Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының барлыҡ ағза-илдәренә тәҡдим ителгән халыҡ-ара документ.
Ул 1948 йылдың 10 декабрендә БМО Генераль Ассамблеяһының Париждың Шайо Һарайында үткән өсөнсө сессияһында 217 А (III) резолюцияһы менән ҡабул ителгән «Кеше хоҡуҡтары тураһында халыҡ-ара пакт». Декларация — барлыҡ кешеләр ҙә эйә булырға тейеш хоҡуҡтарҙың беренсе глобаль билдәләмәһе. Уның тексы 30 статьянан тора һәм Иҡтисади, социаль һәм мәҙәни хоҡуҡтар тураһында халыҡ-ара пакт, Гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡтар тураһында халыҡ-ара пакт, шулай уҡ ике Факультатив Протокол менән бер рәттән Кеше хоҡуҡтары тураһында халыҡ-ара билдең бер өлөшөн тәшкил итә.
Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы | |
Элеонора Рузвельт кеше хоҡуҡтары декларацияһының испан телендәге версияһы менән. | |
Нигеҙ | 1948 |
Ратификация | 10 декабрь 1948 йыл |
Һаҡлау урыны | Париж, Шайо Һарайы |
Автор | Джон Хамфри, Рене Кассен, Чжан Пэнчунь, Шарль Малик, Элеонора Рузвельт һәм башҡалар. |
Нигеҙе маҡсаты | Кеше хоҡуҡтары |
Мәғрифәтселек дәүере ваҡытында тәбиғи хоҡуҡ тураһында идеялар тыуа башлай. Улар нигеҙендә Бөйөк Британияла 1689 йылда Хоҡуҡтар тураһында билль 1689, Америка Ҡушма Штаттарында Хоҡуҡтар тураһында билль һәм Францияла Кеше һәм граждандың хоҡуҡ декларацияһы төҙөлә һәм ҡабул ителә.
Икенсе донъя һуғышы кеше хоҡуҡтары тураһында дөйөм килешеү кәрәклеген асыҡтан-асыҡ күрһәтә. 1941 йылда АҠШ президенты Франклин Рузвельт үҙенең «Илдең хәле тураһында» тигән мөрәжәғәтендә үтә кәрәкле дүрт азатлыҡты (иреклекте): һүҙ азатлығын (свобода слова), выждан азатлығын (свобода совести), мохтажлыҡтан азатлыҡты (свобода от нужды) һәм ҡурҡыуҙан азатлыҡты (свобода от страха) яҡлау һәм хуплауға саҡыра. Был тыныслыҡтың һәм һуғыштың тамамлауының мөһим шарттары булараҡ кеше хоҡуҡтарының артабан үҫеүенә яңы этәргес бирә.
Йәмәғәтселек нацистик Германия ҡылған йыртҡыслыҡтар тураһында белгәс, БМО Уставының кеше хоҡуҡтарын етерлек дәрәжәлә аныҡ һәм теүәл билдәләмәүе асыҡлана. Шуға лә шәхестең хоҡуҡтарын һанап сыҡҡан һәм тасуирлаған дөйөм килешеү кәрәк була.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Кеше хоҡуҡтары буйынса комиссияһының беренсе ултырышы Нью-Йорк янындағы Лейк-Саксес (New York|Lake Success) ҡаласығында 1947 йылдың 27 ғинуарынан 10 февраленә саҡлы үтә. Унда АҠШ-тың йәмәғәт эшмәкәре Элеонора Рузвельт Комиссия рәйесе итеп һайлана. Уның ағзалары араһында Австралия, Бельгия, Белоруссия Совет Социалистик Республикаһы, Бөйөк Британия, Ҡытай, Куба, Мысыр, Һиндостан, Иран, Ливия, Панама, СССР, АҠШ, Уругвай, Филиппин, Франция, Чили, Югославия вәкилдәре була. Улар Хоҡуҡтар тураһында биль тип аталасаҡ документ әҙерләргә тейеш була. Комиссия эшендә шулай уҡ БМО Секретариатының кеше хоҡуҡтары буйынса бүлеге вәкиле Джон Хамфри ла (John Peters Humphrey) ҡатнаша. Канаданың Халыҡ-ара хоҡуҡ өлкәһендәге был белгесе БМО-ның Генераль секретары тарафынан кеше хоҡуҡтары буйынса бүлек етәксеһе вазифаһына 1946 йылда саҡырылған була.
