Смоленск: Рәсәйҙәге ҡала

Смоленск (рус. Смоленск) — Рәсәйҙең көнбайышындағы ҡала, Смоленск өлкәһенең административ, сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәге.

Рәсәйҙең иң боронғо ҡалаларының береһе (йылъяҙмаларҙа тәүге тапҡыр 863 йылдарҙа телгә алына). «Герой-ҡала» маҡтаулы исемен йөрөтә (1985 йылдың 6 майынан). Ленин ордены һәм Беренсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бүләкләнә.

Ҡала
Смоленск
Смоленск: Этимологияһы, Географияһы, Сәғәт бүлкәте
Флаг Герб[d]
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Смоленск өлкәһе

Ҡала округы

Смоленск ҡала округы

Координаталар

HGЯO

Эске бүленеш

3 район

Башлыҡ

мэр

    В. А. Соваренко
Беренсе мәртәбә телгә алынған

863

Майҙаны

166,35 км²

Бейеклеге

242 м

Климат тибы

умеренно-континентальный

Халҡы

329 853 кеше (2017)

Тығыҙлығы

1982,89 кеше/км²

Конфессиональ составы

православ христиандар

Этнохороним

смоленсклы

Телефон коды

+7 4812

Почта индексы

214XXX

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

67

ОКАТО коды

66 401

ОКТМО коды

66 701 000 001

ГКГН номеры

0010355

Рәсми сайт

smoladmin.ru
 (рус.) (инг.)

бүләктәр

Герой-ҡала — 1985 Ленин ордены  — 1983 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1966 год)

Смоленск (Рәсәй)
Смоленск
Смоленск
Смоленск (Смоленск өлкәһе)
Смоленск

Рәсәй тарихында «ҡалҡан ҡала», «Рәсәй ҡалҡаны» һәм «асҡыс ҡала» булараҡ билдәле, ул күп быуаттар дауамында Мәскәүҙе ышаныслы һаҡлаусы булып тора, уны Европа илдәре һөжүменән һаҡлай. Фетнәле ваҡытта Смоленск халҡының батырлығы һәм фиҙакәрлеге арҡаһында Речь Посполитая короле Сигизмунд III-нең күп һанлы армияһы туҡтатыла. 20 ай буйы ҡәлғәлә ҡамауҙа ҡалған Смоленск халҡының ныҡышмалылығы һәм илһөйәрлеге сауҙагәр Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Пожарский етәкселегендәге Икенсе халыҡ ополчениеһының поляк-литва интервенттары оккупацияһына ҡаршы ихтилалға күтәрелеү өсөн өлгө булып тора.

Ҡала Мәскәүҙән көнбайышҡа табан 378 км (автомобиль юлы буйынса — 410 км) алыҫлыҡта, Днепрҙың үрге ағымында урынлашҡан. Мәскәүҙән иң алыҫ административ үҙәк булып тора, баш ҡала төбәге менән туранан-тура сиктәш. Мәскәүҙән Белоруссияға, Балтик буйы илдәренә, Үҙәк һәм Көнбайыш Европа илдәренә барған маршруттарҙа урынлашҡан. Ҡала көнбайыштан көнсығышҡа табан 25 км һәм төньяҡтан көньяҡҡа 15 км һуҙылған. Уның территорияһы 166,35 км². Халҡы — 312 896 кеше (2023 йыл).

Этимологияһы

Ҡала атамаһының килеп сығышына ҡарата бер нисә версия бар. Бер версия буйынса, ул Смольня йылғаһы исеменә йәки смоляндар этнонимына ҡарай. Иҫке славян һүҙе смоль ҡара тупраҡ тигәнде аңлата; поляк тел белгесе Станислав Роспонд буйынса ҡаланың исемен славян тамырлы. Тел белгесе О. Н. Трубачев фекеренсә, смолян ҡәбиләһе Дунай ерҙәренән күсенгән.

