Танзания: көнсығыш Африкала урынлашҡан дәүләт

Танзания — (суахили Jamhuri ya Muungano wa Tanzania) — көнсығыш Африкала урынлашҡан дәүләт.

Төньяҡта Кения һәм Уганда, көнбайышта Руанда, Бурунди һәм Конго Демократик Республикаһы, көньяҡта Замбия, Малави һәм Мозамбик менән сиктәш. Көнсығыш ярын Һинд океаны йыуа.

Берләшкән Танзания Республикаһы
Jamhuri ya Muungano wa Tanzania  United Republic of Tanzania
Танзания: Географияһы, Тарихы, Административ-территориаль бүленеш Танзания гербы
Флаг
Девиз: «Uhuru na Umoja 

(рус. Азатлыҡ һәм Берҙәмлек

Государственный гимн Танзания
Танзания: Географияһы, Тарихы, Административ-территориаль бүленеш
Нигеҙләнгән 26 апрель 1964 (Танганьика Республикаһы һәм Занзибар берләшмәһе)
Нигеҙләнгән 26 апрель 1964 (Танганьика Республикаһы һәм Занзибар берләшмәһе)
Рәсми телдәр суахили һәм инглиз
Баш ҡала Додома (закон сығарыу баш ҡалаһы), Дар-эс-Салам (административ үҙәк)
Эре ҡалалар Дар-эс-Салам
Идара итеү төрө Президент республикаһы
Президент {{{Етәкселәр}}}
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
31
945 203 км²
6,2
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

38 860 170 чел. (30)
41,1 чел./км²
ИЧР  0,530 (151 урын)
Валюта танзания шиллингы
Интернет-домен .tz
Код ISO TZ
МОК коды TAN
Телефон коды +255 (+007 и Кения һәм Уганда)
Сәғәт бүлкәте 3

«Танзания» һүҙе элекке ике колония Танганьика һәм Занзибар исеменән берләштереп алынған. Танзанияның ике баш ҡалаһы бар: административ үҙәге — Дар-әс-Сәләм, ә закон сығарыусы баш ҡалаһы Додомала урынлашҡан. Хөкүмәт Додомаға 1970-се йылдарҙа күсенә.

Географияһы

Ил территорияһында Африканың бөйөк күлдәре урынлашҡан — төньяҡта Виктория күле, көнбайышта Танганьика күле һәм көньяҡта Ньяса күле.

Танзания: Географияһы, Тарихы, Административ-территориаль бүленеш 

Илдең күп өлөшөн яҫы таулыҡтар биләй. Һинд океанының яры буйлап яр буйы уйһыулығы һуҙыла.

Танзания территорияһында Африканың иң бейек тауы — Килиманджаро стратовулканы урынлашҡан (5895 м).

Ҡоро ер сиктәренең дөйөм оҙонлоғо 3402 км тәшкил итә: Бурунди менән — 451 км, Кения менән — 769 км, Малави менән — 475 км, Мозамбик менән — 756 км, Руанда менән — 217 км, Уганда менән — 396 км һәм Замбия менән — 338 км.

Климаты

Танзания субэкваториаль климат бүлкәтендә ята. Төньяҡ өлөшөндә ямғырҙарҙың ике миҙгеле (март — май һәм сентябрь — ноябрь), көньяғында бер ямғыр миҙгеле (ноябрь — апрель). Утрауҙарында климат дымлы, көндөҙ уртаса температура +28 алып 30 ℃ тиклем градус тәшкил итә, диңгеҙҙән иҫкән бриздар һауа торошон көйләүгә бик яҡшы ярҙам итә. Һинд океанында һыу температураһы — 24-26 градус. Илдең үҙәк өлөшөндә (диңгеҙ кимәленән 1200—1700 м бейеклектә) уртаса температура 22-25 градус тәшкил итә, төндә һалҡын булыуы мөмкин.

