Архитектура

Архитекту́ра йәки зо́дчество — йорттар, биналар һәм ҡоролмаларҙы проектлаштырыу, төҙөү һәм биҙәү сәнғәте һәм фәне (уларҙың архитектур ансамблен дә үҙ эсенә алып), шулай уҡ кеше тормошо һәм эшмәкәрлеге өсөн мөхит арауығы тыуҙырған йорт-биналар һәм ҡоролмалар йыйылмаһы.

Архитектура кешеләрҙең ынтылыш-теләктәренә, заманса техник мөмкинлектәргә һәм эстетик фекер-ҡараштарға ярашлы уларҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге өсөн кәрәк булған материаль ойошторолған мөхит булдыра. Объекттарҙың функциональ (тәғәйенләнеше, файҙаһы), техник (ныҡлығы, оҙаҡ ваҡыт хеҙмәт итеүе) һәм эстетик (матурлығы) үҙенсәлектәре архитектурала үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән.

The view shows a 20th-century building with two identical towers very close to each other rising from a low building which has a dome at one end, and an inverted dome, like a saucer, at the other.
Бразилияның Милли конгрессы. Архитектор Оскар Нимейер

Архитектура эштәре йыш ҡына мәҙәни һәм сәйәси символ, шулай уҡ сәнғәт әҫәре булараҡ ҡабул ителә. Тарихи мәҙәниәттәр (цивилизациялар) үҙҙәренең архитектура ҡаҙаныштары менән дә айырылып тора һәм билдәләнә. Архитектура бер үк ваҡытта йәмғиәттең йәшәйеш функцияларын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итһә һәм уларҙы йәмғиәт үҫеше ҡанундарына ярашлы тейешле юҫыҡҡа йүнәлтә. Әммә архитектура кешеләрҙең мөмкинлектәренә һәм ихтыяж-талаптарынан сығып йәшәп килә.

Ер-урын, аралыҡ менән эшләү предметына шулай уҡ тораҡ пуктын дөйөм ойоштороу ҙа инә. Ҡала төҙөлөшө (градостроительство) төшөнсәһе менән ул айырым йүнәлеш итеп ҡарала һәм ижтимағи-иҡтисади, төҙөлөш-техник, архитектура-сәнғәт, санитар-гигиена проблемаларын үҙ эсенә ала. Шуға ла, ҡала төҙөлөшө нигеҙҙәрен белмәй, архитектура ҡоролмаһына дөрөҫ баһа биреү ауырға төшә.

Архитектура өлкәһендәге юғары халыҡ-ара бүләктәрҙең береһе —Притцкер премияһы, ул һәр йыл һайын архитектура буйынса иң юғары ҡаҙаныштар өсөн бирелә.

Халыҡ-ара архитекторҙар союзының 1996 йылда Барселонала үткән 20-се Генераль ассамблеяһы ҡарарына ярашлы, һәр йыл һайын октябрҙың беренсе дүшәмбеһендә архитекторҙарҙың һәм архитектура ҡомартҡыларын яратыусыларҙың халыҡ-ара һөнәри байрамы — Бөтә донъя архитектура көнө билдәләнә.

Архитектура
Һиндостандың Чандигарх ҡалаһындағы Ассамблея Һарайы, архитекторы Ле Корбюзье

«Архитектура» һүҙенең сығышы

Рус телендә киң ҡулланылышта булған һәм уның аша элекке Советтар Союзында йәшәгән башҡа халыҡтар телдәренә инеп киткән «архитектура» һүҙе поляк теле аша (пол. architektura) латин теленән (лат. architectura) үҙләштерелгән. Латин телендә был һүҙ architectus «архитектор» һүҙенән яһалған, ә уныһы үҙ сиратында боронғо грек теленән алынған (бор. грек. ἀρχιτέκτων): αρχι- (главный, старший) һәм τέκτων (плотник, строитель) — «главный строитель».

