Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт Улы: журналист, яҙыусы

Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы (27 октябрь 1988 йыл) — яҙыусы, журналист, йәмәғәтсе.

2020 йылдың 17 февраленән «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының коллегия ағзаһы. 2022 йылдың 16 декабренән Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш (2023—2028) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2015).

Айгиз Баймөхәмәтов
Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт Улы: Биографияһы, Йәмәғәт эшмәкәрлеге, Ижади эшмәкәрлеге
Тыуған көнө:

27 октябрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (35 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы
Белорет районы
Абҙаҡ ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист, яҙыусы

Жанр:

проза

Дебют:

«Ҡалдырма, әсәй!», 2013.

Премиялары:

Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (2015)

Наградалары:

Михаил Шолохов исемендәге халыҡ-ара миҙал (2018)

Биографияһы

Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов 1988 йылдың 27 октябрендә Башҡорт АССР-ы Белорет районы Абҙаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Әсәһе — Гөлнур Нурғәли ҡыҙы Байымова (1957—1997), атаһы — Ғиззәт Мөхәррәм улы (1950—2001) — икеһе лә яман шеш (рак) ауырыуынан вафат була. Бала саҡтан үкһеҙ етем ҡалып, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә.

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған. 2011 йылда, БДУ-ның 5-се курсында уҡығанда, «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегенә эшкә саҡырыла. 2011—2016 йылдарҙа ошо баҫмала хәбәрсе вазифаһында хеҙмәт һала.

2020 йылдың февралендә Айгиз Баймөхәмәтов «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде һәм бер ук ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының колегияһы составына индерелде.

2020 йылдың июнендә әҙипкә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 2018 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш (2023—2028) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайына депутат итеп һайланды.
  • Башҡортостан Яҙыусылар союзының 2022 йылдың 16 декабрендә үткән XIX съезында алдағы биш йылға ижады ойошманың етәксеһе итеп һайланды .
  • 2016 йылдан — Төрки донъяһы йәш яҙыусылары союзының (Әзербайжан) Башҡортостандағы рәсми вәкиле.

Халыҡ-ара сараларҙа

  • Төркиәнең баш ҡалаһы Стамбулда Төрки донъяһы йәш яҙыусылары форумында ҡатнашыу (2017).
  • Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла үткән Төрки донъяһы йәш яҙыусылары форумында ҡатнашыу (июль, 2016).
  • Төркиәнең Трабзон ҡалаһында уҙғарылған Төрки донъяһы ҡоролтайы делегаты (2015).

Рәсәй төбәктәрендә

Башҡортостанда

  • 2018 йылдың майында Айгиз Баймөхәмәтов шағир, Ҡаҙағстандың «Серпер» йәштәр премияһы лауреаты, «Молдер булак» журналының баш мөхәррире Саят Камшыгер һәм уның ҡатыны — филология докторы, Жургенов исемендәге Ҡаҙағстан милли сәнғәт академияһы доценты Алиә Бияздыҡова менән берлектә төрлө ижади осрашыуҙарҙа ҡатнашты.
  • Әҙип республика ҡала һәм райондарында, Башҡортостандың күрше төбәктәрендә үткәрелгән яҙыусылар менән осрашыуҙарҙа, әҙәби кисәләрҙә, китап уҡыусылар конференцияларында бик теләп ҡатнаша. Оҫта һәм үҙенсәлекле башҡарыусы булараҡ, ул был сараларҙа халыҡ йырҙарын да тамашасыға еткерә.