Тарихы

Танзания: Географияһы, Тарихы, Административ-территориаль бүленеш 
Лаэтоли төбәгендә табылған Ngaloba LH 18 баш һөйәге

Колонияларға тиклемге осор

Хәҙерге Танзанияның территорияһында борондан бушмен һәм готтентоттарға туғандаш халыҡ йәшәгән, улар һунарсылыҡ һәм емеш-еләк йыйыу менән шөғөлләнгән. Һуңынан б.э. тиклем I мең йыллыҡта Эфиопия таулығынан кушит ҡәбиләләре килгән. Беҙҙең эраның башына банту ҡәбиләләре килә.

Б.э. яҡынса I меңйыллығы уртаһында хәҙерге Танзанияның яр буйында фарсы, ә һуңынан ғәрәп ҡол һатыусылары күренә башлай. Шул осорҙан бирле суахили яңы этник төркөмө формалаша башлай. Ул урындағы яр буйы ҡәбиләләренән, Ирандан, Ғәрәбстандан, шулай уҡ Һиндостандан килгән кешеләрҙән торған.

Суахили халыҡ-ара сауҙа менән шөғөлләнгән, Африканан ҡолдар, фил һөйәге, алтын килтерелгән, ә утрауҙарҙан кәсеп әйберҙәре, туҡыма, аҙыҡ-түлек сығарылған.

XVI быуат башында хәҙерге Танзанияның яр буйына португалдар килеп сыға. 1505 йылдан улар бөтә тиерлек порт ҡалаларын баҫып ала, әммә XVII быуаттың икенсе яртыһында ғәрәптәр һәм негрҙар португалдарҙы ҡыуып сығара.

Португалдарҙы ҡыуып сығарғандан һуң, ғәрәптәр һәм урындағы халыҡ ҡолдар һатыуҙы әүҙемләштерә. Ҡол-негрҙар Яҡын Көнсығыш илдәренә, шулай уҡ Һиндостанға һәм Һинд океаны утрауҙарындағы Европа плантаторҙарына һатыла. Һөҙөмтәлә XVIII быуатта хәҙерге Танзанияның төпкөлөндә ҡайһы бер райондар һиҙелерлек бушап ҡала.

Шамбала, джагга, хехе, хайя, ньямвези халыҡтарының дәүләтселек башланғыстары һалына башлай. Мәҫәлән, шамбала ҡәбиләһенең юғары юлбашсыһы Кимвери дәүләте Килиманджаро битләүҙәренән алып Һинд океанына тиклем һуҙыла. Шулай уҡ хехе ҡәбиләһе иле юғары юлбашсыһы Муюгумба етәкселеге аҫтында барлыҡҡа килә.

XIX быуат уртаһында хәҙерге Танзания яры буйына европалылар: Бөйөк Британиянан, Франциянан, Германиянан һәм АҠШ-тан сауҙагәрҙәр һәм миссионерҙар күпләп килә. Бигерәк тә инглиздәр әүҙем эш итә, улар Занзибар солтанына ҡолдар менән сауҙа итеүҙе тыя.

Колониаль осор

Танзания: Географияһы, Тарихы, Административ-территориаль бүленеш 
Зарамо халҡы вәкилдәре (хәҙерге Танзанияла) байрамса кейемдә, 1906 йыл

1885 йылда Танзания яр буйына 29 йәшлек немец Карл Петерс төшә. Ул 12 ҡәбилә башлығы менән протекторат тураһында, йәғни уларҙың Германия хакимлығы аҫтына күсеүе тураһында ярайһы уҡ тиҙ килешеү төҙөй, ә 1888 йылда Занзибар солтанынан хәҙерге Танзанияның бөтә яр буйын 50 йылға ҡуртымға ала.

Хәүефләнгән инглиздәр 1890 йылдың ноябрендә Занзибар солтаны менән уның өҫтөнән проекторат тураһында килешеү төҙөй, ә 1891 йылда Петерс Германияның Көнсығыш Африка империя колонияһын төҙөү тураһында иғлан итә.

