Турку: Финляндияның көньяҡ-көнбайышындағы ҡала һәм порт.

Турку (бор.

урыҫ. Кабы, иҫкесә. Або, фин. Turku [ˈturku] , швед. Åbo [ˈoːbu] ) — Финляндияның көньяҡ-көнбайышында Аурайоки йылғаһының Архипелаг диңгеҙенә ҡойған урынында урынлашҡан ҡала һәм порт. Варсинайс-Суоми провинцияһының административ үҙәге.

Турку
фин. Turku
швед. Åbo
Флаг[d]Герб[d]
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планыТурку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы
Нигеҙләү датаһы 1229
Рәсем
Рәсми атамаһы Turun kaupunki һәм Åbo stad
Рәсми тел Фин теле һәм швед теле
Дәүләт Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы Финляндия
Административ үҙәге Варсинайс-Суоми[d]
Административ-территориаль берәмек Варсинайс-Суоми[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Статистическая область Турку[d]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Избирательный округ Варсинайс-Суоми[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Аурайоки[d] һәм Архипелаговое море[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Turku[d]
Хөкүмәт башлығы Минна Арве[d]
Башҡарма власть Turku city board[d]
Закондар сығарыу органы Turku city council[d]
Халыҡ һаны 202 250 кеше (29 февраль 2024)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 0 метр
Туғандаш ҡала Флоренция, Варна, Кёльн[d], Братислава, Гданьск, Росток, Гётеборг[d], Орхус, Констанца, Сегед[d], Тарту, Берген[d] һәм Харьков
Милке Веритас (стадион)[d], Пааво Нурми[d] һәм Turku Sports Park[d]
Сиктәш Парайнен[d], Аура (Финляндия)[d], Пёутюя[d], Мюнямяки[d], Ноусиайнен[d], Руско[d], Каарина[d], Лието[d], Райсио[d] һәм Наантали[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 245,63 км² (1 ғинуар 2023)
Почта индексы 20000–20960
Рәсми сайт turku.fi
Урынлашыу картаһы
Панорамный вид
Коллаж
Классификация климата Кёппена влажный континентальный климат с тёплым летом (Dfb)[d]
Портал открытых данных Turku Open Data[d]
Демография темы demographics of Turku[d]
Official map URL opaskartta.turku.fi
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Турку[d]
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы Турку Викимилектә

2017 йылдың 31 декабрендә халыҡ һаны 189 669 кешегә етә — Финляндияның халыҡ һаны буйынса алтынсы урын биләгән ҡалаһы, ә ҡала ситендәге биҫтәһендә йәшәүселәрҙе иҫәпкә алғанда (2017 йыл аҙағына) — илдә Хельсинки һәм Тампере ҡалаларынан һуң өсөнсө ҡала агломерацияһы (303 492 кеше).

Ҡалала ике рәсми тел бар: ил халҡының 87,7 проценты фин телен төп тел булараҡ ҡуллана; швед теле халыҡтың 5,3 процентына (2009) туған тел булып тора. Турку көнбайышҡа ҡапҡа тип һанала, ә Европаның Е18 магистрале уны Санкт-Петербург һәм Стокгольм менән тоташтыра. Ҡалала Аланд утрауҙары һәм Швеция араһында йөк һәм пассажирҙар ташыуҙы тәьмин иткән ҙур порт бар. Турку аэропорты Финляндияла ҙурлығы буйынса бишенсе һәм йөк ташыу буйынса икенсе урынды биләй.

Турку ғилми һәм һәм мәҙәни үҙәк булараҡ билдәле: XIII быуаттан бында ике мәктәп эшләй, ә 1640 йылда беренсе университетҡа — Або Король академияһына һәм Финляндияла беренсе типографияға нигеҙ һалына. 1772 йылда Финляндияла беренсе гәзит баҫылып сыға башлай. 2011 йылда Турку Таллин менән бергә Европаның мәҙәни баш ҡалаһы итеп һайлана.

Әлеге ваҡытта илдең биотехник производствоһының яҡынса 50 проценты һәм диагностика сәнәғәтенең 60 процентҡа яҡыны тап ошо ҡалала тулланған.

