Америка футболы, АҠШ-та футбол кеүек билдәле — контактлы командалы спорт төрө.
Һәр яҡтан ун берешәр уйынсынан торған ике команда ҡатнаша. Оҙонлоғо 120 ярд (109,728 метр, шуның эсенән 100 ярд (~91,45 метр) уйын зонаһы һәм 10-шар ситке ярдтар — командаларҙың мәрәй зоналары (ингл. end zone), киңлеге 53,3 ярд (48,738 метр). Ике осонда сөйөртмәк рәүешендә ҡапҡалар булған тура мөйөшлө майҙанда оҙонсараҡ формалы туп менән уйнайҙар. Команда тупты мәрәйҙәр зонаһына алып барып еткергәнсе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Башта команданың береһенә тупты 10 ярдҡа алып еткерергә мөмкинлек бирелә (4 мөмкинлек бирелә). Әгәр алып барып еткерһәләр, тағы 4 мөмкинлек өҫтәп бирелә. Кире осраҡта, туп дәғүәселәргә эләгә. Тупты зонаның аҙағына еткереп (тачдаун) йәки ҡапҡаларға индереп (филдгол), мәрәйҙәр тупларға була, шулай уҡ һаҡлаусы ла (сейфти яһап) мәрәй йыя ала. Матч аҙағына ҡайһы команданың мәрәйҙәре күберәк, шул команда еңеүсе була.
Америка футболы регби һәм футболдың тәүге осор формаһынан үҫешә. Уны, ғәҙәттә футбол, АҠШ-та «соккер» тип атайҙар. Беренсе уйын 1869 йылдың 6 ноябрендә соккер уйынының бер варианты ҡағиҙәләре буйынса башҡарылған тип һанала. 1880 йылда Уолтер Кэмп (инг.)баш. ((ингл. Walter Camp), «америка футболы атаһы» һымаҡ билдәле, (ул уйынсы ла, судья ла һәм спорт комментаторы ла булған) беренсе булып уйындың аныҡ ҡағиҙәләрен булдыра: снэп индерә, ҡатнашыусыларҙың һанын ун бергә ҡалдыра. Яңы ҡағиҙәләр пас алға биреүҙе, нейтраль зона булдырыуҙы законлаштыра һәм майҙан киңлеген раҫлай
Америка футболы — АҠШ-та әлеге ваҡытта иң популяр спорт төрө, ә Милли футбол лигаһы (НФЛ) (National Football League) — Төньяҡ Америкала иң танылған лига.
Америка футболының барлыҡҡа килеү тарихы футболдың (соккер) һәм регбиның үҫеше менән бәйле. Риүәйәттәр белдереүенсә, 1823 йылда Регби мәктәбендә, футбол матчы ваҡытында ун алты йәшлек Уэбб Уильям Эллис (ингл. William Webb Ellis)тупты тотоп алып дәғүәселәр яғына ҡарай йүгерә. Футбол тигәндә соккер түгел, ә уйын варианттарының береһе булараҡ күҙ уңында тотола, ҡағиҙәләре һәр мәктәптең ҡарамағы буйынса билдәләнгән һәм нығынып тороп ҡалмаған. Факттар иҫбатланмаһа ла, күп йылдар үткәс, Элиисҡа һәйкәл ҡуйыла, ә колледждың диуарына яҙыу элеп ҡуялар:
Был таҡта Уильям Уэбб Эллистың, беренсе булып тупты тотоп алып һәм уның менән йүгереп китеп, ҡағиҙәне боҙған данлыҡлы эшен хәтерләтеп торһон. 1823 йылда шулай регби уйыны барлыҡҡа килә.
Уйын «регби футбол» тигән исем ала (регби мәктәбе ҡағиҙәләре буйынса футбол), бөгөнгө көндә күпселек илдәрҙә — тик регби.
