| |||||
«» (тыңларға ) | |||||
Нигеҙ һалынған | 872 | ||||
Рәсми телдәр | |||||
Баш ҡала | Осло | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Осло,Берген,Ставангер,Тронхейм | ||||
Идара итеү формаһы | конституцион монархия | ||||
Монарх Премьер-министр | Харальд VJonas Gahr Støre (Ap) (2021–) | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 67 урын 385 207 км² 5 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2024) • Тығыҙлыҡ | 120 урын 5 550 203 14,4 кеше/км² | ||||
Валюта | Норвегия кронаһы (NOK, код 578) | ||||
Телефон коды | +45 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +1 |
Норвегия Короллеге — Европаның төньяғында, Төньяҡ диңгеҙҙәре буйындағы дәүләт, Скандинавия ярымутрауында һәм бер нисә бәләкәй утрауҙа урынлашҡан. Норвегия Европа берләшмәһенә инмәй. Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО-ны һәм Арктика кәңәшмәһе ойоштороусыларҙың береһе һәм уның ағзаһы.
Норвегия гимны | |
Помощь по воспроизведению |
Норвегия Короллеге — скандинав илдәренең иң төньяҡтағыһы. Швеция, Финляндия, Рәсәй менән сиктәш.
Төньяҡ диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла.
|
Норвегия Короллеге Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. Норвегия Короллеге — Конституцион монархия.
Норвегия короле (королева) — илдең иң юғары вазифаһы. Король (королева) хөкүмәтте тәғәйенләү, парламентты тарҡатыу хоҡуғына эйә.
Норвегия Короллеге юғары суды.
Стортинг(норв. Stortinget, «Оло йыйылыш») — Норвегия Короллегенең юғары закондар сығарыу органы.
1970-се йылдарға тиклем Норвегия диңгеҙселәр, балыҡсылар һәм урман киҫеүселәр йәшәгән бай булмаған ил булып тора.
1969 йылда Ставангер ауылы янында нефть һәм тәбиғи газ ятҡылығы табыла. Шунан һуң илдәге тормош тулыһынса үҙгәрә. Норвегиялылар был уңайҙан референдум үткәрә һәм һөҙәмтәлә, беренсенән, был байлыҡтарҙы мәңге хосусилаштырмаҫҡа, йәғни бары тик дәүләт милке итеп ҡалдырырға, икенсенән, нефть һәм газ һатыуҙан кергән килемдең тап яртыһын, нәҡ шул запастар бөткәс файҙаланырға тип, киләсәк быуындар фондына күсереп барырға тигән ҡарар ҡаубул ителә.
Норвегия — «ҡара алтын» һатыу буйынса донъяла өсөнсө урында тора. Норвегияның уңышы илдәге нефть ятҡылыҡтарын һәм уны һатыуҙан кергән килемде дөрөҫ ҡулланыуҙа. Шуға күрә бөгөн Норвегияла элек СССР граждандары күҙ алдында килтергән коммунизм хөкөм һөрә. Илдә хәйерселәр, эшһеҙҙәр юҡ.
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Норвегия, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.