Икенсе версия. Ҡала халҡы ыҫмала рус. смола ҡайнатыу (ағыҙыу) менән шөғөлләнгән. Ыҫмала ҡайнатыуҙың төп продукты булараҡ ыҫмала кәмәләрҙе кибеүҙән һәм сереүҙән һаҡлау маҡсатында ҡулланылған. Ҡала эргәһендә урынлашҡан ҡарағай урмандары кәмә эшләү һәм ыҫмала етештереү өсөн мөмкинлек бирә. Ыҫмала етештергән ерҙәрҙә йәшәгән кешеләрҙе смоляндар тип йөрөтәләр, ә улар йәшәгән төп урын Смоленск тип атала башлай. Ошондай уҡ һөнәр кешеләре Смоленскиға йәнәш торған башҡа урындарҙа ла урынлашҡан булған. Быны Смоляки, Смоляни, Смолково, Смолка, Смолики, Смолики, Смоли кеүек ауылдарҙың исемдәре дәлилләй.

Ҡайһы бер археологтар Гнездово ауылын Смоленскиҙың тәүге урыны тип һанай. Был атама һуңыраҡ Смоленск тип үҙгәртелә.

Географияһы

Географик урынлашыуы

Смоленск Смоленск-Мәскәү ҡалҡыулығының көнбайыш өлөшө булған Смоленск ҡалҡыулығында һәм Смоленск өлкәһенең Сычев районы Бочарово ауылынан башланғанан Үрге Днепрҙың ике ярында ла урынлашҡан.

Ҡала биләмәһе рельефын күп һанлы тәрән йырындар һәм Днепрға ағып төшкән йылғалар һәм шишмә үҙәндәре йырғылаған. Бейек йырын һәм ҡаялар, ҡалҡыулыҡтар һәм тауҙарҙың бейеклеге 90 метрға етә. Ҡала «7 ҡалҡыулыҡта» ята тип иҫәпләнә.

Йылға ҡаланы ике өлөшкә бүлә, улар өс күпер менән тоташҡан.

Климаты

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек
Абсолют максимум, °C {{{Янв_а_макс}}} 9,0 17,5 28,0 30,2 31,2 34,5 37,2 29,5 24,8 14,6 9,0
Уртаса максимум, °C {{{Янв_ср_макс}}} −3,4 2,1 11,2 18,0 21,0 23,1 21,7 15,8 9,0 1,3 −2,8
Уртаса температура, °C {{{Янв_ср}}} −6,4 −1,4 6,3 12,5 15,8 17,8 16,3 10,9 5,3 −0,9 −5,1
Уртаса минимум, °C {{{Янв_ср_мин}}} −9,6 −4,9 1,9 7,3 10,9 12,9 11,5 6,7 2,2 −3,2 −7,6
Абсолют минимум, °C {{{Янв_а_мин}}} −36,8 −28,1 −19,8 −5,4 −0,7 4,4 0,3 −4,4 −12,8 −24,8 −35,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм {{{Янв_ср_осад}}} 42 42 38 61 87 90 85 70 66 58 51
Сығанаҡ: Погода и климат

Сәғәт бүлкәте

Смоленск Мәскәү ваҡыты сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан (Мәскәү ваҡыты). UTC-ҡа ҡарата +3:00. Ҡулланылған ваҡытҡа һәм географик оҙонлоҡҡа ярашлы, Смоленскиҙа ҡояштың уртаса төш ваҡыты 12:52 сәғәттә була.

Тарихы

Рәсми символдары

    Герб
Смоленск: Этимологияһы, Географияһы, Сәғәт бүлкәте 
Смоленск гербы. Хәҙерге вариант

Смоленск ҡалаһының хәҙерге гербы Смоленск ҡала депутаттар советының 2001 йылдың 27 апрелендәге ҡарары менән раҫлана. Гербта гамаюн (ҡош) һүрәтләнгән.

    Флаг

Тура мөйөшлө ҡыҙыл туҡымала Гамаюн ҡошо менән пушка урынлашҡан. Флаг туҡымаһын алтын (һары) суҡ уратырға мөмкин.

    Смоленск гимны

Смоленск гимны һүҙҙәренең авторы — Алексей Бодренков, музыкаһын Иван Трушкин яҙған, хор һәм оркестр өсөн аранжировканы Николай Писаренко эшләгән.

