Мөхәмәтғәле Ғәли улы Исҡужин (1927 йылдың 23 марты, Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы) Урта Мотал ауылы — 2000 йылдың 22 феврале, Өфө ҡалаһы) — педагог, башҡорт милли мәғарифы өлкәһендәге йәмәғәт эшмәкәре.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995).
Мөхәмәтғәле Ғәли улы Исҡужин 1927 йылдың 23 мартында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы) Урта Мотал ауылында тыуа. 1954 йылда Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд ҡалаһы университетын тамамлай. 1960 йылдан алып Өфөләге 1-се Башҡорт республика мәктәп-интернаты уҡытыусыһы булып эшләй. 1961 йылдан «Кабель» конструкторҙар бюроһы инженер-конструкторы. 1968 йылдан — Башҡортостан техник мәғлүмәт үҙәге начальнигы. 1970 йылдан Өфө «Молния» агрегат конструкторҙар бюроһы инженеры. 1972—1988 йылдарҙа Өфөнөң 20-се башҡорт урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1988—1995 йылдарҙа «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең милли мәғариф комиссияһында йәмәғәтселек башланғысында эшләй. 1995—2000 йылдарҙа «Аҡтамыр» халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеү башҡарма үҙәген рәйес булараҡ етәкләй. 2000 йылдың 22 февралендә Өфөлә вафат була һәм мосолман зыяратында ерләнә.
Мөхәмәт Исҡужин башҡорт йәмәғәтселеге юллап астырған Өфөнөң 20-се урта мәктәбе ата-әсәләр комитетын етәкләй, физика предметын уҡыта. Үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағы, 90-сы йылдарында «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге ағзаһы, «Аҡтамыр» ижтимағи ойошмаһы етәксеһе булараҡ, башҡорт милли балалар баҡсалары, мәктәптәре астырыу буйынса ойоштороу эштәре менән йәмәғәтселек башланғысында шөғөлләнә. Уның һәм фекерҙәштәренең фиҙаҡәрлеге менән Өфөлә 136-сы башҡорт мәктәп-лицейы, 140-сы башҡорт гимназия-интернаты, Күмертауҙа 13-сө башҡорт мәктәбе, «Айгөл» балалар баҡсаһы, Салауат ҡалаһында 25-се башҡорт гимназияһы һәм «Йәншишмә» балалар баҡсаһы асыла. Ул шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһында милли мәғариф үҫеше концепцияһы» (1993) проекты авторҙарының береһе.
Мөхәмәт Исҡужин башҡорт милли мәғарифын үҫтереү мәсьәләләре буйынса матбуғат биттәрендә үткер публицистик мәҡәләләр менән сығыш яһай. «Әсә телендә уҡытыу: бөгөн һәм иртәгә», «Туған телде өйрәтергәме, әллә туған телдә уҡытырғамы?», «Башҡортостан халыҡ мәғарифын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр» һ.б. мәҡәләләрендә автор туған телде уҡытыу менән бергә туған телдә белем биреүҙең башҡорт милли яҙмышы өсөн ни тиклем мөһим булыуын асып һала. Уның публицистик әҫәрҙәре вафатынан һуң «Аҡтамыр» исемендә айырым китап булып донъя күрә.
• Солтангәрәев Ә.М. Ялан Бөрйән "Даһи хәлфә" һе, "Юшатыр" гәзите, март 2017 й. http://yshatir.ru/yemgiet/4814-yalan-bryn-dai-hlfe.html(недоступная ссылка)
• Солтангәрәев Ә.М. "Көрәш", "Йәшлек" гәзите, 18 март 2017 й.;
• Халыҡ мәғрифәтсеһе Мөхәмәт Исҡужин. Өфө, 2013;
• Ханова З. Ҡ. Мәғрифәтсе. Өфө, 2006;
• Шәкүров Р. З. Юл ярып барыусы ине. — «Башҡортостан» гәзите, 2001 й., 24 февраль;
• Шәкүров Р. З. Яңы заман мәғрифәтсеһе. — «Башҡортостан» гәзите, 2014 й., 2 май.
• Ҡобағошов Ө. М. Аҡтамырын сәсте баҡсаға. — «Башҡортостан» гәзите, 2002 й.,2 март;
• Агишев И. М. Халҡым тиеп йәшәне. — «Йәшлек», 2002 й., 23 март.
• Шаһманов Т. Ғ. Изге эштәрҙең башы. — «Юшатыр» гәзите, 2007 й., 24 май.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Был мәҡәлә өсөн {{Персона}} ҡалып-карточкаһы тултырылмаған. |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Исҡужин Мөхәмәтғәле Ғәли улы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.