Италия: Көньяк Европала урынлашҡан дәүләт

Ита́лия (итал. Italia ), рәсми исеме Ита́лия Республикаһы (итал. Repubblica Italiana) — Көньяҡ Европала урынлашҡан дәүләт.

Италия республикаһы
Repubblica Italiana
Италия флагы гербы Италия
Италия флагы Италия гербы
Италия: Административ төзөлошө, Географияһы, Климаты
Гимн: Италия гимны
Нигеҙ һалынған 17 март 1861
Рәсми телдәр Итальян теле
Баш ҡала Рим
Иң ҙур ҡалалары Рим, Милан
Идара итеү формаһы Республика
Президент
Премьер-министр
Серджо Маттарелла
Джузеппе Конте
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
69 урын
301 230 км²
2,4
Халыҡ
  • Барыһы (2007 ISTAT)
  • Тығыҙлыҡ
22 урын
60 млн.
196 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2005)
  • Кеше башына
9 урын
1 900 млр. $
28 300 $
Валюта Евро
Интернет-домен .it
Телефон коды +39
Сәғәт бүлкәте UTC +1

Төньяҡ-көнбайышта Франция, төньяҡта Швейцария һәм Австрия , һәм төньяҡ-көнсығышта Словения менән сиктәш. Шулай уҡ эсендә Ватикан һәм Сан-Марино тигән анклав дәүләттәр урынлашҡан.

Италия Аппенин, Балкан ярымутрауҙарын, Сардиния һәм Сицилия утрауҙарын, Падан тигеҙлеге, Альп тауҙарының көньяҡ битләүҙәрен берләштерә.

Административ төзөлошө

Италияның баш ҡалаһы — Рим. Ил 20 өлкәгә бүленгән — Валле-д’Аоста, Ломбардия, Трентино-Альто Адидже, Фриули-Венеция Джулия, Пьемонт, Лигурия, Венето, Тоскана, Умбрия, Эмилия-Романья, Марке, Абруццо, Лацио, Молизе, Базиликата, Кампания, Калабрия, Апулья, Сардиния һәм Сицилия, (шуларның бишеһе — Сицилия, Сардиния, Трентино-Альто-Адидже, Валле-д’Аоста һәм Фриули-Венеция Джулия — айырым статусҡа эйә). Өлкәләр 110 административ-территориаль берәмек — провинцияға бүленә. Провинциялар коммуналарға бүленә, коммуналар иҫәбе 8101. Автономиялеы өлкәләрҙең үҙ парламенты — өлкә шуралары һәм хөкүмәттәре бар.

Италия: Административ төзөлошө, Географияһы, Климаты 
Өлкә Баш ҡала Майҙан (км²) Халыҡ һаны
Абруццо Л’Акуила &&&&&&&&&&010794.&&&&&010 794 &&&&&&&&01324000.&&&&&01 324 000
Апулия Бари &&&&&&&&&&019362.&&&&&019 362 &&&&&&&&04076000.&&&&&04 076 000
Базиликата Потенца &&&&&&&&&&&09992.&&&&&09992 &&&&&&&&&0591000.&&&&&0591 000
Валле-д’Аоста Аоста &&&&&&&&&&&03263.&&&&&03263 &&&&&&&&&0126000.&&&&&0126 000
Венето Венеция &&&&&&&&&&018391.&&&&&018 391 &&&&&&&&04832000.&&&&&04 832 000
Калабрия Катандзаро &&&&&&&&&&015080.&&&&&015 080 &&&&&&&&02007000.&&&&&02 007 000
Кампания Неаполь &&&&&&&&&&013595.&&&&&013 595 &&&&&&&&05811000.&&&&&05 811 000
Лацио Рим &&&&&&&&&&017207.&&&&&017 207 &&&&&&&&05561000.&&&&&05 561 000
Лигурия Генуя &&&&&&&&&&&05421.&&&&&05421 &&&&&&&&01610000.&&&&&01 610 000
Ломбардия Милан &&&&&&&&&&023861.&&&&&023 861 &&&&&&&&09642000.&&&&&09 642 000
Марке Анкона &&&&&&&&&&&09694.&&&&&09694 &&&&&&&&01553000.&&&&&01 553 000
Молизе Кампобассо &&&&&&&&&&&04438.&&&&&04438 &&&&&&&&&0320000.&&&&&0320 000
Пьемонт Турин &&&&&&&&&&025399.&&&&&025 399 &&&&&&&&04401000.&&&&&04 401 000
Сардиния Кальяри &&&&&&&&&&024090.&&&&&024 090 &&&&&&&&01666000.&&&&&01 666 000
Сицилия Палермо &&&&&&&&&&025708.&&&&&025 708 &&&&&&&&05030000.&&&&&05 030 000
Тоскана Флоренция &&&&&&&&&&022997.&&&&&022 997 &&&&&&&&03677000.&&&&&03 677 000
Трентино — Альто-Адидже Тренто &&&&&&&&&&013607.&&&&&013 607 &&&&&&&&01007000.&&&&&01 007 000
Умбрия Перуджа &&&&&&&&&&&08456.&&&&&08456 &&&&&&&&&0884000.&&&&&0884 000
Фриули-Венеция-Джулия Триест &&&&&&&&&&&07855.&&&&&07855 &&&&&&&&01222000.&&&&&01 222 000
Эмилия-Романья Болонья &&&&&&&&&&022124.&&&&&022 124 &&&&&&&&04276000.&&&&&04 276 000