1869 йылдың 6 ноябрендә Американың Нью-Брансуик (штат Нью-Джерси) ҡалаһында Рутгер һәм Принстон университеты командалары майҙанда осрашып, Футбол ассоциацияһы ҡағиҙәләре буйынса Рутгер университеты вариантында футбол уйнайҙар. Туп түңәрәк була һәм уны ҡулға алырға ярамай, уларға регби ҡағиҙәһенә ярашлы майҙандағы уйынсылар һанына ҡарап тупҡа һуғыу рөхсәт ителә — 25 -әр тапҡыр һәр яҡтан. Бер ниндәй ҙә тачдаун ул ваҡытта булмай. Регламент буйынса уйын 6 голға тиклем дауам итә, һәм матч Рутгер университетының еңеүе менән тамамлана. Шуға ҡарамаҫтан, был көн рәсми рәүештә америка футболының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Тик 1874 йылда Пристон һәм Монреальдың Макгилл университеттарының уйындары серияһы араһында футбол өсөн регби ҡағиҙәләренең варианты ҡулланыла, хәҙерге америка футболына оҡшатып уйнай башлайҙар һәм ҡаршы яҡтың төп зонаһына туп индергәндән һуң бер мәрәй бирелә башлай. Берҙәм ҡағиҙәләр булмай, был тачдаун өсөн мәрәйҙәр һаны артыуына килтерә, һәм шулай уҡ тупты пас алға һәм дәғүәсенең тубығынан эләктереп алыуға рөхсәт бирелә. Һуңғыһынан һуң имгәнеүҙәр һаны ҡырҡа арта.
1905 йылда «Чикаго Трибьюн» гәзитенең беренсе битендә «18 футболсы һәләк була, 159 етди яралана» исеме аҫтында мәҡәлә баҫылып сыға. АҠШ президенты Теодор Рузвельт: «Йәки футболсылар ҡағиҙәләрҙе үҙгәртә, йәки беҙ футболды бөтөнләй тыябыҙ. Аяуһыҙлыҡ һәм ғәҙел булмаған уйын язаға тарттырылырға тейеш. Уйынды үҙгәртегеҙ йәки унан баш тартығыҙ», — тип белдерә
Ҡағиҙәләргә тупаҫ уйын өсөн яза биреүгә ҡағылған үҙгәрештәр индерелә. Футболсылар шулай уҡ махсус һаҡлағыс форма ла уйлап сығарырға мәжбүр булалар — ҡалҡансыҡлы бриджи барлыҡҡа килә. Уйын ваҡытында спортсыларға башына күндән тегелгән шлем кейергә тәҡдим ителә (1939 йылдан шлем ҡулланыу мотлаҡ).
XX быуат башында ҡағиҙәләр хәҙерге ҡағиҙәләргә оҡшай. 1912 йылда тачдаун өсөн 6 мәрәй өҫтәлә, уйын яланының оҙонлоғо йөҙ ярдҡа тиңләшә, ә уйын ваҡытын етмештән алтмышҡа ҡыҫҡарталар. Тәүге шәхси командалар һәм һөнәри уйынсылар барлыҡҡа килә. Һигеҙ йылдан һуң беренсе футбол профсоюзы ойошторола — дүрт команда «Акрон Проза» (ингл. Acron Pros), «Булдогз Кантон» (ингл. Canton Bulldogs), «Кливленд Индианс» (ингл. Cleveland Indians) һәм «Трайэнглс Дэйтон» (ингл. Dayton Triangles) Америка Һөнәри Футбол Кәңәшмәһен (ингл. APFC) ойоштора, унан һуңыраҡ Милли Футбол Кәңәшмәһе (ингл. National Football Conference (NFC)) барлыҡҡа килә.
1904 йылда беренсе ҡара тәнле футболсы була. Ул Огайоның команда составынан сыға. Шунан һуң ҡара тәнле футболсылар һаны арта. Шуға ҡарамаҫтан, тәүге ҡара тәнле судья тик 1988 йылда ғына барлыҡҡа килә. 1932 йылда америка футболы Лос-Анджелестағы йәйге олимпия уйындарында күрһәтмә спорт төрө була. 1939 йылда матчтың беренсе телетрансляцияһы үтә. «Доджерс Бруклин» (ингл. Brooklyn Dodgers) һәм «Филадельфия Иглз» (ингл. Philadelphia Eagles) араһындағы уйынды Нью-Йорктың меңләп кешеһе күҙәтә.
