Белорет Районы

Белорет районы (рус. Белорецкий район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район.

1930 йылда ойошторолған. Административ үҙәге — Белорет ҡалаһы. Районда 41809 кеше йәшәй. Майҙаны буйынса (11501 квадрат километр) республикала иң ҙур район.

Белорет районы
Белорет районы
Флаг[d]
Белорет РайоныБелорет Районы
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Рәсем
Дәүләт Белорет Районы Рәсәй
Административ үҙәк Белорет
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Хөкүмәт башлығы Иванюта, Андрей Иванович[d]
Халыҡ һаны 38 442 кеше (2010)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 691 метр
Сиктәш Архангел районы, Ғафури районы, Ишембай районы, Бөрйән районы, Әбйәлил районы, Ҡатау-Ивановск районы һәм Һатҡы районы
Майҙан 11 302,58 км²
Рәсми сайт beladmin.ru
Урынлашыу картаһы
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Белорецком районе[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Beloretsky District[d]
Белорет Районы Белорет районы Викимилектә

Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҡалҡыу өлөшөн биләй, республиканың көнсығышында, диңгеҙ кимәленән 564 м бейеклектә урынлашҡан. Бөрйән, Ғафури, Архангел, Учалы,Әбйәлил райондары һәм төньяҡтан Силәбе өлкәһе менән сикләшә.

Иҙел башы республикала урманға иң бай төбәктәрҙең береһе, урман уның территорияһының 80 процентын биләй. Район үҙәгендә ылыҫлы урман өҫтөнлөк итһә, көнбайыш өлөшө ҡуйы япраҡлы, ә көнсығышында — ҡатнаш урман. Тимер рудаһының төп ятҡылығы — беҙҙең район территорияһында.

Белорет Районы
Белорет районы тәбиғәте. Трасса буйынан күренеш

Башҡортостандың был төбәге үҙенсәлекле һәм гүзәл тәбиғәтле. Бында тау йылғалары буйлап һалда, кәмәләрҙә ағып төшөү, бейек Уралтау һырттарына артылыу, мәмерйәләргә сәйәхәт итеү, шифалы шишмәләрҙең һыуын тәмләү, тау саңғыларында шыуыу мөмкинселеге бар. Тап Белорет ерендә Ағиҙел, Инйәр, Йүрүҙән, Еҙем йылғалары баш ала. Райондың ҙур өлөшөн Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы тәшкил итә, ул Башҡортостанда, хата Көньяҡ Уралда иң ҙур ҡурсаулыҡтарҙан һанала. Уның территорияһында Көньяҡ Уралдың иң бейек һырттары урынлашҡан: Машаҡ, Нәре, Көмәрҙәк, Ямантау тау һырттары.

Район территорияһында ун ике тәбиғәт һәйкәле бар: Ҙур Ямантау(1640 м), Ирәмәл(1582 м), Әрүәк Рәзе(1068 м), Арский ташы, Ҡыҙылъяр мәмерйәһе, Атыш шарлауығы, Асы минераль инеше, 1904 йылғы кедр культураһы, Бишәтәк тауындағы 600 йәшлек ҡарағастар, Әүжән урман хужалығында диңгеҙ бөркөтөнөң ояһы һ.б. Был объекттар ысын мәғәнәһендә бик уникаль һәм экологик, фәнни, мәҙәни, эстетик, реакцион һәм санитар-селәмәтләндереү әһәмиәтенә эйә.

2006 йылдың беренсе ғинуарында берҙәм административ-территориаль берәмек — Белорет районы территорияһында 20 муниципаль берәмек урынлашҡан: бер ҡала биләмәһе — Белорет ҡалаһы (административ үҙәк) һәм 19 ауыл биләмәһе. Төбәктә 110 мең кеше йәшәй, уларҙың 68 меңе Белорет ҡалаһында. Башҡорт менен урыс милләте күпселекте тәшкил итә. Районда барлығы 99 торлак пункты бар.