Комиссияның 18 ағзаһы араһында фекер айырымлыҡтары күп булғанлыҡтан, Декларация кеүек үтә мөһим документ ҡараламаһын төҙөү эштәрендә ҡыйынлыҡтар килеп сыға. Һөҙөмтәлә Комиссияның икенсе ултырышында ҡарау өсөн беренсел тексты өс вәкил төҙөй тип килешелә. Декларация проекты менән шөғөлләнәсәк был ярҙамсы комиссияға Элеонора Рузвельт үҙе, Ҡытай вәкиле, драматург, театр режиссёры һәм дипломат Чжан Пэнчунь һәм Ливан дипломаты һәм философы Чарльз Малик инә. Ярҙамсы комиссия бай тәжрибәле һәм үҙ бүлегендәге булышсыларынан торған яҡшы командаһы булған юрист Хамфриға текстың тәүге ҡараламаһын әҙерләүҙе йөкмәтә. Быға хатта өс кешенән торған бәләкәй төркөмдең дә документҡа ҡарата дөйөм ҡарашҡа килә алмауы сәбәпсе була. Һөҙөмтәлә Хамфри Декларацияның 48 статьянан торған ҡараламаһын әҙерләй. Был ваҡытта ярҙамсы комиссияның составын Европа һәм Советтар Союзы вәкилдәре менән киңәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
1947 йылдың 9 июнендә комиссия киңәйтелгән составта үҙ эшен башлай. Рузвельт, Чжан Пэнчунь, Малик һәм Хамфринан тыш унда Франция вәкиле Рене Кассен, Австралиянан Уилльям Ходжсон, Бөйөк Британиянан Джеффри Уилсон, Чили вәкиле Эрнан Санта Круз һәм Советтар Союзынан Владимир Корецкий була. Улар алдына донъя сәйәсәтенә бығаса билдәле булмаған документ төҙөү буйынса үтә ҡатмарлы бурыс ҡуйыла. Чарльз Малик яҙыуынса, башта барыһы ла «бөтөнләй юғалып ҡалды; ҡуйылған бурысты нисек үтәп сығыуҙы беҙ бөтөнләй күҙ алдына килтермәнек».
Малик кеше хоҡуҡтары етәрлек аҙыҡ-түлек, йәшәү урыны һәм эшләү мөмкинлеге булыу кеүек мөһим төшөнсәләргә генә ҡайтарылып ҡалдырылмаҫмы тигән шик белдерә. Сөнки кешене ҡалған хайуандар донъяһынан айырып торған уйлау, сәйәси ҡараштарын яҡлау һәләте, уның үҙ фекере булыуы кеүек тәү ҡарашҡа аҙыраҡ кәрәкле, шулай ҙа мөһим төшөнсәләрҙең ситтәрәк ҡалыу ҡурҡынысы була, ә уларҙы шулай уҡ иҫтән сығармау зарурлығы һүҙһеҙ ҙә аңлашыла.
Декларация өсөн тауыш биреү яйлап тормошҡа ашырылған. Декларация проектының 31 статьяһы араһынан 23-ө бер тауыштан ҡабул ителә. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, декларация проектының 3-сө статьяһы 2-се статья менән берләштерелгән. Тикшереү барышында һәм һәр статья буынса тауыш биргәндә, көнбайыш илдәре менән совет блогы илдәренең ҡара-ҡаршы торғаны асыҡлана. БМО-ға килгән совет делегацияһы башлығы Андрей Януарьевич Вышинский декларация тураһында былай тип фекер йөрөткән:
Ҡайһы бер лайыҡлы яҡтары булыуға ҡарамаҫтан, был проект күп кенә ҙур етешһеҙлеккә эйә, һәм шулар араһында иң төп етешһеҙлеге формаль-юридик һыҙатлы булыуында һәм проектта иғлан ителгән кешенең төп азатлығы һәм хоҡуҡтарын тормошҡа ашырырға ярҙам итерҙәй бер ниндәй сара юҡлығында.