Ижади эшмәкәрлеге

Айгиз Баймөхәмәтов — башҡорт әҙәбиәтенә XXI быуаттың тәүге ун йыллығында килгән йәш быуын яҙыусылары вәкиле. Республиканың башҡорт телендә сыҡҡан төп ижтимағи-сәйәси баҫмаһы — «Башҡортостан» гәзитендә хеҙмәткәр булып эшләүе һәм, көндәлек тормоштан ҡалышмай, күп яҡлы темаларға арналған мәҡәләләр яҙыу менән бер рәттән ул әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. Быға уның Санкт-Петербург дәүләт политехник университетында әҙәби ижад буйынса махсус курс үтеүе лә ыңғай яҡтан булышлыҡ итә. Айгиздең хикәйәләре һуңғы тиҫтә йыл арауығында республика гәзит һәм журналдарында даими баҫылып килә, шуларҙың бер нисәһе өсөн ул «Аманат» журналы премияһына лайыҡ булды. 2013 йылда йәш яҙыусының «Ҡалдырма, әсәй!» исемле повесы «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе. Шул уҡ йылда автор «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт китабы» VIII республика конкурсының «Йыл асышы» номинацияһында еңеүсе тип табылды. 2014 йылда был әҫәр Гөлфирә Ғәскәрова тәржемәһендә Өфөнөң «Инеш» нәшриәтендә рус телендә баҫылды.

2014 йылдың май аҙағында ун шағир һәм дүрт прозаиктан торған йәш авторҙарҙың ҙур бер төркөмө составында Айгиз Баймөхәмәтов тә Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителде. Йәмәғәт ойошмаһы идара ағзаларының бындай хәлдең ғүмерҙә лә булғаны юҡ тип билдәләүе генә лә күп нәмә һөйләй.

Айгиздең үҙенә генә килгәндә, ул — күләме яғынан әллә ни оло булмаған «Ҡалдырма, әсәй!» тигән тәүге повесы менән үк әҙәбиәткә ысын мәғәнәһендә «атылып» килеп инде тип әйтергә була. Йәш яҙыусының был әҫәре тәү сиратта унда күтәрелгән ваҡиғалар, уларҙы тәрән хистәр аша һүрәтләү йәһәтенән төрлө быуын уҡыусыларҙы ла, әҙәбиәт белгестәрен дә тиҙ арала йәлеп итте. Повестың «Башҡортостан» гәзите биттәрендә баҫылған тәүге өҙөктәре үк күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты, шуға ла «Ҡалдырма, әсәй!» китап булып нәшер ителеү менән үк таралып та бөттө. Уның руссаға тәржемә ителгән баҫмаһы менән дә шул уҡ хәл ҡабатланды һәм, тиҙ арала һатылыуы сәбәпле, китап өҫтәлмә тираж менән икенсегә нәшер ителде.

Салауат Юлаев премияһы лауреаты, билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипова, мәҫәлән, әҫәргә ыңғай баһа биреп, «Башҡортостан» гәзитендә (2014 йыл, 18 апрель) түбәндәгеләрҙе яҙҙы: «Мин, проза өлкәһендә ҡәҙимге тәжрибә туплаған кеше, Айгиздең повесын тәнҡит күҙлегенән дә ентекләп уҡыным, бәйләнер урын тапманым. Шағир һәм драматург, ҡыҫҡаһы, талантлы йәш дуҫым Салауат Әбүзәр әйтмешләй, әҫәр, тәүге ҡоймаҡ булһа ла, төйөрһөҙ килеп сыҡҡан. Характер логикаһын, психологик дөрөҫлөк ыҙанын әҫәр аҙағынаса үҫтереү һәм һаҡлау хатта, үкенескә ҡаршы, ошо эштә теше төшкән яҙыусыларыбыҙҙың да бөтәһенең дә хәленән килеп бөтмәй. Икенсенән, әҫәр үҙенең дөрөҫлөгө, хатта әсе дөрөҫлөктө сағылдырыуы менән отошло».

Яҙыусының был повесы 2013—2014 йылдар өсөн бирелгән Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына лайыҡ булды.

«Ҡалдырма, әсәй!» повесын «Çамрăксен хаçачĕ» гәзитенең («Молодежная газета») баш мөхәррире, Сыуашстандың дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, прозаик Дмитрий Моисеев сыуаш теленә тәржемәләгән. Әҫәр Сыуаш Республикаһының йәштәр гәзитендә баҫылды.

Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» автобиографик повесы, шулай уҡ әзербайжан теленә тәржемә ителеп, «Ulduz» журналында баҫылды.

2016 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Хыялға ҡаршы» спектакле ҡуйылды (режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев). Был әҫәрҙе шулай уҡ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһында утыҙ йыллап уңышлы эшләп килгән «Таңсулпан» драма түңәрәге лә сәхнәләштерҙе.

Башҡортостан студенттары ассоциацияһы башланғысы менән Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта «Ҡалдырма, әсәй!» китабының исем туйы үтте.

2016 йылдың ноябрендә Өфөнәң «Инеш» китап нәшриәтендә йәш яҙыусының «Әкиәтһеҙ бала саҡ» исемле икенсе китабы донъя күрҙе. Хикәйәләр тупланған был йыйынтыҡты мәғәнәүи яҡтан «Ҡалдырма, әсәй!» повесының дауамы итеп ҡабул итергә була: яңы баҫмала шул уҡ геройҙарҙың — балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең артабанғы яҙмышы һүрәтләнә.

2017 йыл миҙгелендә Бүрәт академия драма театры Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Аба эжын ургынууд» спектаклен сәхнәгә ҡуйҙы..

2017 йылдың май айында Өфөнәң «Инеш» нәшриәтендә яҙыусының «Әкиәтһеҙ бала саҡ» («Детство без сказок» (рус.)) тигән китабы донъя күрҙе. Әҫәрҙе рус теленә Айгөл Ғәйнуллина тәржемә иткән, ул — етем балаларҙың тормошо хаҡындағы «Ҡалдырма, әсәй!» повесының дауамы. Китапта өс республиканың халыҡ шағирҙары: Ҡәҙим Аралбай (Башҡортостан), Роберт Миңнуллин (Татарстан), Юрий Семендерҙың (Сыуашстан) рецензиялары бирелгән. Баҫманың тиражы — ике мең дана. Автор әйтеүенсә, «Әкиәтһеҙ бала саҡ» татар, ҡаҙаҡ һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителә.

2017 йылдың ноябрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Хыялға ҡаршы» спектаклен Рәсәйҙең «Театр» телеканалында күрһәттеләр. Спектакль рус теленә синхрон тәржемә ителә. Уны Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған. Инсценировка авторы — Әнгизә Ишбулдина. Етем ҡалған һәм балалар йортонда тәрбиәләнергә тура килгән үҫмерҙәр тураһында спектакль башҡорт актерҙары Мәскәүҙә сығыш яһаған саҡта төшөрөлгән.

2017 йылда Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы ҡаҙаҡ телендә айырым китап булып баҫылып сыҡты. Ул «Тастамашы, ана!» исеме менән Алматы ҡалаһының «Кокжиек» нәшриәтендә өс мең дана менән донъя күрҙе. Әҫәрҙе ҡаҙаҡсаға Ҡаҙағстандың йәштәр премияһы лауреаты, «Мөлдір бұлақ» журналының мөхәррир урынбаҫары шағир Саят Камшыгер тәржемә иткән. Әҫәр Ҡаҙағстанда бестселлер тип танылды.

Әҙиптең 2013—2017 йылдарҙа ижад иткән яңы китабы «Урам балалары» тип атала, һәм ул 2018 йылда Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте өс мең тираж менән баҫылып сығасаҡ.

2018 йылдың мартында Өфөләге «Инеш» нәшриәтендә әҙиптең повесы «Калдырма, әнкәй!» исеме менән татар телендә донъя күрҙе. Уны Руслан Сөләймәнов тәржемә иткән. Баҫманың тиражы — 3000 дана. Быға тиклем Ҡаҙағстанда бестселлер булып танылған әҫәр бында ла шундай уҡ билдә менән сығарылған. Автор һүҙҙәренсә, уның автобиографик әҫәре Татарстан уҡытыусылары үтенесе менән туғандаш республика теленә ауҙарылған.

