Фарсы Ҡултығы Ғәрәп Дәүләттәренең Хеҙмәттәшлек Советы

Ағзалары:  Бахрейн  Катар Ҡалып:Флагификация/БҒЭ  Оман Ҡалып:Флагификация/Сауд Ғәрәбстаны

Фарсы ҡултығы ғәрәп дәүләттәренең хеҙмәттәшлек советы
Фарсы Ҡултығы Ғәрәп Дәүләттәренең Хеҙмәттәшлек Советы
Флаг Герб
Фарсы Ҡултығы Ғәрәп Дәүләттәренең Хеҙмәттәшлек Советы
Ағза-илдәр
Рәсми тел Ғәрәп
Майҙаны 2 285 844 км²
Халҡы
 — Бөтәһе (2012)
 — Тығыҙлыҡ

42 100 000 кеше
17.37 кеше/км²
Төҙөлөү датаһы
Килешеүҙе ратификациялау
25 май 1981 йыл
1982 йыл

Фарсы ҡултығы ғәрәп дәүләттәренең хеҙмәттәшлек советы (ССАГПЗ) (ингл. Cooperation Council for the Arab States of the Gulf; ғәр. مجلس التعاون لدول الخليج العربية‎) —төбәк ябыҡ халыҡ-ара ойошма. Ойошманың рәсми исемендә Фарсы һүҙе юҡ, сөнки ғәрәп дәүләттәре был ҡултыҡты Ғәрәп ҡултығы тип атауҙы өҫтөн күрәләр.

Ойошма 1981 йылдың 25 майында төҙөлә, уның сәйәсәте 1982 йылда раҫланған Хартияла билдәләнгән. Ойошманың төп маҡсаты — бөтә иҡтисади, социаль һәм мәҙәни эштәрҙә үҙ-ара килешеп эшләү, хеҙмәттәшлек һәм интеграция. Иҡтисади һәм финанс мәсьәләләрҙә; сауҙала, таможняла һәм элемтәлә, мәғариф һәм мәҙәниәттә; социаль проблемаларҙа һәм һаулыҡ һаҡлау проблемаларында; киң мәғлүмәт сараларында һәм туризмда; ҡануниәт һәм идаралыҡ мәсьәләләрендәә сағыштырмаса көйләү бойомға ашырыла. Килешеү шулай уҡ сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм һыу ресурстарын һаҡлауҙа фәнни һәм технологик прогресты тәьмин итергә тейеш. Берләшкән иҡтисади килешеү шарттары буйынса, алты дәүләт араһында тариф тотҡарлыҡтары бөтөрөлә, ҡултыҡ халҡы теләһә ниндәй дәүләттә производство асыуҙа һәм килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыуҙа ирекле һәм тиң хоҡуҡлы. Бынан тыш тиҙ ойошторола торған берләшкән оборона көстәрен булдырыу планлаштырыла.

Фарсы ҡултығы ғәрәп дәүләттәренең хеҙмәттәшлек советы органдары — йыл һайын осрашыусы дәүләт башлыҡтарының Юғары советы, өс айға бер ултырыш үткәрә торған Министрҙар советы. Генераль секретариат Эр-Риядта, Сәғүд Ғәрәбстанында урынлашҡан.

2012 йылдың 6 мартында Фарсы ҡултығы ғәрәп дәүләттәренең хеҙмәттәшлек советының алты ағзаһы белдереүенсә, ҡултыҡ илдәренең хеҙмәттәшлек советы төбәк блогынан конфедерацияға әүерелеү йүнәлешендә үҫәсәк.

Ҡатнашыусы илдәр

ССАГПЗ-ға инәләр:

Йәмән ССАГПЗ-ға инеү тураһында 2005 йылдан алып һөйләшеүҙәр алып бара. Фарсы ҡултығының ғәрәп илдәренән Ираҡ ССАГПЗ ағзаһы түгел. Ойошмаға инергә шулай уҡ Иордания һәм Мароккоға тәҡдим яһалған.

Валюта союзы

Фарсы ҡултығының ғәрәп дәүләттәре хеҙмәттәшлеге советы (ССАГПЗ) ағза-илдәренең Маскатта үткән 29-сы саммиты ваҡытында берҙәм валюта союзы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Берҙәм валюта союзы төҙөү берҙәм финанс системаһы булдырыу юлында сираттағы аҙым итеп ҡарала. Аҙаҡ Оман һәм Берләшкән Ғәрәп Эмираттары валюта союзында ҡатнашыуҙан баш тарта. ССАГПЗ-ның ҡалған дүрт ағзаһы (Сәғүд Ғәрәбстаны, Күвәйт, Катар һәм Бахрейн) 2015 йылда халиджи («ҡултыҡтыҡы») тип аталған берҙәм валюта индерә Берҙәм үҙәк банктың штаб-квартираһы Сәғүд Ғәрәбстанының баш ҡалаһы Эр-Риядта урынлашҡан.

Хәрби союз

«Ярымутрау ҡалҡаны» (ингл. Peninsula Shield; ғәр. دِرْعُ الجَزيرَة‎) — ССАГПЗ-ның хәрби тармағы, ул ССАГПЗ-ның ағза-илдәренең теләһә ҡайһыһына ҡаршы хәрби агрессияға яуап биреү һәм кире ҡағыу өсөн тәғәйенләнгән.

