Босния Һәм Герцеговина

Босния һәм Герцеговина — Европалағы дәүләт.

Халҡы — 3 511 372 кеше (30 июнь 2016). Майҙаны — 51,2 мең км². Төньяҡта, көнбайышта һәм көньяҡта — Хорватия, көнсығышта — Сербия, көньяҡ-көнсығышта Черногория менән сиктәш. Көньяҡ-көнбайышта Адриатик диңгеҙгә сығыу урыны бар (яр буйы һыҙаты яҡынса 20 км). Дәүләт телдәре: босний, серб һәм хорват. Баш ҡалаһы — Сараево ҡалаһы.

Бо́сния һәм Герцего́вина
Bosna i Hercegovina
Босна и Херцеговина
Босния Һәм Герцеговина Босния һәм Герцеговинаның гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Гимн: «Интермецо»
Босния Һәм Герцеговина
Үҙаллылыҡ датаһы 5 апрель 1992Югославиянан)
Рәсми телдәр серб-хорват теленең босния диалекты, хорват, серб
Баш ҡала Сараево
Эре ҡалалар Сараево, Баня-Лука, Тузла, Мостар, Зеница
Верховный представитель
Члены Президиума


Председатель Совета министров
Председатель Конст. Суда
Валентин Инцко
Младен Иванић
Бакир Изетбегович
Драган Човић
Денис Звиздић
Валерия Галич
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
128
51 197 км²
10
Халыҡ
• Һаны (2011)
• Перепись (1991)
• Халыҡ тығыҙлығы

3 839 737 чел. (120)
4 377 033 чел.
90 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2009)
  • Бер кешегә

32,59 млрд долл. (105)
7,064 долл.
ИЧР (2013) 0,735 (высокий) (81 урын)
Этнохороним босниец, боснийка, боснийҙар
Валюта Конвертлы марка (BAM,код 977)
Интернет-домен .ba
Код ISO BA
МОК коды BIH
Телефон коды +387
Сәғәт бүлкәте +1

Парламент республикаһы, Босния һәм Герцеговина Федерацияһынан, Серб Республикаһынан һәм Брчко округынан тора. 1992 йылдан — БМО ағзаһы. 2016 йылдың февралендә ил Европа берлегенә инеү өсөн ғариза бирә.

2010 йылда Босния һәм Герцеговина НАТО-ға инеү буйынса ғәмәлдәр планын алды.

Югославия составында булған саҡта Босния һәм Герцеговина иң ярлы республика була, хәҙер — Европалағы бик юғары эшһеҙлек кимәле менән иң ярлы илдәрҙең береһе. Төп тышҡы сауҙа партнерҙары — Евросоюз илдәре. Аҡса берәмеге — конверсиялана торған марка.

Босния дәүләте X—XI быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Ил хакимдары католицизм динендә булалар, халыҡтың киң ҡатламдары Босния сиркәүе юлында булалар XIV быуатта Сербия һәм Хорватия ерҙәрен ҡушып алғас, Босния бик ҙур территорияға эйә була. 1463 йылда илде төрөктәр баҫып ала, Ғосман империяһы дәүерендә халыҡтың күпселек өлөшө ислам динен ҡабул итә. 1878—1918 йылдарҙа — Австро-Венгрия, 1918—1992 — Югославия составында. Босния һуғышы тамамланғандан һуң, 1995 йылғы Дейтон килешеүе буйынса, хәҙерге атамаһына һәм конституцион ҡоролошона эйә була.

Этимиология

Босния Һәм Герцеговина 
Босна йылғаһы

Илдең исеме тарихи өлкәләрҙе билдәләүсе һүҙҙәрҙән тора: Босния һәм Герцеговина. Аббревиатурҙа - БиГ ҡулланыла. Константин Барянородтың "Империя менән идара итеү тураһында"ғы тарихи документта ("Босона") исемле Босния тәүгә тапҡыр телгә алына. "Босния" топонимы славян сығышлы тип фараз ителә; Босна йылғаһы ярҙарында Босния дәүләте барлыҡҡа килгән. Герцеговинаның исеме венгрсә herceg - "воевода" тигәнде аңлата. Тарихи яҡтан 1448 йылда воевода йәки герцог исемен алған Степан Вукчичем менән бәйле. ' Изге Саввтар уны шунан һуң урта быуат өлкәһе Хум биләүе Герцегова тип йөрөтә башлаған. Төрөк хакимлығы заманында Герцеговина исеме Хум (тур. Hersek Sancaдж) ерҙәренә беркетелә. 1833 йылда Герцеговина Босниялағы сыуалыш ваҡығаларынан һуң (18) үҙ аллы административ берәмеккә бүленгән. 1878 йылда Берлин трататына ярашлы Босния һәм Герцеговина Австро-Венгрияға бойһона һәм 1908 йылда Австрияның һәм Венгрияның идаралығы аҫтында империя составына инә. 1910 йылда Босния һәм Герцеговина конституцияһы ҡабул ителә. Австро-Венгрия тарафынан Боснияны аннексиялау Босния кризисына сәбәпсе була.

