Швеция (швед. Sverige (мәғл.), рәсми атамаһы Швеция Короллеге (швед. Konungariket Sverige (мәғл.)) — Төньяҡ Европала Скандинав ярымутрауында урынлашҡан дәүләт.
Илдең атамаһы иҫке скандинав теленән алынған: Svea һәм Rige — «Свеялар дәүләте». Баш ҡала — Стокгольм.
| |||||
Девиз: «(швед.): För Sverige i tiden! (башҡ. Швеция өсөн — һәр ваҡытта!)» | |||||
Гимн: «Du gamla, Du fria» | |||||
Швецияның урынлашыуы (йәп-йәшел): — Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡара-көлһыу) — Европа Берләшмәһендә (асыҡ-йәшел) | |||||
Нигеҙләнгән | 900 йылдар самаһы | ||||
Нигеҙләнгән | 900 йылдар самаһы | ||||
Рәсми тел | швед. | ||||
Баш ҡала | Стокгольм | ||||
Эре ҡалалар | Стокгольм, Гётеборг, Мальмё, Уппсала | ||||
Идара итеү төрө | конституцион монархия, парламент демократияһы | ||||
Король Премьер-министр | Карл XVI Густав Йон Фредрик Райнфельдт | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 54 449 964 км² 8,67 | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы | 9 532 634 чел. (88) 21,9 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2011) • Бер кешегә | 379,937 млрд. долл. (33) 40418 долл. | ||||
ИЧР (2011) | ▬ 0,904 (Бик юғары) (10 урын) | ||||
Этнохороним | Швед, шведтар | ||||
Валюта | Швед (Швеция) кронаһы (SEK) | ||||
Интернет-домены | .se | ||||
Код ISO | SE | ||||
МОК коды | SWE | ||||
Телефон коды | +46 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+1 (йәйге ваҡыт — UTC+2) |
Майҙаны (449 964 км²) буйынса Швеция Көнбайыш Европа илдәре араһында өсөнсө урынды биләй, ә бөтә Европа буйынса — бишенсе. Балтик диңгеҙе һәм Төньяҡ диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла.
Айҙар буйынса уртаса температура (°C) | ||||||||||||
Ҡала | Ғинуар | Февраль | Март | Апрель | Май | Июнь | Июль | Август | Сентябрь | Октябрь | Ноябрь | Декабрь |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Кируна | −10/-16 | −8/-15 | −4/-13 | 2/-7 | 8/0 | 14/6 | 17/8 | 14/6 | 9/2 | 1/-4 | −5/-10 | −8/-15 |
Эстерсунд | −5/-10 | −3/-9 | 0/-6 | 5/-2 | 12/3 | 16/8 | 18/10 | 17/10 | 12/6 | 6/2 | 0/-3 | −3/-8 |
Стокгольм | 1/-2 | 1/-3 | 4/-2 | 11/3 | 16/8 | 20/12 | 23/15 | 22/14 | 17/10 | 10/6 | 5/2 | 1/-1 |
Гётеборг | 2/-1 | 4/-1 | 6/0 | 11/3 | 16/8 | 19/12 | 22/14 | 22/14 | 18/10 | 12/6 | 7/3 | 3/-1 |
Висбю | 1/-2 | 1/-3 | 3/-2 | 9/1 | 14/6 | 18/10 | 21/13 | 20/13 | 16/9 | 10/6 | 5/2 | 2/0 |
Мальме | 3/-1 | 3/-1 | 6/0 | 12/3 | 17/8 | 19/11 | 22/13 | 22/14 | 18/10 | 12/6 | 8/4 | 4/1
|
|
Швеция Короллеге Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. Швеция Короллеге - Конституцион монархия.
Дәүләт башлығы — король. Әммә Швеция конституциялы монархия булып тора, шуға ла корольдең хакимлеге сикләнгән. Дәүләт менән премьер-министр башлығында хөкүмәт идара итә. Ул парламент — риксдаг менән һайлана.
Швеция Короллеге юғары суды.
Ри́ксдаг (швед. riksdag; швед. riks — дәүләт, империя, һәм швед. dag — сейм) — Швеция Короллегенең юғары закондар сығарыу органы. Риксдаг дүрт йылға бер дөйөм тауыш биреүҙәр аша ҡабаттан һайланыла.
Швеция 21 округтарға — лендарға (län) бүленә, ә һәр бер лен коммуналарҙан (kommun) тора (дөйөм һаны — 290).
|
Шведтарҙан башҡа илдә 17 меңдән ашыу саам халҡы, 500 меңдән ашыу финдар йәшәй.
Диндарҙарҙың күпселеге (79 %), йәки халыҡтың 70 % населения, Швеция Сиркәүенә инә. Ул лютеран сиркәүе булып тора һәм 2000 йылда дәүләттән айырыла.
Швецияла 250 меңдән алып 450 меңгә тиклем ислам динен тотоусылар йәшәй. Православиелыларҙың һаны 94 мең кешегә барып етә.
Швецияның билдәле ғалимдары:
Киң билдәле швед яҙыусылары:
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Швеция, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.