Белорет районыныда транспорт юл селтәрҙәре, атап әйткәндә, Магнитогорск-Белорет-Инйәр-Өфө тимер юлы, Белорет-Өфө, Белорет-Учалы, Белорет-Магнитогорск, Асҡар-Сермән-Өфө автоюлдары үҫешкән.

Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 2 кеше. Был республикала иң бәләкәй күрһәткес. Ауыл ерендә күпселек башҡорттар һәм урыҫтар йәшәй. Районда 84 ауыл бар. Шуларҙың иң ҙурҙары (1989): Абҙаҡ (2,4 мең кеше), Сермән (1,9 мең) һәм Үҙән(1,7 мең кеше).

Райондың билдәле шәхестәре

Белорет Районы 
Белорет районының Өфөлә йәшәгән шәхестәре. 1996
Белорет Районы 
Белореттар З. Исмәғилевтың 80 йәше айҡанлы опера театрында

Дәүләт эшмәкәрҙәре

Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре

Ғалимдар

Яҙыусылар һәм шағирҙар

Мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре

Географияһы

Райондың көнсығыш сите буйлап Уралтау һырты һуҙыла. Был һырттан Көнбайышҡа табан, Ағиҙел йылғаһы үҙәне буйлап тау араһындағы түбәнлектәр артында, бейегерәк тау теҙмәләре: Әүәләк, Оло Ирәмәл (1582 м) тау массивы менән, Баҡты Ямантау (1640 м) массивы менән — Машаҡ, Нәре, Баштау, Юрматау, Елмәрҙәк һырттары китә. Район майҙаны 31,4 % диңгеҙ кимәленән 700 м өҫтәрәк ята. Урындың ҡалҡыу булыуы сәбәпле, йыллыҡ яуым-төшөм ҡайһы бер ерендә 700 мм етә, йыллыҡ уртаса температура 0,5°С тиклем түбәнәйә, 10°С юғары температуралы осорҙағы йылылыҡ суммаһы бейек тауҙар теҙмәһе зонаһында 900°С алып битләү һәм тау араларындағы үҙәндәрҙә 1500—1800°С тиклем тирбәлә.

Һыуыҡ булмаған мәл 60—70 көнгә тиклем кәмей.

Белорет районы Башкортостандың урманға иң бай төбәге. Урман бөтөн Майҙаны 82 % биләп тора, үҙағас запасы — 139,6 млн м³. Райондың иң ҡалҡыу үҙәк өлөшө күпселек көлһыу тупраҡта үҫкән ылыҫлы урмандар менән ҡапланған. Көнбайыштан уларға түбәндәрәк ятҡан киң япраҡлы урмандар, ә көнсығыштан ҡарағай, ҡайын, ҡарағас ҡатыш урмандар бүлкәте килеп терәлә.

Республика тимер рудаһының төп запасы (Комарово—Егәҙе, Инйәр, Тирлән, Белорет һ.б. һоро тимер ятҡылыҡтары төркөмө) ошо район территорияһында. Сәсмә алтын, магнезит, флюорит, хромит ятыштары табылған. Ҡомташ, кварцит, доломит, эзбизташ (Пугачев, Александровка) ятҡылыҡтары, цемент мергеле, утҡа сыҙамлы балсыҡ (Әхмәр, Безымянный), формовка ҡомо, охра, түбә ябыу һәүерташы ятыштары ла бар. Хлорид-натрий-кальций тибындағы Ассы минераль һыу сығанаҡтары барлығы билдәле. Ағиҙел, Йүрүҙән, Инйәр, Нөгөш, Еҙем йылғалары ошо район еренән ағып сыға. Йылға һыуының 1 га майҙаны иҫәбенә йыллыҡ ресурсы 3800 м³ етә.