Италия — донъялағы иң боронғо дәүләттәрҙең береһе. Илдең бөтә территорияһын тауҙар биләй. Илдең төньяҡ өлөшөн бөтә Европала һәм Италиялағы иң ҙур тау системаһы − Альп тауҙары алып тора. Тау түбәләре бейеклеге уртаса 5 мең метр. Монблан тауы — 4807 м. Ил Европа — Азия сейсмик бүлкәтендә урынлашҡан, шуға күрә ер тетрәүҙәр һәм вулкан урғылыуҙар йыш була. Иң билдәле вулкан — Везувий. Сицилия утрауында Этна вулканы бар.

Географияһы

Италияла уйһыулыҡтар тар һыҙат булып яр буйлап урынлашҡан. Иң ҙур уйһыулыҡ По йылғаһы буйлап урынлашҡан Подан тигеҙлеге. Был тигеҙлектә емеш һәм виноград баҡсалары, шәкәр һәм иген культуралары үҫтерелә.

Италия файҙалы ҡаҙылмаларға ярлы. Илдә терегөмөш һәм көкөрт рудалары табыла, ҙур булмаған полиметалл рудалары ятҡылыҡтары бар. Илдә төҙөлөш материалдары мәрмәр, гранит, вулкан туфтары күпләп табыла.

Климаты

Илдең төньяҡтан бейек тауҙар ышыҡлап тороуы, йылы һәм туңмай торған диңгеҙҙең йоғонтоһо уның климатын билдәләй. Көньяҡҡа табаныраҡ климат йылыраҡ. Падан тигеҙлегендә уртаса йылы, йәйе эҫе, ҡышы һалҡын һәм томанлы. Илдә Урта диңгеҙ климаты өҫтөнлөк итә. Йәй оҙаҡҡа һуҙылған эҫе, ҡыш дымлы. Ғинуарҙың уртаса температураһы 0°С -тан юғары. Ҡышын ямғырҙар йыш яуа. Һирәк кенә ҡар яуа. Альп тауҙарында яуым-төшөм күп, 3000 миллиметрға етә. Яуым-төшөмдө дымлы көнбайыш елдәре алып килә. Тау түбәләре мәңгелек ҡар менән ҡапланған. Климат тау итәгенән тау түбәһенә тиклем уртаса йылынан һалҡынға тиклем үҙгәрә.

Иң оҙон һәм таулы йылға — По. Был таулы йылға бик күп миҡдарҙа ултырма тоҡом алып килә һәм Адриатик диңгеҙгә ҡойған урында дельта яһай. Тибр — Апенин ярымутрауындағы иң ҙур йылға. Илдең баш ҡалаһы Рим шунда урынлашҡан. Илдә боҙлоҡ барлыҡҡа килтергән ҙур күлдәр күп. Ул күл буйҙарында донъя әһәмиәтендәге курорттар урынлашҡан.

