Кения

Ке́ния (суахили һәм ингл. Kenya ), рәсми атамаһы — Ке́ния Респу́бликаһы (суахили Jamhuri ya Kenya, ингл. Republic of Kenya) — Көнсығыш Африкалағы дәүләт.

Бөйөк Британияның элекке колонияһы, 1963 йылдың 12 декабрендә бойондороҡһоҙлоҡ ала. Милләттәр Берләшмәһе составына инә.

Кения Республикаһы
Jamhuri ya Kenya  Republic of Kenya
Кения Кения гербы
Флаг
Девиз: «Harambee (Бергә эшләргә
Гимн: «Ee Mungu Nguvu Yetu»
Кения
Үҙаллылыҡ датаһы 12 декабрь 1963Бөйөк Британиянан)
Рәсми телдәр Суахили теле һәм инглизсә
Баш ҡала Найроби
Идара итеү төрө Президент республикаһы
Президент

Вице-президент Премьер-министр

Мваи Кибаки

Калонзо Мусьока Раила Одинга

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
46
582 650 км²
2,3
Халыҡ
• Һаны (2019)
• Халыҡ тығыҙлығы

47564296 чел. (29)
81.63 чел./км²
ЭТП (ППС)
  • Бөтәһе
  • На душу населения

177.954 млрд долл.
3705 долл.
ЭТП (номинал)
  • Бөтәһе
  • Бер кешегә

87.928 млрд долл.
1831 долл.
ИЧР (2020) 0,601

 (средний) (142 урын)

Валюта Кения шиллингы
Интернет-домен .ke
Код ISO KE
МОК коды KEN
Телефон коды +254 (+005 Танзания и Уганда ваҡытына)
Сәғәт бүлкәте 3

Бөгөнгө көндә ил Көнсығыш Африка илдәре араһында иң йылдам үҫешеүсе илдәрҙең береһе булып тора.

Баш ҡалаһы — Найроби. Аҡса берәмеге — Кения шиллингы.

Этимологияһы

Ил Кениялағы тау хөрмәтенә аталған, уны кикуйю телендә Кере-Ньяга («тау» йәки «аҡ тау») тип атайҙар.

Тарихы

Боронғо осор

Кения, күп ғалимдар фекеренсә, кешелектең боронғо ата-бабалары төйәге булып тора. Унда, Рудольф күленең көнсығыш яры буйында, яҡынса 3 миллион йыл элек Ломеквиҙа йәшәгән ата-бабаларҙың эш ҡоралдары һәм һөйәктәре табылған.

Күпкә һуңыраҡ Кения территорияһында хәҙерге эфиоп расаһына яҡын кешеләр йәшәгән. Унда шулай уҡ койсан (хәҙерге Көньяҡ Африка) раса тибындағы ҡәбиләләр була. Һуңыраҡ көнбайыштан хәҙерге покомо, суахили һәм миджикендаларҙың ата-бабалары булған негроид банту телле ҡәбиләләр килә.

VIII—VIII быуаттарҙа Кения ярҙарында буйында суахили сауҙа үҙәктәре барлыҡҡа килә башлай. Улар Африканың эске райондары менән Һиндостан һәм Ғәрәбстан араһында аралашсы булараҡ сауҙа менән шөғөлләнә. Африканан тимер, алтын, фил һөйәге, мөгөҙморон мөгөҙө, ҡолдар сығаралар, үҙенә металл әйберҙәр, кәсеп әйберҙәре, туҡымалар индерелә.

Физик-географик ҡылыҡһырлама

Географик урынлашыуы

Кения 
Кении картаһы

Дәүләт төньяҡта Эфиопия, көнсығышта Сомали, көньяҡ-көнбайышта Танзания, көнбайышта Уганда, төньяҡ-көнбайышта Көньяҡ Судан менән сиктәш. Дәүләт сигенең дөйөм оҙонлоғо — 3477 км: Эфиопия менән — 861 км, Сомали менән — 682 км, Көньяҡ Судан — 232 км, Танзания менән — 769 км, Уганда менән — 933 км.

Ярҙарын көньяҡ-көнсығыштан Һинд океаны һыуҙары, көнбайышта Виктория күле менән йыуа, яр буйы һыҙатының оҙонлоғо — 536 км. Кенияның майҙаны — 582 650 км², шуларҙың 11 230 км² — һыу өҫтө. Максималь оҙонлоғо — көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1131 км һәм төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан 1025 км. Илдең үҙәгенә яҡын ерҙә экватор үтә.

Административ бүленеше

2013 йылға тиклем Кения территорияһы 8 провинцияға һәм 71 өйәҙгә бүленгән. 2013 йылдың мартынан 47 округ иҫәпләнә.