Немецтар Германия Көнсығыш Африкаһын үҙенең ерле колонияһына әйләндерегә теләй. Улар плантациялар булдыра һәм каучуклы үҫемлектәр, ҡәһүә, мамыҡ, сизаль эшкәртә. 1902 йылдан яр буйы порттарын төпкөл райондар менән тоташтырған тимер юлдар төҙөй башлай. 1914 йылға күскенсе немецтар һаны 5400 кешегә етә.

1905—1907 йылдарҙа Танзанияла ихтилал ҡабына, әммә ул баҫтырыла.

1914 йылдың авгусында Беренсе донъя һуғышы башлана, Танзания хәрби хәрәкәттәр театрына әүерелә. Урындағы халыҡты ла йәлеп иткән немец ғәскәрҙәрен полковник фон Леттов-Форбек етәкләй, ул үҙенең һалдаттары менән бергә Бөйөк Британия, Бельгия һәм Португалия ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша, 1918 йылдың ноябрендә Германияның Антанта менән тыныслыҡ килешеүен төҙөгәнгә тиклем, был илдәрҙең колонияларына рейдтар яһай.

Беренсе донъя һуғышынан һуң Танзания Бөйөк Британия ҡарамағына күсә. Инглиздәр плантация хужалығы үҫешен, беренсе сиратта, сизаль, ҡәһүә һәм мамыҡ үҫтереүҙе дауам итә.

Бойондороҡһоҙлоҡ осоро

1961 йылдың 9 декабрендә Британия Танганьикаға, хәҙерге Танзанияның материк өлөшөнә, ә 1963 йылдың 10 декабрендә — солтанлыҡ булып ҡалған Занзибарға бойондороҡһоҙлоҡ бирә. Ләкин 1964 йылдың 12 ғинуарында Занзибарҙа ихтилал ҡабынып китә, солтан хакимлығы ҡолатыла, 1964 йылдың 26 апрелендә Танганьика Республикаһы һәм Занзибар һәм Пемба Халыҡ Республикаһы Берләшкән Таньганьика һәм Занзибар Республикаһы төҙөү тураһында иғлан итә. 1964 йылдың 29 октябрендә атамаһы ҡыҫҡара, ил Танзания тип атала башлай.

Джулиус Ньерере етәкләгән Танзанияла милләт төҙөүгә курс иғлан ителә. Бөтә ил буйлап йәштәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ҡарттарҙың йәмәғәт объекттары, юлдар, күперҙәр төҙөлөшөндә ҡатнашыуы буйынса «ирекле кампания» башлана. Был йөкләмә хәрби эшкә өйрәтеү менән аралаша. Шул уҡ ваҡытта етәксе партия (Танганьика Африка милли союзы) башлыҡтарының күбеһе шәхсән байыу менән шөғөлләнә башлай. 1966 йылда хеҙмәт йөкләмәләренән баш тартыусы студенттарҙың протестары ҡабына. Танзания властары был сығыштарҙы хәрби көс менән баҫтыра.

1967 йылдың ғинуарында Танганьиканың Африка милли союзы етәкселеге Танзанияла коммунизм төҙөү программаһын иғлан итә. Бынан һуң илдә банктар, сәнәғәт предприятиелары, тышҡы сауҙа ойошмалары, шулай уҡ ауыл хужалығы плантациялары, шул иҫәптән сит ил кешеләре ҡулындағылар, дәүләтләштерелә.

Ауыл ерендә, Танзания коммунизмы уджамаа концепцияһына ярашлы, колхоздар ойошторола башлай. Был яңылыҡтар Занзибарҙа айырыуса ҡаршылыҡҡа осрай, унда хәл хатта төп партия лидерын үлтереүгә тиклем барып етә. Быға үс итеп Танзания властары бер нисә тиҫтә заговорсыны язалап үлтерә.

