Гимн

Гимн — ҡағиҙә булараҡ, махсус яҙылған Алланы маҡтай торған дини йыр төрө; гимнда Алла, йәки алиһәләр, күренекле шәхестәр бөйөклөгө кәүҙәләндерелә.

Гимн һүҙе грек телендәге ὕμνος (hymnos) һүҙенән алынған, «маҡтау йыры» тигәнде аңлата. Гимн инструменталь аккомпониат менән дә, айырым да башҡарыла.

(аудио)
(аудио)
[[:Файл:{{{Имя_файла}}}|{{{Название}}}]]
[[Файл:{{{Имя_файла}}}|left|180px|noicon]]
Помощь по воспроизведению
(аудио)
(аудио)
[[:Файл:{{{Имя_файла}}}|{{{Название}}}]]
[[Файл:{{{Имя_файла}}}|left|180px|noicon]]
Помощь по воспроизведению

Гимн башҡарыу христиан сиркәүе өсөн ғәҙәти күренеш булһа ла, башҡа диндәрҙә лә ул күренеш яраҡлашҡан, мәҫәлән Һиндостан диндәрендә. Боронғо Грек һәм Египет мәҙәниәтендә һаҡланып ҡалған. Ноталар менән яҙылған грек тексты иң боронғо гимн өлгөһө булып тора.

Тарихы

Египеттә фирғәүен Ахенат яҙған «Атонды данлаусы Бөйөк Гимн»; индуизм традициялары буйынса йыйылған Ведалар; иудаизм Псаломдары (до4алары) боронғо гимндар булып тора. Көнбайышта гимн башҡарыу боронғо грек гимндары йыйынтығындағы Гомер Гимнынан башланы. Уларҙың иң боронғоһо БЭТ 7 быуатта, боронҡо грек динендәге аллаларҙы маҡтап, яҙылған. БЭТ 3 быуатта яҙылған Александрия шағиры Каллимахус гимнар йыйынтығы (Ὕμνοι) беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған.

Сиркәү башлыҡтары латин телендәге ὕμνος, йәки hymnus һүҙен ҡулланһа, христиан йырҙары өсөн «псамл» һүҙе ҡулланыла.

Христиан гимндары

Ғәҙәттә, Псалом (доға) өлгөһө буйынса, христиан гимндары, христиан Аллаһын маҡтауға йүнәлтелгән. Күптәре Иисус Христосты тураға йәки ситләтеп атай.

Боронғо замандан алып христиандар шәхси доғаларҙа һәм күмәкләп доға уҡығанда «псалом һәм башҡа дини йырҙар» йырлағандар. (Matthew 26:30; Mark 14:26; Acts 16:25; 1 Cor 14:26; Ephesians 5:19; Colossians 3:16; James 5:13; cf. Revelation 5:8-10; Revelation 14:1-5).

Христиан гимндары йыш ҡына, Раштыуа, Пасха, Изгеләр көнө кеүек, берәй миҙгелгә бағышлап доға ҡылыусының Аллаға мөнәсәбәте тураһында яҙыла. Ҡайһы берҙәре Библияны ихтирам итеү, христиан байрамдарын байрам итеүге дәртләндерә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Hymn // The Oxford dictionary of Byzantium / Alexander P. Kazhdan, editor-in-chief. New York; Oxford: Oxford University Press, 1991. Vol. 2. P. 959—960.

Tags:

Гимн ТарихыГимн Христиан гимндарыГимн Шулай уҡ ҡарағыҙГимн ИҫкәрмәләрГимн ӘҙәбиәтГимнГрек телеДинЙыр

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Мишкә районыФранцуз телеБүләков Динис Мөҙәрис улыСабитов Нариман Ғиләжетдин улыWindowsАҡмуллаБашҡорт алфавитыЙәйге ваҡытКөрәшҠәҙим АралбайКомпасҠылымРИА НовостиӘл-ЖәзәриТарихШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыБаймаҡ районыТәбәристанЕйәнсура районыЫрыҫҡужина Рәзилә Ишбулды ҡыҙыЕҙтырнаҡ (төрки халыҡтар мифологияһында)Ярмуллин Азат Шакирйән улыРун яҙмаһыЙөҙ йыллыҡ һуғышӘкиәтГамеланЖурналистикаФинанстарТөркмәнстанБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреУрыҫ телеЙома«Герой әсә» орденыМузыкаҒөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙыMicrosoftӨмөтбаев Рамаҙан Ғимран улыҮлемБашҡорт дәүләт университетыАғиҙел (йылға)СССР Дәүләт именлеге комитетыСыйырсыҡБашҡорт энциклопедияһыДионис театрыСтәрлебаш районыХәсән НазарТауыҡБашҡорт теленең фонетикаһыБаш битЭлизия (тел белеме)ПараболаМәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһындаСеңләүАфғанстанИраҡРәсәй Федерацияһының социаль картаһыХалҡым өсөн (Ш. Бабич)МәҙәниәтШевцова Любовь ГригорьевнаОҫҡонИенаИрекмәнлекЯҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы1964 йылҠомарлы уйынАҙнай🡆 More