Ғәрәп Яҙы

Ғәрәп яҙы (ғәр.الربيع العربي) — ғәрәп донъяһында 2011 йыл башында булып үткән ихтилалдар һәм сыуалыштар тулҡыны.

Тәүге билдәләре 2010 йылда уҡ күренә. Түңкәрелештәр — Туниста, Мысырҙа һәм Йемендә; граждандар һуғышы — Ливияла (режим ҡолай) һәм Сүриәлә (дауам итә); граждандар ихтилалы — Бахрейнда; күмәк кеше ҡатнашлығындағы болалар — Алжирҙа, Ираҡта, Иорданияла, Мароккола һәм Оманда; ваҡ-төйәк болалар Күвейттә, Ливанда, Мавританияла, Сәғүд Ғәрәбстанында, Суданда, Джибутиҙа һәм Көнбайыш Сахарала була. 2011 йылдың майында Израиль сигендәге бәрелештәрҙе лә Ғәрәп яҙы рухландыра.

Ғәрәп яҙы
По часовой стрелке сверху слева: протестующие собираются на площади Тахрир в Каире (в Египте); демонстранты маршируют по центральной улице Туниса (в Тунисе); политические диссиденты в Сане (в Йемене) требуют отставки президента; тысячи демонстрантов на Жемчужной площади в Манаме (в Бахрейне); сотни тысяч в Дамаске (в Сирии); демонстранты в Аль-Байде (в Ливии).
По часовой стрелке сверху слева: протестующие собираются на площади Тахрир в Каире (в Египте); демонстранты маршируют по центральной улице Туниса (в Тунисе); политические диссиденты в Сане (в Йемене) требуют отставки президента; тысячи демонстрантов на Жемчужной площади в Манаме (в Бахрейне); сотни тысяч в Дамаске (в Сирии); демонстранты в Аль-Байде (в Ливии).
Урыны

ғәрәп донъяһы (см. список стран)

Дата

2010 йылдың 18 декабренән

Сәбәптәре

структура-демографик факторҙар, авторитар режимдар, фәҡирлек, коррупция, кеше хоҡуҡтарын боҙоу, инфляция, клептократия, эшһеҙлек

Төп маҡсаты

иҡтисади һәм сәйәси үҙгәрештәрҙән алып власты тулыһынса алмаштырыуға тиклем

Ҡаршы тороусылар

Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка илдәренең хөкүмәттәре

Һәләк булыусылар

400 000-дән 650 000-гәсә (халыҡ-ара баһа)

Ғәрәп Яҙы Ғәрәп яҙы Викимилектә

Сыуалыштар ваҡытында ризаһыҙлыҡ күрһәтеүҙең дөйөм ысулдары файҙаланыла: забастовкалар, демонстрациялар, митингылар; уларҙы ойоштороу, аралашыу һәм мәғлүмәт таратыу өсөн социаль медиа ҡулланыла. Демонстрацияларҙың күбеһенә ҡарата властар көс ҡуллана, шулай уҡ хөкүмәт яҡлы ополчениены һәм контр-демонстранттарҙы ҡаршы ҡуя. Демонстранттар «Халыҡ режимдың ҡолауын теләй» (ғәр. الشعب يريد إسقاط النظام‎‎) тигән төп лозунг аҫтында эш итә.

Күҙәтеү

Тотош Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка буйлап үткән протестар һәм демонстрациялар «ғәрәп яҙы», шулай уҡ «ғәрәп яҙы һәм ҡышы», «ғәрәп уяныуы», «панғәрәп инҡилабы», «ғәрәп ихтилалдары» тигән атамалар алды, әммә протестарҙа ҡатнашыусылар араһында ғәрәп түгелдәр ҙә була. Протестар 2010 йылдың октябрендә Көнбайыш Сахарала башлана, әммә ғәмәлдә Туниста 2010 йылдың 18 декабрендә Мөхәммәт Буазизиҙың полиция коррупцияһына һәм ҡаты мөғәмәләгә ҡаршы протест рәүешендә үҙ-үҙен яндырыуынан башлана. Тунистан һуң тәртипһеҙлектәр Алжир, Иордания, Мысыр һәм Йеменде солғай, шунан бүтән илдәргә лә тарала. Иң ойошҡан демонстрациялар йыш ҡына йома намаҙынан һуң башлана.

2012 йылдың майына инҡилаптар дүрт дәүләттең башлыҡтарын ҡолата. Тунистағы инҡилаптан һуң Тунис президенты Зинәләбиддин бин Али 2011 йылдың 14 ғинуарында Сәғүд Ғәрәбстанына ҡаса. Мысырҙа президент Хөсни Мөбәрәк халыҡтың 18 көнлөк акцияларынан һуң 2011 йылдың 11 февралендә, 30 йыллыҡ президентлығын тамам итеп, отставкаға китә. Ливия лидеры Муаммар Ҡаддафи 2011 йылдың 23 авгусында ҡолатыла һәм 2011 йылдың 20 октябрендә тыуған ҡалаһы Сиртта үлтерелә. Йемен президенты Али Абдулла Сәлих 2012 йылдың 27 февралендә власты сираттан тыш һайлауҙа һайланған яңы президентҡа тапшыра.

