Иври́т (עִבְרִית (мәғл.), ?) — «еврей теле») — семит ғаиләһенә ҡараған тел, Израилдең дәүләт теле, Европалағы ҡайһы бер общиналарҙың һәм диаспораларҙың теле.
Ивриттың боронғо формаһы (боронғо еврей теле) — йәһүҙилектең традицион һәм изге теле.
Иврит | |
йәһ. עברית йәһ. עברית חדשה | |
Нигеҙләү датаһы | 2 б.э.т. мең йыллыҡ |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ivritcə һәм ибрӣ |
Кем хөрмәтенә аталған | Древние евреи[d] |
Дәүләт | Израиль |
Барлыҡҡа килгән | Израэлиты[d] һәм Израиль |
Тел төрҙәре | SVO[d] |
Яҙыу | еврейский алфавит[d] |
Телде көйләүсе | Академия языка иврит[d] |
Телдә һөйләшеүселәр | 9 303 950 кеше (2019) |
Телдең ЮНЕСКО статусы | 1 именлектә[d] |
Ethnologue каталогында тел статусы | 1 Милли[d] |
Ҡайҙа өйрәнелә | гебраистика[d] |
Имеет спряжения | hif'il[d], hitpa'el[d], huf'al[d], nif'al[d], pa'al[d], pi'el[d] һәм pu'al[d] |
Викимедиа проекттарында тел коды | he |
Иврит Викимилектә |
Хәҙерге иврит - ҡайтанан аяҡҡа баҫтырып алынған тел. Ул Израиль Дәүләтенең ХХ быуатта һөйләш теле һәм рәсми теле итеп көйләнгән.
Иврит (עִבְרִית) һүҙе еврей телендә сифат һүҙ төркөмөнә ҡарай; был сифат сафа (שׂפה) («тел», «телмәр») тигән женский родтағы исем һүҙгә ҡарағанға күрә "иврит" тигән сифат та еврей телендә женский родта тора.
Беҙҙең эраға тиклем XIII һәм VII быуаттар араһында иврит үҙ аллы семит теленә әйләнә, үҙенә яҡын туғанлыҡта торған төньяҡ-көнбайыш тармаҡ (ингл. Northwest Semitic languages) телдәренән ныҡлы айырыла. Ивритса еврей эпосының иң боронғо ҡомартҡыһы — Библиялағы «Девора йыры» (Суд. 5), уның тексы яҡынса беҙҙең эраға тиклемге XII быуатҡа ҡарай. Ивриттағы иң боронғо яҙмалар — «Ғезер календары» һәм Хирбет-Кияфалағы (ингл. Khirbet Qeiyafa) яҙма — беҙҙең эраға тиклем X быуат ҡомартҡылары. Был яҙмаларҙың телен, башҡа ҡәнғәни телдәрҙән айырмалы, нәҡ иврит тип табыу буйынса фәнни бәхәстәр дауам итә.
Сығанаҡ:
Үҙенсәлектәре: грамматика һәм фонетика һаман семит телдәренә хас һыҙаттарҙы һаҡлай. Һуҙынҡылар бик ҡыҫҡаларға, ҡыҫҡаларға һәм оҙондарға бүленә.
Сығанаҡтар:
Беҙҙең эраның I быуаты аҙағында боронғо еврей теле һөйләш теле булыуҙан туҡтай һәм дин йолалары башҡарыу теле булып ҡала.
Сығанаҡтар:
Был дәүерҙә йәһүди диненең «масо́реттар» («йолаларҙы һаҡлаусылар») тигән бер ағымында «тартынҡы» хәрефтәр эргәһендә «һуҙынҡыларҙы» тамғалау системаһын («никуд») уйлап табалар. Никуд боронғо еврей текстарын уҡығанда һуҙынҡыларҙы әйтеүҙе яйға һала.