1948 йылдың 10 декабрендә Пале де Шайола (Париж) үткән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһының 183-сө пленар ултырышында Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһының аҙаҡҡы редакцияһын 48 ил (ул саҡтағы БМО ағзаһы булған 58 ил араһынан) хуплай. Белорус ССР-ы, Украин ССР-ы, СССР, Чехословакия, Польша, Югославия, Көньяҡ-Африка Союзы һәм Сәғүд Ғәрәбстаны тауыш биреүҙән тыйылып тора, ә Гондурас һәм Йемен бөтөнләй ҡатнашмаған. Канада Декларацияның беренсе вариантын кире ҡаға, әммә йомғаҡлау тауыш биреү барышында ризалаша.
Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының барлыҡ ағза-илдәренә тәҡдим ителгән халыҡ-ара документ.
Декларация бары тик тәҡдим биреү статусына эйә булһа ла, уның нигеҙендә килешеүҙә ҡатнашыусылар өсөн ике мотлаҡ әйбер: Гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡтар тураһында халыҡ-ара пакт һәм Иҡтисади, социаль һәм мәҙәни хоҡуҡтар тураһында халыҡ-ара пакт ҡабул ителә. Күп йыллыҡ тәжрибә осоронда Декларацияның күп положениелары ғәҙәти халыҡ-ара хоҡуҡ нормалары статусына эйә; айырым илдәрҙә Декларация өлөшләтә генә таныла.
Был документ донъяның күп телдәренә тәржемә ителә (2018 йылда 500-ҙән артыҡ илдә) һәм донъялағы иң күп тәржемә ителеүсе документ булып тора.
Элеонора Рузвельт Декларацияны бөтә кешелек өсөн «Бөйөк азатлыҡ хартияһы» тип атай (шуның өсөн ҡайһы берҙә Декларацияны Кеше хоҡуҡтары хартияһы тип атайҙар).
СССР-ҙа декларацияның рус теленә тәүге билдәле тәржемәһе һәр кем аңларлыҡ киң мәғлүмәт сараларынан 1958 йылда сыҡҡан «ЮНЕСКО Курьеры»ның 10-сы һанлы бюллетенендә һәм шул уҡ йылда Юридик әҙәбиәт дәүләт нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан Анатолий Петрович Мовчандың «Кеше хоҡуҡтарын халыҡ-ара яҡлау» брошюраһында донъя күргән.
1950 йылда Декларация хөрмәтенә БМО 10 декабрҙә билдәләнә торған байрам — Кеше хоҡуҡтары көнө булдыра. Уны байрам итеүҙә төрлө милләт кешеләре, берләшмә-ширҡәттәр, дини төркөмдәр, парламенттар, хөкүмәттәр һәм, әлбиттә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы үҙе ҡатнаша. Һәр ун йыл һайын Декларацияға һәм туранан-тура кеше хоҡуҡтарына иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында махсус кампаниялар үткәрелә. Мәҫәлән, 2007 йылдың 10 декабрендә старт алған «Кешелек дәрәжәһе һәм ғәҙеллек беҙҙең барыбыҙ өсөн» тип исемләнгән кампания теүәл бер йыл, Декларацияның 60 йыллығына тиклем, дауам итә.
Тарихи нигеҙҙә Декларация менән бәйле йылдар:
Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы Викимилектә | |
Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы Викияңылыҡтарҙа |
Ҡалып:Статьи Всеобщей декларации прав человека Ҡалып:Международное право прав человека
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.