Исламабад

Исламаба́д (урду اسلام آباد‎, ингл. Islamabad) — Пакистан Ислам Республикаһының баш ҡалаһы.

Илдең мәҙәни, сәйәси һәм иҡтисади үҙәге.

Пакистандың баш ҡалаһы
Исламабад
урду اسلام آباد
ингл. Islamabad
Исламабад
Флаг
Флаг
Ил

Пакистан

ФСТ

Федераль баш ҡала территорияһы

Координаталар

HGЯO

Башлыҡ

Sheikh Ansar Aziz[d]

Нигеҙләнгән

1960-сы

Майҙаны

851,5 км²

Бейеклеге

507 м

Халҡы

1 082 262 кеше (2012)

Тығыҙлығы

1271 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+5

Телефон коды

+92 51

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

islamabad.gov.pk

Исламабад (Пакистан)
Исламабад
Исламабад

Географик урыны

Пакистандың баш ҡалаһы Гималай тауҙарының төньяҡ-көнбайыш ситенән алыҫ түгел, Потварск яҫы таулығында урынлашҡан. Исламабадтан төньяҡта Азияның һәм бөтә донъяның иң эре тау төйөнө — Гиндукуш, Памир, Ҡараҡорум тау һырттарының киҫешкән ере урынлашҡан. Гималай тауҙары ҡаланан көнсығышҡараҡ һуҙыла. Исламабадтан көнбайыштараҡ Инд йылғаһы аға. Ҡаланың үҙәге диңгеҙ кимәленән 507 м бейеклектә урынлашҡан.

Климаты

Исламабадтың климаты субтропик, уға сезонлы елдәр — муссондар, шулай уҡ тау эргәһендә урынлашҡан булыуы ныҡ тәьҫир итә. Исламабад уртаса дымлылыҡ зонаһында урынлашҡан, был Пакистан өсөн һирәк күренеш. Илдең күп зоналары ҡоролоҡло климаттан яфа сигә. Йыл эсендә баш ҡала районында 900 мм-ға тиклем яуым-төшөм була. Исламабадта иң йылы ай июнь (ә июль йә август тңгел). Бының сәбәбе булып июль-август айҙарында муссон башланыуы тора, көслө ямғырҙар башлана, уртаса температура түбәнәйә. Июндең уртаса температураһы +31,3 °C. Иң һыуыҡ ай булып ғинуар тора, ғинуарҙа уртаса температура +10,2 °C. Йылы көндәр һәм һыуыҡ төндәр хас, ҡышҡы айҙарҙа ваҡыты менән, һирәк булһа ла, ҡырау төшә. Шулай уҡ һирәкләп, ҡайһы берҙә ҡар яуа. Ҡала тирәһендәге тәбиғи үҫемлектәр донъяһы сүллекле саванналар сифатында (чий, әрем, каперс, астрагалдар). Пакистандың баш ҡалаһын уратып алған хайуандар донъяһын леопардтар, ҡырағай һарыҡтар һәм кәзәләр, фарсы ғәзәлдәре, һыртландар, сүл бүреһе, ҡабандар, ҡырағай ишәктәр һәм күп һандағы кимереүселәр сағылдыра. Ҡоштар донъяһы күп төрлө (бөркөттәр, грифтар, тауистар, тутыйғоштар). Йыландар күп.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек
Абсолют максимум, °C {{{Янв_а_макс}}} 34,0 34,5 40,6 46,0 50,4 45,0 42,0 40,0 39,9 33,0 31,0
Уртаса максимум, °C {{{Янв_ср_макс}}} 19,3 24,0 29,9 35,4 37,8 34,5 33,2 33,1 29,0 24,7 19,0
Уртаса температура, °C {{{Янв_ср}}} 12,9 17,9 23,5 28,9 31,3 29,7 28,8 27,2 22,4 16,4 11,7
Уртаса минимум, °C {{{Янв_ср_мин}}} 7,0 11,8 16,5 21,6 24,3 25,2 24,7 21,9 15,3 9,2 5,3
Абсолют минимум, °C {{{Янв_а_мин}}} −0,6 −1 6,0 10,0 15,0 15,0 16,2 12,1 5,0 −1 −4,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм {{{Янв_ср_осад}}} 70 91 57 43 49 212 228 74 24 17 31

Халҡы, теле, тотҡан дине

Исламабад 
The Centaurus.

Исламабад — күп милләтле ҡала. Рәсми теле — урду теле. Ул милләт-ара аралашыу теле һәм әҙәби ижад нигеҙе булараҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Уның менән бер рәттән баш ҡаланың эшмәкәрлек тормошонда һәм мәғарифта инглиз теле таралған. Көндәлек тормошта урду бик киң ҡулланылмай (ҡала халҡының 10 % ғына уны туған тел тип иҫәпләй). Пәнжәб теле киңерәк таралған. Был тел Исламабад халҡының 72 % өсөн туған тел. Икенсе урынды урду һәм пушту бүлешәләр (ҡала халҡының 10-ар %), ҡалған телдәрҙә ҡала халҡының 1 % -тан әҙерәге һөйләшә. Пакистанда ислам дәүләт дине булғанлыҡтан, Исламабад халҡының күпселеге (97 %) — мосолмандар. Шуларҙың 74 % — сөнниҙәр, 20 % шиғыйҙар. 3 % әхмәтселәргә керәләр (Мирза Гулам Әхмәткә эйәреүселәрҙең мосолман йәмғиәте). 1974 йылда Пакистан парламенты әхмәтселәр мосолман түгел тип иғлан итеүсе закон ҡабул итте. Христиандар һәм индуистар — яҡынса 1,5 %-әр.