Иврит тәүҙә арами лексикаһы менән тулылана (был процесс урта быуаттарҙа ла дауам итә). Ҡылым системаһы үҙгәртеп ҡорола — элекке аспект (тамамланған һәм тамамланмаған) категорияһы ҡабаттан ҡарала; ҡылым ваҡыттары системаһын үҙгәртеү һөҙөмтәһендә ҡайһы бер «сифатты аңлатҡан» рәүештәр үҙ аллы һүҙ булып китә.
Сығанаҡтар:
Иврит һөйләш теле түгел, әммә еврейҙар уны һаман өйрәнә, ошо телдә дини китаптар уҡый, хеҙмәттәр яҙа, башҡа илдәрҙәге еврейҙар менән аралаша. Ивриттың төп «көнәркәше» булған арами теле ҡулланыуҙан төшөп ҡала. Ивриттың бер нисә өн әйтеү нормаһы: ашкеназ (Европала, Испания ғына инмәй), сефард (башлыса, мосолман илдәрендә, Испанияла, Грецияла, өлөшләтә Италияла), йемен нормалары барлыҡҡа килә. Сефард нормаһы боронғо әйтелештең үҙенсәлектәрен яҡшыраҡ һаҡлаған, әммә унда ҡыҫҡа һәм оҙон һуҙыеҡылар араһындағы айырма юғалтылған. Ашкеназ нормаһы немецса әйтелештең ҡайһы бер һыҙаттарын үҙләштергән; оҙон һуҙынҡылар дифтонгтарға әйләнә, һуҙынҡылар һәм тартынҡылар системаһы ныҡ ҡына үҙгәртелә. Сифат үҙ аллы һүҙ төркөмөнә әйләнә.
Шуныһы ҡыҙыҡ: XVII быуатта Европа филологияһында фин теле менән ивриттың ҡәрҙәшлеге теорияһы йәшәй.
Иврит телендәге әҙәбиәт Европа мәҙәниәтенең бер өлөшөнә әүерелә.
Сығанаҡтар:
18 быуат буйы тик китап теле тип иҫәпләнгән тел көндәлек һөйләш теле, Израиль Дәүләтенең дәүләт теле булып китә. Был энтузиастар тырышлығы һөҙөмтәһе була, уларҙың иң билдәлеһе — Элиэзер Бен-Йегуда.
Ивритаты тергеҙеү фекере диаспора мираҫы һәм сит хакимлыҡтар аҫтында йәшәргә мәжбүр булған еврейҙар һөйләшкән телдәр (Телдәр һуғышы) менән араны өҙөргә ынтылған сионизм идеологияһының айырылғыһыҙ өлөшө була. Был йәһәттән 1935 йылда ғалим, либерал, Европа интеллектуалы һәм Израилдең буласаҡ беренсе президенты Хаим Вейцмандың әйткәне әһәмиәтле: «Беҙ Эрец-Исраэлгә Варшава, Пинск һәм Лондон тормошон ҡабатлар өсөн килмәнек. Сионизмдың асылы — еврейҙар сит мәҙәниәттәр баҫымы аҫтында үҙләштергән бөтә ҡиммәттәрҙе үҙгәртеү».
Немец еврейҙарының үҙ-ара ярҙам берлеге (Хильфсферайн) 1904 йылда Йәрүсәлимдә иврит уҡытыусылары өсөн беренсе уҡытыусылыҡ семинарияһын һәм 1905 йылда Яффола «Герцлия» гимназияһын — донъяла уҡытыу иврит телендә алып барылған беренсе урта мәктәпте асҡанға йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үтте. ХХ быуаттың беренсе сирегендә Эрец-Исраэлгә күсеп килгән икенсе һәм өсөнсө тулҡын репатрианттар ғаиләләрендә ивритты ғаиләләрҙә , киббуцтарҙа һәм ауыл хужалығы торамаларында аралашыу теле итеп ирекле (ҡайһы берҙә мәжбүри ҙә) һайлау уңыштың төп шарты була.