Югославия тарҡалғандан һуң, 1992-1997 йылдарҙа дәүләттең рәсми атамаһы "Босния һәм Герцеговина Республикаһы" тип атала. 1995 йылғы Дейтон килешеүенән һәм яңы конституцияны ҡабул иткәндән һуң рәсми исем "Босния һәм Герцеговина" тип үҙгәртелде.

Тарихы

Босния һәм Герцеговина XII быуатҡа тиклем

Босния Һәм Герцеговина 
Герцоговинала Иллирий Даорсона[en] ҡалаһы емеректәре

Босния һәм Герцеговина ерендә палеолит осоронда неандертальдар йәшәгән. Бронза быуатта иллирий ҡәюәиләләре күсеп ултыра. Б.Э.Т IV быуатта кельт ҡәбиләләре килеп күп һанлы иллирай ҡәбиләләре менән ҡушыла. I быуаттан алып — Боронғо Рим хакимлығы аҫтында: Үрге, Түбәнге Паннония һәм Далмация провинциялары составында. VI быуаттан - Византия составында. VI-VII быуаттарҙа сербтар килеп ултыра. Босния ҡәбилә булараҡ X быуатта телгә алына.

Византия императоры Константин Багрянород мәғлүмәттәре буйынса, VII быуаттың 1-се яртыһында Балканда сербтар килеп ултыра. Они заняли территории современных Сербии, Черногории, Боснии и Герцеговины и части Хорватии. После переселения на Балканский полуостров первыми территориальными объединениями у сербов, как и у большинства южных славян, были жупы. Улар хәҙерге Сербия, Черногория, Босния һәм Герцеговина территорияһында йәшәй. Балҡан ярымутрауына күсерелгәндән һуң, сербтарҙың күпселек көньяҡ славяндарҙыҡы кеүек үк, жуп тигән тәүге территориаль берләшмәһе булған, а между реками Дрина и Босна — Босния. Иллириктар славянлар тарафынан ассимиляцияланған һәм тау райондарына күсенгән[24]. Күпмелер ваҡыт үткәс, сербтар Балканға күскәндән һуң, бер нисә эре эре общинаға берләшә, һуңынан улар дәүләт берәмектәре булып әйерелә. Цетина һәм Неретва йылғалары араһында тизандар Пагания тип исемләнгән яҡын утрауҙар булған Нереталь кенәзлеге урынлашҡан булған. Неретвой һәм Дубровник араһында өлкә Захумье тип аталған. Дубровниктан Которский ҡултығына тиклем ерҙе Травуния һәм Кановлек биләгән. Бояне йылғаһына тиклем көньяҡтараҡ Дукль тип йөрөтөлгән ер булған. Сава, Врбас һәм Ибар йылғалары араһында Ракша урынлашҡан. Дрина һәм Босна йылғалары араһында — Босния урынлашҡан. Сербия кенәзе Часлава Клонимир улы һәләк булғандан һуң Босния уның державаһынан сыға. 1018 йылда ул Византия хакимлығы аҫтында була. XII быуат башында Босния өлөшө һуғыштар һөҙөмтәһендә Венгрия составына инә. Венгр короле ramae rex(Рама короле, йәғни Босния) титулын ала, сөнки дәүләт күбеһенсә Рама йылғаһы үҙәнендә ятан. Венгрияның короле наместниктар - Босния менән идара итеү өсөн бандар тәғәйенләп ҡуя.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Tags:

Босния Һәм Герцеговина ЭтимиологияБосния Һәм Герцеговина ТарихыБосния Һәм Герцеговина Шулай уҡ ҡарағыҙБосния Һәм Герцеговина ИҫкәрмәләрБосния Һәм Герцеговина ҺылтанмаларБосния Һәм ГерцеговинаАдриатик диңгеҙЕвропаСараевоСербияХорватияЧерногория

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Адольф ГитлерРәсәй ФедерацияһыҠорама тегеүҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүҒөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙыИвритРИА НовостиӘбүғәлисинаСаспаев Аман2 мартХәбиров Фәрит Барый улыСафин Абдулхәй Сафа (Сафиулла) улыАмерика Ҡушма ШтаттарыБорғандаҡСиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улыШәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙыПунтлендЙөҙ йыллыҡ һуғышАҙнайШвецияШүлгәнташХәкимов Кәрим Әбдрәүеф улыБашҡорт теленең морфологияһыЕйәнсура районыКейекбаев Жәлил Ғиниәт улыИнтернетЭтЙылғаҒилмани СадуакасWindowsВикикитапханаАяҡ табаныБеренсе донъя һуғышыЗәңгәр күл (Ҡырмыҫҡалы районы)Биологик систематикаАлиев Илһам Гейдар оғлыБактерияларВикипедия22 апрельБаш битISO 4217Батицкий Павел ФёдоровичҠалҡаман-Тишек мәмерйәһеӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыСабитов Нариман Ғиләжетдин улыӘрмәнстанХисаметдинова Рәмзилә Миндеғәли ҡыҙыБикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улыТөп башҡорт һүҙҙәре1873 йылАҡмуллаУҡФинанстарЭнциклопедияМәмбәт (Хәйбулла районы)Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрыҠаҙ өмәһе🡆 More