Энергосистемаларҙы берләштереү

2009—2011 йылдарҙа бөтә 6 илдең энергосистемаһы берҙәм энергосистемаға берләшә.

Эске ҡаршылыҡтар

2014 йылда ойошмала Бахрейн һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре яҡлаған Сәғүд Ғәрәбстаны менән Катар араһында конфликт ҡуба. 2014 йылдың мартында Сәғүд Ғәрәбстаны Доханан үҙенең илсеһен ҡайтарып ала. Бахрейн һәм БҒӘ уның өлгөһөнә эйәрә. Өс илдең берҙәм белдереүе баҫылып сыға. Был белдереүҙә Катар «Советтың ағза-илдәренең хәүефһеҙлегенә һәм тотороҡлоғона ҡурҡыныс янаусы ойошмалар» менән бәйләнеш тотоуҙа һәм хәүефһеҙлек өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү тураһындағы Килешеүҙе (2013 йылдың декабрендә Эр-Риядта ҡул ҡуйылған) боҙоуҙа ғәйепләнә.«Ойошмалар» тигәндә, айырым алғанда, мосолман туғандар күҙ уңында тотола. Конфликт шул уҡ йылдың ноябрендә, Советтың биш иле (Сәғүд Ғәрәбстаны, Катар, БҒӘ, Бахрейн һәм Күвәйт) Эр-Риядта килешеү төҙөгәндән һуң хәл ителә.

НАТО менән хеҙмәттәшлек

Совет илдәре НАТО-ның төп иле АҠШ менән борондан хеҙмәттәшлек итә - америкалылар Советтың ағза-илдәрен ҡорал менән тәьмин итә, армия кадрҙарын өйрәтә, үҙҙәренең хәрби базаларын был илдәрҙең территорияһында тота. 2014 йылда был хеҙмәттәшлек рәсмиләштерелә - 11 декабрҙә Фарсы ҡултығының ғәрәп дәүләттәре хеҙмәттәшлеге советы НАТО менән энергоресурстарҙы донъя баҙарына сығарыу хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса бергәләшеп эш итеү тураһында килешеү төҙөй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Агадир килешеүе
  • Халиджи
  • Йеменгә баҫып инеү (2015)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Ҡалып:Фарсы ҡултығының ғәрәп дәүләттәре хеҙмәттәшлеге советы

Tags:

Фарсы Ҡултығы Ғәрәп Дәүләттәренең Хеҙмәттәшлек Советы Ҡатнашыусы илдәрФарсы Ҡултығы Ғәрәп Дәүләттәренең Хеҙмәттәшлек Советы Валюта союзыФарсы Ҡултығы Ғәрәп Дәүләттәренең Хеҙмәттәшлек Советы Хәрби союзФарсы Ҡултығы Ғәрәп Дәүләттәренең Хеҙмәттәшлек Советы Энергосистемаларҙы берләштереүФарсы Ҡултығы Ғәрәп Дәүләттәренең Хеҙмәттәшлек Советы Эске ҡаршылыҡтарФарсы Ҡултығы Ғәрәп Дәүләттәренең Хеҙмәттәшлек Советы НАТО менән хеҙмәттәшлекФарсы Ҡултығы Ғәрәп Дәүләттәренең Хеҙмәттәшлек Советы Шулай уҡ ҡарағыҙФарсы Ҡултығы Ғәрәп Дәүләттәренең Хеҙмәттәшлек Советы ИҫкәрмәләрФарсы Ҡултығы Ғәрәп Дәүләттәренең Хеҙмәттәшлек Советы ҺылтанмаларФарсы Ҡултығы Ғәрәп Дәүләттәренең Хеҙмәттәшлек СоветыБахрейнКатарОманФлагификация/флагификация Күвейт флагы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Сыртланова Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙыҠотдосСалауат (Ислам)Бөйөк Ватан һуғышыБикбаев Рауил Төхфәт улы1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышыБлаватский Владимир ДмитриевичБашҡортостан Республикаһы ХөкүмәтеЙыланлы (утрау)Лайка (космонавт-эт)Дезик һәм СиғанБашҡорт телендәге уйын фильмдары исемлегеАльвин Митташ27 апрельАҡмуллаФәрүәз УрманшинАбдуллина Лариса Хашим ҡыҙыЭлвис ПреслиБаязит БикбайЛаосTendence112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыБашҡортостандың Ҡыҙыл китабыАмниоттарБашҡорт халыҡ йырҙарыТауыҡБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыХалҡым өсөн (Ш. Бабич)Йосопов Тимербай Йосоп улыҠобағош сәсәнБашҡорт теленең лексикаһыВикиөҙөмтәСан-ФранцискоСыбар ҡаҙБаймаҡ районыМиокард инфарктыҺинд океанында Британия биләмәләреАнуше АнсариФлагШығайМөхәммәт (Пәйғәмбәр)АнтонимМостай КәримҒШыйыҡсаЙылЗекерЭҙләүҙе оптималлаштырыуМиҙиәкЛатин алфавитыЩетинков Евгений СергеевичСибәғәтов Флүр Шәрифулла улыЯрлылыҡӘл-Харам мәсетеНацистик Германияның концентрацион лагерҙарыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМәжит ҒафуриБайдин Николай АнатольевичЮрий КохБашҡорт балыӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанСТС1880 йылHTMLҠорбанғәлиевУкраинаРязанский Сергей НиколаевичХәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙыТатар дәүләт гуманитар-педагогия университеты🡆 More