Израиль Дәүләте барлыҡҡа килгәндең тәүге осорҙарында ивритты индереү бик ҡаты ысулдар менән алып барыла. Артабан, башҡа еврей телдәрен тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарғас, дәүләттең ул телдәргә мөнәсәбәте йомшара. 1996 йылда идиш һәм ладино телдәрендәге мәҙәни мираҫты һаҡлау тураһында закондар сығарыла.
2018 йылда ҡабул ителгән «Израиль — еврей халҡының милли дәүләте» тигән закон ивритты Израиль Дәүләтенең берҙән-бер дәүләт теле итеп раҫлай (ғәрәп теле дәүләт теле статусын юғалты, әммә уның айырым статусы нығытыла).
Иврит телендәге һуңғы нәфис баҫма — Б. Фрадкиндың «Алей асор» («Ун ҡыллы лирала») тигән китабы - 1927 йылда баҫылып сыға, унан һуң дөйөм ихтыяжға дини материалдар ғына (календарҙар, доғалыҡтар) баҫылғылай.
Совет әҙәбиәтендә ивритты оҙаҡ ваҡыттар буйы «боронғо еврей теле» тип йөрөтәләр, хатта Израилдә уны тергеҙеү мәсьәләһе хәл ителгәс тә был дауам итә, моғайын, сәйәси маҡсаттандыр, «иҫке һәм үле» иврит телен «заманса һәм тере» еврей теленә — идишҡа ҡаршы ҡуйыу өсөн дәлер. СССР-ҙа 1953 йылда Сталин үлгәндән алып 1967 йылғы Алты көнлөк һуғышҡа тиклемге аралыҡта, Израиль менән СССР араһында дипломатик мөнәсәбәттәр булғанда, хәҙерге ивритҡа нейтраль мөнәсәбәт булып ала. 1963 йылда Ф. Л. Шапиро әҙерләгән «Иврит-русский словарь» баҫыла, унда грамматика буйынса Б. Я. Гранде яҙған ентекле һәм ҙур күләмле очерк та була, һуңынан ул 1960—1980-се йылдарҙа ивритты йәшерен өйрәнгән саҡта ҡулланма булып хеҙмәт итә. «Поэзия Израиля» йыйынтығы сыға, унда ивриттан тәржемәләр ҙә инә. Совет китапханалары был осорҙа Израилдә иврит телендә баҫылған китаптарҙы ла алғылай, әммә СССР-ҙа иврит телен уҡытыу бер ерҙә лә алып барылмай тиерлек.
1967 йылда Алты көнлөк һуғыштан һәм совет-израиль мөнәсәбәттәрен өҙгәндән һуң, СССР-ҙа ивритты өйрәнеүселәр һәм өйрәтеүселәр (киң күләмле булмаған ғилми тикшеренеү өсөн өйрәнеүҙән, мәҫәлән, университеттарҙың Көнсығыщты ҡйрәнеү бүлексәләренән тыш) сионистарға (йәғни эмигранттарға — «совет Ватанына хыянат итеүселәргә», һуңынаныраҡ, БМО-ның 1975 йылда ҡабул ителгән һәм 1991 йылда юҡҡа сығарылған 3379-сы резолюцияһына ярашлы, «расистарға») тиңләнә. Уларҙы эштән йә вуздан ҡыуыу еңелләшә, ә ҡайһы бер иврит уҡытыусылары төрлө сәбәп менән төрмәгә ябыла — мәҫәлән, Эфраим Холмянский, Юлий Эдельштейн һәм башҡалар менән шулай була.
1987 йылда СССР-ҙағы йәшерен иврит уҡытыусылары «Игуд а-морим» — иврит уҡытыусылары профсоюзын ойоштора. Зеэв Гейзель, Лев Городецкий һәм Авигдор Левит уның рәйестәре була.
Үҙгәртеп ҡороуҙан һуң совет осоронан һуңғы мөхиттә яйлап рәсми даирәләрҙә лә «боронғо еврей теле» урынына «иврит» атамаһы ҡулланыла башлай.