1960-сы йылда инде булған Милли Футбол Лигаһына (NFL) ҡаршы Америка футбол лигаһы булдырыла (AFL). Команда уйынсылары һәм көйәрмәндәр өсөн, шулай уҡ телетрансляцияға хоҡуҡтар өсөн көрәш 1966 йылда ике лига араһында берләшеү тураһында һөйләшеүҙәргә килтерә. Милли Футбол Лигаһы менән Америка футбол лигаһының ҡушылыу шарттары булып лига чемпиондарының донъя чемпионы исеме менән аталыу хоҡуғына уйын үткәреү була. Беренсе уйын 1967 йылдың 15 ғинуарында «NFL-AFL донъя чемпионаты» исеме аҫтында үтә. 1970 йылда ике кәңәшмә бергә ҡушыла. Кәңәшмә составы элеккесә ҡала, әммә етәксеһе дөйөм була. Был ойошма Милли футбол лигаһы тип атала (NFL). Берләшкән лига кәңәшмәһенең чемпиондары араһындағы финал уйыны Супер Боул тип таныла, ә 1967 йылда үткәрелгән иң тәүге уйын Супер Боул тип атала. Был донъяла хәҙер иң тамашалы һәм абруйлы спорт ваҡиғаһы тип һанала.
Уйындың маҡсаты —бирелгән ваҡытҡа дәғүәсе командаһына ҡарағанда күберәк мәрәй йыйыу.
Уйын оҙонлоғо 120 ярд (110 м) һәм киңлеге 53 1/3 ярд (49 м) булған тура мөйөшлө майҙанда үтә. яландың һәр осонда, бер-береһенән 100 ярд аралыҡта маҡсат һыҙыҡтары (lines goal) үтә, 10-ярдлы мәрәй (end zone) зонаһы маҡсат һыҙығы менән майҙан сиге араһында урынлаша.
Майҙандың арҡырыһы буйлап һәр 5 ярд һайын һыҙыҡтар билдәләнгән. Һәр бер 10 ярдҡа, мәрәй зонаһының сигенән алып ялан уртаһына тиклем,10-дан алып 50-гә тиклем номер һуғылған, һөжүм итеүсе команда тачдаун алыр өсөн ошо араны үтергә тейеш. Ялан сигендә ике бейек штанга ҡиәфәтендә арҡыры һайғау менән ҡапҡалар тора. Голдар ошо штангалар араһындағы һайғауҙар аша һуғып индерелә.
Һәр команда бер үк ваҡытта 11 уйынсыһын майҙанға сығарырға мөмкин. Командалар уйындар араһында бер нисә уйынсыһын йәки бөтәһен дә алмаштыра ала. Ғәҙәттә, уйынсылар йә һөжүм итеүҙә, йә ҡурғауҙа, йәки махсус командала махсуслашалар. НФЛ командаһының 53 ҡатнашыусыһы ла һәр уйында теге йәки был ролдә уйнай ала.
Ғәмәлдә америка футбол ҡапҡаларының үлсәме регби ҡапҡалары үлсәме менән берҙәй. Һайғау бейеклеге — 10 фут (3 метр), терәк таяҡ аралары — 18,6 фут (5,7 метр). Америка футболы өсөн тәғәйенләнгән стадиондарҙа, йыш ҡына ҡапҡалар берҙән-бер үҙәк таянысҡа нығытылған.
Уйын 15-әр минуттан 4 осор буйына дауам итә, ике осорҙан һуңғы тәнәфес ҡарала. Һәр шундай осор «сирек» тип атала. Әгәр туп яландан ситкә китһә, туп икенсе командаға күсһә, пас алға килеп сыҡмаһа, мәрәйҙәр тупланһа, ҡағиҙәләр боҙолһа, теге йәки был команда тайм-аут алһа һ.б., уйын туҡтатыла. Шуға күрә матч өс сәғәткә яҡын дауам итә.