Рус телендә төҙөлөш сәнғәтенә ҡағылышлы тағы ла бер үҙенсәлекле һүҙ ҡулланыла: «зодчество» (иск.-слав. «зьдьчий» «зьдь» — глина, материя) һүҙенән алынған.

Архитектор

Архитектор — йорт һәм биналар, уларҙың фасадтары, шулай уҡ эске аралыҡ пландарын дөйөм һәм өлөшләтә эшләүҙе үҙ эсенә алған архитектура йәһәтенән проектлау менән шөғөлләнеүсе махсус белемле белгес. Рәсәй Федерацияһында архитектура буйынса юғары белем 270100 «Архитектура» һәм 270900 «Ҡала төҙөлөшө» (градостроительство) һөнәрҙәре буйынса бирелә.

Сәнғәт төрө булараҡ архитектура

Архитектура 
Төрлө архитектура ордерҙарының капителдәре
(өҫкө өлөштәре)

Сәнғәт төрө булараҡ архитектура рухи мәҙәниәт өлкәһенә ҡарай, кешенең тирә-яғын эстетик йәһәттән формалаштыра, йәмғиәттең уй-фекерҙәрен һәм идеяларын нәфис (художестволы) образдарҙа сағылдыра һәм кәүҙәләндерә.

Йәмғиәттең тарихи үҫеше ҡоролмаларҙың функцияларын һәм төрҙәрен (йорт-биналарҙың эске төҙөлөшө, асыҡ арауыҡлы ҡоромалар, төрлө төҙөлөш ансамблдәре), уларҙың техник конструкция системаларын, архитектура ҡоролмаларының художестволы төҙөлөшөн билдәләй.

Художестволы образдарҙы формалаштырыу йәһәтенән архитектураны һынлы булмаған (неизобразительный, тектонический) сәнғәт төрҙәренә индерәләр, сөнки уларҙа ҡулланылған билдәләр сағылдырған образдарҙа ниндәйҙер реаль предметтарҙы, күренештәрҙе һәм хәл-ваҡиғаларҙы күреп-таныу мөмкин түгел. Архитектура әҫәрҙәренә эстетик баһа уларҙың үҙ функциональ тәғәйенләнешен үтәү, хеҙмәтләндереү һәләтлеге аша бирелә.

Образдарҙың булдырылыу ысулдары буйынса архитектураны сәнғәттең арауыҡлы (пластик һынлау) төрөнә индерәләр пространственный (пластический вид искусства). Уның әҫәрҙәре:

  • үҙгәрмәй һәм ваҡыт үтеү менән үҫешмәйсә арауыҡта ҡала бирә;
  • улар предметлы характерҙа була;
  • матди материалы эшкәртеү юлы менән яһала;
  • ҡараусы тарафынан туранан-тура һәм визуаль рәүештә (күҙҙәр аша) ҡабул ителә.

Архитектура сәнғәтен сағылдырған саралар иҫәбенә архитектура композицияһы, тектоника, масштаб, пропорциялар, ритм, күләмдәр пластикаһы, фактура (әҫәрҙәр техникаһының үҙенсәлеге) һәм ҡулланылған төҙөлөш материалдарының төҫө инә. Архитектура әҫәрҙәренең эстетик йәһәттән йоғонтоһона байтаҡ дәрәжәлә уларҙың конструктив сиселеше йоғонто яһай. Ҡоролма ныҡ булыу менән бергә үҙенең ныҡлығы тураһында ныҡлы тәьҫир ҙә ҡалдырырға тейеш. Әгәр ҙә ҡарағанда материалдың етмәгәнлеге хаҡында фекер тыуа икән, йорт-бина ла тотороҡһоҙ һәм ышанысһыҙ булып күренә, шул уҡ ваҡытта материалдың артыҡлығы саманан тыш ауырлыҡ тойғоһо тыуҙыра. Был инде үҙ сиратында кире эмоцияларға килтерә.

Архитектураның төп өлкәләре

Архитектура өс башланғысҡа нигеҙләнә: ныҡлыҡ (прочность) (лат. firmitas), файҙа (польза) (лат. utilitas) һәм матурлыҡ (красота) (лат. venustas).

