Төлкө

Викитөрҙәрсистематикаһы

?
Төлкө
Төлкө
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Отряд: Йыртҡыстар
Ғаилә: Эт һымаҡтар
Ырыу: Төлкөләр
Төр: Төлкө
Латинса исеме
Vulpes vulpes (Linnaeus, 1758)
Ареал
рәсем
ITIS 180604
NCBI 9627

Төлкө (лат. Vulpes vulpes; төр. tilki) — эттәр ғаиләһенә ҡараған ослораҡ моронло, оҙон ялбыр ҡойроҡло йыртҡыс йәнлек. Төлкө һөтимәр хайуан. Оҙонлоғо 60-90 см, ҡойроғо 40—60 см, ауырлығы 6—10 см. Төлкө ҡыҙыл төҫтә була.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
Төлкөen:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 23062

Урманлы далала, далала йәшәй. Төрлө аҙыҡ менән туҡлана. Тәүлек буйы, бигерәк тә кисен әүҙем.

Тороғоу ваҡыты — ғинуар-март. Йөклөлөк ваҡыты 52-56 көн, 4-6 бала килтерә, һирәк кенә — 12. Көҙөн ғаилә тарҡала, төлкө ояһын ташлап берәҙәк йөрөй.

Урманда йәшәгән төлкөнөң ғүмере ҡыҫҡа, өс йыл тирәһе генә, һирәк осраҡтарҙа ете йыл йәшәүе мөмкин. Кеше ҡарап үҫтергән төлкөләрҙең 25-әр йылға тиклем йәшәүҙәре мөмкин.

Төлкө ғаиләһе

Төлкө йәйен өңөндә йәшәй. Балаларын инә һәм ата төлкө бергәләп тәрбиәләй. Тәүҙә улар балаларына үлтерелгән хайуандарҙы, ә унан яраланған, ә аҙаҡ тере хайуандарҙы алып ҡайта. Шулай итеп, оло төлкөләр балаларын табышты үҙҙәренә ауларға өйрәтә. Көҙөн ғаиләләр тарҡалғас, ҡыш көнө яңғыҙ тереклек итә башлай. Улар сысҡан һәм умыртҡалы хайуандар менән туҡлана.

Таралыуы

Төлкө киң таралған: бөтә Европа, Төньяҡ Африка (Мысыр, Алжир, Марокко, төньяҡ Тунис), Азияның ҙур өлөшө (төньяҡ Һиндостан, көньяҡ Ҡытай). Төньяҡ Америкала арктик зонанан алып Мексика ҡултығы ярҙарына тиклем. Төлкө Австралияла климатлаштырыла.

Халык әйтһә, хаҡ әйтә…

  • Төлкө ҡыуҙым — тотторманы, ҡуян ҡыуҙым — еткермәне.
  • Эт алған төлкөлә һын булмаҫ.
  • Төлкө ҡойроғо менән, түрә бойороғо менән.
  • Туҡал ҡатын төлкө булыр, уны алған көлкө булыр.(Туҡал ҡатын - көндәштәрҙең иң кесеһе).
  • Ҡарт төлкө (хәйләкәр кешегә әйтәләр)
Төлкө 
Vulpes vulpes — Төлкөнөң баш һөйәге

Иҫкәрмәләр


Tags:

Төлкө ғаиләһеТөлкө ТаралыуыТөлкө Халык әйтһә, хаҡ әйтә…Төлкө ИҫкәрмәләрТөлкө

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Алтай крайыБраузерИфтарМедицинаНеолитМәҡәлдәр һәм әйтемдәрҘур Рәсәй энциклопедияһыКөҙәй кантоныМостай КәримӘбсәләмов Мөслим Бәхтейәр улыАнтон БрукнерДәүләт идара итеү формаһыНиәт1919 йылБашҡортостан мәҙәниәтеМария МонтессориЯдро физикаһыГрек теле1913 йылСалауат ЮлаевМөхәммәт (Пәйғәмбәр)ПоляктарГалилео ГалилейМонголияЫрымбурПётр IХәйбуллин Ишморат Нәзир улыҺыуМосолман исемеИсемЯпон телеБашҡортостан ХөкүмәтеАурангзебXiaomi10 апрельЯмғырЗволлеМөхәммәт Пәйғәмбәр һәм БиблияГонконгҠытайҠырымБашҡорт өйөҺүҙ төркөмдәреДжордж ВашингтонРәшит әд-ДинБашҡортостан тарихыАлжирТитан (юлдаш)Ғәзизов Искәндәр Хәниф улыХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыИслам тарихыЭҙләүҙе оптималлаштырыуТәңрекүл1951 йылВелосипед1947Дамир ДжумһурКонфуцийҠырмыҫҡалы (Ҡырмыҫҡалы районы)ҠатайҠунафин Мөнир Сәхиулла улыИнформатикаБашҡортостандың халыҡ яҙыусыһы7 ноябрьИспанияТөньяҡ һуғышҠораллы КөстәрЛевитан Евгений Александрович🡆 More