2018 йылдың июлендә «Инеш» нәшриәтендә Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡыҙыҡ был тормош…» исемле яңы китабы сыҡты. Уға билдәле замандаштар тураһында лаҡаптар, көлкөлө хикәйәләр, шулай уҡ яҙыусының шәхси архивынан фотолар ингән. Баҫманың тиражы — ике мең дана.

2018 йылда Алматыла «Ҡалдырма, әсәй!» повесы 5000 дана менән ҡаҙаҡ телендә «Тастамашы, ана!» исеме менән баҫылды. Ҡаҙағстанда әҫәр шунда уҡ популярлыҡ яуланы һәм бестселлер тип аталды. «Эл-Жастар» Күкшетау йәштәр театрында повесть буйынса спектакль ҡуйылды. Яңыраҡ китап рус телендә лә донъя күрҙе.

2019 йыл башында «Ҡалдырма, әсәй!» китабы бер юлы ике республикала баҫылып сыҡты. Ҡырғыҙстанда ул ҡаҙаҡсанан Жолдубек Ҡасҡынбаев тәржемәһендә ҡырғыҙ телендә «Таштабачы, апаке!» исеме аҫтында донъя күрҙе. Баҫманың тиражы — 2000 дана. Шулай уҡ Бишкәктә был китап Гөлфирә Ғәскәрова тәржемәһендә рус телендә нәшер ителде.

2019 йылдың май айында Ҡаҙағстанда «Әкиәтһеҙ бала саҡ» китабы «Ертегісіз өткен балалық» исеме менән «Самга» нәшриәтендә 2000 данала баҫылып сыҡты.

2019 йылдың майында «Ҡалдырма, әсәй!» китабы сыуаш телендә донъя күрҙе. Ул Сыуаш дәүләт китап нәшриәтендә «Хыпар» нәшриәт йорто директоры урынбаҫары Дмитрий Миосеев тәржемәһендә баҫылды.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Айгиз Баймөхәмәтовтың ижадын Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында өйрәнәләр.

Китаптары

  1. Ан парах, анне!: Повесть. — Сыуаш дәүләт китап нәшриәте, 2019 (сыуаш.)
  2. Ертегісіз өткен балалық. : Повесть. — Самга, 2019 (ҡаҙ.)
  3. Дети улицы: повесть. — Уфа: Китап, 2018. —
  4. Ҡыҙыҡ был тормош… — Өфө: Инеш, 2018. — 128 бит. ISBN 978-5-903622-98-6
  5. Калдырма, әнкәй!: Повесть. — Өфө: Инеш, 2018. (тат.).
  6. Урам балалары.
  7. Тастамашы, ана!: Повесть. — Алматы: Кокжиек, 2018. (ҡаҙ.)
  8. Әкиятсез балачак. (тат.), «Казан утлары» сайтында [1] 2019 йыл 21 апрель архивланған., [2] 2019 йыл 21 апрель архивланған., [3] 2019 йыл 20 апрель архивланған.
  9. Детство без сказок.: Рассказы. — Уфа: Инеш, 2017. (рус.)
  10. Әкиәтһеҙ бала саҡ.: Хикәйәләр. — Өфө: Инеш, 2016.
  11. Не оставляй, мама!: Повесть. — Уфа: Инеш, 2014, 2016. — 176 бит. (рус.)
  12. Ҡалдырма, әсәй!: Повесть. — Өфө: Китап, 2013, 2016. — 160 бит.

Гәзит һәм журналдарҙағы мәҡәләләре

Ижады тураһында мәҡәләләр

Әҙип менән әңгәмәләр

  • Гөлнур Ҡыуатова. «Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара…» йәки Айгиз Баймөхәмәтов ниңә өйләнмәй? «Йәшлек» гәзите, 2019, 17 август.