Марк Витрувий Поллион. Десять книг
об архитектуре. Книга I

Йорт-биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы проектлау

Күләмле-планлы проектлау (архитектура тар мәғәнәлә, зодчество) — архитектураның төп бүлеге, ул бина һәм ҡоролмаларҙы проектлау һәм төҙөү менән бәйле.

Архитектура эшмәкәрлеге — архитекторҙарҙың архитектура объекты булдырыуға йүнәлтелгән маҡсатлы һөнәри эшмәкәрлеге. Ул түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:

  • архитектура проектын төҙөү буйынса ижади процесс,
  • төҙөү йәки яңыртыу буйынса проект документацияһының барлыҡ бүлектәрен эшләүҙе координациялау,
  • архитектура объектын төҙөүгә автор күҙәтеүе.

Ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге

XX быуат уртаһында архитектор һөнәре ике тармаҡҡа бүленә: «күләмле проектлау» («күләмдәрҙе, йәғни йорт-биналарҙы проектлау) һәм «ҡала төҙөлөшө» (ҡала райондарын йә эре күп функциялы комплекстарҙы проектлау).

Ҡала төҙөлөшө — архитектураның ҡала мөхитен проектлау һәм үҫтереү менән шөғөлләнеүсе бүлеге. Ул шулай уҡ бер комплекста ҡаланың планлы үҫеш һәм яңы объекттар төҙөү мәсьәләләрен дә, санитар-иҡтисади һәм экология проблемаларын да хәл итә.

Хәҙерге заман ҡала төҙөлөшөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып Швейцарияла тыуған француз архитекторы, рәссам һәм дизайнер Ле Корбюзье һанала. Ул ҡала төҙөлөшөнә ҡағылған күп һанлы проектарында (1922—1945), «ирекле ҡала планы» йәки «йәшел ҡала» идеяларын (идея «свободного городского плана» или «зеленого города»: «Лучезарный Город» — по Ле Корбюзье) беренсе урынға ҡуя, улар бары XX быуаттың икенсе яртыһында ғына ысын мәғәнәлә танылыу һәм таралыу ала.

Архитектура менән ҡала төҙөлөшөнөң үҙ-ара бәйләнеше үтә мөһим һәм бер үк ваҡытта бәхәсле мәсьәлә булып ҡала килә.

Ле Корбюзье эшләгән һәм Хәҙерге заман архитектураның халыҡ-ара конгресы (Международный конгресс современной архитектуры -CIAM) тарафынан 1933 йылда Афинала ҡабул ителгән Афина хартияһының (Ҡала төҙөлөшө манифесының) 92-се пунктында архитектура менән ҡала төҙөлөшө мөнәсәбәте тураһында түбәндәгесә әйтелгән:

Архитектура беренсе дәрәжәләге һәм иң мөһим әһәмиәткә эйә була бара. Архитектура ҡала яҙмышын алдан, көн элгәре хәл итә. Архитектура ҡала төҙөлөшө планының беренсел нигеҙе булған торлаҡтың структураһын билдәләй. Архитектура, теүәл иҫәпләүҙәргә һылтанып, торлаҡты эре комплекстарға берләштерә.

Халыҡ-ара манифеста яҙылғандың төп мәғәнәһе: «Кеше — бар әйберҙәрҙең үлсәме» («Человек — мера всех вещей») принцибынан сығып, Афина хартияһы архитектураны беренсел тип иҫәпләй.

Шул уҡ ваҡытта башҡа уй-фекерҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, Зигфрид Гидион яҙуынса:

Архитектураның киләсәге ҡала төҙөлөшө менән айырылғыһыҙ бәйләнгәнен беҙҙең заман архитекторҙары бик яҡшы белә. Берҙән-бер матур йорт үҙе генә бер ниндәй әһәмиәткә эйә түгел.