Кения 
Кения округтары
Провинция Административ үҙәгер Майҙаны,
км²
Халҡы,
чел. (2009)
Тығыҙлыҡ,
кеше/км²
1 Үҙәк Ньери 13 164 4 383 743 333,01
2 Яр буйы Момбаса 82 893 3 325 307 40,12
3 Көнсығыш Эмбу 153 404 5 668 123 36,95
4 Найроби Найроби 695 3 138 369 4515,64
5 Төньяҡ-көнсығыш Гарисса 126 852 2 310 757 18,22
6 Ньянза Кисуму 12 613 5 442 711 431,52
7 Рифт-Валли Накуру 183 383 10 006 805 54,57
8 Көнбайыш Какамега 8 309 4 334 282 521,64
Бөтәһе 581 313 38 610 097 66,42

Халҡы

Иҫәбе, урынлашыуы

Халыҡ һаны
1948 1962 1969 1979 1989 1999 2009 2019
5 400 000 8 600 000 10 944 664 15 329 040 21 450 763 28 688 599 38 610 097 47 564 296

Халыҡ һаны — 47 564 296 жителей (2019 йылғы халыҡ һанын иҫәпкә алыу).

Кения 
2020 йылға Кения халҡының йәш-енес пирамидаһы

Йыллыҡ үҫеш — 2,2 % (2009—2019);

Тыуым — 1000 кешегә 35 (бала табыу — 1 ҡатын-ҡыҙға 4,4 бала, сабыйҙар үлеме — 1000-гә 53);

Үлем — 1000 кешегә 9;

Ғүмер оҙонлоғо — 58,8 йәш (ирҙәргә — 58 йәш, ҡатын-ҡыҙҙарға — 59 йәш);

Иммунодефицит вирусы (ВИЧ) менән ауырыу — 6,7 % (2003 йыл баһаһы).

Милли составы

Кения 
Кения округтары буйынса 2019 йылда халыҡ тығыҙлығы

ЦРУ-ның факттар китабына ярашлы, Кенияла түбәндәге этник төркөмдәр бар: кикуйю — 22 %, лухья — 14 %, луо — 13 %, календжин — 12 %, камба — 11 %, кисии — 6 %, меру 6 %, башҡа африкандар — 15 %, африкан булмағандар (индеецтар, инглиздәр, ғәрәптәр) — 1 %.

Телдәре

Рәсми телдәр — инглиз һәм суахили, урындағы телдәр таралған. Мәктәптәрҙә инглиз телендә уҡыталар һәм бөтә хөкүмәт документтары алып барыла. Халыҡтың күпселеге суахили телен белә. Ул ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр күп булған бантуй телдәре нигеҙендә милләт-ара аралашыу теле булып тора. Ethnologue мәғлүмәттәре буйынса, Кенияла 69 тел таралған.

Ир-аттың — 90 %, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 80 % грамоталы (2003 йыл).

Туризм

Кения 
Сафари

Дәүләт килемдәренең төп сығанаҡтарының береһе — туризм.

Кенияның ҡырағай тәбиғәте бөтә донъянан туристарҙы йәлеп итә. Бында арыҫландың антилопаға һунар итеүен, бегемоттар ғаиләһенең һыу инеүен һәм алһыу фламингоның донъялағы иң ҙур колонияһын күрергә мөмкин. Кения биләмәһе бына инде 15 йылдан ашыу милли парк булып тора, шуға күрә бында һунар итеү ҡәтғи тыйылған.

Экстремаль ял итергә яратыусылар һүнгән Кения янартауына күтәрелә ала.

Интернет

Халыҡтың 20 проценттан саҡ ҡына ашыуы, башлыса ҙур ҡалаларҙа, интернетҡа инә ала. Интернет цензураға дусар ителә.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Кулик С. Ф. Современная Кения: Справочник / Отв. ред. Р. Н. Исмагилова; Фото автора. — М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1972(1973). — 448 с. — 8700 экз.
  • Матвеева Н. Ф. Кения: Справочник / Отв. ред. д.и.н. А. М. Пегушев; Институт Африки РАН. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Восточная литература, 2004. — 160 с. — 300 экз. — ISBN 5-02-18374-1.
  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.

Һылтанмалар


Tags:

Кения ЭтимологияһыКения ТарихыКения Физик-географик ҡылыҡһырламаКения Административ бүленешеКения ХалҡыКения ИҫкәрмәләрКения ӘҙәбиәтКения ҺылтанмаларКенияБөйөк БританияИнглиз телеКолонияКөнсығыш АфрикаМеждународный фонетический алфавитМилләттәр БерләшмәһеСуахили

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ӘрмәнстанОберкац3 октябрьРодники (Бәләбәй районы)Ҡаҙ өмәһеАҙнай25 ғинуарРостов АренаПриматтарЭтҮлемСолоҡсолоҡАлиев Илһам Гейдар оғлыТанауЭлектрон почтаАмерика Ҡушма ШтаттарыБанкСүриә флагыЯрлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)ЭлектроникаЭпентезаМикрокредитлауҠудашева Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙыРун яҙмаһыБаш битWindowsАрхейҙар22 апрельУдмурт телеШиғриәтБлокчейнXIX быуатСураш Ҡалмырҙин21 июльЯҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙыТикТокТөп башҡорт һүҙҙәреТәртешкәБураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙыЭмоцияТауАсы (шифахана)Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыНауруз көжөһөҺүҙ составыХалыҡ-ара стандарт китап номерыТәбиғәтЭнциклопедияБеляев Павел ИвановичТалха ҒиниәтуллинБашҡорт теленең фонетикаһыҠарабаш турғайБүреMicrosoftБиологик систематикаИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улыСтәрлебаш районыХәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы🡆 More