Төбәктәрҙәге тәртипһеҙлектәр осоронда ҡайһы бер лидерҙар етәкселек итеү мөҙҙәттәре тамамланғас отставкаға китәсәктәрен белдерә. Судан президенты Омар әл-Бәшир 2015 йылда кандидатураһын ҡуймаясағын әйтә, Ираҡ премьер-министры Нури әл-Малик та (мөҙҙәте 2014 йылда бөтә) шуны уҡ белдерә. Иорданиялаға протестар король Абдулланың ике хөкүмәтте таратыуына сәбәп була. Йемен президенты Али Абдулла Сәлих 23 апрелдә 30 көндән отставкаға китәсәге тураһында хәбәр итә; ләкин кире уйлай, ә инҡилап дауам иттерелә.

Протестарҙың геосәйәси эҙемтәләре дөйөм иғтибарҙы тарта, хатта баш күтәреүселәрҙең ҡайһы берҙәре тыныслыҡ буйынса Нобель премияһына күрһәтелеүе ихтимал тип фараз ителә. Йемендән Тәвәкүл Ҡарман Ғәрәп яҙының мәшһүр лидеры булараҡ 2011 йыл өсөн тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы бирелгән өс лауреаттың береһе була.

Алжир
Ливия
Египет
—Тунис
Саудовская Аравия
Иордания
Сирия
Ирак
—Бахрейн
Оман
Йемен
     Хөкүмәт ҡолатылған      Ҡораллы конфликт      Граждандарҙың оҙайлы сыуалыштары һәм хөкүмәттә үҙгәрештәр      Протестар һәм хөкүмәттә үҙгәрештәр
     Күмәк протестар      Ваҡ-төйәк протестар      Ғәрәп донъяһынан тыш протестар
  • Илдәр буйынса протест белдереүҙәр исемлеге

Сыуалыштар башы

Ил

Сыуалыштар ахыры

Протест төрҙәре

Эҙемтәләре

Һәләк булғандарҙың һаны

2010 йылдың 17 декабре

Ғәрәп Яҙы  Тунис

2011 йылдың 14 ғинуары

Мөхәммәт Буазизиҙың үҙ-үҙен яндырыуы; күмәк демонстрациялар; дөйөм халыҡ протесы; офистарға һәм биләмәләргә һөжүм

Хөкүмәтте ҡолатыу; президент Бен Али ғаиләһе менән илдән ҡаса (2011 йылдың 14 ғинуары)

219

2010 йылдың 28 декабре

Ғәрәп Яҙы  Алжир

2011 йылдың 24 феврале

Күмәк демонстрациялар

Президент 19 йыл дауам иткән ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү тураһында иғлан итә (2011 йылдың 3 феврале)

8

2011 йылдың 13 ғинуары

Ғәрәп Яҙы  Ливия

2011 йылдың 20 октябре

Ливия башлығының 40 йыл идара итеүенә ҡаршы бөтә ил буйлап барған протестар артынан граждандар һуғышы һәм интервенция башлана

Муаммар Ҡаддафиҙы үлтереү; властың Күсмә милли советҡа күсеүе

50.000

2011 йылдың 14 ғинуары

Ғәрәп Яҙы  Иордания

Ваҡ-төйәк протестар

Король Абдулла II хөкүмәтте тарата (2011 йылдың 1 феврале)

2

2011 йылдың 17 ғинуары

Ғәрәп Яҙы  Мавритания

2011 йылдың 17 ғинуары

Үҙ-үҙен яндырыу

3

2011 йылдың 17 ғинуары

Ғәрәп Яҙы  Судан

Ваҡ-төйәк протестар, Көньяҡ Судандың бойондороҡһоҙлоғо тураһында референдум

Көньяҡ Судандың бойондороҡһоҙлоғон таныу

1

2011 йылдың 17 ғинуары

Ғәрәп Яҙы  Оман

Протестар, сыуалыштар

Солтан вәкәләттәренең бер өлөшөн парламентҡа тапшыра

6

2011 йылдың 18 ғинуары

Ғәрәп Яҙы  Йемен

Хөкүмәттең президент сәйәсәте менән риза түгеллеге; күмәк демонстрациялар

Президент вәкәләттәрҙе ил вице-президентына тапшырыу тураһында указға ҡул ҡуя (2011 йылдың 23 ноябре)

1500

2011 йылдың 21 ғинуары

Ғәрәп Яҙы  Сәғүд Ғәрәбстаны

Үҙ-үҙен яндырыу; демонстрациялар

Абдулла ибн Әбделғәзиз әс-Сәғүд, Сәғүд Ғәрәбстанының короле, социаль түләүҙәргә 16 миллиард доллар бүлергә вәғәҙә итә

10

2011 йылдың 25 ғинуары

Ғәрәп Яҙы  Мысыр

2011 йылдың 11 феврале

Күмәк протестар һәм ихтилалдар

Хөкүмәт алмашыныу (2011 йылдың 29 ғинуары); Хөсни Мөбәрәктең президент посынан отставкаға китеүе (2011 йылдың 11 феврале)

887

2011 йылдың 26 ғинуары

Ғәрәп Яҙы  Сүриә

дауам итә

Үҙ-үҙен яндырыу, күмәк протестар, сыуалыштар

Президент 48 йыллыҡ ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү тураһында белдерә

100 000

2011 йылдың 20 феврале

Ғәрәп Яҙы  Марокко

2011 йылдың 20 феврале

Үҙ-үҙен яндырыу, протестар

Марокко короле Мөхәммәт VI халыҡҡа телмәр менән мөрәжәғәт итә, тамырҙан конституция реформаһы үткәрергә вәғәҙә итә