НФЛ ҡағиҙәләре буйынса, дүрт сирек йомғаҡтары буйынса иҫәп тигеҙ булһа, тағы 15 минут өҫтәмә ваҡыт бирелә (овертайм). Беренсе овертаймда тачдаун йәки сейфти эшләп алған команда еңеүсе тип иғлан ителә. Тупҡа беренсе эйә булғандан һуң йәки туп икенсе командаға күскәндән һуң филд-гол булған осраҡта, икенсе команда беренсе эйә булыуында мәрәй алыу өсөн бер мөмкинлек ала. Икенсе команданың тачдауны был осраҡта уйынды тамамлай. Әгәр беренсе команда үҙенең эйә булыуында мәрәй ала алмаһа, ул саҡта икенсе командаға еңеү өсөн филд-гол һуғыуы ла етә. Әгәр һәр команда тупҡа берәр тапҡыр эйә булһа, иҫәп тигеҙ була һәм бер тачдаун да йәки сэйфти ла булмаһа, уйын беренсе йыйылған мәрәйҙәргә тиклем дауам итә. Даими чемпионат уйындарында өҫтәмә 15 минуттан һуң да иҫәптәр тигеҙ булһа, уйын бер яҡтың да еңмәүе менән тамамлана, плей-офф уйындарында өҫтәмә овертаймдар еңеүсе асыҡланғансы бирелә.
Уйын уйын моменттарынан тора. Һәр мәл башында туп алдағы уйын тамамланған урынға һалына (шул уҡ һыҙыҡҡа).
Тупҡа эйә булған команда дәғүәсенең мәрәйҙәр зонаһы юнәлешенә ҡарай 10 ярд алға тупты ебәреүгә 4 мөмкинлек ала. Һәр шундай мөмкинлек даун (ингл. down) тип атала. Әгәр һөжүм итеүсе команда 10 ярдты үтһә, ул артабанғы 10 ярдты үтеү өсөн тағы 4 мөмкинлек ала. Әгәр һөжүм итеүсе 4 мөмкинлектә 10 ярдты үтә алмаһа, туп дәғүәсе командаға күсә, өҫтәүенә ҡайҙа 4-се мөмкинлек туҡтаған, шул уҡ һыҙыҡта уйынды башлай. Матчты трасляциялаған ваҡытта 1st & 10 формулаларын күрһәтәләр, был, тимәк, беренсе мөмкинлек бирелә һәм 10 ярдты артабанғы мөмкинлектәргә тиклем үтер кәрәк тигәнде аңлата. Тупты күсерә торған ара 10 ярд кимәлендәй сылбыр менән тоташтырылған ике маркер ярҙамында үлсәнә. Судьялар маркерҙарҙы майҙандың ситтәге һыҙығына урынлаштыралар. Һәр тапҡыр, һөжүм итеүсе команда аҙаҡҡы маркерға тупты индереп ебәрһә, баштағы маркер туп булған һыҙыҡҡа күсерелә, ә отош беренсе мөмкинлектән башлана.
Уйын башынан һәм икенсе яртыһынан, шулай уҡ яулап алынған мәрәйҙәрҙең отоштарынан тыш, туп аяҡ араларынан артҡа ташлап бирелә, был снеп (snap) тип атала. Уйын башында ике команда бер-береһенә ҡаршы туп ятҡан һыҙыҡ буйына теҙелеп торалар. Төп уйынсы аяҡ араһынан тупты үҙенең командаһы уйынсыһына — квотербекка (ҡағиҙә булараҡ, команданың төп уйынсыһына, һөжүм итеүсегә) бирә.
Уйынсы тупты ике ысул менән ебәрә ала:
Әгәр түбәндәге ваҡиғаларҙың береһе булһа, уйын мәле тамамлана:
Команданың мәрәйҙәр эшләү ысулы түбәндәгесә:
Командаларҙың береһе мәрәй туплаһа, ул 35 ярдлы билдәнән тупты яланға һуғып сығарырға бурыслы. Әгәр сейфтиға юл ҡуйған команда, үҙенең 20-ярдлы һыҙығынан туп сығарып ике мәрәй алған командаға тупты кире ҡайтарһа, был сейфти ташлама булып тора. Туп ерҙән түгел, ә ҡулдан һуғыла, был ирекле һуғыу (ингл. free kick) тип атала.
