Кәмә — бәләкәй судно.
Хәрби-диңгеҙ һүҙлегендәкәмә тураһында бына ошондй мәғлүмәт бирелгән: кәмә — оҙонлоғо туғыҙ, киңлеге өс метрғаса булған, йөк һыйҙырышлылығы биш тоннағаса еткән судно. Ғәҙәт буйынса, кәмәләр ишкәкле була. Әммә елкәнле кәмәләр ҙә осрай. Тик бәләкәй, спорт төрөндәге елкәнле кәмәләрҙе яхта тип атап йөрөтәләр. Шулай уҡ кәмә мотор менән дә ҡулайлаштырылырға мөмкин. Мотор шулай уҡ төп, ярҙамсы энергия сығанағы булып ҡулланыла ала. Мотор ҡуйылған кәмәләргә күп илдәрҙә моторлы кәмә квалификацияһы ҡабул ителгән. Уларҙы катер тип атап йөрөтәләр.
Кәмә | |
Нигеҙләү датаһы | некорректная дата (недостижимая точность) |
---|---|
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 14 233 |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Boats by view[d] |
Кәмә Викимилектә |
Кәмә етештереү өсөн еңел иретмәләр (дюралюмин), ағас, композиция материалдары һәм полимер ҡулланыла. Композитив материалдарҙан эшләнгән кәмәләр пластик кәмә тип тә йөрөтөлә. Тағы ла кәмәләрҙең бер төрө — тын тултырылыусы кәмәләр. РИБ (RIB — rigid inflatable boat) — тын тултырылыусы кәмәләрҙең береһе. Уның төп корпусына тын өрөп тултырыла, төбө бик ҡаты. Батмаҫлыҡ итеп яһала.
Хәҙерге заманда кәмәләр күберәк ял итеү, балыҡ аулау, йөктәрҙе бер ярҙан икенсе ярға күсереү өсөн өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ халыҡ йәшәгән урындарҙы һыу баҫыу осраҡтарында, ҡотҡарыу шлюпкалары саралары булараҡ ҡулланыла.
Фюзеляждарына һыу тултырылыусы гидросамолеттарҙы осоусо кәмәләр тип тә йөрөтәләр.
Быларҙан тыш «кәмә» тип йөрөтөлөүсе корабль төрҙәре лә бар (һыу аҫты кәмәһе, канонер кәмәһе). Тик быларҙың атамаһы кәмә исеменә тап килеп етмәй.
Дәүләт теркәүенә инмәгән шлюпкалар һәм кәмәләр: ауырлығы 200 килограмғаса булған кәмәләр (двигатель ҡуйылған осраҡта ҡеүәте 8 киловаттан артырға тейеш түгел), оҙонлоғо 9 метрҙан артмаған елкәнле спорт кәмәләре (шулай уҡ двигатель һәм ял итеү өсөн ҡулайламалар ҡуйылмаған булырға тейеш) .
Тәүтормош кешеләре тарафынан кәмә бер нисә юл менән барлыҡҡа килгән. Беренсе идея һыуҙа йөҙөп йөрөгән ағас олонон күреп барлыҡҡа килгәндер, тип уйларға мөмкин. Ағас олондарын, ғәҙәттә, һыуҙа йөҙөп сығыр өсөн хайуандар ҙа ҡуллана.
Ағасты файҙаланғанда кеше төрлө ысулдар ҡулланған. Ике башын ослап, урта тирәһен соҡоп, кереп ултырырлыҡ итеп ҡулайлаштырған. Быларҙы сүре тип йөрөтәләр. Шулай уҡ бат тип йөрөтөлгән кәмәләр ҙә булған. Уларҙы боронғо свайлы төҙөлөштәр булған урында Швейцарияның торфлы күлдәрендә тапҡандар.
Хәҙерге ваҡытта ла Себерҙең ҡайһы бер йылғаларында, күлдәрендә, Азияның, Африканың күп кенә урындарында осратырға мөмкин.
Кәмә Викимилектә | |
Кәмә Викияңылыҡтарҙа |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Кәмә, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.