9

2011 йылдың 1 феврале

Ғәрәп Яҙы  Джибути

2011 йылдың 1 феврале

Ваҡ-төйәк протестар

2

2011 йылдың 13 феврале

Ғәрәп Яҙы  Сомали

Ваҡ-төйәк протестар

5

2011 йылдың 4 феврале (рәсми ҡараштан 14 февралдә)

Ғәрәп Яҙы  Бахрейн

Протестар, сыуалыштар

Король Хәмәт дәүләттең һәр ғаиләгә 1000 динар (79 500 һум) түләйәсәге тураһында иғлан итә (11 февралдә)

86

2011 йылдың 10 феврале

Ғәрәп Яҙы  Ираҡ

Демонстрациялар

35

2011 йылдың 18 феврале

Ғәрәп Яҙы  Күвейт

Ваҡ-төйәк протестар

Күвейт властары дәүләт хеҙмәтендәгеләрҙең эш хаҡын, студенттарҙың стипендияларын арттыра, шулай уҡ ерле күвейттәргә гранттар тарата

0

2011 йылдың 26 феврале Ғәрәп Яҙы  Көнбайыш Сахара Ваҡ-төйәк протестар, сыуалыштар 56
2011 йылдың 27 феврале Ғәрәп Яҙы  Ливан Ваҡ-төйәк протестар 17
Һәләк булғандар бөтәһе: 150 000-дән ашыу

Заманса аралашыу сараларын һүндереү

Заманса бәйләнеш саралары аша ойоштороу мөмкинлектәренең ни тиклем ҙур булыуын аңлағас, Тунис властары "Йәнле Көндәлек"тә һәм Twitter микроблогинг селтәрендәге хәбәрҙәрҙе юйҙыра.

Мысырҙа эре провайдерҙар (Etisalat Misr, Link Egypt, Telecom Egypt и Vodafone/Raya) Интернетты тулыһынса, мобиль элемтәне өлөшләтә һүндерә. «Google» компанияһы Мысыр халҡына Twitter селтәрендә мобиль элемтә аша тауышлы хәбәрҙәр тапшырыу мөмкинлеген бирә. Ливия ла 19 февраль төнөнә Интернетты һүндерә.

Илдәр буйынса

Тунис

Туниста 2011 йылдың 14 ғинуарында президент Зинәләбиддин бин Али илдән ҡасҡас, сыуалыштар инҡилапҡа әүерелә.

Алжир

Ғәрәп Яҙы 
Блидала (Алжир) боласыларҙың полиция менән бәрелеше, 8 ғинуар 2011 йыл

2011 йылдың 3 февралендә Алжир президенты Әбделғәзиз Бутефлика яҡын арала сәйәси реформалар башланасағы — 1992 йылда индерелгән ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү, партияларға радио аша сығыш яһарға рөхсәт итеү, тыныс демонстрациялар үткәрергә рөхсәт биреү (Алжир ҡалаһынан тыш) — тураһында хәбәр итә.

Иордания

2011 йылдың 1 февралендә Иордания короле Абдулла II оппозиция талабы буйынса Самир әл-Рифаи хөкүмәтен отставкаға ебәрә. Король протестарҙы финанстар өҫтәү юлы менән дә һүндерергә тырыша. 2011 йылда ул дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡтарын арттырыуға һәм бензин, көндәлек тауарҙар хаҡтарын көйләүгә 0,5 миллиард доллар бүлә (аҡсаның бер өлөшөн АҠШ менән Европа берләшмәһе бирә). Бынан тыш, 2011 йылда Иордания Сәғүд Ғәрәбстанынан 1,6 миллиард долларлыҡ ярҙам ала.

Йемен

Йемен парламентында сығыш яһап, президент Али Абдулла Сәлих 2013 йылда мөҙҙәте тулыу менән власта ҡалырға йә уны улына тапшырырға йыйынмауы тураһында белдерә. Ләкин халыҡ баҫымы аҫтында Сәлих президент һайлауын 2011 йыл аҙағына тиклем үткәрергә һәм отставкаға китергә тәҡдим итә, ләкин оппозиция уның кисекмәҫтән отставкаға сығыуын талап итә. Шул уҡ ваҡытта Йемендә Сәлих яҡлыларҙың да демонстрациялары үтә.

2011 йылдың 23 ноябрендә Сәлих власты вице-президентҡа тапшыра.

Мысыр

Ғәрәп Яҙы 
2011 йылдың 29 ғинуарында Ҡаһирәлә Таһрир майҙаны эргәһендә танк

Кешеләр түбән тормош кимәленә ҡаршы протест белдерә һәм президенттың отставкаға сығыуын талап итә. 2011 йылдың 29 ғинуарында президент Хөсни Мөбәрәк хөкүмәтте тарата. 1 февралдә халыҡҡа ашығыс мөрәжәғәтендә Мысыр президенты 2011 йылдың көҙөнә тәғәйенләнгән киләһе президент һайлауҙа ҡатнашмаясағын белдерә. Шулай уҡ конституцияның президентлыҡҡа кандидатуралар тәҡдим итеү механизмы һәм һайлау процедураһы һүрәтләнгән 76-сы һәм 77-се статьяларын үҙгәртеүҙе яҡлап сыға.