1970 йылдар уртаһында илдә бөтә ваҡлап һатыуҙы тулыһынса национализациялау буйынса «Мадука» операцияһы үтә, әммә ул уңышһыҙ тамамлана.

1970 йылдан башланған идаралыҡтың бер партиялы системаһы 1995 йылда юҡҡа сыға, һайлауҙар күп партиялылыҡ нигеҙендә үткәрелә.

Административ-территориаль бүленеш

Танзания: Географияһы, Тарихы, Административ-территориаль бүленеш 
2012 йылға тиклем Танзания өлкәләре

Танзания 30 өлкәгә бүленә (суахили мкоа):

Өлкәләр Өлкәләр (ингл. ) Адм. үҙәк Майҙаны,
км²
Халҡы,
кеше (2012)
Тығыҙлығы,
кеше/км²
1 Аруша Arusha Аруша 37 576 1 694 310 45,09
2 Геита Geita Геита 20 054 1 739 530 86,74
3 Дар-әс-Сәләм Dar es Salaam Дар-әс-Сәләм 1 393 4 364 541 3133,20
4 Додома Dodoma Додома 41 311 2 083 588 50,44
5 Көнбайыш Занзибар1 Zanzibar Urban/West Занзибар 230 593 678 2581,21
6 Төньяҡ Занзибар1 Zanzibar North Мкокотони 470 187 455 398,84
7 Үҙәк-Көньяҡ Занзибар1 Zanzibar Central/South Коани 854 115 588 135,35
8 Иринга Iringa Иринга 35 503 941 238 26,51
9 Кагера Kagera Букоба 25 265 2 458 023 97,29
10 Катави Katavi Мпанда 45 843 564 604 12,32
11 Кигома Kigoma Кигома 37 040 2 127 930 57,45
12 Килиманджаро Kilimanjaro Моши 13 250 1 640 087 123,78
13 Линди Lindi Линди 66 040 864 652 13,09
14 Маньяра2 Manyara Бабати 44 522 1 425 131 32,01
15 Мара Mara Мусома 21 760 1 743 830 80,14
16 Мбея Mbeya Мбея 60 350 2 707 410 44,86
17 Мванза Mwanza Мванза 9 467 2 772 509 292,86
18 Морогоро Morogoro Морогоро 70 624 2 218 492 31,41
19 Мтвара Mtwara Мтвара 16 710 1 270 854 76,05
20 Нджомбе Njombe Нджомбе 21 347 702 097 32,89
21 Төньяҡ Пемба1 Pemba North Вете 574 211 732 368,87
22 Көньяҡ Пемба1 Pemba South Мкоани 332 195 116 587,70
23 Пвани Pwani Кибаха 32 547 1 098 668 33,76
24 Рувума Ruvuma Сонгеа 63 669 1 376 891 21,63
25 Руква Rukwa Сумбаванга 22 792 1 004 539 44,07
26 Симию Simiyu Бариади 25 212 1 584 157 62,83
27 Сингида Singida Сингида 49 340 1 370 637 27,78
28 Табора Tabora Табора 76 150 2 291 623 30,09
29 Танга Tanga Танга 26 677 2 045 205 76,67
30 Шиньянга Shinyanga Шиньянга 18 901 1 534 808 81,20
Бөтәһе 885 803 44 928 923 50,72

1Автономиялы Занзибарҙы тәшкил итә.

2 Маньяра өлкәһе 2002 йылда Аруша өлкәһенән айырылып сыға.

Ҡалалары

Танзанияла 12000 ашыу халҡы менән 200 ҡала иҫәпләнә.