Хылҡының иҫәбе

Халыҡ иҫәбе
18111840185618631897191319141923192619311939
12 40011 000920023 10047 00073 10074 10063 70079 00086 500156 884
19561959196219671970197319751976197919821985
131 000147 196164 000196 000210 779234 000279 000279 000276 402316 000327 000
19861989199019911992199319941995199619971998
334 000341 483343 000347 000349 000349 000350 000352 000353 000353 000353 000
19992000200120022003200420052006200720082009
353 000350 000347 600325 137325 100322 000319 300317 900317 700316 500315 588
2010201120122013201420152016
326 861326 600329 944330 970330 961330 049328 906



2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 59 Рәсәй Федерацияһының 1112 ҡалаһы араһында 375-се урында була

Иҡтисады

Сәнәғәт Смоленскиҙың хужалыҡ эшмәкәрлегендә төп урынды алып тора. 2022 йылда етештереүҙең ыңғай тенденцияһы күҙәтелә: Смоленск ҡала округында сәнәғәт етештереүенең физик күләме 2021 йыл кимәле менән сағыштырғанда 118,7 % тәшкил итә.

Энергетикаһы

  • Беренсе Смоленск ТЭЦ-ына — 1933 йылда нигеҙ һалына;
  • Икенсе Смоленс ТЭЦ-ы — 1973 йылдың 13 ғинуарынан эшләй.

Мәғариф

Смоленскиҙа 137-гә яҡын уҡыу йорто бар. Киске мәктәптәр, шулай уҡ Кирилл һәм Мефодий исемендәге өлкә лицейы эшләй.

Юғары уҡыу йорттары

Смоленск: Этимологияһы, Географияһы, Сәғәт бүлкәте 
Смоленск дәүләт университеты
Смоленск: Этимологияһы, Географияһы, Сәғәт бүлкәте 
Физик культура, спорт һәм туризм академияһы
Смоленск: Этимологияһы, Географияһы, Сәғәт бүлкәте 
Смоленскиҙа Мәскәү энергетика институтының Милли тикшеренеү университеты филиалы

Дәүләткә ҡараған:

  • Смоленск дәүләт университеты
  • Смоленск дәүләт медицина университеты
  • Смоленск дәүләт академияһы
  • Смоленск дәүләт ауыл хужалығы академияһы
  • Смоленск дәүләт физик культура, спорт һәм туризм академияһы (элекке Смоленск дәүләт физик культура институты)
  • Советтар Союзы маршалы А. М. Васильевский исемендәге Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Хәрби һауа һөжүменә ҡаршы оборона академияһы (элекке Смоленск юғары зенит ракета-инженер училищеһы)
  • Смоленск дәүләт сәнғәт институты

Дәүләткә ҡарамаған:

  • Смоленск эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ институты
  • Смоленск православие дини семинарияһы

Ғилми-тикшеренеү учреждениелары

Смоленск ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты

Транспорты

Смоленск: Этимологияһы, Географияһы, Сәғәт бүлкәте 
Смоленск троллейбусы схемаһы

Трамвайҙар 1901 йылдан алып йөрөй. 2021 йылға 4 трамвай маршруты бар.

Смоленскиҙа троллейбустар 1991 йылдың 8 апреленән йөрөй. Ҡалала 4 троллейбус маршруты бар.

Ҡалала муниципаль автобустар һәм шәхси ташыусыларҙың 50-нән ашыу пассажирҙар маршруты бар.

Смоленск: Этимологияһы, Географияһы, Сәғәт бүлкәте 
Вокзал бинаһы

Смоленск — эре тимер юл үҙәге, Мәскәү тимер юлында урынлашҡан. Тимер юл вокзалы 1868 йылда асыла, ә вокзалдың заманса бинаһы 1951 йылда төҙөлгән. Ҡала яны вокзалы бинаһы алыҫ юл поездары өсөн станция ҡаршыһында урынлашҡан, ул 2008 йылда төҙөлгән. Алыҫ юлға йөрөүсе поездар Смоленск аша Брест, Вильнюс, Калининград, Варшава, Берлин, Прага, Вена, Париж, Ниццаға тиклем бара.

Ҡаланан 7 км алыҫлыҡта М-1 «Беларусь» автомагистрале үтә.