Бындай ҡараш, әлбиттә, бер кешенең генә түгел, ә ҙур социаль төркөмдәрҙең, дөйөм йәмғиәттең мәнфәғәтен күҙ уңында тота.
Совет ҡала төҙөлөшө мәктәбе лә шулай уҡ мөхит булараҡ ҡала масштабынан сығып уй-фекер йөрөтөргә өйрәтте:

Ҡалалағы урынын белмәй тороп, айырым йорт-бинаның индивидуаль үҙенсәлектәрен тойоу һәм әйтеп биреү мөмкин түгел. Ҡала төҙөүсе... үҙҙәренең ҙурлығы һәм ҡатмарлығы яғынан ғәҙәти архитектура ҡоролмаһынан күпкә юғары булған объекттар менән шөғөлләнә.

Хәҙергә Рәсәй ҡануниәте лә ҡала төҙөлөшөнә ҡағылған эшмәкәрлекте архитектура эшмәкәрлеге менән сағыштырғанда киңерәк төшөнсә итеп ҡарай. Рәсәй Федерацияһының Ҡала төҙөлөшө кодексының (Градостроительный кодекс Российской Федерации -ГСК РФ)1-се статьяһына ярашлы:

Ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге — территорияларҙы, шул иҫәптән ҡалаларҙың һәм башҡа биләмәләрҙең территорияларын үҫтереү буйынса эшмәкәрлек һәм ул түбәндәге эш төрҙәре менән тормошҡа ашырыла:
  • территориаль планлаштырыу,
  • ҡала төҙөлөшө зоналарын асыҡлау,
  • территорияларҙы әҙерләү,
  • архитектура-төҙөлөш проекты эшләү,
  • төҙөлөш,
  • капиталь төҙөкләндереү (ремонт),
  • капиталь төҙөлөш объектарын тергеҙеү һәм яңыртыу.

XX быуат аҙағында ҡала төҙөлөшө төшөнсәһенән социология һәм системаларҙың дөйөм теорияһына яҡыныраҡ торған фән булараҡ урбанистика айырылып сыҡты, ул ҡала һәм уның үҫеш принциптарын өйрәнә.

Ландшафт архитектураһы

Ландшафт архитектураһы — архитектураның баҡса, парк һәм материалдары ландшафт (ер өҫтөнөң үҙенә генә хас үҙенсәлекле бер өлөшө) һәм тәбиғи үҫемлектәр булған башҡа мөхиттәрҙе ойоштороуға арналған бүлеге. Ландшафт архитекторы парктарҙы һәм баҡсаларҙы биҙәү, ҡала микрорайондарын һәм йорт алды участкаларын йәшелләндере менән шөғөлләнә.

Рәсәйҙәге ландшафт архитектураһының иң яҡшы өлгөләре булып һанала:

  • Мәскәү өлкәһенең Красногорский райоеы Архангельский ауылындағы «Архангельский» дәүләт-музей усадьбаһы.
  • Мәскәүҙәге Кусков музей-усадьбаһы.
  • Петергоф һарай-парк ансамбле музей-ҡурсаулығы.
Архитектура 
Кусков, Һарай һәм манаралы сиркәү күренеше
Ҙур Петергоф һарайының Түбәнге паркы панорамаһы

Интерьер дизайны

Интерьер дизайны — архитекторҙарҙың һәм дизайнерҙарҙың архитектура һәм сәнғәт саралары менән йорт-бина эсендә фунциональ, эргономик һәм эстетик аралыҡ булдырыу буйынса һөнәри һәм ижади эшмәкәрлеге. Уның маҡсаты — уңайлыҡ тыуҙырыу һәм кешеләрҙең мөхит менән эстетик яҡтан үҙ-ара ыңғай тәьҫир итешеүен булдырыу. Интерьер дизайны үҙендә сәнғәт һәм сәнәғәт дизайнын берләштерә.

Дизайнер йорт-бина эсендәге хеҙмәт барышын оптималләштерә, махсуслашҡан бүлмәләрҙең биҙәлешен эшләй, артабан уларҙы планлаштырыуҙан башлап, яҡтылыҡ, елләтеү, акустика системаларын ҡороу, мебелде урынлаштырыу хәстәрҙәренә тиклем интерьерҙы матурлау менән етәкселек итә.