Moody’s халыҡ-ара агентлығы Мысырҙың бурыс йөкләмәләре буйынса рейтингтарын «Ва1» кимәленән «Ва2» кимәленә тиклем түбәнәйтә; шулай уҡ рейтингтар буйынса прогноз да үҙгәрә: «тотороҡло» урынына "кире"гә әйләнә.

10 февралдә Мөбәрәк президент вәкәләттәренең бер өлөшөн вице-президент Омар Сөләймәнгә тапшыра, был хаҡта халыҡҡа телевидение аша мөрәжәғәттә белдерә, шунан һуң 11 февралдә отставкаға китә. Артабан ул йортона бик аҫтына ултыртыла.

2012 йылдың 1—4 декабрендә Мөхәммәт Мурсиҙың власты үҙ ҡарамағында ғына тотоуына ҡаршы мысыр халҡының протестары көсәйә. 5 һәм 6 декабрҙә халыҡ, протестар, стачкалар ойоштороп һәм «Молотов коктейле» — яндырғыс матдәле шешәләр — ҡулланып, полиция менән бәрелешә. Дүрт кеше ҡорбан була.

2013 йылдың 3 июлендә Мысырҙа ил президенты Мөхәммәт Мурсиға ҡаршы оҙайлы протест ғәмәлдәренән һуң Мысырҙың оборона министры Абдул Фәтәх әл-Сиси президенттың ҡолатылыуы һәм конституцияның ғәмәлдә булыуы туҡтатып торолоуы хаҡында иғлан итә.

2014 йылдың 25 ғинуары. Мысырҙа 2011 йылдың 25 ғинуарында булған инҡилаптың йыллығын билдәләүгә арналған демонстрациялар барышында унда ҡатнашыусыларҙың полиция менән бәрелештәре ваҡытында 49 кеше һәләк булды, тип хәбәр итә Франс Пресс агентлығы.

Мавритания

2011 йылдың 17 ғинуарында Мавритания баш ҡалаһы Нуакшотта генерал Мөхәммәт үлд Әбделғәзиз режимы менән ризаһыҙлығын белдереп, бер ир үҙенә-үҙе ут төртә. 43 йәшлек Яҡуп үлд Даһуд иртән автомобилен Мавритания Сенатының бинаһы алдына ҡуя ла машина эсендә ултырған көйө, өҫтөнә яныусан матдә һибеп, ут төртә. Полиция тиҙ килеп етә — ут тиҙ генә һүндерелеп, бите һәм тәне ныҡ бешкән ир дауаханаға илтелә. Һаулығының торошо тураһында мәғлүмәт бирелмәй. Журналистар әйтеүенсә, Даһуд үҙен-үҙе яндырырғандан бер нисә минут элек ниәте тураһында уларға шылтыратып хәбәр иткән. Даһуд журналистарға «илдәге сәйәси хәл менән риза түгеллген һәм идара итеүсе режимға ҡаршы сығыуын» белдергән. Мавританияға 2008 йылдың авгусында хәрби түңкәрелеш ваҡытында илдә власты ҡулына эләктергән һәм 2009 йылдың июлендә Мавритания Ислам Республикаһының президенты итеп һайланған генерал Мөхәммәт үлд Әбделғәзиз идара итә.

Марокко

2011 йылдың 20 февралендә Facebook аша протестарға саҡырыу таратыла. 20 февралдә Марокко ҡалаларында король власын сикләү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү талаптары менән тыныс демонстрациялар үтә.

Көнбайыш Сахара

26 февралдә Дахла ҡалаһында протест акцияһы үтә. Сыуалыштарҙа 2 кеше һәләк була, 100-ләбе яралана.

5 мартта ҡасаҡтар лагерында 200 кеше тыныс протест күрһәтеүҙә ҡатнаша.

Ливан

27 февралдә Ливандың баш ҡалаһы Бәйрүттә күп кешеле демонстрация үтә, конфессионализмды, йәғни дәүләт власын йәмғиәттең дини общиналарға бүленеүенә ҡарап ойоштороуҙы, бөтөрөү талабы ҡуйыла. Марш Facebook социаль селтәре аша ойошторола.

13 мартта тиҫтәләрсә мең кеше Бәйрүттә Ғазаплылар майҙанындағы митингыла ҡатнаша. Митинг «эрбет инҡилабының» алты йыллығы уңайынан ойошторола. Был инҡилап Сүриә ғәскәрҙәрен Ливандан ҡыуып сығара. Манифестанттар радикаль шиғый төркөмө "Хезболла"ның, ҡорал һалып, Ливан армияһына ҡушылыуын талап итә.

Оман

Оманда протест күрһәтергә сыҡҡан 200-ләп кеше 2011 йылдың 17 ғинуарында эш хаҡын күтәреү, тормош кимәлен яҡшыртыу талаптарын ҡуя. Сыуалыштар Оманды «сәйәси яҡтан тотороҡло һәм һүлпән ил» тип баһалаған репортёрҙарҙы бик аптырата. 19, 26 февралдә акциялар үтә. Солтан Ҡабул бин Сәйет хөкүмәткә үҙгәрештәр индерә, 6 кешене урынынан ала. 27 февралдәге акцияларҙа 2 кеше һәләк була. 28 февралдә, властарҙың 6 кешене һәләк итеп, демонстрацияны баҫтырыуына ҡаршы асыулы манифестанттар сыға. 13 мартта Ҡабус бин Сәйет закондар сығарыу советының закондар сығарыу һәм көйләү вәкәләттәренән эйә булыуы, илдең төп законынан үҙгәрештәр индереү өсөн комитет ойоштороу тураһында указ сығара.