Иврит грамматикаһына ярашлы, һүҙҙең тамырында һуҙынҡылар булмай.
Тексты никудһыҙ уҡыуҙы еңелләштерер өсөн «тулы яҙыу» (йәһ. כתיב מלא) ҡулланыла, йәғни «у», «о» өндәренең ҡайһы берҙәре - вав хәрефе, «и», «э» өндәре - йуд, сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә ҡайһы бер «а», «э» өндәре әлеф хәрефе менән тамғалана, бынан тыш, «в» һәм «й» тартынҡыларын белдергән вав һәм йуд хәрефтәре айырым осраҡтарҙа парлы итеп яҙыла.
Некудот тамғалары һуҙынҡы өндәрҙе тамғалау өсөн хеҙмәт итә. Произношение звуков «а», «э», «и», «о», «у» примерно соответствует русскому произношению. Согласные в иврите никогда не палатализуются (не смягчаются) перед гласными «и» или «е (э)».
Никуд тамғаһы | Атамаһы | Һүрәтләнеше | Уҡылышы |
---|---|---|---|
ַ | Патах | Хәреф аҫтында горизонталь һыҙыҡ | «а» |
ָ | Камац | Хәреф аҫтында т-ға оҡшаш билдә | «а» |
ֵ | Цере | Хәреф аҫтында горизонталь урынлашҡан ике нөктә | «э» |
ֶ | Сэголь | Хәрнф аҫтында түбәһе менән аҫҡа ҡараған тигеҙ яҡлы өсмөйөш кеүек урынлашҡан өс нөктә | «э» |
ִ | Хирик | Хәреф аҫтындағы нөктә | «и» |
י ִ | Хирик менән йод | Хәреф аҫтында нөктә һәм киләһе хәреф йод | «и» |
ֹ | Холам хасэр | Хәрефтең өҫтөндә һул яҡта нөктә | «о» |
וֹ | Холам мале | Өҫтөндә нөктәле вав хәрефе | «о» |
ָ | Камац катан | Хәреф аҫтында т-ға оҡшаш билдә (камац кеүек) | «о» |
ֻ | Куббуц | Хәреф аҫтында диагональ буйынса урынлашҡан өс нөктә | «у» |
וּ | Шурук | Эсенә нөктә ҡуйылған вав хәрефе | «у» |
Бынан тыш, ҡайһы бер баҫымһыҙ һуҙынҡылар (э, а, о) шва ְ(хәреф аҫтында ике вертикаль нөктә) тамғаһы йә шваның сэголь, камац һәм патах тамғалары (бөтәһе лә хәреф аҫтына ҡуйыла һәм һуңғыларының атамаһы алдан хатаф һүҙен ҡушып әйтелә) менән берләшмәһе ярҙамында тапшырыла ала.