Архитектураның бер өлөшө булған интерьер дизайнының үҙенең күп төрлө стилдәре бар, улар, төрлө тарихи дәүерҙәрҙә барлыҡҡа килеп, артабан үҫеш алған. Бер үк бина, мәҫәлән, конференц-зал, төрлө стилдәрҙә биҙәлергә мөмкин: «Хай-тек», роман архитектураһы, модернизм стилдәре һәм башҡалар. Интерьер стилдәре архитектураныҡына ҡарағанда күберәк.

Интерьер дизайны өлгөләре

Ваҡ формалар архитектураһы

Ваҡ формалар архитектураһы — архитектураның функциональ-декорация (мәҫәлән, кәртә-ҡоймалар), мемориаль характерҙағы (ҡәбер таштары), ҡаланы төҙөкләндереү (яҡтыртыу ҡорамалдары) һәм мәғлүмәт биреүсе (стендтар, реклама таҡталары) объекттар менән шөғөлләнеүсе бүлеге.

Ландшафт архитектураһында һәм баҡса-парк сәнғәтендәге ярҙамсыл архитектура ҡоролмалары, ябай функциялы һәм архитектура ансамбленең дөйөм композицияһын тулыландырыусы ҡорамалдар һәм художество-декоратив элементтар ҙа ваҡ архитектура формаларына ҡарай. Уларҙың ҡайһы берҙәре ҙур функциялар үтәмәй, бары тик художество-декоратив яҡтан ғына әһәмиәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта ваҡ архитектура формалары архитектура ансамлендә мөһим роль уйнарға ла мөмкин. Ландшафт дизайнында улар баҡсаны биҙәүҙең төп элементтары булып тора. Еңел конструкцияларҙан йыйылған һәм махсус нигеҙ яһамай ғына ваҡытлыса урынлаштырылған ҙур булмаған ҡоролмалар ҙа ваҡ архитектура формаларына ҡарай сауҙа павильондары һ.б.).

Башҡа ваҡ архитектура формалары: баҫҡыстар, кәртә-ҡоймалар, скульптуралар, мемориаль таҡтаташтар, фонтандар, тыштағы яҡтыртыу ҡорамалдары, афиша һәм реклама стендтары, баҡса-парк ҡоролмалары (газондар, беседкалар, парк эскәмйәләре, баҡсалағы мебель), ҡала урамындағы мебуль, сүп-сар һауыттары (урналар һәм кәрзиндәр), балалар уйын майҙансыҡтары һәм комплекстары, киоск һәм павильондар, сауҙа лотоктары һәм автоматтары һ.б.

«Ҡағыҙҙағы архитектура»

Ҡағыҙ архитектураһы — архитекторҙарҙың материалләштереү маҡсаты булмаған архитектура формаларын проектлау буйынса теоретик эшмәкәрлеге. Был проекттар үҙҙәренең техник яҡтан ҡатмарлы, тормошҡа ашырыу өсөн ҡиммәт, масштаблы булыуы йә цензура рөхсәт итмәүе арҡаһында бары тик ҡағыҙҙа ғына тороп ҡала. Барокко һәм классицизм дәүерендәге Франция — тарихта киң билдәле «ҡағыҙ архитектураһы» осоро.

«Ҡағыҙҙағы архитектура» — утопик сәнғәт. Ул бер яҡтан төрлө архитектура формалары эҙләү өсөн тәжрибә майҙаны булһа, икенсе яҡтан авторҙың сикһеҙ фантазияһын сағылдыра.

Архитектура теорияһы

Архитектура — арауыҡтағы музыка, ҡатып-ҡалған музыка.