Халҡы

Танзания: Географияһы, Тарихы, Административ-территориаль бүленеш 
Танзанияла 1961 йылдан алып 2003 йылға тиклем халыҡ һаны артыуы
Танзания: Географияһы, Тарихы, Административ-территориаль бүленеш 
2020 йылға ҡарата Танзания халҡының йәш-есем пирамидаһы

2019 йыл мәғлүмәттәренә ярашлы илдең халҡы яҡынса 60 млн кеше тәшкил итә. Халыҡ ярайһы уҡ тигеҙ ултырмаған. Илдең 80 % яҡын халҡы ауыл ерҙәрендә йәшәй. Танзанияның иң ҙур ҡалаһы Дар-әс-Сәләм, унда 4 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Илдә 120-гә яҡын төрлө этник төркөмдәр бар, уларҙан иң күп һанлыһы: сукума, ньямвези, джагга, нгонде, мхая, хехе, бена, гого һәм маконде, курия, чагга, ваха, ниатуру. Этник төркөмдәрҙең күп өлөшө банту халыҡтары төркөмөнә ҡарай, бер өлөшө нилоттарға һәм койсан халыҡтарына ҡарай. Танзания халҡының ҙур булмаған өлөшө — һинд, ғәрәп, Европа, ҡытай сығышлы.

15 йәшкә тиклем кешеләр — 44,3 %; 65 йәштән өлкәндәр — 2,6 %.

Уртаса йәш кимәле 17,8 йәш тәшкил итә.

2011 йылға ҡарата уртаса ғүмер оҙонлоғо — 58 йәш.

Халыҡтың уртаса артымы — 2 % тирәһе. Тыуым 1000 кешегә 32,64; үлем 1000 кешегә — 12,09. Бала табыу — 1 ҡатын-ҡыҙға 4,16 бала.

Иммун дефициты вирусы (ВИЧ) менән зарарланыу — 6,2 % (2007 йылға ҡарата баһа).

Телдәр

Танзанияның рәсми телдәре — инглиз һәм суахили. Суахили ғәҙәттә этник-ара аралашыу теле булып тора, был бигерәк тә бай этник һәм лингвистик төрлөлөк менән айырылған ил өсөн актуаль. Әммә Танзанияның күп халҡы өсөн уларҙың этник төркөмө теле туған тел иҫәпләнә. Инглиз һәм суахили теле абсолют күпселектә икенсе һәм өсөнсө тел булып тора.

Танзанияның тел сәйәсәтенә ярашлы, суахили социаль һәм сәйәси өлкәләрҙә, башланғыс һәм өлкән белем алыуҙа ҡулланылырға тейеш, инглиз теле — урта һәм юғары белем алыуҙа, технологияларҙа һәм илдең юғары судында ҡуланылырға тейеш. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа төрлө тармаҡтарҙа инглиз теленең әһәмиәте кәмей һәм суахили теленең роле артыу тенденцияһы бара.

Дине

Танзания: Географияһы, Тарихы, Административ-территориаль бүленеш 
Баш ҡалала Изге Иосиф соборы

Танзания халҡының яртыһынан саҡ ҡына күберәге (55—60 %) христиандар булып тора. Мосолмандар өлөшө 30—32 % баһалана. Халыҡтың тағы яҡынса 12 % урындағы автохтон динен тота. Этник аҙсылыҡтар араһында индуистар, бахаиҙар, буддистар, сикхтар, джайнистар һ.б. бар.

Иң ҙур христиан конфессиялары булып католиктар (12,4 млн), лютерандар (5,8 млн), илленселәр (2,35 млн) һәм англикандар (2 млн) тора.

Мосолмандар күберәк Занзибарҙа (97 %), күп яр буйы райондарында, шулай уҡ ҡайһы бер илдең эске өлөшөндәге ҡала райондарында тәшкил итә. Бөтә мосолмандар ҙа тиерлек — сөнниселәр (от 80 до 90 %), шиғисылар аҙсылыҡ.

Сәйәси структура

Республика. Дәүләт һәм хөкүмәт башлығы — Танзания президенты, ул халыҡ тарафынан 5-йыллыҡ срокҡа һайлана.

