Ви́льнюс (лит.
Vilnius, 1918 йылға тиклем — Ви́льна, 1919—1939 йылдарҙа — Ви́льно, пол. Wilno) — Литваның баш ҡалаһы. Вильнюс ҡала үҙидараһы муниципаль берәмеген тәшкил итә.
Ҡала | |||||
Вильнюс Vilnius | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Самоуправление | Вильнюс ҡала үҙидараһы | ||||
Координаталар | |||||
Мэр | Ремигиюс Шимашюс | ||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | 1323 | ||||
Элекке исеме | Вильна | ||||
Майҙаны | 401 (2013) км² | ||||
Высота над уровнем моря | 112 м | ||||
Халҡы | ▲ 539 939 кеше (2014) | ||||
Этнохороним | вильнюстар (урыҫса вильнюсец, вильнюсцы) | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+2, йәйге UTC+3 | ||||
Телефон коды | +370 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт | vilnius.lt | ||||
Ҡалала 539 939 кеше (2014 йыл) йәшәй, был ил халҡының 18 процентын тәшкил итә; ҙурлығы буйынса Риганан һуң Балтик буйы илдәрендәге икенсе ҡала. 2011 йыл мәғлүмәттәре буйынса, йәшәүселәрҙең 63,2 % литовтар, 16,5 % поляктар, 12 % урыҫтар.
Литваның көньяҡ-көнсығышында, Вильня йылғаһының Вилияға ҡойған ерендә, Белоруссия менән сиктән йыраҡ түгел урынлашҡан. Фараздар буйынса, ҡала исеме йылға атамаһынан алынған. Илдең төп сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Ҡала Литваның эске тулайым продуктының өстән берен, ә бөтә Вильнюс өйәҙе — 38 процентын етештерә.
Ҡаланың төрлө өлөшөндә үткәрелгән археологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, хәҙерге Вильнюс биләмәләрендәге боронғо кешеләр йәшәгән осор мезолит дәүеренә ҡарай. Ҡала көнсығыш литва убаларының (кургандарының) иртә урта быуат феодализмға тиклемге мәҙәниәтенә ҡараған территорияһында урынлашҡан. Ҡалала ундан артыҡ уба асылған.
Яҙма сығанаҡтарҙа ҡала беренсе тапҡыр XIV быуаттың беренсе сирегендә телгә алына. Был ваҡытта ул бөйөк литва кенәздәренең даими торған урыны (резиденцияһы) һәм Бөйөк Литва кенәзлегенең баш ҡалаһы була. 1316—1341 йылдарҙа хакимлек иткән кенәз Гедимин 1323 йылдың 25 ғинуарында латин телендә яҙған хатында Вильнуны үҙенең баш ҡалаһы тип атай. Шулай итеп, был көнгә ошо кимәлгә еткән ҡалаға XIII быуатта нигеҙ һалынған булыуы мөмкин.
Үҙенең үҫеш юғарылығына Вильна поляк короле һәм бөйөк литва кенәзе Оло Сигизмунд хакимлеге осоронда күтәрелә. Артабан ҡала даими үҫә һәм ҙурая. 1579 йылда Польша короле Стефан Баторий Вильнюста университет асыу тураһында фарман бирә, шулай итеп, Вильна Бөйөк Литва кенәзлегененең тәүге университетлы ҡалаһы, уның мөһим фәнни һәм мәҙәни үҙәгенә әйләнә.
Поляк короллеге һәм Бөйөк Литва кенәзлеге федерацияһы булған Речь Посполитая дәүләтен Австрия, Пруссия һәм Рәсәй 1795 йылда өсөнсөгә бүлешкәндән һуң, Вильна Рәсәй Империяһы составына инә. Башта (1795—1797) ул Вилен губернаһының, аҙаҡ Литва (1797—1801), Литва-Вилен (1801—1840), ә 1840 йылдан яңынан батшалыҡтың Төньяҡ-Көнбайыш крайына ҡараған Вилен губернаһының административ үҙәге була.
1803 йылдың апрелендә батша Александр I Вилен университетына «император статусы»н бирә.
XIX һәм XX быуаттар киҫешкән осорҙа Вильна литва дәүләтселелегенең мәҙәни һәм сәйәси яҡтан яңырыу үҙәгенә әйләнә. 1904 йылда литва телендә латин хәрефтәре менән яҙыуҙы тыйыу бөтөрөлгәс, бында литва телендәге «Вильняус жинёс» (урыҫса «Виленские вести», башҡортса «Вилен хәбәрҙәре») исемле тәүге гәзит сыға башлай.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Вильнюс, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.