Висмут

Висмут (лат. Bismuthum, Wismatum, Bi) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 15-се төркөм элементы.

Тәртип номеры — 83. Атом номеры 83.Ябай матдә нормаль шарттарҙа көмөшһыу ялтырауыҡлы, алһыуыраҡ төҫмөрлө металл.

Висмут
ингл. Bismuth
Рәсем
Масса 208,9804 ± 1,0E−5 массаның атом берәмеге
Элемент символы Bi
Химик формула Bi
Каноническая формула SMILES [Bi]
Атом һаны 83
Электр кирелеге 2,02
Ионный радиус 0,96 ангстрем, 1,03 ангстрем, 1,17 ангстрем һәм 0,76 ангстрем
Кристаллик система тригональная сингония[d]
Применяется для лечения бактериальная инфекция[d], Шигеллёз[d], коли-инфекция[d], peripheral vascular disease[d] һәм вирусная инфекция[d]
Висмут Висмут Викимилектә

Символы

Висмут элементының символы — Bi (Висмут (20 быуат уртаһынаса — Бисмут) тип уҡыла).

Тарихы һәм атаманың килеп сығышы

Латинса Bismuthum йәки немец телендәге Masse weisse, «аҡ масса» тигәндән килеп сыҡҡан тип фараз ителә.

Висмут Европала ғына ҡулланылып ҡалмай. Инкалар һалҡын ҡорал эшләү процесында ҡулланғандар, ул матур ялтырауыҡ төҫ биргән, сөнки висмут оксиды шундай сифаттарға эйә.

Әммә висмутты үҙ аллы элемент тип һанамағандар, уны ҡурғаш, һөрмә йәки аҡ ҡурғаштың бер төрө булып тора тип уйлағандар. 1546 йылда висмут тураһында немец минералогы һәм металлургы Георгиус Агрикола тарафынан беренсе тапҡыр телгә алына. 1739 йылда немец химигы И. Г. Потт висмут шулай ҙа айырым химик элемент икәнен асыҡлай. 80 йылдан швед химигы Берцелиус химик элементтар исемлегенә беренсе тапҡыр Bi символын индергән.

Тәбиғәттә

Ер ҡабығында массаһы буйынса висмут йөкмәткеһе — 2·10−5 % , диңгеҙ һыуында — 2·10−5 мг/л.

Висмут мәғдәндәрендә висмут 1%-тан юғары булыуы һирәк осрай. Ундай мәғдәндәр составына ингән висмут минералдары — самородок висмут (98,5 —99 % Bi), висмутин Bi2'S3 (81,30 % Bi), тетрадимит Bi2Te2'S (56,3—59,3 % Bi), козалит Pb2Bi2'S5 (42 % Bi), бисмит Bi2O3 (89,7 % Bi), бисмутит Bi2CO3(OH)4 (88,5—91,5 % Bi), виттихенит Cu3BiS3, галеновисмутит PbBi2'S4, айкинит CuPbBiS3.

Висмутты сығарыу һәм ҡулланыу

Висмут — ярайһы һирәк металл, һәм уны сығарыу/ҡулланыу йылына 6000 тоннанан бик артмай (йылына 5800-ҙән 6400 тоннаға тиклем).

Билдәле булған висмут ятҡылыҡтары Германия, Монголия, Боливия, Австралия, Перу дәүләттәрендә, Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Висмут етештереү буйынса илдәр исемлеге

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Чиркин В. С. Теплофизические свойства материалов. — Государственное издательство физико-математической литературы, 1959. — С. 187—192. — 356 с.
  • Висмут// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 5-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

Tags:

Висмут СимволыВисмут Тарихы һәм атаманың килеп сығышыВисмут ТәбиғәттәВисмут Шулай уҡ ҡарағыҙВисмут ИҫкәрмәләрВисмут ӘҙәбиәтВисмут ҺылтанмаларВисмутЛатин телеМенделеевтың периодик таблицаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ырыҫҡужина Рәзилә Ишбулды ҡыҙыТөркиәМоллюскыларБорғандаҡӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыҒафаров Искәндәр Алмас улыҒарипов Рәми Йәғәфәр улы21 июльҺаулыҡУкраинаЮҡтырһың да, Алла!Шүлгәнташ ҡурсаулығыҠобайыр23 апрельШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанМөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улыСанкт-ПетербургВикипедияДәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙыШиғриәтҠаҙ өмәһеХәбиров Фәрит Барый улыҮтәбаев Әхмәр Ғүмәр улыПилотһыҙ осоу аппаратыЙәнәшәлекЭлизия (тел белеме)Баш битАсы (шифахана)ПарантроптарСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Буркина-ФасоИнтернетРәсәй Федерацияһының социаль картаһыПутин Владимир ВладимировичЕңеү көнөБашҡорт ир-ат исемдәреАмерика Ҡушма ШтаттарыБашҡорт теленең морфологияһыҒәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улыҺүҙ төркөмдәреИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улыГлобаль йылыныуДионис театрыЯмалетдинов Мәүлит Байгилде улы2020 йыл15 апрельИсхаҡов Ришат Сәлмән улыӘкиәтИкенсе донъя һуғышыФилиппинБалтас районыЭякуляцияВикикитапханаМетаболизмАбдуллин Азат Хаммат улыГамеланХәтирәләр (Әхмәтзәки Вәлиди)Салауат ЮлаевXMLПольшаӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыАлиев Илһам Гейдар оғлыБөрйән районы мәмерйәләре🡆 More