2005 йылдың 14 декабрендә президент һайлауҙарында еңеүҙе етәксе Революцион партиянан кандидат, Танзания Эске Эштәр министрлығы башлығы Джакайя Киквете еңеп сыға, ул 80 % артыҡ тауыш йыя. Уның төп дәғүәсеһе оппозицион Граждандар берләшкән фронты кандидаты Ибраһим Липумба була. 2015 йылда Джакайю Кикветены президент вазифаһында шулай уҡ етәксе партиянан Джон Магуфули алмаштыра. Ул 58 % тауыш менән еңеп сыға. Киквете Революцион партия лидеры вазифаһында ҡала.

Парламент — бер палаталы Дәүләт йыйылышы (Бунге), 274 депутат, уларҙан 232 депутат халыҡ тарафынан 5-йыллыҡ срокҡа һайлана, 37 ҡатын-ҡыҙ-депутат шәхсән президент тәғәйенләй, һәм 5 депутат автономиялы Занзибар парламенты тарафынан тәғәйенләнә.

Сәйәси партиялар

  • Чама Ча Мапиндузи (Революцион партия) — парламентта 206 урын;
  • Граждандар Берләшкән Фронты — 19 урын;
  • Чама Ча Демокрасиа на Маенделело (демократия һәм үҫеш партияһы) — 5 урын.

Economist Intelligence Unit ярашлы ил 2018 йылда демократия индексы буйынса гибрид режим кеүек классификациялана.

Тышҡы сәйәсәт

Танзания Көнсығыш Африкала Африка көньяғының үҫеш берләшмәһенә (САДК) ингән берҙән-бер ил булып тора. 2005 йылдан 2006 йылға тиклем Танзания БМО Хәүефһеҙлек советының даими булмаған ағзаһы була.

СССР һәм Танзания араһында дипломатик мөнәсәбәттәр (шул саҡта Танганьика) 1961 йылдың 11 декабрендә урынлаштырыла.

Иҡтисады

Танзанияның эске тулайым продукты 2014 йылда — 33 миллиард доллар тәшкил итә. Йән башына һатып алыу һәләтлелеге паритеты буйынса $1813 тәшкил итә.

Тәбиғәт ресурстары: гидроэнергия, аҡ ҡурғаш, фосфаттар, уран, тимер мәғдәне, күмер, алмаз, ҡиммәтле таштар, алтын, газ, никель. 2012 йылдың февраль аҙағында Танзания шельфында Зафарани газы ятҡылығы табыла.

Бай тәбиғәт ресрустарына ҡарамаҫтан Танзания иҡтисады ауыл хужалығына нигеҙләнә, унда эшселәрҙең 80 % тирәһе шөғөлләнә. Эске тулайым продукт 2012 йылда йән башына — 3,4 мең доллар тәшкил иткән (донъяла 156-сы урын).

Ауыл хужалығы (27 % ЭТП) — ҡәһүә, сизаль, сәй, мамыҡ, кешью сәтләүеге, табак, ҡәнәфер, һарыҡ, кәзә.

Сәнәғәт (23 % ЭТП) — ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү (шәкәр, һыра, тәмәке), алмас, алтын, тимер мәғдәне, тоҙ сығарыу, аяҡ кейемдәре етештереү.

Хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе — эске тулайым продукттың 50 % тәшкил итә.

Тышҡы сауҙа

2017 йылда экспорт: 5,19 млрд доллар — алтын, ҡәһүә, сәй, кешью сәтләүеге, мамыҡ.

Төп һатып алыусылар: Һиндостан — 21,8 %, Көньяҡ Африка Республикаһы — 17,9 %, Кения — 8,8 %, Швейцария — 6,7 %.

2017 йылда импорт: 8,61 млрд доллар — ҡулланыу тауарҙары, машиналар һәм транспорт саралары, яғыулыҡ.