Көньяҡ Урал ҡурсаулығы ойошторолған; Оло Ямантау, Оло Ирәмәл, Ирәмәл, Ар ташы, Ҡотҡор урманы (Ҡаһарман ауылы эргәһендә), Оло Инйәр буйындағы Ҡыҙыл яр мәмерйәһе комплексы тәбиғәт ҡомартҡыһы, Шығай ауылы эргәһендәге һәм Бишитәк тауындағы йөҙйәшәр ҡарағастар, Белорет лесничествоһындағы кедр культураһы ботаник ҡоматтҡы тип иғлан ителгән.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 64 557
1959 56 760
1970 47 497
Йыл Халыҡ һаны
1979 35 248
1989 32 968
2002 29 087
Йыл Халыҡ һаны
2010 38 442
2017 102 143
2018 101 345
Йыл Халыҡ һаны
2019 100 356

Тарих

Иҡтисад

Сәнәғәт

Белорет ере — элекке ҡара металлургия усаҡтарының береһе. Әүәлдән тороп ҡалған предприятиелар ныҡ ҡына яңыртылған һәм Белорет, Тирлән, Туҡан сәнәғәтенең нигеҙе булып тора. Урман хужалығының (Әүжән, Белорет, Инйәр, Тирлән лесхоздары), ағас әҙерләүҙең (Әүжән, Белорет, Инйәр, Мулдаҡай, Нура леспромхоздары), ағас эшкәртеү, минераль сеймал (Абҙаҡ үтә ҡаты ҡырсынташ ятҡылығығы, Александровка юл ҡырсынташы, Мулдаҡай эзбизташ ятыштары, шулай уҡ балсыҡ, ҡырсынташ, эре ҡом) сығарыуҙың произврдство өлкәһендәге өлөшө ҙур.

Транспорт

Район територияһын Магнитогорск—Белорет—Ҡарлыман тимер юлы, асфальт түшәлгән Булгаково—Архангел—Белорет автомобиль юлы, Магнитогорск—Ишембай газ үткәргесе һәм ошо газ үткәргестең Ҡағы—Белорет тармағы киҫеп үтә. Белореттан Стәрлетамаҡҡа, Магнитогорскиға, Учалыға автомобиль юлдары бара.

Тар тимер юлдың айырым өлөштәре — Белорет—Туҡан, Белорет—Тирлән аралыҡтары әлегәсә һаҡланған.

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 53 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 26 урта мәктәп, 35 дөйөм китапхана, 52 клуб учреждениеһы, 7 дауахана, «Ар ташы», «Ағиҙел» турбазалары бар. Асы ауылында А.Мөбәрәков музейы эшләй. Башҡортса «Урал», урыҫ телендә «Белорецкий рабочий» һәм «Металлург» гәзите сыға.

Ауыл биләмәһе берәмектәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Белорет Районы Райондың билдәле шәхестәреБелорет Районы ГеографияһыБелорет Районы Халыҡ һаныБелорет Районы ТарихБелорет Районы ИҡтисадБелорет Районы СәнәғәтБелорет Районы ТранспортБелорет Районы Социаль-мәҙәни өлкәБелорет Районы Ауыл биләмәһе берәмектәреБелорет Районы ИҫкәрмәләрБелорет Районы ҺылтанмаларБелорет РайоныБашҡортостан РеспубликаһыБелоретРус теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҠатнаш көрәш сәнғәтеРәсәй Федерацияһының социаль картаһыБангладешСифат14 февраль1917 йылБашҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығыӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыБашҡорт алфавитыГригориан календарыЯпон телеНемец телеWorldCat (библиографик мәғлүмәт базаһы)10 апрельНорвегияБиологик ҡорал2016 йыл18 июньАккраҠорал25 декабрьКавказ22 октябрьАят әл-КүрсиРәшит әд-ДинXIX быуатXII быуатАтыу ҡоралы1 май28 март1 июль1994 йыл29 октябрьБерләшкән Ғәрәп ӘмирлектәреВикипедия30 октябрьИкенсе донъя һуғышыХристианлыҡХристиан динеБакалаврҠара үлемМетаболизм13 ғинуарТроя атыИталияФинляндия1 ноябрьАпрель«Почёт Билдәһе» орденыФранция19 декабрьҺүҙбәйләнешАбай Ҡонанбаев11 февральАристотельМостай Кәрим13 февральАндре АгассиХалыҡ-ара стандарт китап номерыФотографияӘҙәбиәтОктябрь Революцияһы ордены1911 йыл3 апрельБашҡорт халҡының йолалары15 март🡆 More