Фин теле (фин. suomi, suomen kieli) — Фин халҡының теле.
Фин-уғыр ғаиләһендәге балтик буйы фин тармағына инә. Финляндияның һәм Европа Берләшмәһенең рәсми теле. Яҙмаһы - латин алфавиты нигеҙендә.
Фин теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме | suomi |
---|---|
Телде белеүселәр | 52 |
Классификация | |
Категория | Евразия телдәре |
Урал тел ғаиләһе | |
Әлифба | Латин алфавиты һәм скандинавский Брайль[d] |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 | фин 740 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Агглютинатив телдәрҙең береһе. Фин-уғыр һәм самодий телдәре (энец, ненец, нганасан теле, селькуп теле) бергә Урал тел ғаиләһен тәшкил итә.
Фин телендә Финляндия халҡының күпселеге (92 %) һөйләшә. Шулай уҡ ошо телдә Финляндиянан тыш йәшәгән этник финдар һөйләшә: Швецияла,Норвегияла, АҠШ-лағы фин диаспораһы, Эстонияла, Рәсәйҙә (күпселеге Ленинград өлкәһендә һәм Карелияла).
Фин теле Финляндияла рәсми тел булып тора; Швецияла аҙсылыҡ халыҡ теле булараҡ таныла. Рәсәйҙең Ленинград өлкәһендә фин телендә ингерманландлылар һөйләшә; Карелияла йәшәүсе этник финдар ҙа бар. Карелияла карел һәм вепс теле менән бергә милли тел тип һанала
{{|sv}}
{{|af}} {{|de}} {{|fi}} {{|lmo}} {{|pl}}
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Фин теле, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.