы автозавод ҡына була. 1990 йылдар аҙағына 2000 йылдар башына, инвестициялар йәлеп итеү сәйәсәтенә ярашлы, ил территорияһында сит илдәрҙең эре автомобиль заводтары менән төҙөлөш башлана. Братиславала, Братислав автозавод корпусы территорияһында, Volkswagen (концерн), Трнавала Peugeot, Жилинда Kia Motors компанияһы заводтары төҙөлә. 2000 йылда Словакияла 182 мең автомобиль етештерелә. Ә инде 2015 йылда 218 мең автобиль етештерелә. Йән башына автомобилдәр етештереү буйынса Словакия донъя лидерына әйләнә.
Халҡының иҫәбе — 5,5 млн кеше. Территория буйлап тигеҙ урынлаштырылған. Көньяҡ-көнбайышта тығыҙлыҡ ҙурыраҡ, сөнки ауыл хужалығы алып барыуға рельеф яраҡлы.
Словакияның күселек халҡы — этник словактар, 2011 йылдағы иҫәп алыуға ярашлы, 85,8 %. Венгрҙар— иң әҙ милләт 9,7 %. Улар башлыса көньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа йәшәй. Башҡа этник төркөмдәргә сегәндәр, чехтар, русиндар, украиндар, немецтар, поляктар инә.
Дөйөм алғанда, бигерәк тә күрше Чехия менән сағыштырғанда, Словакия дини ил һанала. Словак конституцияһы дин тотоуға иреклек бирә. Словакияның күпселек гражданы, 69%-ы католиктар; икенсе урындағы төркөм — протестанттар,11 %; лютерандар (башлыса словактар), реформаттар (күпселектә венгрҙар); грек католиктар — 4 % һәм православтар — 1 %.
Рәсми дәүләт теле — словак теле . Венгр теле Көньяҡ Словакияла берҙәй статусҡа эйә. Словакия законы буйынса, венгр теле халыҡтың 20 процентын венгрҙар тәшкил иткән өс төбәктә словак теле менән бер рәттән, рәсми тел булараҡ файҙаланыла. Күпселек словакия халҡына, 2011 йылдағы иҫәп алыуҙар буйынса 4 240 453 кешегә (78,6 %) әсә теле булып словак теле һанала. Венгр телен туған теле итеп 122 518 кеше (2,3 %); русин теле дүртенсе урында тора, уны 55 469 кеше, халыҡтың 1%-ы үҙенең туған теле тип иҫәпләй. Ҡалған телдәр 1 %- тан әҙерәк тауыш йыйған, йәғни 55 469 кеше.
Словакияның ҡораллы көстәре ҡоро ер ғәскәрҙәренән һәм хәрби-һауа көстәренән, һауа һөжүменә ҡаршы оборона, сик ғәскәрҙәре һәм граждандар обронаһы ғәскәрҙәренән тора. Армия иҫәбендә 14 000 һалдат һәм офицер. 2004 йылда Словакия НАТО ағзаһы була. 2005 йылдың авгусынан дөйөм хәрби йөкләмә юҡҡа сығарыла һәм профессиональ армияға күсеү ойошторола. 2009 йылда хәрби бюджет 1,35 миллиард АҠШ доллары тәшкил итә. Словакия БМО-ның күп кенә тыныслыҡ урынлаштырыу миссияларында ҡатнаша. |
Словакия Викиһүҙлектә | |
Словакия Викикитапханала | |
Словакия Викимилектә | |
Мета-вики | |
[[n:
| |
[[voy:
| |
Проект «Дәүләттәр» |
|
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Словакия, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.