Ғәҙәттә Турку «раштыуа ҡалаһы» тип иҫәпләнелә, илдең төп раштыуа шыршыһы ошо ҡалала урынлаштырыла, бында йыл һайын бик күп мәҙәни саралар үтә.

Йәмәғәт фекере буйынса, 2012 йылда Турку Финляндия граждандары араһында йәшәү өсөн уңайлылыҡ кимәле буйынса икенсе урын биләһә, 2013 йылда үткәрелгән һорау алыуҙа ҡала халҡы үҙҙәренең йәшәгән төбәгенән бик ҡәнәғәт булыуҙарын белдерә.

Тарихы

Этимологияһы

Ҡаланың шведса атамаһы Åbo ([ˈoːbu]) ике һүҙҙән тора: å (швед.)баш. («йылға») һәм bo («йәшәү») һәм йылға буйында йәшәгән тип тәржемә ителә. 1917 йылға тиклем урыҫ телендә ҡала атамаһының латин телендәге варианты ҡулланыла — Або (лат. Aboensis, беренсе тапҡыр был исем 1270 йылда епископ Катиллус документтарыда ҡулланыла), ә губернаһы Або-Бьернеборгский тип атала.

Фин телендәге Turku ([ˈturku]) атамаһының этимологияһы боронғо урыҫ телендәге търгъ (хәҙер — торг) менән бәйле. Швед телендә torg, Италияла — Trieste. Сауҙа итеү урынын, баҙарҙы аңлата был һүҙ.

Тимер быуат (б. э. тиклем 500—1250)

Аурайоки йылғаһы һәм Вяхяйоки араһындағы үҙән — ауыл кешеләре булдырған йәнле сауҙа майҙаны, — һыу һәм ҡоро ерҙәге сауҙа юлдары киҫешкән урын. Тәүге мәғлүмәттәрҙең береһе — Римдең тимер быуатына тиклем Куралала Ханнуниитту ерләнгән. Римдең тимер быуатына тиклемге археологик ҡомартҡылар бик күп.

1155 йылда швед короле Эрик IX Финляндияға үҙенең тәүге тәре походын ойоштора. Король менән бергә Упсалыға католик епискобы Генрих (инглиз булырға тейеш) килә, ул епархияһының Сатакунта һәм Хяме провинцияһында миссионер провинцияһы етәксеһе була. Йылъяҙманы яҙыусылар Изге Генрихты Финляндияның беренсе епискобы тип атай.

1216 йылда Рим папаһы Иннокентий III Эрик Кнутссонды Швеция короле тип таный һәм уға Финляндияға епископтар тәғәйенләнеү хоҡуғын бирә. Был инде Уппсал архиепископияһына ҡараған Сатакунта һәм Хяменың тулыһынса миссонер епархияһына буйһоноуын һәм Финляндияның тулыһынса Швеция протектораты аҫтында инеүен аңлата.

Урта быуаттар (1229—1500)

Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Тәре емереклектәр Коройнен емереклектәрендәге тәре

Тарихсылар Турку ҡала тораҡ пунктының барлыҡҡа килеү ваҡытын Рим папаһы Григорий IX понтификаты осорона бәйләй, Был фараз Рим папаһының 1229 йылда 23 ғинуарында яҙған хатына ҡарап билдәләнә. Понтификтың мөрәжәғәтнамәһендә епископ Абоның резиденцияһын уңайлыраҡ урынға — Ноусистан Коройсҡа күсереү буйынса рөхсәт бирелә. Хәҙерге ваҡытта резиденция Аурайоки йылғаһы буйынса Туркуның хәҙерге ҡала үҙәгенән бер ни тиклем үрҙәрәк урынлашҡан.

1250 йылдан һуң Униканкаре убаһында таш кафедраль собор төҙөлә башлай, шуға бәйле тип 1286 йылда, епископ Катиллустың вафатынан һуң, епископтың резиденцияһын яңы урынға күсерәләр. 1300 йылда бөгөлөш йылда төҙөлгән Аурайоки йылғаһы бөгөлөшөндә төҙөлгән кафедраль соборҙы Туркуның епискобы Мауну I (1291—1308) изгеләндерә. Турку тораҡ пункты булараҡ тәүге тапҡыр 1270 йылда билдәләп үтелә, документ тексында епископ Або халҡы Катиллус бында йәшәүселәрҙе «Aboensis» тип атай.