Төп тәьмин итеүселәре: Һиндостан — 16,5 %, Ҡытай — 15,8 %, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре — 9,2 %, Көньяҡ Африка Республикаһы — 5,1 %.

Африка, Кариб бассейны һәм Тымыҡ океан (АКТ илдәре) төбәге илдәренең халыҡ-ара ойошмаһына инә.

Мәҙәниәт

Танзания халыҡтары мәҙәниәте бай традицияларға эйә. Был ағас һырлау, улар үҙҙәренең битлектәре, скульптуралары, көнкүреш әйберҙәре менән дан тота. Занзибарҙа кокос ҡабығын, ағас һырлау йолаһын һаҡлайҙар. Танзанияла һынлы сәнғәттең тингатинга стиле барлыҡҡа килә, ул уның авторы Эдуардо Саиди Тингатинга исеменән сыҡҡан.

Спорт

Танзанияла футбол популяр (иң көслө клубтар — баш ҡаланың «Янг Африканс» һәм «Симба» клубтары), бокс, волейбол, еңел атлетика, регби. Футбол буйынса Танзания йыйылмаһы бер ваҡытта ла донъя чемпионатының финал өлөшөнә сыҡмаған, Африка нацияһы Кубогында 1980 йылда берҙән-бер тапҡыр Нигерияла Кубокта уйнай, унда төркөмдә ике уйында отола һәм Кот-д’Ивуар йыйылма командаһы менән тигеҙ иҫәптә була. Танзанияның бөтә тиерлек уйынсылары урындағы клубтарҙа сығыш яһай. Африкала халыҡ иҫәбе буйынса иң ҙуры булыуға ҡарамаҫтан, Танзания хатта төбәк кимәлендәге спорт төрҙәренең береһендә лә уңыш яуламай.

Танзания: Географияһы, Тарихы, Административ-территориаль бүленеш 
Дар-әс-Сәләм милли стадионы

Олимпия уйындарында Танзания тәүге тапҡыр 1964 йылда Токиола Берләшкән Танганьики һәм Занзибар республикаһы булараҡ сығыш яһай. 1980 йылда Мәскәүҙә Олимпия уйындарында Танзания вәкилдәре тарихта беренсе һәм әлегә берҙән-бер олимпия наградаларын ала: йүгереүсе Сөләймән Нямбуи]] 5000 метр дистанцияла көмөш яулай, ә Филберт Байи ҡамасауҙар менән 3000 метрлыҡ дистанцияла икенсе була. Ҡышҡы Олимпия уйындарында Танзаниянан ҡатнашыусылар булмай. Олимпия уйындарынан тыш, Танзания Дуҫлыҡ Уйындары, Бөтә Африка уйындары, еңел атлетика буйынса Африка чемпионаты кеүек, ҙур халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша.

Танзаниянан иң билдәле спортсыларының береһе баскетболсы Хашим Табит, 2009 йылғы НБ драфтында дөйөм икенсе номер аҫтында һайланған һәм «Мемфис», «Хьюстон» һәм «Оклахому-Сити» өсөн лигаларҙа 220-ҙән ашыу сығыш яһаған.

Мәғариф

Грамоталылыҡ кимәле Танзанияла 2011 йылда 73 % тәшкил итә. Ете йыллыҡ белем мотлаҡ һанала, әммә күп уҡыусылар мәктәпте иртә ташлай, ә ҡайһы бер балалар бөтөнләй мәктәпкә йөрөмәй. 2000 йыл мәғлүмәттәре буйынса, 5 йәштән алып 14 йәшкә тиклем балаларҙың тик 57 % мәктәпкә йөрөгән.

