Пәнжәби (пәнжәб теле) йәки көнсығыш пәнжәби (pañjābī; кб.-пандж.
ਪੰਜਾਬੀ, көн.-пәндж. پنجابی;(урыҫ телендәге әҙәбиәттә пенджа́би, пенджа́бский язык, панджа́бский язык) — пәнжәбтәр һәм джәттәр теле. Һинд-европа телдәре ғаиләһенең һинд -арий теленә ҡарай. Һиндостандағы бер тел.
Тарихи рәүештә Пәнжәб ерҙәре Британия Һиндостанының 1947 йылда икегә бүленеп, Һиндостан һәм Пакистан дәүләттәре барлыҡҡа килеү арҡаһында бүленеп ҡала.Әле Һиндостанда Пәнжәб штаты булһа ла, ул Пакистандыҡы менән бер төбәк булып һаналып ҡала. Шуға ла был төбәк һөйләше Пакистандың көнсығыш өлөшөндә , шулай уҡ Һиндостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында таралған (башлыса Пәнжәб штатында, шулай уҡ күрше Харьяна һәм Химачал-Прадеш штаттарында). Һиндостанда 28—29 миллионлап кеше ошо телдә һөйләшә. Пәнжәби телдә һөйләшкән иң ҙур ҡалалар - Амритсар, Чандигарх, Джаландхар, Патиала.
Пакстанда 2008 йылғы халыҡ һанын алыуҙа пәнжәбиҙә 76 млн самаһы кеше һөйләшкәне теркәлгән. Атап әйткәндә, пәнжәб телендә Лахор 86 % кешеһе, ә Исламабадтың 71 % һөйләшә.
Бынан тыш, пәнжәбиҙә һөйләшеүселәр Һиндостан һәм Пакстандан ситтә лә бар.
Пәнжәбиҙә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һанын сығарып булмай, сөнки ҡайһы бер тикшеренеүселәр уны үҙаллы телдәр тип танылған сирайки, догри һәм потхохари телдәренә индерә (Патиалдағы Пәнжәб университеты ).
Урын | Ил | һөйләшеүселәр һаны |
---|---|---|
1 | Пакистан | 76 335 300 |
2 | Һиндостан | 29 109 672 |
3 | Бөйөк Британия | 2 300 000 |
4 | Канада | 1 100 000 |
5 | 720 000 | |
6 | АҠШ | 640 000 |
7 | Сәғүд Ғәрәбстаны | 620 000 |
8 | Гонконг | 260 000 |
9 | Малайзия | 185 000 |
10 | КАР | 140 000 |
11 | Мьянма | 120 000 |
12 | Франция | 90 000 |
13 | Италия | 80 000 |
14 | Таиланд | 75 000 |
15 | Япония | 75 000 |
16 | Маврикий | 70 000 |
17 | Сингапур | 70 000 |
18 | Оман | 68 000 |
19 | Ливия | 65 000 |
20 | Бахрейн | 60 000 |
21 | Кения | 55 000 |
22 | Австралия | 50 000 |
23 | Танзания | 45 000 |
24 | 40 000 | |
25 | ФРГ | 35 000 |
Пәнжәб теле — Пәнжәб штатындағы рәсми тел.
Пәнжәби стандарт бер нисә диалектҡа бүленә.
Бынан тыш Ю. А. Смирнов традицион классификацияла пәнжәби һәм көнбайыш пәнжәби телдәренең стандарт диалекттары менән берлектә ҡаралған башҡа диалекттарын да килтерә:
Пәнжәб теле башта үҙенсәлекле лахнда яҙмаһы менән файҙаланған. XVI быуатта яңы төр яҙма — гурмукхи килеп сыҡҡан, уны сикхылар үҙҙәренең дине өсөн файҙаланған. Гурмукхи тауыш тонын да билдәләй, хәреф-ижек менән яҙыла, Һиндостанда таралған. Пакстанда — шахмукхи яҙмаһы.
Дүрт тоны бар: тигеҙ, күтәрелә барған, фарингаланған төшөп барыусы һәм саф төшөп барыусы, улар һүҙҙең мәғәнәһен айырырға мөмкинлек бирә, грамматик роль дә үтәй. Тондар телдең электән килгән үҙенсәлеге түгел, һәм башҡа арий телдәрендә осрамай; улар һуҙынҡы өндәрҙең төрлө тартынҡылар менән нисек әйтелеүенә ҡарап уйлап сығарылған. Пәнжәби — флектив-аналитик тел.
Алғы | Көсөргәнешһеҙ алғы | Урта | Көсөргәнешһеҙ артҡы | Артҡы | |
---|---|---|---|---|---|
Өҫкө. | ī /iː/ | ū /u/ | |||
Урта-өҫкө | ē /eː/ | i /ɪ/ | u /ʊ/ | ō /oː/ | |
Урта | a /ə/ | ||||
Урта-аҫҡы | e /ɛː/ | o /ɔː/ | |||
Аҫҡы | ā /aː/ |
Ирен | Ирен-теш | Теш | Альвеоляр | Ретрофлекс | Постаьвеоляр,/ Палаталь | Веляр | Глотталь | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Шартлаулы | p /p/ ph /pʰ/ | b /b/ | t /t̪/ th /t̪ʰ/ | d /d̪/ | ṭ /ʈ/ ṭh /ʈʰ/ | ḍ /ɖ/ | k /k/ kh /kʰ/ | g /g/ | ||||||||
Аффрикат | c /tʃ/ ch /tʃʰ/ | j /dʒ/ | ||||||||||||||
Носовые | m /m/ | n /n/ | ṇ /ɳ/ | ñ /ɲ/ | ṅ /ŋ/ | |||||||||||
Фрикатив | f /f/ | s /s/ | z /z/ | ś /ʃ/ | x /x/ | ġ /ɣ/ | h /h/ | |||||||||
Бер баҫымлы | r /ɾ/ | ṛ /ɽ/ | ||||||||||||||
Аппроксимант | v /ʋ/ | y /j/ | ||||||||||||||
Латераль аппроксимант | l /l/ | ḷ /ɭ/ |
Грамматик үҙенсәлектәре: үҫешкән килештәр системаһы, ҡайһы бер сифаттар родтар буйынса предикатив функцияла ғына, субъект, ситләтелгән-объект һәм реляцион торошҡа ҡарап үҙгәрә. Пәнжәбинең иң боронғо ҡомартҡыһы — сикхиларҙың XII-XVII быуаттар ҙа яҙылған изге китаптары «Гуру Грантх Сәхиб (Адигрантх)» (йәки «Грантх Сәхиб»).
Пәнжәбиҙә һүҙҙәрҙең стандарт тәртибе — субъект-объект-ҡылым. Һүҙҙәр араһындағы бәйләнештәрҙе билдәләү өсөн бәйләүестәр файҙаланыла.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Пәнжәб теле, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.