Сәғүд Ғәрәбстаны

21 ғинуарҙы 65 йәшлек бер ир Джизан провинцияһы Самта ҡалаһында үҙен-үҙе яндырыуы һөҙөмтәһендә һәләк була. Был, моғайын, Сәғүд Ғәрәбстанында кемдең дә булһа үҙ-үҙен яндырыуҙың беренсе билдәле осрағы булғандыр.

29 ғинуарҙа Джиддәлә йөҙҙәрсә демонстрант 11 кешене һәләк иткән ташҡын арҡаһында килеп тыуған ҡала инфраструктураһы проблемаларына ҡаршы сығыш яһай. Полиция демонстрацияны башланғанынан алып 15 минут тигәндә туҡтата. 30-ҙан 50-гә тиклем кеше ҡулға алына.

23 февралдә Сәғүд Ғәрәбстаны короле Ғабдулла ибн Ғәбдел Ғәзиз әс-Сәғүд, өс ай сит илдә дауаланып ҡайтҡандан һуң, йәмғеһе 35 миллиард долларлыҡ финанс льготалары йыйылмаһын ғәмәлгә ашырыу тураһында белдерә. Был йыйылмаға ингән саралар араһында дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 15 процентҡа арттырыу, эшһеҙ йәштәргә һәм сит илдәрҙә белем алған Сәғүд Ғәрәбстаны граждандарына ярҙам күрһәтеү, ғаиләләргә фатир табышыуҙа булышлыҡ итеү инә. Монарх финанс енәйәтендә ғәйепләнгән бер нисә кешене ярлыҡай, әммә сәйәси реформалар тураһында бер ни ҙә әйтелмәй.

10 мартта Әш-Шәрҡиә провинцияһындағы Кәтип ҡалаһында шиғыйҙарҙың демонстрацияһы үтә, унда 200-ләп кеше ҡатнаша. Халыҡты ҡыуып таратыу өсөн хоҡуҡи тәртип һаҡсылары тауыш гранаталары ҡуллана. Кәм тигәндә дүрт кеше яралана.

Судан

30 ғинуарҙа Хартумда ике университеттан 15 000-ләп студенттың хөкүмәт отставкаһын талап иткән протесы була. Полиция университеттарҙы ҡамай, студенттар төркөмөн туҡмай һәм ҡулға ала. Студенттарҙың хаҡтар үҫеүенә ҡаршы сығышын яҡтыртҡан ундан ашыу журналист ҡулға алына.

Бынан ике аҙна алда, 2011 йылдың 17 ғинуарында Судан властары тарафынан президент Омар әл-Бәширҙең яҡын көрәштәше, әле күренекле оппозиционер Хәсән Тураби ҡулға алына.

2011 йылдың 9—15 ғинуарында Көньяҡ Судандың бойондороҡһоҙлоғо тураһында референдум үткәрелә, 2011 йылдың июленән Көньяҡ Судан башҡа дәүләттәр тарафынан таныла һәм 193-сө ағза итеп БМО-ға ҡабул ителә.

Джибути

Джибутиҙа 31 ғинуарҙа 300 кеше баш ҡала Джибутиҙа президент Исмаил Омар Геллеға ҡаршы протест белдерергә сыға. 18 февралдә Джибутиҙа 63 йәшлек президенттың отставкаға китеүен талап иткән демонстрация үтә.

Сомали

13 февралдә йөҙҙәрсә йәш кеше Сомали баш ҡалаһы Могадишола күсмә федераль хөкүмәткә ҡаршы демонстрацияға сыға.

15 февралдә күсмә федераль хөкүмәт яҡлы көстәр уларға ата, 4 кеше һәләк була, 11 манифестант яралана.

Сүриә

2011 йылдың 4 февраленә Сүриәлә әүҙемселәр төркөмө тарафынан Facebook селтәрендә Мысырҙағыға оҡшаш «Асыу белдереү көнө» планлаштырыла.

Ләкин президент Бәшәр Асад уның власына бер ни ҙә янамай, сөнки илдә төп үҫеш мәсьәләләре уңышлы хәл ителә, тип иҫәпләй. Сүриәлә биш йыл (2007 йылдан 2011 йылдың февраленә тиклем) Facebook, YouTube, Twitter социаль селтәрҙәренә һәм күп кенә яңылыҡтар сайттарына инеү бикле була.

20 апрелдә Бәшәр Асад илдә 48 йыл барған ғәҙәттән тыш хәлде туҡтатыу тураһында рәсми раҫлай. Оппозиция фекеренсә, был «саралар һуңлаған».

22 апрелдә яңылыҡтар сығанаҡтары белдереүенсә, хөкүмәткә ҡаршы демонстрацияларҙы баҫтырғанда 72 кеше һәләк булған.

2011 йылдың мартынан бирле Сүриәлә һуғыш туҡтамай. 2014 йылда ҡайһы бер ваҡытлы матбуғат сараларында, тыштан ҡыҫылыусылар булмаһа, һуғыш күптән тамамланған булыр ине, тигән раҫлауҙар сыға.