Уйындың һәр яртыһы бер команданың 35 ярд билдәһенән — «кикоффтан» (ингл.kick off) дәғүәсенең мәрәйҙәр зонаһына ҡарай тупты тибеп ебәреүе менән башлана. Тупты тибеү мәрәйҙәр туплаған командаға тәғәйенләнә. Кикофф осрағында туп махсус аҫтаҡҡа урынлаштырыла, ул тупты вертикаль хәлдә тота, (ингл. kicker) киккер югереп килеп тупҡа тибә.
Әгәр һөжүм итеүсе команда 3 мөмкинлектә 10 ярдты үтә алмаһа, ғәҙәттә пант (ингл. punt) яһай — дүртенсе мөмкинлектә дәғүәсе яғына ҡарай тупҡа ҡулдан аяҡ менән тибә, был дәғүәсе команданы һөжүм итергә мәрәйҙәр зонаһынан мөмкин тиклем алыҫыраҡ башларға мәжбүр итә. Пант булған осраҡта команданың һуғыусыһы тупты артҡа ырғыта. Уны пантер (ингл. punter) тотоп ала һәм тупты майҙанға ҡулдан һуғып ебәрә.
Ике осраҡта ла тупты һуғыусы уйынсылар ике маҡсатты: мөмкин тиклем тупты алыҫҡа һуғыу һәм мөмкин тиклем туптың оҙаҡ осоп барыуын — күҙ уңында тоталар. Был уйын ваҡиғаһының маҡсаты урынды асыҡлау була. Туп ҡабул итеүсе команда ҡайһы урындан дәғүәсе яҡтың мәрәйҙәр зонаһына ҡарай үҙенең уйынын башлағанын билдәләп, ҡабул итеүсе команда, тупты тотоп, мәрәйҙәр зонаһы тапҡырына мөмкин тиклем яҡын торған һуғыусы командаға тапшырырға тырыша. Шул уҡ ваҡытта һуғыусы команда дәғүәсене мөмкин тиклем үҙенең мәрәйҙәр зонаһынан алыҫыраҡ туҡтатырға маташа. Шуның өсөн туптың оҙаҡ осоп барыуы һуғыусы команданың уйынсыларына дәғүәселәр эргәһенә мөмкин тиклем яҡын йүгереп килергә юл ҡуя.
Әгәр һуғылған туп мәрәйҙәр һыҙығы аша осоп сығып шунда ҡалһа, был тачбэк (ингл. touchback) тип атала. Был осраҡта ҡабул итеүсе команда хәрәкәтте дошмандың мәрәйҙәр зонаһына ҡарай үҙенең зонаһынан 25 ярдлы һыҙыҡтан башлай.
Филд гол (ингл. field goal) һуғырға маташыу — был өсөнсө ваҡиға, тупҡа аяҡ менән тибеү. Был осраҡта лонг -снэпер тупты артҡа ырғыта, һәм уны холдер (ингл. holder) тотоп ала. Холдерҙың бурысы — тупты ер өҫтөнә вертикаль ҡуйыу, ул, киккерға ҡапҡаларға һуғып ебәрергә уңайлы булһын өсөн, уны өҫтөнән ҡулы менән тотоп тора. Әгәр киккер сәпкә тейҙерһә, уның командаһы йә 3 мәрәй, йә 1 мәрәй ала (әгәр филд гол, өҫтәлмә мәрәй булараҡ, тачдаундан һуң һуғылһа). Хаталанған осраҡта, һөжүмгә дусар булған команда, дәғүәсенең мәрәйҙәр зонаһына ҡарай уңышһыҙ һуғыу урынынан күсә башлай. Тап ошо осраҡ һөжүм итеүсе командаға пант менән филд гол араһын һайлауҙы билдәләй. Киккерҙар филд голды 45-50 ярдтан ашып киткән аралыҡтан һуғыуға һирәк баҙнат итәләр.