Философ Фридрих Вильгельм Йозеф фон Шеллинг

Төҙөлөш терминдары һүҙлеге архитектура теорияһын өйрәнеү объекттары архитектураның тәбиғәте һәм үҙенсәлектәре, уның сәнғәт булараҡ килеп сығыуы, үҫеше һәм эшләүе, шулай уҡ асылы, йөкмәткеһе һәм формалары булған фән тип билдәләй.
Архитектура теорияһы предметына тағы ла төп төшөнсәләр системаһы (категориялар) ҡарай, улар, атап әйткәндә, түбәндәгеләр: архитектура композицияһы, функцияһы, формаһы, конструкцияһы, архитектоника (бина конструкцияһының, уның өлөштәренең үҙ-ара бәйләнеше, бер бөтөнлөгө) архитектура мөхите, симметрия һәм асимметрия һ.б. Күләм — тыштан ҡарағанда — мөхиттең йомоҡ һәм сикләнгән, бөтөн берәмеге. Ара, арауыҡ (пространство) — эстән ҡарағанда — мөхиттең бер өлөшө.

Архитектура тарихы

Архитектура тарихы — социаль ихжтыяждарға һәм фәнни-техник шарттарға ярашлы архитектураның ваҡыт һәм арауыҡта функциональ, конструктив һәм эстетик яҡтан үҫешен өйрнеүсе һәм тикшереүсе фән һәм академик дисциплина. Ул архитектураның үҫеш ҡанундарын тарихи процесстың дөйөм ҡанундары, мәҙәниәт һәм йәмғиәттең тарихы менән тығыҙ бәйләнештә өйрәнә.

Архитектура стиле

Архитектура стиле — билдәле бер ваҡыт һәм урын өсөн хас архитектураның функциональ, конструктив һәм художество яғынан (йорт-биналарҙың тәғәйенләнеше, ҡулланылған төҙөлөш материалдары һәм конструкциялары, архитектура композициялары) төп билдәләре һәм үҙенсәлектәре йыйылмаһы. Ул, оҫта ижадының төп идея-художество үҙенсәлектәре тупланмаһы булараҡ, йәмғиәттең билдәле бер социаль һәм иҡтисади үҫеше шарттарындағы сәнғәт һәм мәҙәниәттең бөтә яҡтарын да үҙ эсенә алған донъяға художестволы ҡараш тигән дөйөм төшөнсәгә эсенә инә.

Архитектура стилдәре үҫеше климатҡа һәм техникаға, шулай уҡ дини һәм мәҙәни факторҙарға ла бәйле.

Архитектура үҫеше ваҡыт менән туранан-тура мөнәсәбәттә булһа ла, төрлө стилдәр бер-береһен һәр саҡ эҙмә-эҙлекле алыштырмай, уларҙың ҡайһылары үҙ-ара альтернатив формала бер юлы ҡулланылышта була ала (мәҫәлән, барокко һәм классицизм, модерн һәм эклектика, функционализм, конструктивизм һәм ар-деко).

Дөйөм алғанда, архитектура стиле, сәнғәттәге башҡа стилдәр кеүек үк, — шартлы төшөнсә. Ул, тәү сиратта, Европа архитектураһы тарихын аңлау уңайлы булһын өсөн ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта төрлө төбәктәрҙең архитектураһы тарихын сағыштырғанда стиль төшөнсәһе тасуирлау сараһы булараҡ ҡулланыуға ярамай.

Архитектура стилдәренең ҡайһы берҙәре (мәҫәлән, модерн, төрлө илдәрҙә төрлөсә атама менән йөрөтөлә. Хәҙерге заман философияһында ла шулай уҡ бер-береһенән һиҙелерлек айырылған йүнәлештәр барлыҡҡа киле, шуға ла теге йәки был йүнәлештең үҙ аллылығы хаҡында ғилми бәхәстәр дауам иткәндә, атамалар һәм төшөнсәләр буйынса берҙәмлек әлегә юҡ һәм уның булыуы ла мөмкин түгел.