Або-Турку ҡала статусын 1290-сы йылдарҙа ала, әммә 1309 йылдан һуң төҙөлгән бер документта ғына Або «ҡала» тип атала: «universitas Aboensis ciuitatis». Ошо ваҡыттан алып ҡаланың гербы һәм мисәтенең булыуы билдәле.

1318 йылда новгородлылар ҡаланы тотош яндыра, тик тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөлгәндән һуң ғына Або ҡайтанан төҙөлә башлай. Хоҡуҡтар биреүсе һәм ҡалаға идара итеүсе Ратуша тәүге тапҡыр 1324 йылда телгә алына. 1324 йыл.

1323 йылда Орехов килешеүе төҙөлә, унда Новгород ере һәм Швед королллеге араһында сиктәр раҫлана. Новгород республикаһы менән бәрелештәр туҡтағандан һуң ғына ҡала тормошо юлға һалына. Ошо осорҙа Або Ганза союзына инә.

Урта быуат ҡалаһының майҙаны 20 гектарҙан саҡ ҡына күберәк була. епископтың резиденцияһы һәм доминикан монастыры Або-Туркуны дини һәм белем биреү үҙәгенә әйләндерә. Сауҙа һәм диңгеҙ юлдарының тап ошо ҡала аша үтеүе Туркуны Финляндияның иң эре ҡалаһына һәм Швед короллегендә иң ҙур һәм иң эре ҡалаларҙың береһенә әйләндерә.

1409 йылда Турку үҙ аҡсаһын һуға башлай, әммә ул ҡиммәте буйынса Швеция аҡсаһынан айырыла.

Финляндия герцоглығы (1500—1809)

Карл Кнутссоне Финляндияға хакимлыҡ иткәндә Абос һарайы нығытылыуға ҡарамаҫтан, ҡала һәм нисә тапҡыр баҫып алына, талауға дусар ителә. Шуларҙың иң ҙурҙары — 1509 һәм 1522 йылдарҙа даттарҙың баҫып инеүе. Дания, Норвегия һәм Швецияны Ганзаға ҡаршы берләштергән Кальмар унияһы осоронда Турку, Финляндия кеүек үк, даттарҙың Балтиҡ диңгеҙендә хакимлыҡ итеү өсөн көрәшедә терәк пунктына әйләнә.

1523 йылда Абос замогын даттар баҫып ала, әммә бик оҙайлы ҡамауҙа тотҡандан һуң ҡалаға Швецияның яңы короле Густав I Вас (1523—1560) яҡлылар бәреп инә. Замоктан һәм Финляндиянан сит ил баҫҡынсыларын ҡыуып сығарыу «Стокгольм ҡанлы мунсаһы» тип аталған алыштың эҙемтәһе була. унЙәш Густав Вас унияның һуңғы короле Кристиан Икенсегә ҡаршы ихтилал башына тора, уны ҡолата, һәм Швецияның короле тип иғлан ителә.

Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Микаэль Агрикола Альберт Эдельфельттың гравюраһында

1527 йылда ҡатламдарҙың дөйөм йыйылышында сиркәүҙәге бөтә күсемһеҙ милектең швед тажы милкенә тапшырылыуы, ә монархтың сиркәү башлығы булыуы һәм ошо мәлдән башлап епископтарҙың тәғәйенләнеүен раҫлауы тураһында ҡарар ҡабул ителә. Шулай итеп, Турку, шулай уҡ бөтә Финляндия һәм Швеция, католик сиркәүе менән мөнәсәбәттәрҙе өҙә. Үткәрелгән дини реформа, яңы тәғлимәтте ихлас ҡабул иткәндән түгел, ә власть өсөн барған ҡаты көрәш һөҙөмтәһе булып тора, һәм ул Финляндияның төп ҡалаһы Туркуның сәйәси һәм мәҙәни тормошона ҡырҡа үҙгәрештәр индерә. Яңы лютеран дине "евангелизм"дың Туркулағы тәүге руханийы — Петрус Сяркилахти[en]. Реформа үткәреүҙә Туркуның епискобы Микаэль Агрикола (1510—1557) ҙур рол уйнай, аҙаҡ уны «фин теле һәм әҙәбиәтенең атаһы» тип атайҙар. Агрикола Виттенбергта уҡ Библияны фин теленә тәржемә итеү эшен башлаған була, унда ул Мартин Лютер етәкселегендә уҡый. Яңы Ғәһет 1548 йылда, ә унан алдараҡ әлифба баҫтырып сығарыла.