Ҡағиҙәне боҙоу теге йәки был яҡҡа билдәле ярд һанына тупты күсереп ҡуйыу юлы менән язалана, отоштар шул уҡ мөмкинлектән яңынан уйнатыла. Шул уҡ ваҡытта һөжүм итеүсе команда автоматик рәүештә яңы 4 мөмкинлек ала, сөнки яза биреү тупты 10 ярдҡа йәки күберәккә шылдыра. Әгәр яза биреү тупты мәрәйҙәр зонаһына күсерһә, ундай яза мәрәйҙәр зонаһына тиклем араның яртыһы булған язаға алмаштырыла.
Ҡағиҙәне боҙоу тураһында судья майҙанға һары флагты ташлап сигнал бирә. Зыян күргән команда язаны ҡабул итә йәки кире ҡаға ала. Яза һөҙөмтәһендә зыян күргән команда өҫтөнлөк алһа, ғәҙәттә, яза кире ҡағыла. (мәҫәлән, һөжүм итеүсе команда тачдаун эшләп алһа, әммә был осраҡта отош мәлендә офсайд теркәлһә).
Иң йыш осраусы етешһеҙлектәр:
Һөжүм итеүсе команда тип тупҡа эйә булыусы һәм отош уйынын башлаусы команда атала.
Һөжүм командаһы квотербектан (ингл. quarterback), һөжүм итеүсе лайнмендарҙан (ингл. offensive linemen), тайт-энд (ингл. tight end), бек (ингл. backs) һәм ресиверҙан (ингл. receivers) тора.
Һөжүм итеүсе команда тупты алға ебәреү өсөн үҙенең бөтә көслө яҡтарын файҙаланырға тырыша. Команда көслө раннибектары менән тупты ер өҫтөнән шылдырыуҙы хуп күрә. Команда көслө ресиверҙары һәм квотербегы менән тупты һауанан күберәк бирә. Ғәҙәттә, һөжүм итеүсе команда, дәғүәсе отош төрөн алдан һиҙмәһен һәм әҙерләнеп тормаһын өсөн, отош төрҙәрен үҙгәртергә тырыша. Һөжүм итеүсе команда ситуацияға бәйле төрлө баштағы ҡуйылыштар ҡуллана. Ҡайһы бер баштағы ҡуйылыштар сығарып ебәреү уйыны өсөн, ҡайһылары пас уйыны өсөн ярай. Әгәр тупты алыҫ араға шылдырырға кәрәк булһа, команда күберәк ресиверҙарын майҙанға сығара ала, йәки алыҫ булмаған араға талап ителһә, күберәк йүгереүсе уйынсыларын сығара, был мәрәйҙәр зонаһы эргәһендә тачдаун эшләп алырға мөмкинлек бирә.
Һөжүм ваҡытында уйындың төп ҡағиҙәләре:
Һаҡлаусы команда отош уйыны башында тупҡа эйә булмай.
Һөжүм командаһынан айырмалы рәүештә, һаҡлаусы командаһы уйынсыларының майҙандағы ҡуйылышы ҡағиҙәләр менән сикләнмәгән. Берҙән-бер сикләү — бөтә уйынсылар ҙа отош уйыны башында туп торған һыҙыҡтан (алыш һыҙығы) үҙ яғында булырға тейеш. Күп командалар үҙ ҡуйылышына һаҡлағыс лайнмендар һыҙығын индерә, ул һаҡлағыс тэклдарҙан һәм эндтарҙан, лайнбекерҙар һәм сэкондари һыҙығынан — конербектарҙан һәм сейфтинан тора.
Һаҡланыусы команда, һөжүм кимәлен алдан белергә теләп, иң яйлы һаҡланыу схемаһын һайлай. Ғәҙәттә схемалар түбәндәге элементтарҙы үҙ эсенә ала:
Һаҡлауҙың төп ҡағиҙәләре:
Отош башы ваҡытында, дүртенсе мөмкинлектә, һөжүм итеүсе команда тупты сығарғанда, мөмкинлектәрҙә гол индергәндә йәки тачдаундан һуң өҫтәлмә мәрәйҙәр алғанда аяҡ менән тибеп башҡарған был уйынсыларҙы махсус команда уйынсылары тип атайҙар. Махсус команданың күп уйынсылары — һөжүм итеүҙең йәки һаҡлауҙың башҡа позициялары өсөн запастағы уйынсылары.