Ике аэропорты бар:

  • «Көньяҡ» — элекке граждандар аэропорты, 2010 йылдан эшләмәй.
  • «Төньяҡ» — хәрби, 2013 йылда халыҡ-ара аэропорт булдырыу планлаштырыла, әммә финанслау етмәү сәбәпле, проект билдәһеҙ ваҡытҡа туҡтатыла.

Ҡаланың сәнәғәт һәм Ленин райондары Заднепровье менән Днепр йылғаһы аша өс автомобиль күпере менән тоташҡан. Тимер юлдар өҫтөндә биш юл үткәргесе ҡуйылған.

Наградалары

  • «Герой-ҡала» исеме (1985 йылдың 6 майы) «Смоленскиҙы һаҡлаусылар күрһәткән батырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец-фашист илһөйәрҙәре менән көрәштә хеҙмәтсәндәрҙең күмәк ҡаһарманлығы өсөн» «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бүләкләнә.
  • Ленин ордены (1983 йылдың 23 сентябре) — «хеҙмәтсәндәрҙең иҡтисади һәм мәҙәни төҙөлөштәге ҙур уңыштары, революцион хәрәкәттә әүҙем ҡатнашыуы һәм Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист илбаҫарҙарының еңелеүен тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн».
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1966 йылдың 3 декабре) — «ҡала һаҡсылары күрһәткән батырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец-фашист илһөйәрҙәре менән көрәштә партизандар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыуы һәм ҡаланы тергеҙеүҙә һәм халыҡ хужалығын үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн».

Тышҡы бәйләнештәр

Смоленскиҙың тышҡы бәйләнештәре киң. Шулай уҡ бында башҡа ҡалаларҙың мәҙәниәте көндәре үтә. Ҡала хәҙерге замандың Ганза лигаһы ағзаһы булып тора.

    Туғандаш ҡалалар
    Партнёр ҡалалар
    Илселек филиалы
    Консуллыҡтар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Ҡалып:Смоленск өлкәһе

Tags:

Смоленск ЭтимологияһыСмоленск ГеографияһыСмоленск Сәғәт бүлкәтеСмоленск ТарихыСмоленск Рәсми символдарыСмоленск Хылҡының иҫәбеСмоленск ИҡтисадыСмоленск МәғарифСмоленск ТранспортыСмоленск НаградаларыСмоленск Тышҡы бәйләнештәрСмоленск ИҫкәрмәләрСмоленск ҺылтанмаларСмоленск«Алтын Йондоҙ» миҙалы (СССР)Ватан һуғышы орденыГерой-ҡалаларЛенин орденыРус телеРәсәй ФедерацияһыСмоленск өлкәһе

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Кеплер (телескоп)Советтар Союзы ГеройыБикбаев Рауил Төхфәт улыБаш битИндонезияХөсәйенов Әхәт Рәхмәтулла улыВикипедияВикимилекЙосопов Тимербай Йосоп улыБеренсе донъя һуғышыСибәғәтов Флүр Шәрифулла улыҒарипов Рәми Йәғәфәр улыҠобағош сәсәнЙыландарҺарыҡты кем ашаған?АҠШ долларыЕйәнсура районыБашҡорт балыСан-ФранцискоҠотдосМова нановаХалыҡ-ара фонетик алфавитЙогаБашҡорт телендәге уйын фильмдары исемлегеХалҡым өсөн (Ш. Бабич)ЙылҺыуӘл-Харам мәсетеГамелан1804 йылВикикитапханаЭстонияла исламЙоһанн КрюгерАнтоним1934 йылНатрий карбонатыМетаболизмҺабан турғайыЛакин Капитон МихайловичАльвин МитташАфғанстанАсҡар (Әбйәлил районы)Сергей Ковалёв (йүнсел)Һунарсы башҡортТыныслыҡФутбол буйынса Польша йыйылма командаһыЮл япрағыБойцова Мария ФилипповнаАреалЕнси актҰНеодимКешенең йөклөлөгөЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт теленең лексикаһыТауыҡГәрәев Муса Ғайса улы27 апрельМарко ПолоУльева Иоланта ЕвгеньевнаСалауат ЮлаевАсыҡ контентБабаев Юрий Николаевич🡆 More