Швеция короле Густав Вас үткәргән административ реформаға бәйле, тәхетте нәҫелдән-нәҫелгә тапшырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә, һәм монархтың өлкән улы Эрик кронпринц тип иғлан ителә. Кесе улдары герцог титулдарын ала, шуға бәйле Финляндия герцоглығы башына 19 йәшлек Юхан ултыра. Ул идара иткән 1556—1563 йылдар ҡала тарихында иң тыныс һәм емешле тип иҫәпләнелә. Үҙенең яңы статусына ярашлы йәшәргә теләп, йәш герцог Абос замогын үҙгәртеп ҡороуға дусар итә, һәм ул Яңырыу дәүерендәге һарай төҫөн ала.

Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Абоский замок Герцог Финляндский Юхан III Герцогиня Катерина Ягеллонка Интерьер замка У входа в замок

Польша короленең һеңлеһе Катерина Ягеллонка менән никахҡа ингәс, Юхан III үҙ яҙмышын Ягеллондарҙың боронғо кенәз нәҫеле менән бәйләй.

Герцогиня Туркуға күсенгәндән һуң поляк-итальян һарай мәҙәниәтенә мода барлыҡҡа килә. Һарай кешеләре швед, немец, поляк һәм фин аристоркраттарынан тора, көн һайын өҫтәл артында 600-ҙән ашыу кеше һыйлана.

Был осорҙа һөнәрселәрҙең йәшәү кимәле бермә-бер яҡшыра, сөнки герцог һәм герцогиня, улар тирәһендәгеләр һөнәрселәргә күпләп заказдар яуҙыра. Дәрәжә яратҡан Юхан III Финляндиянан тыш Балтик дигеҙе буйында ятҡан ерҙәрҙең бер өлөшө лә ингән үҙ дәүләтен булдырыу тураһында хыяллана. Швед тәхетенә Юхандың ағаһы Эрик XIV ултыра һәм Польша менән һуғыша башлай, Туркуға ғәскәрен ебәреп, ҡустыһын әсир итеп ала һәм уны Грипсхольм тип аталған швед төрмөһенә яба. Катарина Ягеллонка, бармағына кейгән никах балдағын күрһәтеп, азатлыҡҡа сығыуҙан баш тарта. Балдаҡҡа латинса mors nos separaverit Donec («беҙҙе үлем генә айырыр») тип яҙылған була, һәм ул ире артынан төрмәгә китә.

Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Швеция короле Эрик XIV

1568 йылда дворяндар болаһы барышында Эрик XIV үҙенең ҡустыһы Юхан III тарафынан ҡолатыла һәм Стокгольм һарайына бикләнә. Эрик 1569 йылдың авгусында Эрик яҡлылар, уны әсирлектән ҡотаҡарыу маҡсатында, заговор ойоштора. һөҙөмтәлә Эрик Туркуға килтерелә һәм Абос ҡәлғәһенә бикләнә. 1571 йылда Эрикты һәм уның ҡатыны Катаринаны Кастельхольмға, һуңынан Грипсхольмға күсерәләр.

Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Катарина Монсдоттер

1573 йылда Эрикты Вестерос төрмәһенә ебәрәләр, 1577 йылдың февралдә ул вафат була (уны мышаяҡ менән ағыулайҙар), ә Катаринаны балалары менән 1581 йылда Туркуға ҡайтаралар, унда ул — Лиуксиала усадьбаһының һәм тағы өс имениеның хужаһы. 1612 йылда вафат була, һәм Катарина Монсдоттер Туркуның кафедраль соборы кәшәнәһендә ерләнә.