Билдәләнгән етешһеҙлектргә ҡарамаҫтан, стиль, тасуирлау сараһы булараҡ, архитектура тарихындағы фәнни алымдың бер өлөшө, сөнки ул архитектураға ҡағылышлы уй-фекерҙәр үҫешендәге глобаль векторҙы күҙалларға булышлыҡ итә. Донъя әһәмиәтендәге түбәндәге архитектура стилдәрен айырып ҡарау ҡабул ителгән:

Архитектура 
Беҙҙең эраға тиклем V быуатта Сицилияла никах һаҡлаусы алиһә Гераға бағышлап төҙөлгән һарай
  • Боронғо архитектура (Храм архитектураһы).
  • Антик архитектура (Боронғо Греция һәм Рим архитектураһы). Б.э.т. VIII — V быуаттар.
  • Роман стиле. X — XII быуаттар.
  • Готика. XII — XV быуаттар.
  • Яңырыу дәүере архитектураһы. XV — XVII быуаттар.
  • Барокко архитектураһы. XVI — XVIII быуаттар.
  • Рококо архитектураһы. XVIII быуат башы — XVIII быуат аҙағы.
  • Классицизм стиле, шул иҫптән (палладианство, ампир, неогрек. XVIII быуат уртаһы — XIX быуат.
  • Эклектика стиле. 1830 — 1890 йылдар
  • Модерн арихитектураһы. 1890 — 1910 йылдар.
  • Модернизм архитектураһы. 1900-сы йылдар башы — 1980-се йылдар.
  • Конструктивизм архитектураһы. 1920—1930-сы йылдар башы.
  • Постмодернизм архитектураһы. XX быуат уртаһынан.
  • Хай-тек стиле. 1970-се йылар аҙағынан.
  • Деконструктивизм. 1980-се йылдар аҙағынан.
  • Динамик архитектура. XXI быуат башынан.

Психологик тәьҫир

Психолог Коллин Эллард архитектураның психологик тәьҫир итеү һәләтлеген билдәләйҠалып:Не АИ:

[...] сабыйҙың шатлыҡлы йылмайыуына яуап итеп йылмайғанда беҙ нисек бәхетлерәк булып китәбеҙ, — нәҡ шулай йорт-биналар беҙҙе [архитектура дизайнына һалынған хис-тойғоларҙы (эмоцияларҙы)] тойорға мәжбүр итә. Был үҙ-ара бәйләнештәр беҙҙең организмда нерв сылбырҙары кеүек һалынған, һәм улар беҙгә бер-беребеҙ менән тәжрибә уртаҡлашыу, үҙебеҙ йәшәгән мөхиттә булған хәүеф-хәтәргә һәм мөмкинлектәргә ярашлы (адекватно) яуап биреү һәм иғтибар итә алыу мөмкинлеген бирә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Колин Эллард. Среда обитания: Как архитектура влияет на наше поведение и самочувствие = Colin Ellard “Places of the Heart: The Psychogeography of Everyday Life”. — М.: Альпина Паблишер, 2016. — 282 p. — 2000 экз. — ISBN 978-5-9614-5390-4.
  • В. А. Пилявский, Т. А. Славина, А. А. Тиц, Ю. С. Ушаков, Г. В. Заушкевич, Ю. Р. Савельев. История русской архитектуры / Под ред. Н. Н. Днепрова, Г. Г. Яцевича. — 2-е изд доп. и перабот.. — СПб.: Стройиздат СПб, 1994. — 600 с. — 25 000 экз. — ISBN 5-274-00728-7.
  • Лю Цзунъюань (Китай, VIII век н. э.), «Рассказ о плотнике» // Шедевры китайской классической прозы в переводах академика В. М. Алексеева: В 2 кн. — М., 2006.
  • Айн Рэнд. Источник (в 2-х томах) = The Fountainhead. — М.: «Альпина Паблишер», 2011. — С. 808. — ISBN 978-5-9614-1671-8.
  • Мастера архитектуры об архитектуре (В. А. Веснин, Г. П. Гольц, И. В. Жолтовский, И. А. Фомин, А. В. Щусев) / Отв. ред. М. П. Цапенко. — Киев, 1953.
  • Буров А. К. Об архитектуре. — М., 1960.
  • Мастера архитектуры об архитектуре: Избр. отрывки из писем, статей, выступлений и трактатов / Под общ. ред. А. В. Иконникова, И. Л. Маца, Г. М. Орлова. — М., 1972.
  • Мастера советской архитектуры об архитектуре: Избр. отрывки из писем, статей, выступлений и трактатов: В 2 т. — М., 1975.
  • Николаев И. С. Профессия архитектора. — М., 1984.
  • Чепелик В. В. Зодчие средневековья и Нового времени (VI—XIX вв.). — Киев, 1990.
  • Асєєв Ю. С. Професія — архітектор. — Київ, 1991.
  • Пучков А. А. Поэтика античной архитектуры / ИПСИ АИУ. — Киев: Феникс, 2008. — 992, XXXII с. — ISBN 978-966-651-659-9.
  • Пучков А. А. Древнегреческий архитектор: Реконструкция творческой практики как интерпретация нетворческого ремесла // Сучасні проблеми дослідження, реставрації та збереження культурної спадщини / ІПСМ АМУ. — Київ, 2008. — Вип. 5. — С. 159—228.
  • Яргина З. Н. и др. Основы теории градостроительства: Учеб. для вузов. Спец. "Архитектура" / З. Н. Яргина, Я. В. Косицкий, В. В. Владимиров, А. Э. Гутнов, Е. М. Микулина, В. А. Сосновский. — М.: Стройиздат, 1986. — 326 с.
  • Яргина З. Н., Яргин С. В. Озеленение в центре Москвы: средство снижения транспортной нагрузки // Архитектура и время, 2012, № 5. – С. 22-25.
  • Осятинский А. И. Строительство городов на Волге / Под ред. д-ра архитектуры проф. В. И. Пилявского. — Саратов: Изд-во Саратовского университета, 1965. — 191 с.
  • Саваренская Т. Ф. Западноевропейское градостроительство XVII-XIX веков: Эстетические и теоретические предпосылки. — М.: Стройиздат, 1987. — 192 с.
  • Алфёрова Г. В. Организация строительства городов в Русском государстве в XVI – XVII вв. // Вопросы истории. 1977, № 7. С. 50-67.