Төрлө йылдарҙа ҡала халҡы:
1961 1972 1981 1998 2012
0 76 641 204 364 529 180 1 082 262

Ҡаланың тарихы

Исламабад 
Saudi-Pak Tower.

Инд бассейны — Ерҙә иң боронғо цивилизациялар үҙәге. Исламабад мөһим мәҙәни үҙәктәрҙән төньяҡта урынлашҡан, шулай булыуға ҡарамаҫтан, хәҙерге Пакистан баш ҡалаһының эргә-тирәһенә кешеләр боронғо замандарҙа уҡ күсеп килеп ултырғандар. Бында Урта Азия, Һиндостан ярымутрауы һәм Тибет илдәрен тоташтырыусы мөһим сауҙа юлдары киҫешкән урын. Шул тиклем отошло иҡтисади хәл Исламабад менән тиңдәш ҡала — Равалпинди үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Картала хәҙерге баш ҡала барлыҡҡа килгәнсе был ҡала регионда өҫтөнлөклө позицияла тора. 1959 йылда яңы ҡала төҙөргә ҡарар ителә. Масштаблы проект 1960 йылда, грек архитекторы Константинос Доксиадис етәкселегендә эшләнә. План сит ил һәм пакистан белгестәре тарафынан тормошҡа ашырыла. Исламабад тик 1960-сы йыл аҙағында ғына, ваҡытлыса баш ҡала булып торған Равалпинди ҡалаһынан яңы ҡалаға төп хөкүмәт учреждениеләрен күсергәс кенә, тулыһынса илдең төп ҡалаһына әйләнә. Төҙөлгән моменттан алып баш ҡала статусы алған Исламабад бик тиҙ үҫешә. Юғары тыуым кимәле һәм халыҡ һанының тиҙ артыуы ҡала властарына проблемалар тыуҙыра. Проблемаларҙы хәл итеү өсөн властар әлеге этапта мигранттар ағымын сикләргә тырышалар, әммә уңышҡа өлгәшә алмайҙар. 2008 йылда Исламабадта Дания илселегенә террористик һөжүм булды. 6 кеше һәләк булды.

Мәҙәни әһәмиәте

Исламабад 
Исламабадта Хөкүмәт йорто

Исламабад тәү баштан дәүләттең баш ҡалаһы итеп төҙөлдө. Шуға күрә ҡаланы планлаштырыу ҙур әһәмиәткә эйә. Исламабадтың архитектураһында урындағы традициялар менән европа архитектура мәктәбенең уңышлы бәйләнешен билдәләп китергә кәрәк. Ҡаланың төп өлөшө 1960 — 1980 йылдар араһында төҙөлә. Төҙөлөштәрҙән «Шәхрезада» ҡунаҡханаһын, Фейсал мәсетен, парламент бинаһын билдәләп китергә була. Пакистандың баш ҡалаһы — илдең фәнни-белем биреү үҙәге. Ҡалала ҙур Милли Китапхана, Асыҡ университет, Каид-и-Азам университеты, исламды өйрәнеү Институты, бөтә донъяға билдәле Ядро Технологиялар һәм Тикшеренеү Институты, башҡа ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары бар. Ҡалала Пакистан монументы һәм ил президенты резиденцияһы Айван-е-Садр урынлашҡан. Шулай уҡ ҡалала түбәндәге иҫтәлекле урындар бар: Лок Вирса музейы, Пакистан тәбиғәтте өйрәнеү музейы, Милли сәнғәт галерияһы, Фатима Джинна паркы, Розалар һәм Йәсминдәр баҡсаһы.

Туғандаш ҡалалар

Исламабад түбәндәге ҡалалар менән туғандаш ҡала булып тора:

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Исламабад Географик урыныИсламабад КлиматыИсламабад Халҡы, теле, тотҡан динеИсламабад Ҡаланың тарихыИсламабад Мәҙәни әһәмиәтеИсламабад Туғандаш ҡалаларИсламабад ИҫкәрмәләрИсламабад ҺылтанмаларИсламабадИнглиз телеПакистанУрду теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Икенсе донъя һуғышыТаиландЯҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙыУдмурт телеҮтәбаев Әхмәр Ғүмәр улыҒөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы25 апрельЭҙләүҙе оптималлаштырыуФутбол буйынса Англия йыйылма командаһыБиологик систематикаСтәрлебаш районыСайтРәсәй Федерацияһының социаль картаһыЯңы КаледонияӘбүғәлисинаРәсәй ФедерацияһыАмерика Ҡушма ШтаттарыБетонҒабдулла ТуҡайАсыҡ контентӨфө1964 йылТамара Ғәниева«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексыМәжүсилекТормошРостов АренаВикикитапханаИндонезияКөсБашҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыАрхейҙарАҡмуллаЙәйге ваҡытТарихҺүҙбәйләнешБраузерБаш битҠыҙыл Байраҡ орденыСабитов Нариман Ғиләжетдин улыҮзбәкстанМәскәүСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Дания баш ҡала төбәгеБөйөк Ватан һуғышыҠарабаш турғайМөнәсәбәт һүҙҙәрСиләбе өлкәһеXII быуатБуҙйегет ҡиссаһыИрекмәнлекҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүҺан (һүҙ төркөмө)12 майДанияИранШүлгәнташЕйәнсура районыЙондоҙҙарВикипедияСССР Дәүләт именлеге комитетыБуранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улы🡆 More