Бахрейн

Бахрейнда үҙгәрештәр талап иткән демонстрациялар 2011 йылдың 14 февралендә башлана. Демонстранттар Манама үҙәгендәге Ынйы майҙанын баҫып ала. Беренсе демонстрацияла уҡ протеста ҡатнашҡан бер кеше һәләк була. 15 февралдә был ҡорбанды ерләгәндә тағы берәү үлтерелә. 16 февралдә меңәрләгән бахрейнлы Ынйы майҙанына йыйыла һәм уға, Ҡаһирәләге кеүек, Таһрир (Азатлыҡ) тигән исем бирә. Майҙанға палаткалар ҡорола. 17 февралдә полиция майҙандан демонстранттарҙы ҡыуа башлай, кәм тигәндә 6 кеше һәләк була. 18 февралдә демонстранттар Таһрирға йәнә йыйылмаҡ була, ләкин полиция уларҙы утҡа тота: 60 кеше яралана. Бахрейн короле вариҫ принцҡа оппозиция менән һөйләшергә ҡуша, ләкин 19 февралдә оппозиция хәлде көйләүҙә принцтың ҡатнашыуына ҡаршы булыуын белдерә. Властар ғәскәргә Ынйы майҙанынан китергә бойора. Демонстранттар тағы килә һәм тағы палаткалар ҡора.

14 мартта Бахрейн хөкүмәте үтенсе буйынса Фарсы ҡултығы ғәрәп дәүләттәренең хеҙмәттәшлек советына ингән илдәрҙең интервенцияһы башлана: король Фәхд күпере аша Бахрейнға 1000 сәғүд һалдаты һәм БҒӘ-нең 500 полицейскийы килә. 15 мартта Бахрейнда ғәҙәттән тыш хәл индерелә. Шул уҡ көндө сәғүд һалдаты үлтерелә. Демонстранттар менән хоҡуҡ тәртибе һаҡсыларының бәрелештәрендә 3 кеше һәләк була, 200-ләп кеше яралана. 16 мартта ғәскәрҙәр Манаманың төп майҙанына инә һәм демонстранттарҙы ҡыуа. 5 кеше һәләк була, йөҙҙәрсә кеше яралана. 17 мартта оппозицияның 6 етәксеһе ҡулға алына. 8 оппозиция әүҙемсеһе дәүләт түңкәрелешен әҙерләгән өсөн ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителә, 13-ө ошо уҡ статья буйынса 2-нән 15 йылға тиклем мөҙҙәткә ябыла.

Күвейт

Күвейттә протест акциялары 2011 йылдың 18 февралендә башлана. Илдең бер нисә ҡалаһында, илдә йәшәһә лә, гражданлығы булмаған ғәрәптәрҙең демонстрацияһы була.

Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, 2011 йылда Күвейттә ошондай саралар күрелә: үҙенең хеҙмәткәрҙәренә түләүҙәрҙе арттырыу тураһында Kuwait Petroleum Corporation компанияһы иғлан итә. Парламент өйләнмәгән студенттарға стипендияны ике тапҡырға арттырып, $700-ға еткерә, ә ғаиләлеләргә $1200 итә. Сиратта — уҡытыусылар. Парламент бөтә хәрбиҙәргә, полицейскийҙарға һәм янғын һүндереүселәргә эш хаҡын 70-115 процентҡа арттыра. Былар әмирлек бюджетына йылына өҫтәмә $700 миллионға төшөргә тейеш була. Дәүләт хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын 100 процентҡа арттырыу ҡарала. Иҡтисад мәсьәләләре буйынса вице-премьер Күвейттең бөтә граждандарын электрға, һыуға һәм телефон бәйләнешенә түләүҙән азат итергә тәҡдим итә. Әмирҙең идара итеүенең биш йыллығы уңайынан Amiri grant тураһында иғлан ителә. Был грант бер тапҡыр бирелә торған 1000 күвейт динарынан һәм 14 ай буйы аҙыҡ-түлекте бушлай алыу хоҡуғынан тора. 1000 динарҙы 2011 йылдың февралендә 1 150 000 кувейтлы алырға тейеш була.

Буркина-Фасо

Протест акциялары 22 ғинуарҙа полиция участкаһында бер студент үлтерелгәс башлана. Артабан граждан акциялары бөтә ерҙә барған сыуалыштарға, хәрби фетнәләргә әйләнә, ҡан ҡойола. Хөкүмәт социаль саралар үткәрергә мәжбүр була, ил конституцияһына төҙәтеүҙәр индереү буйынса фекер алышыу башлай, әммә был сара оппозиция тарафынан бойкот менән ҡаршы алына.

Ираҡ

Ираҡ ҡалаларында 2011 йылдың 25 февралендә үткән Нури әл-Малики хөкүмәтенә ҡаршы сығыштар 23 кешенең һәләк булыуы, йөҙҙәрсә кешенең яраланыуы менән тамамлана.

Ливия

2011 йылдың 15 февралендә Ливияның портлы ҡалаһы Бенғазиҙа протесҡа сығыусыларҙың полиция һәм хөкүмәт яҡлылар менән бәрелештәре була. Урындағы бойондороҡһоҙ интернет киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, хоҡуҡ яҡлаусыларҙың береһен ҡулға алыу акцияға һылтау булып хеҙмәт иткән. Бер төркөм кеше Бенғази ҡала хакимиәте бинаһы алдына килгән һәм әүҙемсене сығарыуҙы талап иткән, шунан үҙәк майҙанға киткән, унда полиция менән бәрелеш булған. Демонстрацияла 500—600 кеше ҡатнашҡан, ярһыған кешеләр хакимиәт бинаһына һәм полицейскийҙарға таштар ырғытҡан,, хөкүмәткә ҡаршы лозунгылар ҡысҡырған. Ләкин власть башында 1969 йылдан бирле торған Ливия инҡилабы етәксеһе Муаммар Ҡаддафиға ҡаршы һүҙҙәр ишетелмәгән.