Ҡаҙаныштары

  • Ҡаҙағстанда яңы театр башҡорт яҙыусыһының китабы буйынса премьера менән асыла. Ҡаҙағстан телевидениеһы был турала сюжет күрһәтте.
  • «Башинформ» агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың мартына «Ҡалдырма, әсәй!» повесының төрлө телдәрҙә баҫылған дөйөм тиражы 30 мең дананан артып киткән, ә интернет аша әҫәрҙең электрон варианты 100 мең тапҡырҙан күберәк күсереп алынған. Был күрһәткес Рәсәйҙең милли республикалары араһында рекорд булып тора.
  • 2018 йылдың мартында Айгиз Баймөхәмәтов Михаил Шолохов исемендәге халыҡ-ара миҙал менән бүләкләнде. Награда уға ҡаҙаҡ әҙәбиәте үҫешенә өлөш индергән өсөн бирелде.
  • 2017 йылда ҡаҙаҡ телендә айырым китап булып баҫылып сыҡҡан «Ҡалдырма, әсәй!» повесы Ҡаҙағстанда бестселлер тип танылды.
  • «Ҡалдырма, әсәй!» повесы 2013—2014 йылдар өсөн бирелгән Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына лайыҡ булды.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Михаил Шолохов исемендәге халыҡ-ара миҙал (2018)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020)
  • Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (2015)
  • «Аманат» журналының М. Аҡмулла исемендәге премияһы
  • Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты
  • Башҡортостан Яҙыусылар союзының Почёт грамотаһы
  • Төрки донъяһы йәш яҙыусылары Союзының Почёт грамотаһы (Әзербайжан, 2016)
  • Евразия Яҙыусылар союзының Рәхмәт хаты (Төркиә)
  • Төркиә Яҙыусылар союзы дипломы

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Наши авторы: Айгиз Баймухаметов 2016 йыл 5 март архивланған. // Башкирское издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой. (рус.)

Һылтанмалар

    башҡа сығанаҡтарҙа

Tags:

Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт Улы БиографияһыБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт Улы Йәмәғәт эшмәкәрлегеБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт Улы Ижади эшмәкәрлегеБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт Улы Әҙип менән әңгәмәләрБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт Улы ҠаҙаныштарыБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт Улы Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт Улы ИҫкәрмәләрБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт Улы СығанаҡтарБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт Улы ҺылтанмаларБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт Улы1988 йыл27 октябрьБашҡортостан РеспубликаһыБашҡортостан Яҙыусылар союзыДәүләт Йыйылышы — ҠоролтайЖурналистикаШоңҡар (журнал)Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһыӘҙәбиәт

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

The EconomistТерроризмға ҡаршы һуғышҺулышИпподромМәҡәлXXI быуатАхун (Учалы районы)ТултырыусыАятОдинРумынияМөнәжәтҺөйләм төрҙәреЖурналистикаMain PageГонконгИмпериализмПлутархБаш битҠарткиҫәкКорей телеЙомаҡ10 апрельИндира ГандиИнглиз телеНазарбаев Нурсолтан Әбеш улыТимер2016 йылда йыһанға осороуҙар исемлегеДжордж ВашингтонӨрәкМедуза горгонаЦунамиИр енес ағзаһыМакаоАҠШ-тағы граждандар һуғышыБаҡсаӘл-ҠаидәӘҙәбиәтГәрәев Муса Ғайса улыДжон ЛеннонБашҡортостандың халыҡ яҙыусыһыОтто фон БисмаркҠалтасы районыМэрЦементYouTubeТроя1962 йылСыуашстан28 августАсыҡ контентЯҡшығолов Сафуан Суфиян улыЗарипов Ирек Фәсхетдин улы1941 йылСунь ЯтсенСитдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙыҠоштарАстана1869 йылМонголдарНанкинБашҡортостан театрҙарыПётр IӨхүд һуғышыМадридГабонКомикс🡆 More