Махсус командала ҡатнашыусы айырым уйынсылар:
Махсус отош уйынында һуғыусы уйынсылар (холдер менән кикер йәки пантер) һөжүм итеү һыҙығынан байтаҡ ҙур арала урынлаша, был һаҡлаусы уйынсыларға һуғыуҙы ҡамасауларға мөмкинлек бирмәй. Алыҫта урынлашҡан снеппер был ваҡытта тупты аяҡ араларынан көслө итеп һуғып ебәрә.
Башланғыс отоштағы төп ҡағиҙәләр
Башланғыс отоштоң төп ҡағиҙәләре:
Тупты ҡулдан һуғыуҙың төп ҡағиҙәләре — панте:
Тәү ҡарашҡа америка футболы тулыһынса уйынсыларҙың физик параметрҙары бәйле һымаҡ күренә. Ә ысынында футболда стратегия мөһим ролде уйнай. Команданың тренерҙары көслө һәм көсһөҙ яҡтарҙы күҙ уңында тоторға, тышҡы факторҙарҙы, мәҫәлән, һауа торошон, уйын барасаҡ урынды, майҙандағы хәлдәрҙе баһалай белергә тейеш. Был мәғлүмәттәр нигеҙендә тренерҙар уйын стратегияһын планлаштыра, һәм уйынсыларҙың бурысы булып ошо стратегияны тайпылышһыҙ үтәү тора. Һәр уйынсы, майҙанда ниндәй позицияла тороуына ҡарамаҫтан, командаһының стратегияларын яҡшы белергә һәм дәғүәсе команданың стратегияларына яуап бирә белергә тейешле.
Һөжүм стратегияһын планлаштырғанда, тренерҙар үҙ һөжүм итеүсе командаһының көслө яҡтарын арттырырға һәм башҡа күп факторҙарҙы иҫәпкә алып, дәғүәсе команданың көсһөҙ яҡтарын файҙаланырға тырыша. Дөйөм алғанда, тупты ҡулда тотоп уйнаған отоштар ышаныслы булып һанала, ә тупты биреү хәүефлерәк, сөнки был осраҡта һаҡлаусылар яғынан тупты эләктереп алыу мөмкинлеге арта. Икенсе яҡтан, тупты уңышлы һуғып биреү, ҡағиҙә булараҡ, туп менән йүгереп үтеүгә ҡарағанда, тупты алыҫҡа ебәрә.
Һөжүм итеүсе команда, һаҡланыусы командаға бер схемаға ҡаршы уңышлы һаҡланып, һөжүмгә ҡамасау яһауына мөмкинлек бирмәҫ өсөн, ике төр һөжүм араһында баланс табырға тырыша. Йыш ҡына һөжүм итеүсе команда йүгергән булып, шул уҡ ваҡытта пас бирешеп, йәки, киреһенсә, тупты биреүгә ялған хәрәкәттәр яһап, тупты ерҙән үткәреп ебәрергә тырыша.
Уйын барышында һөжүм итеүсе команда өҫтөнлөк алыу өсөн, отоштар төрөн үҙгәртергә тырыша. Ғәҙәткә ингән стратегия — беренсе мөмкинлектә туп менән күберәк йүгереү (даун), ә беренсе мөмкинлектән һуң тороп ҡалған ярдтарға бәйле һөжүм төрөн һайлау. Заманса һәм баҫҡынсыл стратегия — Көнбайыш яр буйы Һөжүме (West Coast offense), тип атала, сөнки беренсе булып АҠШ-тың көнбайыш яры буйы уйынсылары ҡулланған, беренсе мөмкинлектә уртаса һәм ҡыҫҡа пас, ә беренсе мөмкинлектән һуң һөжүм төрөн һайлау тороп ҡалған ярдтарҙан тора.
Ҡайһы бер командалар ғәҙәттә, йырып сығыуға һәләтле булған бер йәки бер нисә тейлбекка эйә булып, туп менән шәп йүгереүгә таяна. Ҡайһылары нигеҙҙә пас уйынына иҫәп тотоп, көслө квотербек һәм ресиверҙарға таяна.