Хатаф ҡатнаш тамғалау:
Ни
Никуд тамғаһы | Атамаһы | Һүрәтләнеше | Уҡылышы |
---|---|---|---|
ֳ | хатаф-камац | камац + шва унан уңда | баҫымһыҙ «о» өнө |
ֲ | хатаф-патах | патах + шва унан уңда | баҫымһыҙ «а» өнө |
ֱ | хатаф-сэголь | сэголь + шва унан уңда | баҫымһыҙ «э» өнө |
Миҫалдар:
Хәреф | Һан мәғәнәһе (гематрия) | Атамаһы | Транслитерация | Әйтелеше (МФА) | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
башта уртала | аҙаҡта | Стандарт | Ашкеназса | Ивритса * | Русса ** | Ябайлаштырылған | Израилсә | Ашкеназса | Сефардса | Реконструкцияһы | |||
Мишна | Библ. | ||||||||||||
א | 1 | А́леф | А́леф | אָלֶ"ף | ' | ʾ | ' | [ ʔ, - ] | [ — ] | [ ʔ, - ] | [ ʔ, - ] | [ʔ ] | |
ב | 2 | Бет (Вет)*** | Бейс (Вейс)*** | בֵּי"ת | б, в | b, ḇ | b, v | [ b, v ] | [b, v~v̥ ] | [ b, b~β~v ] | [ b, β ] | [ b ] | |
ג | 3 | Ги́мель | Ги́мель | גִימֶ"ל | г | g, ḡ | g | [ ɡ ] | [ɡ~ɡ ̊] | [ ɡ, ɡ~ɣ ] | [ ɡ, ɣ ] | [ ɡ ] | |
ד | 4 | Да́лет | До́лес | דָלֶ"ת | д | d, ḏ | d | [ d ] | [ d~d̥ ̊] | [ d̪~ð ] | [ d̪, ð ] | [ d ̪] | |
ה | 5 | хе | хэй | הֵ"א | (h), х, г | h, Ḏ | h | [ h~ʔ, - ] | [ h, — ] | [ h, — ] | [ h, — ] | [ h ] | |
ו | 6 | Вав | Вов | וָ"ו | в, у, о | w | w | [ v ] | [ v~v̥ ] | [ v ] | [ w ] | [ w ] | |
ז | 7 | За́ин | За́ен | זַיִ"ן | з | z | z | [ z ] | [ z~z̥ ] | [ z ] | [ z ] | [ dz ] | |
ח | 8 | Хэт | Хэс | חֵי"ת | х | ḥ | h`, x | [ χ~ħ ] | [ x ] | [ ħ ] | [ ħ, x ] | [ ħ, x ] | |
ט | 9 | Тэт | Тэс | טֵי"ת | т | ṭ | t` | [ t ] | [ t ] | [ t̪ ] | [ t̪ˁ ] | [ t̪ʼ ] | |
י | 10 | Йуд | Йод | יוֹ"ד | й | y | y | [ j ] | [ j ] | [ j ] | [ j ] | [ j ] | |
כ | ך | 20 | Каф (Хаф)*** | Коф (Хоф***) | כָּ"ף | к, х | k, ḵ | k, kh | [ k, χ ] | [ k, x ] | [ k, x ] | [ k, x ] | [ k ] |
ל | 30 | Ла́мед | Ло́мед | לָמֶ"ד | л | l | l | [ l ] | [ l~ɫ ] | [ l ] | [ l ] | [ l ] | |
מ | ם | 40 | Мем | Мем | מֵ"ם | м | m | m | [ m ] | [ m ] | [ m ] | [ m ] | [ m ] |
נ | ן | 50 | Нун | Нун | נוּ"ן | н | n | n | [ n ] | [ n ] | [ n̪ ] | [ n̪ ] | [ n̪ ] |
ס | 60 | Са́мэх | Со́мэх | סָמֶ"ך | с | s | s | [ s ] | [ s ] | [ s ] | [ s ] | [ ts ] | |
ע | 70 | А́ин | А́ен | עַיִ"ן | ` | ` | ` | [ ʔ ~ ʕ, – ] | [ — ] | [ ʕ, ŋ, – ] | [ ʕ, ɣ ] | [ ʕ, ɣ ] | |
פ | ף | 80 | Пэ (Фе)*** | Пэй (Фэй)*** | פֵּ"א | п, ф | p, ph | p, ph | [ p, f ] | [ p, f ] | [ p, f ] | [ p, ɸ ] | [ p ] |
צ | ץ | 90 | Ца́ди | Цо́ди | צָדִ"י | с, ц | ṣ | s` | [ ʦ ] | [ ʦ ] | [ ʦ ] | [ sˁ ] | [ʦʼ, ʧʼ, t͡ɬʼ] |