Король Юхан III хакимлыҡ иткән осорҙа Финляндия Бөйөк герцоглыҡ статусын ала һәм Швеция короллеге провинцияһынан короллектең айырым өлкәһенә әйләнә, төп символы арыҫлан булған гербы ла була. Юхан власы заманында вәкәләтле власт институты — дүрт ҡатлам: дворяндар, руханиҙар, крәҫтиәндәр һәм бюргерҙар йыйылышы булдырыла. Уны баштан уҡ «байҙар йыйылышы», ә XVI быуаттың икенсе яртыһынан алып «риксдаг» тип атайҙар.

Ваҡытында рус-швед һуғышы йылдарында 1590—1595 йылдарҙағы уры:- швед һуғышы ваҡытында урыҫ ғәскәре Або-Туркуға бик яҡын килә, ләкин ҡаланы яулап ала алмай.

Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Герцог Карл IX Клас Флеминг табуты янында.



Альберт Эдельфельт картинаһы

Бөйөк финляндия кенәзлеге (1809—1917)

Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Туркула1827 йылдағы янғын ҡала үҫеше өсөн фажиғә була.

Бойондороҡһоҙ Финляндия

Финляндия бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң граждандан һуғышы башлана. Бөтә эре ҡалалар кеүек үк Турку «ҡыҙылдар» ҡулында була. Әммә һуғыш бик тиҙ үтә, һәм 1918 йылдың яҙына ҡыҙылдар ҡаланфы ҡалдырырға мәжбүр була.

1918 йылда Туркуның швед телендә белем биргән университеты, Або Академияһы тергеҙелә.

1932 йылда Туркуның «Крейтон-Вулкан» судоверьфендә Вяйнямейнен броносецы һыуға төшөрөлә.

Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Турку замогы, 1941 йылдың йәйендә СССР тарафынан бомбаға тотолғандан һуң


Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Туркуның Сауҙа майҙаны. 1965 йыл.

Климаты

Турку Климат (1981—2010)
Күрһәткестәре Дек. Два. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Тирәсте. Йыл
Абсолют максимум, °C 8,5 10,2 15,8 24,5 30,0 31,6 32,1 31,1 24,5 18,0 11,3 10,0 32,1
Һауа температураһы, °C -1,7 -2,1 2,0 8,8 15,5 19,5 22,3 20,5 14,9 8,8 3,0 -0,1 9,3
Уртаса температура, °C -4,4 -5,2 -1,6 4,0 10,2 14,5 17,5 16,0 10,9 5,9 0,8 -2,6 5,5
Ул кәм тигәндә, °C -7,3 -8,3 -4,9 -0,2 4,8 9,3 12,6 11,6 7,2 3,2 -1,6 -5,3 1,8
Абсолют минимум, °C -34,8 -28 -23,7 -10,9 -5,8 -1,2 1,8 0,2 -5,2 -15 -19,8 -27,5 -34,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 61 42 43 32 39 59 79 80 64 78 76 70 723
Сығанағы: метеорология институты Финляндия 2012 йыл 16 ноябрь архивланған.

Халҡы

1880 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса, ҡала халҡы түбәндәгесә бүленә: финндар — 53,6 %, шведтар — 41,9 %. XIX быуат аҙағына ҡалала дөйөм алғанда 23,7 мең тирәһе кеше йәшәй.

Халыҡ һаны

    XIX быуатта
Йыл 1805 1810 1840 1850 1860 1865 1870 1875 1880 1890
Халыҡ 300 11 ↘ 10 224 ↗ 145 13 ↗ 178 17 ↘ 870 16 ↗ 109 18 ↗ 617 19 ↗ 22 018 ↗ 23 701 ↗ 30 096
    XX быуатта
Йыл 1900 1910 1920 1930 1940 1950 1960 1980 1990
Халыҡ ↗ 235 38 ↗ 691 49 ↗ 367 58 ↗ 654 66 ↗ 419 75 ↗ 824 101 ↗ 359 124 ↗ 163 680 ↘ 180 159
    XXI быуатта
Йыл 2000 2009 2010 2011 2012 2013
Халыҡ ↗ 172 561 ↗ 176 087 ↗ 342 177 ↗ 670 178 ↗ 180 314 ↗ 181 569