Һылтанмалар


Tags:

Архитектура «» һүҙенең сығышыАрхитектура АрхитекторАрхитектура Сәнғәт төрө булараҡ архитектураАрхитектура ның төп өлкәләреАрхитектура теорияһыАрхитектура тарихыАрхитектура стилеАрхитектура Психологик тәьҫирАрхитектура Шулай уҡ ҡарағыҙАрхитектура ИҫкәрмәләрАрхитектура ӘҙәбиәтАрхитектура ҺылтанмаларАрхитектураКешеТехникаТөҙөлөш

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

YouTubeТунис10 апрельТапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улыРәсәй ФедерацияһыWorldCat (библиографик мәғлүмәт базаһы)Аят әл-КүрсиМаксим ГорькийФизикаҠөрьәнБашҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығыАвтономиялы өлкә (Рәсәй)Башҡорт милли кейемеНельсон МанделаБритан энциклопедияһыБашҡорт теленең морфологияһыСыйырсыҡСайтҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр6 мартДауа сараларыБохараАккраЕнси актУҡытыусыСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)ЯпонияXIII быуатАрыҫлан петроглифтарыХәбиров Фәрит Барый улы193019 мартҒәрәбстан ярымутрауыGoogle6 ғинуар2020 йылЮлыев Батыргәрәй Ғәбделмөхәмәт улыЛондонВенерик ауырыуҙарСи Цзиньпин9 ноябрьРомео һәм Джульетта29 ғинуар22 апрельЯҡшығолов Сафуан Суфиян улыWikiLeaksВизантия империяһыИзраильИҡтисад1873 йылАвгустISO 3166-1Мария Гёпперт-МайерСпартакҒәззә секторыҒәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улыВикипедияПриматтарАристотельСевильяБөрйән районыГеодезияФинляндияЙоһанн Вольфганг фон ГётеЛотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улыЕкатерина IIОперацион системаХорватия🡆 More