Һаулыҡ һаҡлау

5 йәшкә тиклем балалар араһында үлем осрағы — 1000 яңы тыуған балаға 76. Уртаса ғүмер оҙонлоғо 51,45 йәш (ир-аттар өсөн 50,06 йәш һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 52,88 йәш). Илдең 5,7 % өлкән халҡы ВИЧ менән зарарланған. Балалар үлеме араһында киң таралған сәбәп булып тапма ауырыуы тора. Ә өлкәндәр араһында үлем сәбәбе булып ВИЧ/СПИД тора. 2006 йылға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса эсәр һыуҙың яҡшыртылған сығанаҡтарына халыҡтың тик 55 % инә алған. 33 % яҡшыртылған санитария шарттарына эйә булған.

Киң мәғлүмәт саралары

Танзанияла 693 ваҡытлы матбуғат теркәлгән, уларҙың 171 баҫмаһы даими сыға. Иң популяр баҫмаларға түбәндәге гәзиттәр инә (бөтәһе лә Дар-әс-Сәләм ҡалаһында нәшер ителә):

  • Daily News — хөкүмәт баҫмаһы, 1972 йылдан инглиз телендә сыға, тиражы 50 мең дана;
  • The Guardian — 1994 йылдан сыға, инглиз телендә һәм суахили телендә, тиражы 70 мең дана;
  • Uhuru — 1961 йылдан сыға, суахили телендә, тиражы 120 мең дана.

Дәүләт ТВС телерадиокомпанияһы (Tanzania Broadcasting Corporation — «Танзания радиотапшырыуҙар корпорацияһы»), үҙ эсенә шул уҡ исемле телеканалды, TBC Redio ya Taifa, TBC FM һәм TBC International радиостанцияларын ала.

Илдә радиотапшырыуҙар 1956 йылдан, телевидение 1994 йылдан алып барыла (Занзибарҙа — 1972 йылдан). Телевизион приёмниктарына халыҡтың 5 % кәмерәге эйә.

Дәүләт мәғлүмәт агентлығы — Press Services Tanzania.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Tags:

Танзания ГеографияһыТанзания ТарихыТанзания Административ-территориаль бүленешТанзания ҠалаларыТанзания ХалҡыТанзания Сәйәси структураТанзания Тышҡы сәйәсәтТанзания ИҡтисадыТанзания МәҙәниәтТанзания ИҫкәрмәләрТанзания ҺылтанмаларТанзанияАфрикаБурундиДәүләтЗамбияКенияКонго Демократик РеспубликаһыМалавиМозамбикРуандаСуахилиУгандаҺинд океаны

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

БашҡортостанЙоһаннес БрамсХалыҡЙондоҙҙарМәҙәниәтГавай (штат)Башҡорт дәүләт университетыГрецияСовет Социалистик Республикалар СоюзыТура дүртмөйөшМуллаҡай мәҙрәсәһеАҫҡарПушкин Александр СергеевичҒарипов Рәми Йәғәфәр улыБаталова Рима Аҡбирҙе ҡыҙыБуддизмҒәниев Фәдис Рәхимйән улыМулдашев Эрнст Рифғәт улыХорватияЭдгар ПоНазаров Рәшит Сәйетбаттал улы22 мартДейеү«Почёт Билдәһе» орденыДонъя диндәреҠорбан байрамы29 декабрь5 март112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыКонсерватизмӘбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улы«Мираҫ» ансамблеАҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙыБашҡорт теленең фразеологияһыКиҫәксәКеше яҙмышыҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыӘхмәтов Радик Рәхимйән улыҠыуандыҡ коридорыДжек НиколсонИсем (һүҙ төркөмө)10 апрельҺауа торошоХәкимов Кәрим Әбдрәүеф улыСатурн (планета)АрнауттарАҫылғужа Бакиров1927 йылЙыһанТәвкилев Ҡотломөхәмәт Мәмеш улыИр енес ағзаһыБашҡорт милли кейемеДиего ВеласкесЕрҠоштарЕр аҫты һыуҙарыБашҡортостан РеспубликаһыБашҡорт ир-ат исемдәреАҠШ-тағы граждандар һуғышыХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыX быуат🡆 More