Ямғыр, ел, һалҡын һауа торошо кеүек һауа шарттары пас уйынына ныҡ ҡамасаулай һәм һөжүм итеүсе команданы туп менән йүгереүгә мәжбүр итә.
Отош уйындарының нәҡ тренер уйлағанса башҡарылыуы команданың махсус «Отоштар китабына» теркәлә. Уйынсылар бөтә отоштарҙы ятлап алалар һәм уларҙың номерҙарын йәки шартлы атамаларын ғына ҡулланалар.
Һаҡлауҙа команда дошман стратегияһын билдәләргә һәм иң яҡшы һаҡлауҙы ҡуйырға тырыша. Һаҡлау күберәк консерватив уйнай ала: артҡа сигенә, пасты эләктерә йәки кире ҡаға, йәки баҫҡынсыл рәүештә күп һанлы уйынсылар менән квотербекка һөжүм итә, тылдарҙы асыҡ ҡалдыра.
Һөжүм уйынсылары һәмаҡ, һаҡлау уйынсылары ла квотербекка һөжүмде үҙгәртергә мәжбүр итеп, бер схема буйынса ҡыланып, икенсе схема буйынса уйнай.
Һаҡлау һөжүмгә һөҙөмтәлерәк ҡаршы тороу схемаһын һайларға тырыша (зона, шәхси, йәки блиц). Шулай уҡ һаҡлау уйындағы ситуацияларға бәйле, майҙандағы уйынсылар тибын әүҙем үҙгәртә, мәҫәлән, әгәр һөжүм итеүсе команда уйынға күберәк ресиверҙар сығарһа, һаҡлаусы команда күберәк һаҡлаусы бектарҙы сығара.
Америка футболы АҠШ -та иң танылған спорт төрө, телевизор экрандары янына миллионлап тамашасы йыя. Һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, америка футболы АҠШ халҡы араһында 1972 йылдан алып яртаҡан спорт төрө булып һанала, был күрһәткес буйынса ул тәүге тапҡыр бейсболды үтеп китә.
Милли футбол лигаһының телевизион матч рейтингы Төньяҡ Америка спорт лигаларына ҡарағанда юғары. Супер Боул көнөндә — НФЛ-да миҙгелдең хәл иткес матчын АҠШ-та 100 миллионға яҡын кеше ҡарай.
АҠШ-та һөнәри булмаған студенттар футболы ла шулай уҡ киң танылған. Дүрт университет стадионы АҠШ -та 100 мең кешене һыйҙыра, һәм һәр ваҡыт ул шығырым тулы була. Хатта оло синыф уҡыусылары араһында үткән уйындар ҙа йыш ҡына 10 меңдән ашыу тамашасыны йыя..
Төньяҡ Америка сиктәрендә америка футболы бик үҫешмәгән. 64 милли федерацияларҙың көн итеүенә ҡарамаҫтан, америка футболы тик 7-8 илдә генә юғары кимәлдә үҫешкән. АҠШ-тан башҡа был Канада, Мексика, Япония, Германия, Франция, Австрия һәм Швеция. Әммә был илдәр ҙә америка футболының үҫеше, спортсыларҙың һәм стадиондарҙың һаны буйынса АҠШ -тан күпкә ҡалыша.
Канада футбол лигаһында, мәҫәлән, канада футболының ҡағиҙәләре һәм тактикаһы америка футболы ҡағиҙәләренә һәм тактикаһына оҡшаш, әммә һиҙелерлек айырмалар уйын стратегияһын үҙгәртә. Мәҫәлән:
Америка футболы —йәрәхәт ала торған спорт төрө. Бигерәк тә күп тапҡыр башҡа йәрәхәт алыу ҡурҡыныс тыуҙыра. Был ҡатнашыусыларҙың уйын ваҡытында баштары менән төкөшкән саҡта килеп сыға, аҙаҡ имгәнеүҙәр тупланма эффектҡа эйә булып, хроник имгәнеү энцефалопатияһына әйләнә һәм һөҙөмтәлә ваҡытынан алда үлемгә килтерә[6].
Американский футбол Викимилектә | |
Американский футбол Викияңылыҡтарҙа |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Америка футболы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.