Ҡала планы

Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Турку райондары картаһы, 2012 йыл

Аурайоки йылғаһы Финляндияны ике өлөшкә — төньяҡ һәм көньяҡҡа бүлә.Йылғала ете күпер бар, караптарға күпер ҡамасауламаһын өсөн Фёри (фин. Föri (фин.)баш.) паромы ла эшләй, йәйәүлеләр һәм велосипедсылыр бушлай хеҙмәтләндерелә.

Ҡала 9 округҡа бүленә, округтар райондарҙан тора (дөйөм алғанда уларҙың һаны 134).

  • Центральный округ
  • Округ Хирвенсало-Какскерта
  • Округ Скансси-Уиттамо
  • Округ Итяхарью-Вариссуо
  • Округ Коройнен
  • Округ Тампереэнтие
  • Округ Кунинкойа
  • Округ Пансио-Юрккяля
  • Округ Маариа-Пааттинен

Транспорт

Турку — Финляндия эре транспорт үҙәктәренең береһе. Тимер юл һәм автомобиль магистрале ҡалала киҫешә, диңгеҙ һәм ҙур йылға порты бар, шулай уҡ аэропорт та эшләй.

Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Ҡаланың үҙәк урамдарының береһе — Ауракатта автобустар
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Автовокзал
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Туркуның тимер юл вокзалы.

Консул вәкиллектәре

Илдә Фин исеме Төрөктәр Адрес. Телефон Иҫкәрмә
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Австрия фин. Itävallan Konsulaatti B Linnankatu 36, 20100 Turku tel: +358 (0)2-232 3948
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Германия фин. Saksan Konsulaatti
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Греция фин. Kreikan Konsulaatti 9 Kauppiaskatu, Turku tel: +358 (0)4201 2-334
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Дания фин. Tanskan Konsulaatti 4 Itäinen Pitkäkatu, Turku tel: +358 (0)5000 2-276
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Италия фин. Italian Konsulaatti Linnankatu, 3A, 20100 Turku tel: +358 010 425 1100 Пн. Цзе. Pt sans. 10-12
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Норвегия фин. Norjan Konsulaattii 2 Olavintie, Turku tel: +010 55010 358
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Польша фин. Puolan Konsulaatti 1-3 Veistämönaukio, Turku 20100 tel: +358 (0)3186 2-281
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Рәсәй Федерацияһы фин. Venäjän pääkonsulaatti Vartiovuorenkatu, 2, Turku tel: +358 (0)6441 2-233
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Франция фин. Ranskan Konsulaatti Linnankatu, 3A, 20100 Turku
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Швеция фин. Ruotsin Konsulaatti 5 Kauppiaskatu, Turku 20100 tel: +358 (0)1310 2-233

Иҫтәлекле урындар

Ғибәҙәт биналары

Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Кафедраль соборы

(лютерандар)

Михайлов соборы

(лютерандар)

Мартин Сиркәүе

(лютерандар)

Екатерина Сиркәү

(лютерандар)

Часовня экуменический
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Храм ях

(фин)

Успение сиркәүе

(рус)

Сиркәү Изге Бригитта

(католик)

Сиркәү Бетел

(адвентист)

Синагога

Музейҙар

Урын Иҫтәлекле урын Кеше Урын Иҫтәлекле урын Кеше
1. Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Aboa Vetus & Ars Nova 751 167 7. Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Аалтонять Музей Вяйн 443 18
2. Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Кафедраль соборы Турку 451 159 8. Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Ферма Курал 760 16
3. Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Marinum Forum 511 119 9. Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Ботаника баҡсаһы 650 15
4. Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Тарихи музейы 113 207 10. Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Музей-дарыухана һәм Йорт Квенсел 408 12
5. Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Музей һөнәри Луостаринмяка 596 35 11. Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Биологик музейы 024 10
6. Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Һынлы сәнғәт музейы 311 30 12. Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Музыка музейы 8512
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Тарихи музейы Һынлы сәнғәт музейы Aboa Vetus & Ars Nova Музей һөнәри Музыка музейы
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Аалтонять Музей Вяйн Marinum Forum Суомен Йоутсен Биологик музейы Музей-аптека
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Ботаника баҡсаһы Ферма Курал Музей үҙләштереү Йорт-музей Hem Ett Бринкать