Илдең баш ҡалаһы Триполиҙа, Муаммар Ҡаддафиҙы яҡлап, митингылар үтә. Бының алдынан 213 интеллигенция вәкиле Ҡаддафиҙың отставкаға китеүен, тыныс юл менән власты алмаштырыуҙы, демонстранттарҙы эҙәрләмәүҙе талап иткән. 17 февралдә Үл-Бәйдә ҡалаһында дүрт кеше һәләк була. Унан һуң 14 кешенең, көн аҙағына 19 кешенең үлтерелеүе тураһында хәбәр ителә.

Парламент эшен туҡтата. Ҙурлығы буйынса Ливияның дүртенсе ҡалаһы булған Әл-Бәйдә баш күтәреүселәр ҡулына күсә, урындағы полиция ла улар яғына сыға. Ҡаланы хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡамай.

Би-би-си хәбәр итеүенсә, ил властары ҙурлығы буйынса икенсе урындағы Бенғази ҡалаһына ғәскәр кертә. Шаһиттар белдереүенсә, унда бер нисә танк та инә, дүрт танк суд бинаһын һаҡ аҫтына ала. Бенғазиҙың бер нисә биҫтәһендә электр һүнә, аэропорт ябыла. Раҫланмаған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, полицияның бер өлөшө оппозицияға ҡушыла. Ҡала кварталдарының ҡайһы берҙәрендә ҡыйралыш бара. Хоҡуҡ яҡлаусылар мәғлүмәттәренә ярашлы, акция барған өс көндә Ливияла 84 кеше һәләк була.

2011 йылдың 28 февралендә АҠШ Ливия сигенә яҡын урынлашҡан ғәскәрҙәрен күсерә башлай..

Ливияла Ҡаддафи яҡлылар менән баш күтәреүселәр араһында граждандар һуғышы башлана, конфликтҡа халыҡ-ара көстәр килеп ҡыҫыла.

17-19 октябрҙә күсеү милли советының хөкүмәт ғәскәрҙәре Бени-Вәлит менән Сирт ҡалаларын ала. М. Ҡаддафи Сирт эргәһендә боласылар тарафынан тотоп алына һәм үлтерелә.

23 октябрҙә күсеү милли советы Ливияны Ҡаддафи режимынан азат тип иғлан итә.

Эҙемтәләр

Freedom House мәғлүмәттәре буйынса Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка илдәрендә азатлыҡ кимәле үҙгәрештәре. Рейтинг юғарыраҡ булған һайын, илдә азатлыҡ күберәк тип һанала
' азатлыҡтар
Дәүләт сәйәси граждан
2010 2012 2010 2012
Алжир 4 4 5 5
Бахрейн 4 4 5 4
Мысыр 4 4 5 5
Иран 4 4 4 4
Ираҡ 5 5 4 4
Иордания 4 4 5 5
Күвейт 6 6 6 5
Ливан 5 5 7 6
Ливия 3 3 3 4
Марокко 5 5 6 6
Оман 4 4 5 5
Катар 4 4 5 5
Сәғүд Ғәр. 3 3 4 3
Сүриә 3 3 4 3
Тунис 3 7 5 6
БҒӘ 4 4 5 4
Йемен 4 4 5 4


Ғәрәп илдәренең лидерҙары бер-бер артлы үҙҙәрендә реформалар үткәрә башлай (Күвейт, Иордания, Оман, Алжир, Катар), ҡайһы бер илдәрҙә (Мысыр, Ливия, Тунис) хөкүмәт ҡолатыла йә отставкаға ебәрелә, Сәғүд Ғәрәбстанында һәм Бахрейнда протестар баҫтырыла, Сүриәлә оппозицияның властар менән бәрелешеүҙәре дауам итә, Йемен президенты тейелгеһеҙлегенә алмашҡа власты тапшыра. Мысырҙа, Сүриәлә, Ливияла һәм Йемендә радикаль исламсыларҙың позицияһы көсәйә.{{{заглавие}}}.

Ғәрәп яҙының иҡтисади хаҡы

ХВФ Ғәрәп яҙының күпмегә төшөүен иҫәпләп сығара, төп илдәрҙең юғалтыуҙары 55 миллиард доллар тәшкил итә.

2012 йылдың 1 ғинуарындаында Ғәрәп дәүләттәре лигаһы генераль секретарының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Мөхәммәт әл-Таваржи хәбәр итеүенсә, «ғәрәп яҙының» тура финанс зыяны ғына ла хәҙерге мәлгә кәм тигәндә 75 миллиард доллар тора.

  • 2013 йылдың 10 октябрендә британ банкы HSBC отчёт баҫтыра, унан күренеүенсә, 2014 йыл аҙағына иң күп зыян күргән ете илдә — Мысырҙа, Туниста, Ливияла, Сүриәлә, Иорданияла, Ливанда һәм Бахрейнда — эске тулайым продукт 2011 йылғы ихтилал булмаған осраҡтағы мөмкинлектән 35 процентҡа кәмерәк буласаҡ. Яҡын Көнсығыш иҡтисады «яҙғы» ваҡиғалар арҡаһында 2014 йыл аҙағына тиклем 800 миллиард доллар юғалтасаҡ. Отчёт тура иҡтисади юғалтыуҙарҙы ла, ЭТП үҫешенең әкренәйеүен һәм инвестициялар күләме кәмеүен дә иҫәпкә ала.