ק | 100 | Коф | Куф | קוֹ"ף | к | k | k | [ k ] | [ k ] | [ k ] | [ q ] | [ kʼ ] | |
ר | 200 | Рэш | Рэйш | רֵי"ש | р | r | r | [ ʁ ] | [ ʀ ] | [ r~ɾ ] | [ ɾ ] | [ ɾ ] | |
ש | 300 | Шин (Син) | Шин (Син) | שִׁי"ן (שִׂי"ן) | ш, с | š, ś | sh, lh | [ ʃ, s ] | [ ʃ, s ] | [ ʃ, s ] | [ ʃ, ɬ ] | [ ʧ, t͡ɬ, s ] | |
ת | 400 | Тав | Тов (Сов)*** | תָ"ו | т | t, ṯ | t, th | [ t ] | [ t, s ] | [ t̪, θ ] | [ t̪, θ ] | [ t̪ ] |
Хәҙерге иврит теленең грамматикаһы боронғо еврей теленең грамматикаһынан ныҡ ҡына айырыла. Уға элек киң таралған еврей телдәре, айырыуса идиш менән ладиноның йоғонтоһо ҙур була. Мөһим үҙгәрештәр:
Тел әле лә байыуын дауам итә, был эшкә Иерусалимдағы. Иврит теле академияһы ғалимдары ҙур өлөш индерә. Телдең байыуы түбәндәге юлдар менән бара:
Биш хәреф төрлөсә яҙыла — һүҙҙең башында һәм уртаһында бер төрлө, аҙағында — икенсе төрлө:
Һүҙҙең башында һәм уртаһында | Һүҙ аҙағында | ||
---|---|---|---|
Каф | כ | Каф-софи́т | ך |
Мем | מ | Мем-софи́т | ם |
Нун | נ | Нун-софи́т | ן |
Пей | פ | Пей-софи́т | ף |
Цади | צ | Цади-софи́т | ץ |
Хәҙерге иврит грамматикаһы боронғо еврей теле грамматикаһынан ныҡ айырыла. Уға еврей телдәренән идиш һәм ладиноның йоғонтоһо көслө. Иң мөһим үҙгәрештәрҙең ҡайһы берҙәре:
Иерусалимдағы Иврит теле академияһы ғалимдары телде байытыу өҫтөндә эшен даууам итә. Бының ысулдары:
1. Боронғо һүҙҙәрҙең мәғәнәһен үҙгәртеү
Миҫалдар:
2. Телдә йәшәп килгән тамырҙарҙан иврит грамматикаһы ҡағиҙәләренә ярашлы яңы һүҙҙәр яһау.
Миҫал:
әлеге һүҙҙәргә оҡшатып:
(һүҙмә-һүҙ: «хисаплаусы», ХиШеВ нигеҙенән (חישב = «(ул) хисапланы»));
иҫке һүҙҙәргә оҡшатып:
3. Телдең үҙенсәлеге — «ҡуша егеүле конструкция», ике йә унан да күберәк исемдән торған һүҙбәйләнеш (смиху́т), беренсе һүҙе ҡайһы берҙә билдәле бер фонетик закондар буйынса үҙгәрә (был форма нисма́х тип атала).
Миҫал:
Бындай һүҙбәйләнештәр бер һүҙгә лә әйләнгеләй.
Мәҫәлән:
4. Ҡатмарлы ҡыҫҡартмалар (вуз, колхоз йә КПСС кеүек)
Ҡатмарлы ҡыҫҡартмаларҙың һуңғы хәрефе менән унан алдағы хәреф араһына ғәҙәттә икеләтелгән апостроф (") ҡуйыла.
Миҫалдар:
5. Сит телдәрҙән үҙләштермәләр
Мәҫәлән:
те́лефон (טלפון), униве́рсита (אוניברסיטה), о́тобус (אוטובוס), я́нуар - ғинуар (ינואר) һ.б
Иврит Викиһүҙлектә | |
Иврит Викидәреслектә | |
Иврит Викимилектә | |
Иврит Викияңылыҡтарҙа | |
Иврит Викигид |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Иврит, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.