Архитектура

Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы 
Иҫке майҙан Сауҙа майҙандарының Майҙан таҙараҡ Кесе майҙанында Майҙан судоверфный

Туғанлашыу бәйләнештәре

Города-побратимы

Страна Город Год Примечания
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Норвегия Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Берген с 1946 года
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Швеция Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Гётеборг с 1946 года
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Дания Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Орхус с 1946 года
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Россия Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Санкт-Петербург с 1953 года
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Польша Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Гданьск с 1958 года
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Румыния Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Констанца с 1963 года
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Болгария Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Варна с 1963 года
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Германия Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Росток с 1963 года
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Германия Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Кёльн с 1967 года
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Венгрия Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Сегед с 1971 года
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Словакия Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Братислава с 1976 года
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Италия Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Флоренция с 1992 года
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Китай Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Тяньцзинь с 2000 года
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Эстония Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Тарту с 2008 года

Города-партнёры

Страна Город Год Примечания
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Эстония Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Таллин
Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Эстония Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Курессааре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Курбатов Ю. И. Турку: История и архитектурный портрет города.. — СПб: Европейский Дом, 2004. — 124 с. — ISBN 5-8015-0185-1..
  • Пилявский В. И. Турку / Обложка и суперобложка М. А. Бычкова; Ленинградская организация ордена Ленина Союза архитекторов СССР. — Л.: Стройиздат. Ленингр. отд-ние, 1974. — 112 с. — (Города-побратимы Ленинграда). — 15 000 экз. (полтава, суперобл.)

Һылтанмалар

Турку: Тарихы, Халҡы, Ҡала планы  Путеводитель «Турку» в Викигиде

  • turku.fi — Турку рәсми сайты

Tags:

Турку ТарихыТурку ХалҡыТурку Ҡала планыТурку ТранспортТурку Консул вәкиллектәреТурку Иҫтәлекле урындарТурку Туғанлашыу бәйләнештәреТурку ИҫкәрмәләрТурку ӘҙәбиәтТурку ҺылтанмаларТуркуFi-Turku.oggSv-Åbo.oggФайл:Fi-Turku.oggФайл:Sv-Åbo.oggФин телеФинляндияШвед теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Әсәҙуллин Әнис Ҡасим улы1836 йылМюзиклРейкьявикАлександр фон ГумбольдтСен-Мартен ( Франция биләмәһе)МетаболизмТәрәүихАвгуст1801 йыл11 февральЛогарифмБрахмапутраУкраина Совет Социалистик РеспубликаһыВикипедияПедро IXIX быуатБуддизмБүреМамин Асҡар Узакбай улыИстрополитана университетыГаванаКиевӘбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улыМөхәммәт ҒәбдүСүриәлә граждандар һуғышыШәриғәтФутболТалибанСингапур тарихыИсҡужина Миңзифа Усман ҡыҙыХрущёв Никита СергеевичМинск1892 йылХалыҡ-ара стандарт китап номерыМөхәмәтйәнова Гөлназ Әнүәр ҡыҙыНепалБолгарияНачальничевскаяАмерикаЭлвис ПреслиНориджБөжәктәр1820 йылПротестантизмРамаҙан (ай)ИркутскАрнсдорфМәҙрәсәАрыҫлан петроглифтарыАбдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙыҮҫәргәнАҠШ тарихыҠоросБашҡорт дәүләт университетыГерой-ҡалаларГеометрияКатолик сиркәүеРостов өлкәһеТөлкөТөрки ҡағанлығыЗабелина Алла ВладимировнаШиһапов Зиннур Хәйҙәр улыКацусика ХокусайВашингтон (Колумбия федераль округы)1858 йылКарл МарксИндонезияШон КоннериОмскҠояшБайкал аръяғы крайы🡆 More