Урыҫтар

Урыҫтар йәки рустар (үҙ атамаһы рус. русские) — Рәсәй Федерацияһында иң күп һанлы халыҡ, төп халҡы.

Көнсығыш славян халыҡтары төркөмөнә керә. Урыҫ телендә һөйләшәләр. Диндарҙарҙың төп өлөшө православие динен тота.

Урыҫтар
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: ~ 133 000 000

Тел

урыҫ

Дин

православие (75 %)

Раса тибы

европеоид

Халыҡ

көнсығыш славяндар

Туғандаш халыҡтар

украиндар, белорустар, русиндар

Килеп сығышы

славяндар

Йолалар

Ғаилә башлығы булып атай йәки иң өлкән ир бала (большак, старшой) торған. Ғаиләлә бала тыуыуы тантаналы билдәләнгән, Суҡындырыу байрамынан һуң, көҙөн йәки ҡышын, туй үткәрелгән.

Урыҫтар донъя фәнендә

Михаил Ломоносов Рәсәй фәненә нигеҙ һалыусы. XIX быуатта рус фәне донъя кимәленә сыға. Математиктар М. В. Остроградский, Н. И. Лобачевский күп илдәрҙә танылыу таба.

Башҡортостан урыҫтары

Башҡортостан урыҫтары — Башҡортостанда йәшәгән урыҫ халҡы. 2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәп алыу буйынса республикала 1 миллион 432 мең 906 кеше йәшәй (республика халҡының 35,19 % өлөшө).

Төбәккә урыҫтарҙың күпләп күсеп ултырыуы Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башланған. Иң беренсе урыҫтар Өфө тирәһендәге ерҙәрҙе биләп, Башҡортостандың үҙәк төбәктәрендә, һуңыраҡ — төньяҡ-көнбайышында, Кама аръяғы сик һыҙығы буйлап таралып ултырған.

Уралдағы беренсе урыҫ тораҡ пункттары (торамалары):

Төрлө сығанаҡтар буйынса урыҫтарҙың республикаға күсеү процессы колониализм тип иҫәпләнә.

Республикала урыҫтарҙы берләштерғән күп ойошмалар эшләй. Иң эреһе — Собор русских Башкортостана.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Урыҫтар ЙолаларУрыҫтар донъя фәнендәУрыҫтар Башҡортостан урыҫтарыУрыҫтар ИҫкәрмәләрУрыҫтар ҺылтанмаларУрыҫтарРус телеРәсәй ФедерацияһыУрыҫ телеХалыҡ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Урал тауҙарыГеорг Вильгельм Фридрих Гегель5 февральБелорус телеӘхмәтшин Рәлиф Фәйзел улыБейсболБилл ГейтсӘбделҡадир Инан6 декабрьБәшмәктәрЯнышев Фәнис Фәтих улыЭрзә телеПрограммалау телеИлДиалект112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыIKEAЛос-АнджелесТверь өлкәһеГәрәев Муса Ғайса улы20 апрельСловакияЙолаШарль де ГолльXVIII быуатКонституцион монархияКүбәләк (ырыу)1990 йылКарфагенW3CБатицкий Павел ФёдоровичБашҡорт телеHTMLОрёл өлкәһеҠошсо кантоныФазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улыОло Алаҡай күленең таш палаткаларыДиего ВеласкесТултырыусыСанъяров Фәнзил Бүләк улыАбай ҠонанбаевҠошсоМамыҡ ҡанатлыларМария ЧеботарьЯпонияның милли парламент китапханаһыQIWIСиднейЯнцзыҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрГаз20 мартБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыРәсәй ФедерацияһыАуылДаянова Тәскирә Байрам ҡыҙыЕкатерина IIЭль-НиньоДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыКатарИзраильТәбиғәт🡆 More