Ма́ргарет Хи́льда Тэ́тчер, бароне́сса Тэ́тчер (ингл. Margaret Hilda Thatcher, Baroness Thatcher; тыумыштан Ро́бертс; 13 октябрь 1925 йыл — 8 апрель 2013 йыл) — Бөйөк Британияның 1979—1990 йылдарҙағы 71-се премьер-министры (Консерватив партия), 1992 йылдан баронесса.
Был вазифаны биләгән тәүге һәм әлегәсә берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ, шулай уҡ Европа дәүләттәрендәге беренсе ҡатын-ҡыҙ премьер-министр. Тэтчерҙың етәкселек осоро XX быуатта иң оҙайлыһы. Советтар Союзы етәкселеген ҡырҡа тәнҡитләгәне өсөн уға «ҡаты леди» (русса «железная леди») ҡушаматы тағыла. Уның премьер-министр булараҡ тормошҡа ашырған консерватив саралары «тэтчеризм» тип аталған сәйәсәттең айырылғыһыҙ өлөшө.
Маргарет Тэтчер | ||||||||||
Margaret Thatcher | ||||||||||
| ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
4 май 1979 — 28 ноябрь 1990 | ||||||||||
Монарх: | Елизавета II | |||||||||
Алдан килеүсе: | Джеймс Каллаган | |||||||||
Дауамсы: | Джон Мейджор | |||||||||
Дине: | Протестантка-методистка | |||||||||
Тыуған: | 13 октябрь 1925 Грантем, Линкольншир, Англия, Британия империяһы | |||||||||
Үлгән: | 8 апрель 2013 (87 йәш) Лондон, Англия, Бөйөк Британия | |||||||||
Ерләнгән: | ||||||||||
Исеме: | ингл. Margaret Hilda Roberts | |||||||||
Атаһы: | Альфред Робертс | |||||||||
Әсәһе: | Беатрис Стефенсон | |||||||||
Ире: | Денис Тэтчер | |||||||||
Балалары: | сын: Марк, дочь: Кэрол | |||||||||
Партия: | Бөйөк Британияның Консерватив партияһы | |||||||||
Белеме: | Оксфорд университеты | |||||||||
Сайт: | margaretthatcher.org | |||||||||
Наградалары: | | |||||||||
Маргарет Робертс 1925 йылдың 13 октябрендә Грантем ҡалаһында тыуған. Уның атаһы Альфред Робертс сығышы менән илдең үҙәгендә урынлашҡан Нортгемптонширҙан, әсәһе — Беатрис Ител (тыумыштан Стефенсон) (1888—1960) Англия көнсығышында, Төньяҡ диңгеҙ буйындағы Линкольнширҙан. Уның бала сағы атаһының ике бакалея лавкаһы булған Грантемда үтә.
Маргарет Тэтчер Викиөҙөмтәлә | |
Маргарет Тэтчер Викимилектә | |
Маргарет Тэтчер Викияңылыҡтарҙа |
Алдан килеүсе: Эдвард Хит | Бөйөк Британияның Консерватив партияһы лидеры 1975–1990 | Һуңынан килеүсе: Джон Мейджор |
Алдан килеүсе: Джеймс Каллаган | Бөйөк Британияның Премьер-министры 1979–1990 | Һуңынан килеүсе: Джон Мейджор |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Маргарет Тэтчер, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.