Халҡы

Төп халҡы — итальяндар, уларҙың теле роман төркөмөнә ҡарай. Халыҡ һаны буйынса Италия Европала Германиянан ғына ҡалыша. Ҡалалар күп булған төньяҡта һәм Неаполь тирәһендә халыҡ тығыҙ урынлашҡан. Тауҙарҙа халыҡ сағыштырмаса һирәк. Халыҡтың байтағы күрше Швейцария һәм Германияла йәшәй һәм эшләй.

Сәнәғәт

Илдә файҙалы ҡаҙылмалар күп булмағанлыҡтан, завод-фабрикалар ситтән килтерелгә сеймалды ҡулланалар. Илдә төрлө машиналар, автомобильдәр эшләп сығаралар. Автомобильдәр эшләү буйынса Италия донъяла алдынғы илдәр рәтендә. Нефтте химия тауарҙарына — пластмассаларға, лак, буяуҙарға, синтетик сүстәргә эшкәртеүсе заводтар күп. Бөтә нефть сит илдән, башлыса Көньяҡ-Көнбайыш Азиянан һәм Төньяҡ Африканан килтерелә.

Аул хужалығы

Эҫе йәй һәм йылы дымлы ҡыш төрлө ҡультуралар үҫтерергә уңайлы. Бөртөклө күльтуралар йылына ике уңыш бирә. Йәйҙең ҡоро булыуы күп урындарҙа һуғарыуҙы талап итә. Бойҙай — бөртөклө төп культура. Итальяндарҙың ғәҙәттәге ризығы бойҙай ононан яһалған макарон. Уның бер нисә төрө бар. Йәшелсә, дөгө културалары ҙур майҙанды алып тора. Илдә алма, груша, персик, әфлисун, һары сәй, инжир үҫтерелә. Сицилияла әфлисун, мандарин, лимон, виноград, зәйтүн емеше плантациялары бар.

Әҙәбиәт

• В. А. Коринская, И. В. Душина, В. А. Щенев, «Материктар һәм океандар географияһы» дәреслеге © «Дрофа», 2002

Һылтанмалар

Аңлатмалар


Tags:

Италия Административ төзөлошөИталия ГеографияһыИталия КлиматыИталия ХалҡыИталия СәнәғәтИталия Аул хужалығыИталия ӘҙәбиәтИталия ҺылтанмаларИталия АңлатмаларИталияДәүләтИтальян телеХалыҡ-ара фонетик алфавит

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

4 мартӘхмәтйәнов Динир Әсғәт улыАуырыуҠояшҒәзизов Искәндәр Хәниф улыАфғанстанҺүҙбәйләнешБуранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улыКанадаДанияВикимедиа хәрәкәтеНуриев Рудольф Хәмит улыБашҡорт теленең фразеологияһы15 ноябрьХәйбуллин Ишморат Нәзир улыҠотошов Рамаҙан Нурғәли улыСайтХордалыларЫрымбур губернаһыҠытай үҙәк телевидениеһыХалыҡ-ара стандарт серия номеры3 август7 сентябрьКитапВикиөҙөмтәЛимонМәжит ҒафуриБашҡорт6 июльБашҡорт алфавитыБремер ФредрикаФонетикаТажикстан11 июньҒәскәров Фәйзи Әҙһәм улыСарасвати ДэвиДоткомдар ҡыуығыСифатРәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһыҮлемРСФСРБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы1864 йылРИА НовостиБәрәңгеҠалаХристианлыҡЙомағолов Илшат Хәлил улыҮҙем һәм халҡымТанзиматКоста-РикаБетонБашҡорт теленең фонетикаһыБашҡорт милли хәрәкәтеХисаметдинова Рәмзилә Миндеғәли ҡыҙыУсманов Хәсән Хәжиәхмәт улыӘбйәлил районыКилмөхәмәтов Тимерғәли Әбделғәлим улы30 ноябрь5 майШәмбеЗарипов Ирек Айрат улы🡆 More