Биш йылдан һуң да Ливия менән Сүриә өҙлөкһөҙ барған граждандар һуғышы эсендә яныуын дауам итә, ә Мысырҙа 2013 йылда хәрбиҙәр түңкәрелеш яһап, протест тулҡынында килгән президент Мурсиҙы алып ырғыталар. Был ваҡиғалар Мысырҙа «30 июнь инҡилабы» тигән исем ала, ул илдә йыл да киң билдәләнә. Элекке президент Мурси ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителә.

Яҡын Көнсығышта 2011 йылдан алып «ғәрәп яҙы» арҡаһында юғалтылған иҡтисади үҫеш, БМО хисаплауҙары буйынса, 614 миллиард доллар тәшкил иткән.

Донъя иҡтисадына йоғонтоһо

Ғәрәп Яҙы  тема буйынса Викиновости :

2011 йылдың 31 ғинуарынан фьючерс контракттары буйынса нефть хаҡтары күтәрелеүе күҙәтелә. Был аналитиктарҙың сыуалыштар бөтә ғәрәп донъяһын солғар тигән хәүефенә нигеҙләнгән була. Из-за событий в Египте отменён проход нефтяного каравана через Суэцкий канал.

Айырыуса Ливиялағы сыуалыштар нефттең хаҡын ныҡ арттыра. 23 февралгә ул баррель өсөн 100 долларға — 2008 йылғы иҡтисади кризистан бирле иң юғары хаҡҡа — етә. Ливия күп кенә экспорт контракттарын үтәй алмауы хаҡында белдерә. Ливия порттарының ҡайһы берҙәре ябыла, нефть тейәү туҡтала. Шулай уҡ Ливияны Италия менән бәйләгән Greenstream газ үткәргесе лә туҡтап ҡала. Ул ғына ла түгел, Time журналы хәбәр итеүенсә, Ливия хакимы Муаммар Ҡаддафи тышҡы баҙарҙарға нефть ҡыуҙырған үткәргес торбаларҙы шартлатырға бойора[асыҡларға].

2011 йылда ғәрәп яҙы осорона был илдәрҙән миграция артыуы күҙәтелә, Евросоюзға 140 меңләп кеше ҡаса.

Спорт сараларына йоғонтоһо

  • Бахрейнда сәйәси тотороҡһоҙлоҡ арҡаһында Формула-1 автоуҙыштары буйынса Бахрейн Гран-прийын ойоштороусылар беренсе этапты үткәреүҙән баш тарта.
  • Иорданияла Ралли буйынса донъя беренселегенең дүртенсе этабы өҙөлөү хәүефе аҫтында ҡала. Из-за возникших трудностей при транспортировке оборудования, связанных с волнениями в Сирии, был отменён первый день этапа, а сам этап сокращён до двухдневного формата.
  • Мысырҙа февраль-мартта үтергә тейешле ACM ICPC финалы күсерелә.

Ғәрәп донъяһынан ситтәге сыуалыштар

2010—2011 йылдарҙа ғәрәп конфликттары йоғонтоһо аҫтында донъяның күп кенә илдәрендә оҡшаш сыуалыштар була.



Иҫкәрмәләр

Tags:

Ғәрәп Яҙы КүҙәтеүҒәрәп Яҙы Заманса аралашыу сараларын һүндереүҒәрәп Яҙы Илдәр буйынсаҒәрәп Яҙы ЭҙемтәләрҒәрәп Яҙы ИҫкәрмәләрҒәрәп ЯҙыАлжирБахрейнДжибутиИзраильИорданияИраҡЙеменКүвейтКөнбайыш СахараЛиванЛивияМавританияМароккоМысырСуданСүриәСәғүд ҒәрәбстаныТунисҒәрәп теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

СыуаштарИсламда фәрештәЭль-НиньоШвейцарияАпрель (Алағарай)ВикиW3CLinuxХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыҠуштауДиалектИсҡужин Мөхәмәтғәле Ғәли улыФашизмАстрономияМайҺарыҡты кем ашаған?Сүриә теле20 апрельНилКаспаров Гарри КимовичСовет Социалистик Республикалар СоюзыЭҙләүҙе оптималлаштырыуМикрокредитлауВенгрҙарСыуаш теле6 ноябрьМайкл Джексон12 сентябрьРичард I Арыҫлан ЙөрәкТанзанияXII быуатМоро ислам азат итеү фронтыҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыФлоридаБашҡорт ВикипедияһыМария ЧеботарьОрёл өлкәһеДибаева Зилә Сиражитдин ҡыҙыТөҙөлөшИсем (һүҙ төркөмө)Чернов Иван Логинович21 февральХәйбулла районыИлбәкова Франгиза Фәнән ҡыҙыҺыуБәшмәктәрҒәйнәАрыҫлан петроглифтары2020 йылНатрий карбонатыЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыГренландия26 апрельТалха ҒиниәтуллинTendenceТүбәнге Новгород өлкәһеАпрельБөрйән районыТверьБашҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыМуса ЙәлилФДаянова Тәскирә Байрам ҡыҙыЙоһанн Вольфганг фон ГётеРИА Новости🡆 More